Фирғәүен – Боронғо Мысыр монархының титулы. Боронғо Мысыр халҡы фирғәүендең Мысыр хакимлығы аллаһы Хор булыуына ышанған.
«Фирғәүен» термины «бөйөк йорт», «һарай» тигән мәғәнәгә эйә, һәм тәүбашлап Мысыр хакимы йәшәгән һарай шулай тип аталған, тип фаразлайҙар. Мысырҙың тәүге фирғәүене - Түбәнге Мысыр менән Үрге Мысырҙы берләштереүсе, Беренсе династияны нигеҙләүсе Мысыр батшаһы Минес. Һуңғыһы иһә – Клеопатра VII.
Тәхеткә ултырыу тантанһында фирғәүенгә ике таж кейҙерәләр: ҡыҙыл – Түбәнге Мысыр тажы һәм аҡ – Үрге Мысыр тажы. Шулай уҡ фирғәүендәр киң билдәле буйлы баш кейеме – менес йөрөтә, ҡайһы берҙә был баш кейемен ике таж менән кейгәндәр. Ҙур тантаналар ваҡытында улар бынан тыш эйәктәренә яһалма һаҡал беркеткән.