Форли (итал. Forlì, эмил.-ром. Furlé) — Италияның боронғо Эмилиева юлында, Червиа адриатик портынан 19 км алыҫлыҡта урынлашҡан,Эмилия-Романья төбәгендәге ҡала. Форли-Чезен провинцияһының административ үҙәгенән.
Торлаҡ урынында палеолит ваҡында уҡ кешеләр йәшәгән. Легенда буйынса, Livii Forum («ливия форум»)исемле ҡалаға консул Салинатор Гай Ливий. 188 б. э тиклем йылда нигеҙ һала. Быуындар үтеү менән исеме «Форли» тип ҡыҫҡартыла.
Тарихи беренсе коммуна булдырған һәм 889 йылда үҙидара алған ҡала булып һанала[7]. Гвельф һәм гибеллиндар ҡаршылыҡтарында Гогенштауфендар яғында сығыш яһай, бының турала ҡала гербындағы империк бөркөт хәтерләтә. Форли халҡы Фридрих II Фаэнцаны баҫып алғанда тос ярҙам күрһәтәләр һәм ауыр ваҡытта император власына тоғро полководец Гвидо I да Монтефельтроға һыйыныу урыны бирәләр.
1302 йылда идара дилбегәләрен үҙ ҡулына һуғышсан Орделаффи ғәиләһе алғансы, XIII быуаттың аҙағында Форли бер нисә кондотьер ҡулы аша үтә. Рим папаһы менән уларҙың конфликттары, Сикст IV үҙ туғаны Риарио Джироламоға Форли идаралағын биргәндән һуң ғына туҡтай, ул ҡала халҡының болаһы ваҡытында үлтерелә. Рирариоға урындағы билдәле рәссам Мелоццо эшләй.
Бер нисә тиҫтә дауыллы йылдан һуң, ҡала Висконтилар (1488-99), Чезаре Борджиа (1499) һәм тағы Орделаффи (1503-04) ҡулында булғандан һуң, Форли өс быуат ярымға Папа өлкәһенен составына инә, һәм элекке сәйәси әһәмиәтен юғалта.
Коммунаның ҡурсалаусылары булып Изге Богородица (Fuoco Madonna del), байрамы 4 февралдә, изге Валериан из Форли һәм Форлинан изге Меркуриалий була.
Форлиның үҙәк майҙаны билдәле Рисорджименто эшмәкәре Саффи Аурелио исемен йөрөтә. Майҙан уртаһына уға һәйкәл ҡуйылған, уның артында — урта быуат ломбард стилендәге 75 метрыҡ кампанилаһы менән С - Меркуриал аббатлығы, ҡасандыр кампанила Италияла иң юғары була. Шунда уҡ ҡала ратушаһы урынлашҡан. Урта быуат доминикан сиркәүендә музей булдырылған. Орделаффи ваҡҡыттарын урта быуат ҡәлғәһе — цитадель Равальдино хәтерләтә
Форли дуҫтарса мөнәсәбәттә сираттағы туғандаш ҡалалар менән тора:
Ҡала | Илдә | Дата | Һылтанмалар |
---|---|---|---|
Авейру | Португалия | 1990 | |
Калининград | Россия | ||
Бурже | Франция | ||
Питерборо | Бөйөк британия |