Фрай Отто | |
нем. Frei Otto | |
Төп мәғлүмәт | |
---|---|
Тыуған көнө | |
Вафат көнө | |
Хеҙмәттәре һәм ҡаҙаныштары | |
Белем алған |
Берлин техник университеты[d] |
Работал в городах | |
Мөһим төҙөлөштәре |
Мюнхенда Олимпия стадионының ҡыйығы; |
- | |
![]() | |
![]() | |
---|---|
![]() |
Фотография Фрая Отто |
Фрай Пауль Отто (нем. Frei Paul Otto; 31 май 1925[1][2][3][…], Зигмар[d], Хемниц[d] — 9 март 2015[1][3][4][…] (89 йәш), Леонберг[d], Баден-Вюртемберг[1]) — Германия архитекторы.
Үҙенең ҡоролмаларында ҡулланған тент һәм мембрана конструкцияларын булдырыусы булараҡ бөтә донъяға танылыу ала.
1925 йылдың 31 майында Зигмар ҡалаһында (хәҙерге Германияның Хемниц ҡалаһы районы) скульптор ғаиләһендә тыуған[5].
1931—1943 йылдарҙа Целендорф мәктәбендә (Берлин) ташсыға уҡый[6].
Люфтваффеға хәрби хеҙмәткә саҡырылғанға тиклем, Берлинда архитектураны өйрәнә. Ахырҙа Икенсе донъя һуғышында истребитель-осоусы булараҡ һуғыша.
Француз хәрби әсирҙәр лагерына интернацияланған. Был лагерҙы төҙөгәндә ул үҙен инженер-конструктор сифатында күрһәтә, еңел конструкцияларҙан төҙөлгән бер нисә проект (атап әйткәндә, һыйыныу өсөн палаткалар) тәҡдим итә, улар ғәмәлгә ашырыла.
Азат булғас, Фрай Отто Берлин техник университетына уҡырға инә, уны 1950 йылда архитектор дипломы менән тамамлай. Һуңынан АҠШ-та ҡыҫҡа ваҡыт стажировка үтә, унда Эрих Мендельсон, Людвиг Мисс ван Дер Роэ, Ричард Нойтра һәм Фрэнк Ллойд Райт кеүек архитекторҙар менән осраша.
Целендорфта үҙенең архитектура бюроһын асып. Отто үҙенең архитектура эшмәкәрлеген 1952 йылда Германияла башлай. 1954 йыл ул аҫылмалы (тартылған) конструкцияларҙан төҙөлгән ҡоролмалары өсөн докторлыҡ дәрәжәһен ала.
1964 йылда Отто Штутгарт университетының Еңел конструкциялар институтына нигеҙ һала һәм пенсияға сыҡҡанға тиклем профессор булараҡ уның менән етәкселек иткән. Пенсияға сыҡҡас, архитектор, инженер һәм консультант булараҡ әүҙем эшләй.
2015 йылдың 9 мартында вафат булған.