Фламенко

Фламенко
Нигеҙләү датаһы 1774
Рәсем
Ил  Испания[1]
Ҡайҙа өйрәнелә фламенкология[d]
Статус нематериального культурного наследия Представительный список нематериального культурного наследия человечества[d][1] һәм Atlas of the Intangible Heritage of Andalusia[d]
Тасуирлау биттәре ich.unesco.org/en/RL/003…
ich.unesco.org/fr/RL/003…
ich.unesco.org/es/RL/003…
Вики-проект WikiProject Intangible Cultural Heritage[d]
 Фламенко Викимилектә

Фламе́нко (исп. flamenco, исп. cante flamenco) — көньяҡ испан (андалусия) халыҡ музыкаһының дөйөм аңлатмаһы, йыр (cante) һәм бейеү (baile) һүҙҙәренән тора. Фламенконың ике төрө бар: боронғо cante hondo/jondo (hondo һүҙмә-һүҙ тәрән, етди, драматик стиль), шул уҡ — cante grande (ҙур, юғары стиль); һәм замансаһы cante chico (chico һүҙмә-һүҙ бәләкәй, еңелсә, ябай стиль). Фламенконың ике классы эсендә илленән ашыу подкласс (жанрҙар) бар, уларҙы айырыуы ауыр.

Фламенко көйө «JCzarnecki-Flamenco».

Фламенко тарихы Мавритания музыка сәнғәтенә бәйле, шулай уҡ сиған музыкаһы йоғонтоһо ла бар. XV быуатта Испанияға емерелеп барған Византиянан сиғандар килеп, Андалусия провинцияһының көньяҡ ярында урынлаша; йолалары буйынса, урындағы мавритан, йәһүд, испан музыка сәнғәтен отоп алыуҙан фламенко килеп сыға. Оҙаҡ ваҡыт фламенко «бикле сәнғәт» тип һанала, сөнки сиғандар айырым төркөм булып йәшәй; фламенко сикле даирәлә формалаша. XVIII быуат аҙағында сиғандарҙы эҙәрлекләү туҡтатыла, һәм фламенко таверна, кантанте кафеларында тарала. XX быуатта фламенкоға Куба көйҙәре, джаз мотивтары, классик балет өлөштәре ҡушыла. Иң билдәле фламенко бейеүсеһе Хоакин Кортес фламенко бейеүе төшөнсәһен яңыртып, уны ҡаты ҡағиҙәләрҙән бушата. Фламенконың импровизациялы тәбиғәте, ауыр ритм, үҙенсәлекле башҡарыу техникаһы көйҙәрен нотаға яҙҙырыуға ҡамасаулай. Шуға күрә гитарасы, бейеүсе, йырсы белеме оҫтанан уҡыусыға тапшырыла.

Фламенко бейеүе билдәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡатын-ҡыҙ бейеүсе (байлаора) образының төп өлөшө — бейеү күлдәге, bata de cola тип исемләнә — фламенко өсөн ғәҙәти оҙон күлдәк, төрлө төҫтәге борсаҡлы дауарҙан тегелә, ҡатмар менән биҙәлә (сиған ҡатын-ҡыҙҙары күлдәгенән килеп сыҡҡан). Бейеүҙең мотлаҡ өлөшө булып итәк менән уйнау тора. Байлаорҙың кейеме — ҡара салбар, киң билбау һәм яҫы еңле аҡ күлдәк. Ҡайһы саҡта күлдәк ситтәрен бил тирәһендә бәйләйҙәр. Ҡыҫҡа жилет-болеро чалеко (chaleco) тип атала, күлдәк өҫтөнән кейелә. Оҙон сәсәкле испан шәлен бейеүсе кәүҙәһенә урай, йә иңбашынан төшөрөп, матур ҡошто һынландыра.

Испан шәле — мантон

Байлаора ҙур елпеүес тотоп бейей. Ритм үксә (сапатеадо), сиртеү (питос) һәм ҡул сабыу (пальмас) ярҙамында сығарыла. Кастаньета фламенконың мотлаҡ билдәләре араһына инмәй, ҡул суғының һығылмалығын күрһәтеүгә ҡамасаулай. Бөгөнгө көндә фламенко бейеүе хореографтар өсөн ҡыҙыҡлы, сөнки ижад итеү, яңы һыҙаттар индереү мөмкинселектәре бар.

Фламенко сығышы йырлау, гитарасы ҡушылып уйнау менән бер нисә өлөштән тора. Һәр бер өлөштә шиғырҙар теҙмәһе (copla, tercio йәки letras тип атала), улар араһында гитара интерлюдиялары бар (falsetas). Ғәҙәттә гитарасы тәүҙә ҡыҫҡа инеш уйнап, тоналлек, компас, йырҙың темпын ҡуша.

Фламенкола йырлауҙың үҙенсәлектәре бар[2][3]:

  1. Драма, күбеһенсә ҡайғылы.
  2. Көй импровизацияһы, ғәҙәти көйҙәргә нигеҙләнә.
  3. Үтә бай орнаментика (мелизматика).
  4. Микроинтервалдарҙы ҡулланыу.
  5. Портаменто: бер нотанан икенсеһенә күсеү йомшаҡ үтә, ноталар нәҡ булғандарынса уйналмай.
  6. Тар тесситура: ғәҙәттә йырҙар секста диапазоны менән сикләнә (дүрт ярым тон). Көй төрлөлөгө тембр, микроинтервалдар, мелизматик үҙгәртеү һ.б. ысулдар ҡулланыуҙан килә.
  7. Бер нотаны ныҡышмал ҡабатлау.
  8. Вокал партияһының метрын үлсәү юҡлығы (канте хондо, сигирийя жанрҙарында).
  9. Көсөргәнешлелектең вокал фразаһының башынан аҙағына ҡарай түбәнәйеүе.

2010 йылдың 16 ноябрендә ЮНЕСКО фламенкоға Бөтә Донъя күләмендәге мираҫ статусын бирергә ҡара итә[4].

Фламенко фестивалдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фламенко Кадис, Херес, Севилья, Кордова, Гранада, Барселона, Мадрид ҡалаларында билдәле. Һәр береһендә был сәнғәт төрө үҙәнселекле, үҙ йолалары бар.

Иң абруйлы фламенко фестивале Испанияла ике йылға бер тапҡыр Севильяла «Bienal de Flamenco» исеме аҫтында үтә. Фестиваль 1980 йылдан бирле эшләп килә. Бар донъянан фламенконы яратыусылар килә, иң яҡшы артистар сығыш яһай: байлаорҙар, кантаорҙар, гитарасылар. Кордовала йыл да Халыҡ-ара гитара фестивале «GUITARRA» үтә, ошо фестивалдә билдәле гитарасылар Висенте Амиго, Пако Серрано дан ҡаҙаналар. Йыл һайын канте гранде, канте фламенко һәм башҡа фестивалдәр Испания буйлап ойошторола.

Санкт-Петербургта йыл һайын «Төньяҡ фламенко»[5] исемле фестиваль үткәрелә. Унан башҡа йылына ике тапҡыр «Cana Flamenca» фестивале үтә. Калугала 1997 йылдан «Гитара донъяһы»[6] исемле фестиваль йыл да ойошторола, ҡатнашыусылар араһында Рәсәй, Испаниянан килгән фламенко төркөмдәре, билдәле сит ил гитарасылары Al di Meola (2004), Иван Смирнов («фестиваль талсымы»), Висенте Амиго (2006), Пако де Лусия (2007) һәм башҡалар. 2011 йылда Мәскәүҙә «Фламенкерия» Фламенко йорто асыла — Рәсәйҙәге беренсе фламенко мәктәбе, бында испан уҡытыусылары даими эшләй.

2004 йылдан Фламенко фестивале йыл һайын Лондонда үтә. Испаниянан тыш үткән фестивалдәрҙең иң эреһе 20 йыл рәттән Американың Альбукерке ҡалаһында (Нью Мексико штаты) бара. Украинала фламенко фестивале Киевта (2006 йылға тиклем), Одессала (2011 й.), Львовта (2010 йылдан) үткәрелә.

Билдәле фламенко артистары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Кармен Амайя
  • Архентина
  • Niña de los Peines, Lola Flores, Fosforito, Niña de La Puebla,
  • Кармен Линарес
  • Рамон Монтойя-өлкән (Ramón Montoya), Пако де Лусия (Paco de Lucía), Висенте Амиго (Vicente Amigo), Маноло Санлукар (Manolo Sanlúcar), Р. Рикени (R. Riqueni), Пако Серрано (Paco Serrano), Рафаэль Кортес (Rafael Cortés) (гитара)
  • Антонио Гадес, Марио Майя (Mario Maya) (бейеү)
  • Камарон де ла Исла (Camarón de la Isla), Энрике Моренте (йырлау)
  • Бланка дель Рей (Blanca Del Rey)
  • Антонио Каналес (Antonio Canales)
  • Антонио эль Пипа, Хавьер Мартос (бейеү)
  • Gipsy Kings, Мансанита (гитара, йырлау)
  • Santa Esmeralda (диско, гитара)
  • Rocío Márquez
  • Лена Эрнандес
  • Эва Ла Йербабуэна (Eva La Yerbabuena)
  • Сара Барас
  • Кортес, Хоакин
  • Диего Эль Сигала
  • Эстрелья Моренте
  • Марина Эредиа
  • Фламенко бейеүсеһе Хоакин Кортес Европа Берләшмәһендә сиғандарҙың илсеһе.
  • «Дуэнде» — фламенко йәне, испан теленән шулай уҡ «ут», «тылсым» һәм «хис» тип тәржемә ителә.
  • XIX быуаттың икенсе яртыһына тиклем сиған ҡатын-ҡыҙҙары фламенконы ялан аяҡ бейегән.
  • Кларамут, А. П. "Искусство танца фламенко." М.: Искусство (1984): 183.
  • Альфонсо, Пуиг Кларамунт. "Искусство танца фламенко." М.: Искусство (1984).
  • Анди Эль Монте. "Фламенко: тайны забытых легенд". М.: Мусалаев (2003).
  • Пичугин, П. А. "Фламенко." Музыкальная энциклопедия. т. 5, Москва,„Советская энциклопедия” (1981): 843.
  • Шевченко, А. "Гитара фламенко: Мелодии и ритмы." А. Шевченко (1988): 156.
  • Трофимова В. "Фламенко в Испании: культура, образ, стиль". Статья в журнале "Музыка и время". Изд. М.: "Научтехлитиздат", 2013. #8.С.25-30. ISSN: 2072-9960