Федерация Советы | |
Нигеҙләү датаһы | 1993 |
---|---|
![]() | |
![]() | |
Ойошма етәксеһенең вазифаһы | председатель Совета Федерации России[d] |
Етәксе | Матвиенко, Валентина Ивановна |
Дәүләт |
![]() |
Юрисдикция таралышы | Рәсәй |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Здания Госстроя и Госкомархитектуры[d], Тверской районы[d], Центральный административный округ[d], Мәскәү, Рәсәй |
Урындар һаны | 200 |
Рәсми сайт | council.gov.ru |
![]() | |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 57 800 ± 99 һәм 165 843 |
![]() |
Рәсәй Федерацияһы Федераль йыйылышының Федерация Советы (шулай уҡ рәсми булмаған атамаһы — Сенат) — Рәсәй Федерацияһы Федераль йыйылышының — Рәсәй Федерацияһы парламентының — юғары палатаһы.
Федерация Советына, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 95-се статьяһы 2-се өлөшөнә ярашлы[1], Рәсәй Федерацияһының һәр субъектынан икешәр вәкил (дәүләт власының закондар сығарыу (вәкиллекле) һәм башҡарма органдарынан берәр), шулай уҡ «Рәсәй Федерацияһы Президенты тарафынан тәғәйенләнеүсе һәм Федерация Советы субъекттары дәүләт власының закондар сығарыу (вәкиллекле) һәм башҡарма органдарынан ағза булып торған Федерация Советы ағзалары һанының 10 процентынан артмаған һандағы Рәсәй Федерацияһы вәкилдәре» инә (Рәсәй Федерацияһы вәкилдәре РФ Конституцияһына төҙәтеү яһаған «Рәсәй Федерацияһы Федераль йыйылышы Федерация Советы тураһында»ғы 21.07.2014 № 11-ФКЗ менән индерелә).
Рәсәй Федерацияһы Федерация Советы ағзаларының дөйөм һаны — 170.
Федерация Советы федераль кимәлдә төбәктәрҙең мәнфәғәттәрен вәкәләтләй һәм Рәсәй дәүләте ҡоролошоноң федератив принцибын сағылдыра. Төбәктәрҙең интеграцияланыу һәм тупланыу институты булараҡ, Федерация Советы ил үҫешенең стратегик маҡсаттарын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән ҡарарҙар ҡабул иткәндә дөйөм федераль һәм төбәктәр мәнфәғәттәренең тигеҙлеген тәьмин итә.
Федерация Советы партияһыҙлыҡ принцибы буйынса формалаша һәм төҙөлә. Федерация Советы ағзалары фракциялар һәм партия берекмәләре ойоштормай[2].
Федерация Советы даими эш итеүсе орган булып тора. Дәүләт думаһынан айырмалы, Федерация Советы Президент тарафынан таратыла алмай. Уның ултырыштары ихтыяжға ҡарап үткәрелә, әммә айына икенән дә һирәгерәк түгел. Федерация Советы ултырыштары палата эшенең төп формаһы булып тора. Улар Дәүләт думаһы ултырыштарынан айырым үтә. Палаталар Рәсәй Федерацияһы Президенты мөрәжәғәтнамәләрен, Рәсәй Федерацияһы Конституция суды мөрәжәғәтнамәләрен, сит дәүләттәр етәкселәренең сығыштарын тыңлау өсөн бергә йыйыла ала. Федерация Советы ағзалары үҙ вәкәләттәрен даими нигеҙҙә үтәй.
Федерация Советы ағзалары вәкәләттәре мөҙҙәтенең бөтә дауамында тейелгеһеҙлеккә эйә. Улар тотола, ҡулға алына, тентелә алмай (енәйәт өҫтөндә тотолоу осраҡтарынан тыш), шулай уҡ, башҡа кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн федераль закон менән ҡаралған осраҡтарҙан тыш, шәхсән ентекле тикшереүгә дусар ителә алмай.
Федерация Советы үҙенең ултырыштарын Мәскәүҙәге Большая Дмитровка урамындағы төп бинала, ҡағиҙә булараҡ, 25 ғинуарҙан 15 июлгә һәм 16 сентябрҙән 31 декабргә тиклем үткәрә. Ултырыштар асыҡ булып тора. Федерация Советы ҡарары менән ултырыштарҙы үткәреү урыны үҙгәртелә ала, шулай уҡ ултырыштың ябыҡ булыуы ла мөмкин.
Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 102-се статьяһына ярашлы, Федерация Советы вәкәләттәренә түбәндәгеләр инә (1-се пункт):
Федерация Советы өс парламент киң мәғлүмәт сараһының ойоштороусылашы (Дәүләт думаһы менән берлектә) булып тора: