Филипп Ленард | |
нем. Philipp Lenard | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Вафат көнө | |
Ил | |
Филипп Эдуард Антон Фон Ленард (нем. Philipp Eduard Anton von Lenard) 7 июнь 1862 йыл, Братислава — 20 май 1947 йыл, Мессельхаузен, Штутгарт) — немец физик-экспериментаторы, ҡаты есемдәр физикаһы һәм атом физикаһы өлкәһендә байтаҡ хеҙмәттәр авторы. Физика буйынса «Катод нурҙары буйынса тикшеренеү эштәре өсөн» Нобель премияһы лауреаты (1905 йыл). XX быуаттың 20-се йылдарында сағыштырмалыҡ теорияһына ҡаршы килә һәм «арий физикаһы»н пропагандалаусы була.
Филипп Ленард Прессбургта (хәҙер Братислава) 1862 йылдың 7 июнендә Австрия империяһында тыуа. 1722 йылда Ленардтар ғаиләһенә нәҫелдән нәҫелгә күсә килгән дворянлыҡ бирелә, әммә ул XVIII быуат аҙағынан башлап ғаиләлә ҡулланылмай. Ленардтың ата-әсәһе немец телле (карпат немецтары) була[4]. Атаһы Филипп Фон Ленардис (1812—1896) Прессбургта шарап һатыусы була. Әсәһе Антони Бауманн тип атала (1831—1865)[5].
1880 йылда Ленард ике семестр дауамында тәбиғи фәндәрҙе өйрәнә — тәүҙә Будапештта, ә һуңынан Венала[6]. Бынан һуң ул Прессбургтағы атаһының шарап магазинында эшләүҙе өҫтөн күрә. 1883 йылда Ленард Гейдельбергта Герман Квинке һәм Роберт Бунзен етәкселегендә уҡыуын дауам итә. Берлинда бер семестр дауамында Герман Гельмгольц етәкселегендә уҡығандан һуң, ул 1886 йылда Гейдельбергта «О колебаниях падающих капель» темаһына диссертация яҡлай[7].
1887 йылда ул ҡайтанан Будапештта Лоран Этвос етәкселегендә демонстратор булып эшләй[6]. Аахенда, Боннда, Бреслауҙа, Гейдельбергта (1896—1898) һәм Килдә (1898—1907) эшләгәндән һуң, ул 1907 йылда бөтөнләй Гейдельберг университетына Филипп Ленард институты башлығы булып ҡайта. Был ваҡытта ул люминесценцияны тикшереүен дауам итә. Артабанғы тиҫтә йылдарҙа ошо тикшеренеүҙәр нигеҙендә ул Ленард фосфорҙарын яҡтыртыу механизмы хаҡында төп эштәрҙе яҙа. 1905 йылда Ленард Швецияның Король фәндәр академияһы, ә 1907 йылда Венгрия фәндәр академияһы ағзаһы була[6].
Лондонда һәм Вроцлавта бер аҙ йәшәгәндән һуң Ленард 1891 йылдың апрелендә Бонн ҡалаһында Генрих Герцтың ассистенты булып эшкә тотона, 1892 йылда унда «Об электрических свойствах дождей» темаһы буйынса икенсе диссертация яҡлай. Ямғырҙарҙың һәм йәшендең электр үҙенсәлектәре тураһында ул киләһе йылдарҙа бик күп эштәр баҫтырып сығара. Герцтың иртә вафатынан һуң 1894 йылда Ленард уның әҫәрҙәр йыйынтығын сығара.
Боннда Ленард катод нурҙары менән, айырыуса уларҙың йоҡа металл ҡатламдары аша үтеп инеү һәләте менән шөғөлләнә. 1892 йылда уның исеме менән аталған разрядлы көпшәләрҙе ( Ленард көпшәһе), шулай уҡ Ленард тәҙрәһен уйлап тапҡандан һуң газ разрядына ҡарамаҫтан, тәүге тапҡыр катод нурҙарын өйрәнеү мөмкинлеге барлыҡҡа килә. Ленард эксперименттары катод нурҙарының корпуслы тәбиғәтенең асыҡланыуына килтерә, әммә Ленардтың ҙур үкенесенә электронды асыу өҫтөнлөгө 1897 йылда Дж. Дж. Томсонға күсә.
Үҙенең лаборатор йыһаздарынан уйлап тапҡан разряд көпшәләренең береһен Ленард, йәнәһе лә, К.Рентгенға тапшырған. 1901 йыл өсөн Рентгенға Нобель премияһы бирелгәндән һуң Ленардтың уға ҡарата дуҫтарса мөнәсәбәте ҡапыл дошманлыҡ хисе менән алмашына, Һуңынан ул Рентгенды - «кендек әбейе», ә үҙен «рентген нурҙарын асыуҙа ысын әсәй» тип атай[8] Әммә Рентгендың Ленард көпшәһе арҡаһында үҙенең асышын яһағанлығына бер ниндәй ҙә дәлилдәр дә юҡ. Атап әйткәндә, Рентгендың «Нурҙарҙың яңы төрө тураһында» классик мәҡәләһе ошондай фразанан башлана: ««Әгәр Румкорфтың ҙур катушкаһы зарядын Гитторф, Крукс, Ленард йәки башҡа ошондай прибор аша үткәрһәң, киләһе күренеш күҙәтелә».
1898 йылда Ленард Киль университетында профессор булып китә. Ошонда ғына ул эксперименталь тикшеренеү эштәре өсөн сикләнмәгән мөмкинлектәргә эйә була. 1900 йылда ул фотоэлектрик эффектты тикшереүҙе дауам итә. Тышҡы фотоэффект 1886 йылда Герц тарафынан һәм 1887 йылда Гальвакс тарафынан асыла. 1900 йылда Ленард алдан Столетов асҡан яҡтыртылыуҙың артыуы менән фототоктың артыу законлылығын раҫлауҙан тыш, яңы фундаменталь законлыҡты ла таба: тотҡарлаусы көсөргәнеш (тимәк, осоусы электрондарҙың максималь тиҙлеге лә) яҡтылыҡҡа бәйле түгел, ә төшөүсе яҡтылыҡтың төҫөнә (тимәк, йышлығынан) бәйле. Ленард эксперименталь ҡыйынлыҡтар арҡаһында һан яғынан йышлыҡ бәйләнешен ала алмаһа ла, ошо бойондороҡлолоҡтоң барлығы ул саҡтағы яҡтылыҡ төшөнсәләренә ҡаршы килә ине. Был эффект 1905 йылда Альберт Эйнштейн тарафынан яҡтылыҡ кванттары гипотезаһы ярҙамында ғына аңлатыла.
Катод нурҙары йотолоуын үлсәүгә нигеҙләнеп Ленард 1903 йылда атомдың динамидик моделен эшләй, уға ярашлы, атом «буш» була, һәм был атомда бәләкәй күләмле бер төрлө нейтраль өлөшсәләр («динамидтар») була, улар электрондан һәм уның менән ныҡ бәйле ыңғай зарядлы өлөшсәләрҙән тора. Ленард был модель менән тәүге тапҡыр ул ваҡытта атом тураһындағы бер төрлө ҙур объект тип йөрөтөлгән күҙаллауҙы кире ҡаға. Ленард моделе 1910/1911 йылдарҙағы Резерфорд атомының планета моделенән алдараҡ булған. уны Розерфорд альфа-өлөшсәләрҙе сәсеү буйынса үҙ тәжрибәһе нигеҙендә әҙерләгән.
Киль ҡалаһында үткән йылдар Ленардтың тормошонда иң һөҙөмтәлеһе була. 1905 йылда Ленард физика буйынса Нобель премияһын ала.
1907 йылда Ленард үҙенең уҡытыусыһы, физика институты профессоры һәм директоры Герман Квинкеның эшен дауам итеп, Гейдельберг ҡалаһына күсә. 1913 йылда радиология институтын ойоштора, уны 1932 йылда хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем етәкләй. Гейдельбергта Ленард тикшеренеүҙәре эксперименттарҙан дөйөмләштереүсе концепцияларға күсә. Беренсе донъя һуғышы ваҡытында ул физика буйынса белешмә өсөн бик күп мәҡәләләр яҙа. Ҡасандыр үҙе төҙөүҙә ҡатнашҡан хәҙерге абстракт физиканы Ленард ҡабул итеүҙән туҡтай.
Беренсе донъя һуғышы, Версаль килешеүе һәм Веймар республикаһы тәьҫораттары аҫтында тайпылмаҫ монархист Ленард йәһүдтәргә ҡаршы хәрәкәткә ҡушыла. Сағыштырмалыҡ теорияһын һәм квант механикаһын ул абстракт һәм ысынбарлыҡҡа ят теория тип инҡар итә. Ул эфир теорияһы өҫтөндә эшләй, уның ярҙамында Майкельсондың тәжрибәһен йәки Меркурий перигелийының күсеүен аңлатырға тырыша. Шулай уҡ Ленард гәзит мәҡәләләрендә һәм асыҡ докладтарҙа Альберт Эйнштейнды киҫкен тәнҡитләй. 1920 йылдың 23 сентябрендә Бад-Наухаймда үткән тәбиғәтте өйрәнеүселәр һәм табиптар конференцияһында асыҡ конфронтация Эйнштейн менән ҡара-ҡаршы тороу кульминацияһы була.
Ленард 1922 йылда үҙенең тормош ҡараштарын тулыһынса яңынан ҡарай. Физика институты студенттарҙың социал-демократик йәмғиәте блоклай, сөнки Ленард яңыраҡ үлтерелгән Вальтер Ратенауҙы дәүләт ерләүҙәре хөрмәтенә матәм флагын элеүҙән баш тарта. Һөҙөмтәлә Ленард ҡулға алына. Бынан тыш Ленард инфляция һөҙөмтәһендә бөтә байлығын юғалта, шул уҡ йылда уның берҙән-бер улы вафат була.
Шул уҡ йылда Эйнштейн фотоэффекттың квант тәбиғәтен асыҡлағаны өсөн 1921 йыл өсөн Нобель премияһын ала, унда Ленард эксперименттары ҙур роль уйнай. 1922 йылда Ханс Фридрих Карл Гюнтерҙың раса теорияһы барлыҡҡа килгәс, ул тулыһынса милләтсе-социализмға мөрәжәғәт итә.
Быға тиклем немец милләтселеге һәм антисемитизмына ярҙам итеүе менән айырылып торған Ленард 1924 йылдың 8 майында НСДАП-ты хуплаған тәүге ҙур немец ғалимы була. Был көндө «Великогерманская газета» баҫмаһында Йоганн Штарк менән авторҙашлыҡта мәҡәләһе баҫылып сыға, унда ике ғалим фирҡә программаһын, шулай уҡ Адольф Гитлер, Людендорф һәм Эрнст Пёнер (Мюнхендың баш полицмейстеры) кеүек ҡайһы бер башлыҡтарҙың идеалдарын яҡлай.
1926 йылда Лавард Гейдельбергта Гитлер менән осраша. 1932 йылда пенсияға сыҡҡандан һуң Ленард нацист режимынан физиканың төп вәкиле сифатында бик күп наградалар ала. 1935 йылда Гейдельберг университетының физика институты Филипп Ленард Институты тип үҙгәртелә.
1937 йылда Ленард НСДАП ағзаһы була һәм «алтын почет билдәһе» менән бүләкләнә.
Артабанғы йылдарҙа Ленард «немец физикаһын» пропагандалаған 30-лап физик төркөмөнөң береһе була[9]. Улар, «догматик-диалектик» әҫәрҙәр булған, тигән һылтау менән, хәҙерге теоретик физиканың классик булмаған өлөштәрен кире ҡаға. Ленард фекеренсә, тәбиғәтте танып белеү расаға бәйле, өҫтәүенә арий расаһы бының өсөн иң яҡшы тәүшарттарға эйә. Физиканан моделдәрҙең күргәҙмәлелеге, өҫтәүенә, физика үҙәгендә эксперимент торорға тейеш, тип талап ителә. Теоретик ҡоролмалар «классик физиканың ҡаты нигеҙендә» торорға тейеш.
«Инглиз физикаһына» кире ҡарашта була, уның иҫәпләүенсә, ул Германиянан идеяларҙы урлаған[10][11][12].
Квант теорияһы Ленард тарафынан инҡар ителһә лә, «немец физикаһы» яҡлыларҙың ҡайһы берҙәре уны ҡабул иткән (см. Гримзель-Томашек, «Учебник физики», Том II, вторая часть 2: Материя и эфир, Лейпциг/Берлин 1938, 8. Издание, стр. 229 и далее). Лоренц, Пуанкаре һәм Эйнштейн эшләгән сағыштырмалыҡ теорияһы тулыһынса кире ҡағыла. Лоренц оҙонлоғо кәмеүе шулай ҙа ҡайһы бер «немец физикаһы» яҡлылар тарафынан Майкельсон тәжрибәләренең кире һөҙөмтәләрен аңлатыу өсөн ҡабул ителә (шунда уҡ, 430 бб)
1936 йылда Ленардтың «Дүрт томлыҡ немец физикаһы» дәреслеге сыға. Ул классик физика өлкәләрен генә тасуирлай һәм квант механикаһына ла, сағыштырмалыҡ теорияһына ла ҡағылмай. Хәҙерге физиканың асыштары Йоганн Штарктың эфир теорияһы һәм атом моделе ярҙамында аңлатыла. «Немец физикаһы» хәрәкәтендә Ленард, Йоганн Штарктан айырмалы рәүештә, интеллектуаль өлөш менән етәкселек итә һәм сәйәси сараларҙа бөтөнләй ҡатнашмай тиерлек.
1940 йылдың ноябрендә «немец физикаһы» вәкилдәре (Рудольф Томашек, Альфонс Бюль, Людвиг Веш һәм Вильгельм Мюллер) һәм хәҙерге физика вәкилдәре (Карл Рамзауэр, Георг Иосо, Ханс Копферман һәм Карл Фридрих фон Вайцзеккер) араһында килешеү төҙөлә («Дин тураһында Мюнхен һөйләшеүе» булараҡ билдәле). Шул уҡ ваҡытта «немец физикаһы» вәкилдәре заманса физиканың кире ҡаҡҡыһыҙ факттарын танырға һәм уларға сәйәси һөжүмдәрҙе туҡтатырға тейеш була. Яҙма килешеү түбәндәге пункттарҙы нығыта:
Был килешеүҙән һуң «немец физикаһы» үҙ йоғонтоһон юғалта. Ламард, фекер алышҡанда үҙенең ҡараштары етерлек кимәлдә күрһәтелмәй, тип иҫәпләй һәм килешеүҙе хыянат булараҡ ҡабул итә.
1944 йылда физика институтының бер өлөшө Мессельхаузенға күсерелә. Ленард институтҡа шул тиклем эҫенә, шуға күрә ул да Мессельхаузенға күсә.
1945 йылда нацистарҙың капитуляцияһынан һуң американдар, Ленардтың оло йәштә булыуы сәбәпле, уны «денацификациялау» процедураһына дусар итмәй.
Ленард 1947 йылда вафат була. Уның мөлкәте Мюнхенда «Немец музейында» һаҡлана.
1927 йылдан 1945 йылға тиклем Гейдельберг ҡалаһында Герман Гельмгольц исемендәге гимназия Филипп Ленард исемен йөрөтә. Урамдарҙың һәм һәйкәлдәрҙең нацист исемдәрен бөтөрөү сиктәрендә 1945 йылдың сентябрендә хәрби хөкүмәт бойороғо менән гимназия кире үҙгәртелә.
2008 йылдың 30 октябрендә Халыҡ-ара астрономия союзы Айҙың икенсе яғындағы кратерға Филипп Ленард исемен бирә
Ламард хөрмәтенә Гатино ҡалаһында (Квебек) урам аталған. 2015 йылда Йәһүд эштәре буйынса үҙәк муниципалитет алдында нацистар яҡлы хөрмәтенә урам атамаһының маҡсатҡа ярашлылығы тураһында мәсьәлә ҡуҙғата. Ҡала советы уны Альберт Эйнштейн урамы тип үҙгәртеү тураһында ҡарар ҡабул итә[13]. Шулай уҡ Алексис Каррель урамының исеме үҙгәртелә.
«Гений» телесериалының беренсе миҙгелендә Ленард ролен Майкл Макэлхаттон уйнай.