Федераль совет (нем. Bundesrat — бу́ндесрат'[1] ) — Австрия Парламентының — Федераль йыйылышының юғары палатаһы.
Палатала 62 урын. Депутаттар Австрия ерҙәренең ландтагтары (парламенттары) тарафынан һайлана. Ерҙәрҙән вәкил булған депуттарҙың һаны, уларҙа йәшәгән халыҡ һанына ҡарап, төрлө булырға мөмкин (3-тән 12-гә тиклем).
Бундесрат депутатының вәкәләтлек мөҙҙәте уны һайлаған ландтагтың вәкәләтлек мөҙҙәтенә бәйле — 4 йә 6 йыл.