Фернандель (Fernandel, ысын исеме Фернан Жозеф Дезире Контанден , франц. Fernand Joseph Désiré Contandin ; 8 май 1903 йыл — 26 февраль 1971 йыл ) — француз актёры, Франция һәм Италия театры һәм киноһының бөйөк комиктарының береһе.
Фернандель Марселдә , Шава (франц. Chave ) бульварындағы аптекарь Работюның 73 һанлы йортонда, 1903 йылдың 8 майында тыуған. Ғүмер буйы Прованста йәшәгән. Католик календары буйынса 8 май — изге Дезире көнө, был көн уға Фернандель исемен биргән.
Уның атаһы, Контанден Дени, банк хеҙмәткәре, буш ваҡытын Сине (франц. Sined — Denis уның исеменә анаграмма) псевдонимы аҫтында кафела сығыш яһаған. Һуңғараҡ Фернандель дә бында сығыш яһай.
Биш йәшендә Фернандель иҫке «Шав» театры сәхнәһендә мелодрама, пастораль, театрлаштырылған Инжил пьесалары, боронғо фарстарҙа сығыш яһай, атаһын бөтә турне ваҡытында оҙатып йөрөй, күмәк сәхнәлә Империя һаҡсыһы ролендә ҡатнаша. Уның менән бергә ҡустыһы ла сығыш яһай, улар Марсель һәм Фернан дуэтын тәшкил итә.
Фернанделдең мәктәптә уҡыған сағындағы кумиры — бөтә Францияға билдәле комик Полен (франц. Polin ) була. Уның менән тәүге осрашыуҙан һуң егет ата-әсәһенә Полен кеүек комик буласағын белдерә, һәм ошо минуттан алып Контандендар фатиры Фернанделдең репетиция залына әйләнә.
Өс йыл үткәс, Париждың «Комедия» гәзите һөнәрмән-шансонсылар конкурсын ойоштора. Бөтә Франция буйынса һайлап алыу ярыштары бара. Йөҙҙән ашыу дәғүәсе булһа, улар араһында Фернан икенсе булып еңеп сыға. Был саҡта уға ун ике йәш була. Хәҙер «бәләкәй Синене» (ул атаһының псевдонимы аҫтында йырлай) Марселдең бөтә вагон йөрөтөүселәре таный — ул концерттарына гелән трамвайҙа бара, һәм уны яратҡан кондукторҙар йырсыны трамвайҙа бушлай йөрөтә.
Бер йылдан Беренсе бөтә донъя һуғышы башлана. Атаһы фронтҡа киткәс, Фернандель эшләй башларға мәжбүр була. Сиратлап ул «Милли кредит банкыһында», һабын заводында һәм «Марсель кредит йәмғиәтендә» эшләй. Бында ул оҙайлы ваҡыт эшләй алмай, уны бик тиҙ генә эштән сығарып торалар. Кистәрен ул элеккесә йырлай һәм үҙ белемен тулыландырыу өсөн киске курстарҙа уҡый.
Фернандель 19 йәшендә Ниццаның «Эльдорадо» кабареһында «көнөнә йөҙ франк эшләргә» тип беренсе профессиональ контрактҡа ҡул ҡуя.
«Мин тәүге тапҡыр „Эльдорадо“ афишаһында Фернандель исеме аҫтында сыҡтым» («le Voici Fernand d Elle»), был «уның Фернаны» тигәнде аңлата. Ул — Манс Анриэтта, йырсының банк буйынса элекке хеҙмәттәше һәм буласаҡ сценарисы Жан Манстың апаһы. Уның оперетталарҙа башҡарған йырҙары Фернанделдең артабанғы ҡырҡ йыл дауамындағы даими репертуарына инә.
Фернандель ике йыл буйына Францияның көньяғы буйлап төрлө ябай ғына водевиль, фарс, опереткаларҙа уйнап йөрөй. Труппа Фернанделде беренсе, йәғни оҫта, комик тип йөрөтәләр. Уның физик тышҡы ҡиәфәте һәм «ат кеүек йылмайыуы» башҡалар ҡиәфәтенән ныҡ айырылып тора.
Егерме ике йәшендә Фернандель армияға саҡырыла. Ул туҡһан өсөнсө тау артиллерия полкында писарь булып хеҙмәт итә. Һуңғараҡ ул Марселгә хеҙмәт итергә күсерелә. Хәрби хеҙмәтен тамамлағас, импресарио менән уртаҡ тел таба алмайынса, ғаиләғә сумған йырсы Контанден һабын заводына эшкә барырға мәжбүр була. Әммә тиҙҙән, Марселдә «Парамаунт» театры директоры Фернанделде осрата һәм уға Франция һәм диңгеҙ аръяғы илдәре буйлап күп айлыҡ турнеға оҙаҡ көтөлгән контракт тәҡдим итә. Касабланканан ҡайтҡан Фернандыны өйөндә Париждың «Бобино» театрына эшкә саҡырыу хаты көтә.
1939 йылда Икенсе бөтә донъя һуғышы башланыу сәбәпле уны яңынан 15 эскадрондың рядовой һалдаты сифатында хәрби хеҙмәткә саҡыралар.
Кинола беренсе тапҡыр Фернандель 1930 йылда ҡыҫҡа метражлы «Лучшая нянюшка» — «La bobonne Meilleure» фильмында төшә. 1931 йылда Марк Аллегре(франц. Marc Allegret ) Фернанделгә Саша Гитриҙың пьесаһы буйынса ҡуйылған «Белое и черное» — «Le et Blanc le noir» фильмында «тәжрибәһеҙ бур» ролен тәҡдим итә.
Фернандель 150-нән ашыу фильмда уйнай. 1937 йылда ул уйнаған «Бальная записная книжка» (реж. Жюльен Дювивье) фильмы Венеция фестиваленең «иң яҡшы сит ил фильмы» призына лайыҡ була.
1942 йылда Фернандель режиссёр ролендә сығыш яһай. Фернандель өс фильм төшөрә:
«Простак» — «Simplet» (1942 )
«Адриен» — «Adrien» (1943 )
«Адемар и игрушка судьбы» — «de la ou le fatalite Adhemar jouet» (1951 )
1951 йылда режиссёр Жюльен Дювивьеның «Маленький мир дона Камилло» фильмында уйнап, Фернандель ауыл пасторы дон Камилло тураһындағы ун ике йыл дауамында төшөрөлгән фильмдар серияһына нигеҙ һала.
1952 йылда Фернандель Почетлы легион розеткаһы һәм «Гражданлыҡ ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.
Был ваҡытта ул Европа , АҠШ һәм Канада буйынса турнела йөрөй, «беренсе француз мәҙәниәте илсеһе» ироник ҡушаматын ала, рим папаһы XII Пий тарафынан ҡабул ителә, бер нисә тапҡыр Франция комиктарының юғары наградаһы булған Куртелен премияһын ала. Францияның бөтә мәктәптәрендә Фернандель тауышы яңғырай.
1963 йылда Фернандель Жан Габен менән пайлыҡта «ГАФЕР» (GAFER — Gabin & Fernandel) кинофирмаһын аса.
1971 йылдың 21 февралендә Фернандель яман шештән Париждың Фош авенюһындағы үҙ фатирында вафат була. Париж үҙәгендәге бәләкәй генә Пасси зыяратында ерләнә.
Францияның иң яҡшы комиктарына тапшырылған Куртелен премияһына күп тапҡырҙар лайыҡ була.
1952 йылда Фернандель «Почетлы легион» розеткаһы һәм «За заслуги» ордены менән бүләкләнә.
1960 йылда Сәнғәт һәм әҙәбиәт Ордены рыцары исеменә лайыҡ була.
Фернандель и Тото в фильме «Закон есть закон»
1930 — Самая лучшая хозяйка (Лучшая нянюшка) / La meilleure bobonne
1930 — Черное и белое — Белое и чёрное / Le blanc et le noir
1931 — Лавка старьевщика и Ko (другое название: Хлам и Ko) / Bric à Brac et Compagnie
1931 — Мне надо вам что-то сказать / J’ai quelque chose à vous dire
1931 — Ни слова моей жене / Pas un mot à ma femme
1931 — Ночная атака / Attaque nocturne
1931 — Остроумный план (другое название: Хитроумная комбинация) / La fine combine
1931 — Парижское развлечение / Paris-Beguin
1931 — Ребенку дают слабительное (Слабительное для малыша) / On purge bébé
1932 — Сердце Сирени / Coeur de Lilas
1932 — Да здравствует увольнение в запас! / Vive la classe , Les gaietés de l’escouade
1932 — Забавы эскадрона / Les gâités de l’escadron
1932 — Избранник мадам Юссон (Садовник госпожи Юссон) / Le roisier de Madame Husson
1932 — Как рыба (другое название: Немой из Марселя) / Comme une carpe
1932 — Когда мы влюблены / Quand tu nous tiens, amour
1932 — Пикантная брюнетка / Une brune piquante , La femme à barbe
1932 — Полуночный суд (другое название: Приговор полуночи) / Le jugement de minuit , Le Vengeur
1932 — По привычке / Par habitude
1932 — Пощёчина / La claque
1932 — Прекрасный день свадьбы / Un beau jour de noces
1932 — Распоряжение вопреки его воле / L’ordonnance malgre lui
1932 — Только не женщина / Pas de femmes
1932 — Ужас пампасов / La terreur de la Pampa
1932 — Человек без имени / Un homme sans nom
1932 — Останьтесь поужинать (Оставайтесь обедать, Маруш) / Restez dîner , Maruche
1933 — Дело идёт на лад / Ça colle
1933 — Адемай-авиатор / Adémaï aviateur
1933 — Влюбленный гарнизон / La garnison amoureusee
1933 — Лидуар / Lidoire
1933 — Полковой петух — Медард / Le coq du réqiment
1933 — Рецепт (другие названия: Ординарец, Денщик) / L’ordonnance , Helene
1933 — С милым рай в шалаше (другое название: Любовь и свежая вода) / D’amour et d’eau fraîche , Passage clouté
1933 — Удача Анатоля / Le gros lot , La Viene d’Anatole
1934 — Анжела / Angèle
1934 — Голубые бушлаты / Les bleus de la marine
1934 — Гостиница свободного обмена / L’hôtel du libre échange
1934 — Любовник его консьержки (Любимчик консьержки) / Le chéri de sa concierge
1934 — Ночь безумств / Une nuit de folies
1934 — Поезд в 8.47 (фр.) баш. (по роману Жоржа Куртелина Le Train de 8h 47
1934 — Разносчица хлеба / La porteuse de pain
1934 — Шевалье Лафлёр / Le cavalier Lafleur
1935 — Джим-Пастуший Посох (Джим-бродяга) / Jim la houlette , Roi des voleurs
1935 — Забавы финансистов / Les gâités de la finance , Berngali VII
1935 — Фердинанд-гуляка (Фердинанд-кутила) / Ferdinand le noceur
1936 — Один из легиона / Un de la légion
1936 — Жозетта / Josette
1937 — Бальная записная книжка / Un carnet de bal
1937 — Короли спорта / Les rois du sport
1937 — Возвращение (Оживление) / Regain , Arsule
1937 — Игнас / Ignas
1937 — Геркулес (Неподкупный) / Hercule , L’incorruptible
1937 — Франциск Первый / François Premier
1937 — Ловкачи из одиннадцатого округа / Les Dégourdis de la onziéme
1938 — Трикош и Каколе / Tricoche et Cacolet
1938 — Эрнест-мятежник / Ernest le rebelle
1938 — Татуированный Рафаэль / Raphaël le tatoué , C'était moi
1938 — Шпунц / Le Schpountz , La Fausse Vocation
1938 — Барнабэ / Barabé
1939 — Кража со взломом (Ограбление) / Fric-Frac
1939 — Пять су Лавареда / Les cinq sous de Lavarède
1939 — Берлинго и Ко / Berlingot et compagnie
1940 — Шляпка из итальянской соломки (Соломенная шляпка) / Un chapeau de paille d’Italie
1940 — Наследник Мондезира / L’heritier des Mondesir , C’est un mystère
1940 — Господин Гектор / Monsieur Hector , Le Nègre du Negresco
1940 — Акробат / L’acrobate
1940 — Чудесная ночь (другое название: Удивительная ночь) / La nuit merveilleuse
1941 — Собачья жизнь / Une vie dechen , Médor
1941 — Мелочи / Les petits riens
1941 — Дочь землекопа / Le fille du puisatier
1941 — Клуб воздыхателей / Le club des soupirants
1942 — Простак / Simplet
1942 — Не кричите об этом на крышах / Ne le criez pas sur les toits
1942 — Счастливая звезда / La bonne étoile
1943 — Кавалькада часов / La cavalcade des heures
1943 — Адриен / Adrien
1945 — Наис / Nais , Toine
1945 — Тайна Сен-Валя / Le mystère Saint-Val
1945 — Нищие в раю / Les gueux au paradis
1946 — Петрюс / Pétrus
1946 — Приключение Кабассу / L’aventure de Cabassou
1947 — Эмиль-африканец / Emile l’africain
1947 — Петушиное сердце / Coeur de coq , Affaires de coeur
1948 — Если это может доставить вам удовольствие / Si ça peut vous faire plaisir
1948 — Летающий шкаф / L’armoire volante
1949 — Нужен убийца! / On demande un assassain
1949 — Героический господин Бонифас / L’héroïque Monsieur Boniface
1950 — Удар и ответ! / Je suis dela revue , итал.: Botta e risposta
1950 — Ты спас мне жизнь / Tu m’as sauvé la vie
1950 — Казимир / Casimir
1950 — Убийства / Meurtres
1950 — Мундиры и большие маневры / Uniformes et grandes manoeuvres
1951 — Бонифаций-сомнамбула — Виктор Бонифас
1951 — Маленький мир Дона Камилло / Le Petit monde de Don Camillo , итал.: Don Camillo
1951 — Топаз / Topaze
1951 — Красная таверна — Монах
1951 — Стол для заморышей (Поле на краю леса) / La table aux crevé
1951 — Адемар, или игрушка судьбы / Adémar or le jouet de la fatalite
1952 — Запретный плод / Le fruit dé fendu
1952 — Булочник из Валорга / Le boulanger de Valorgue
1952 — Дамский цирюльник / Coiffeur pour dames
1953 — Мадемуазель Нитуш
1953 — Враг общества № 1 / L’Ennemi public numéro un
1953 — Карнавал / Carnaval , или Dardamelle
1953 — Возвращение дона Камилло / Le retour de Don Camillo , итал.: Il ritorno di Don Camillo
1954 — Али-Баба / Ali-Baba et les quarante voleurs
1954 — Баран с пятью ногами / Le mouton à cinq pattes
1955 — Большая драка дона Камилло (Дон Камилло и почтеннейший депутат Пеппоне) / La grande bagarre de Don Camillo , итал.: Don Camillo e l’onorevole Peppone
1955 — Весна, осень и любовь / Le Printemps, l’automne et l’amour
1956 — Под небом Прованса (Была пятница 17-го) / Sous le ciel de Provence итальянский прокат:Era di venerdi 17
1956 — Оноре из Марселя / Honoré de Marseille
1956 — Новый Дон Жуан / Don Juan , или El Amor de Don Juan
1956 — Вокруг света за 80 дней — кучер
1956 — Дамский портной — Портной этих дам / Le couturier de ces dames
1957 — Человек в непромокаемом плаще / L’Homme à l’imperméable
1957 — Сенешаль Великолепный / Sénéchal le magnifique
1957 — Безработный из Клошмерля / Le chômeur de Clochemerle
1958 — Вдвоём в Париже / A Paris tous lex deux
1958 — Закон есть закон / La loi, c’est la loi ? итал.: Le legge e legge
1958 — Жизнь вдвоём / Le vie à deux
1958 — Виноградники господа Бога / Les vinges du seigneur
1959 — Корова и солдат / La vache et le prisonnier
1959 — Большой начальник (Вождь краснокожих) / Le grand chef , итал.: Noi gangster
1959 — Доверенное лицо этих дам (Психоаналитик для дам) / Le confident de ces dames
1960 — Крез / Créus
1960 — Лафа / Cocagne
1960 — Атаман (Крутой) / Le Caid
1961 — Динамичный Джек / Dynamite Jack
1961 — Убийца из телефонного справочника / L’assassin est dans l’annuaire
1961 — Страшный суд / Le jugement dernier , итал.:Il giudizio universale
1961 — Дон Камилло, монсеньор / Don Camillo… Monsigneur! , итал.:Don Camillo monsignore… ma non troppo — Дон Камилло
1962 — Дьявол и десять заповедей — Бог / Le diable et les dix commandements
1962 — Играй, музыка (Смена караула) / En avant la musique , итал.: Il cambio della quardia, Avanti la musica
1962 — Путешествие в Биарриц / Le Voyage à Biarritz
1963 — Муж моей жены (Стряпня на сливочном масле) / La cuisine au beurre
1963 — Шутки в сторону (Джефф Бёрлингтон) / Blaque dans le coin
1963 — Добрый король Дагобер / Le bon roi Dagobert
1964 — Неблагодарный возраст / L'âge ingrat
1964 — Расслабься, любимая (Комплекс Филемона) / Relaxe-toi, Chérie
1965 — Дон Камилло в России / Don Camillo in Russie , итал.: Il campagno Don Camillo
1966 — Поездка отца / Le voyage du père — Кантен
1966 — Кошелёк или жизнь / La bourse et la vie
1966 — Париж стоит поездки (ТВ) / Paris ist eine Reise wert (TV)
1967 — Улыбка Фернанделя (ТВ), сезон 1 / L’amateur ou S.O.S., Fernand (TV)
1967 — Это Франк (ТВ) / Tel est Frank (TV)
1968 — Человек в бьюике / L’Homme à la Buick , Cher Voyou
1968 — Приключения Фернанда в Риме (ТВ), сезон 2 (Сегодня вечером Фернандель) / Les aventures de Fernard a Rome (TV) , итал.: Stasera Fernandel
1968 — Фредди / Freddy
1969 — Счастлив тот, кто подобно Улиссу…