Розалинд Франклин (ингл. Rosalind Franklin; 25 июль 1920 — 16 апрелендә 1958) — инглиз биофизигы һәм ғалим-рентгенографы, ДНК структураһы менән шөғөлләнә.
Розалинд Франклин башлыса ДНК структураһы рентгенограммаһын алыу буйынса билдәле. Ул эшләгән һүрәттәр бик аныҡ булған һәм Джеймс Уотсон һәм Фрэнсис Криктың ДНК структураһы тураһында яһаған һығымталарына нигеҙ булып торған.
ДНК тикшеренеүҙәренең үҙенә ҡағылған беренсе өлөшө тамамланғандан һуң, Франклин тәмәке вирусы мозаикаһын һәм полиомиелит сирен тәүләп тигеләй тикшерә башлай. 1958 йылда, нуклеин кислотаһын өйрәнгәне өсөн Нобель премияһы тапшырылырына дүрт йыл ҡалғас, түллек яман шешенән вафат була.
Франклин Лондондоң Ноттинг Хилл районында абруйлы һәм бай британия йәһүдтәре ғаиләһендә тыуған[12].
Уның атаһы Эллис Артур Франклин (1894—1964) банкир, әсәһе — Мюриэль Фрэнсис Уэйли (1894—1976); Розалинд ғаиләлә өлкән ҡыҙ һәм биш баланың икенсеһе булып донъяға килә. Уның атаһының ағаһы Герберт Самуэль (һуңыраҡ виконт Самуэль), 1916 йылда эске эштәр министры була.
Розалинд Франклиндың инәй, Һэлэн Кэролин Франклин Бөйөк Британия һәм мандат буйһоноуындағы Фәләстиндең генераль прокуроры Норман де Маттос Бентвичтең ҡатыны була[13]. Ул профсоюз ойошмаһының әүҙем ағзаһы була һәм ҡатын-ҡыҙҙарға һайлау хоҡуғы биреү өсөн көрәшә, һуңынан ул Лондон графлығы советы ағзаһы була[14].
Франклин Изге Павел ҡыҙҙар мәктәбендә һәм өсөн изге һәм ҡыҙҙар өсөн St Paul’s Girl’s School шәхси мәктәптә уҡый[15][16], унда ул тәбиғи фәндәрҙә, латынь[17] һәм спортта[18].уңышҡа өлгәшә.
Уның ғаиләһе эшселәр өсөн колледж менән тығыҙ бәйләнештә була, сөнки Розалиндтың атаһы Эллис Франклин, уҡыу электричество, магнетизм һәм Беренсе донъя һуғышы тарихын уҡытҡан, ә һуңыраҡ директор урынбаҫары була[19][20]. Һуңыраҡ Франклин ғаиләһе нацистарҙан ҡасып килгән йәһүд ғаиләләрен урынлаштырырға ярҙам итә[15].
1938 йылдың көҙөндә Франклин Кембридж университетыының Ньюнхэм колледжына юллана. 1941 йылда сығарылыш имтихандарын тапшыра, әммә уға тик номиналь дәрәжә генә бирелә, сөнки ул ваҡытта ҡатын Кембриджды тамамлаусы ҡатын-ҡыҙҙар ғилми дәрәжә (Кембридж университетын тамамлаусының бакалавр дәрәжәһе) алыу хоҡуғына эйә булмай[21]. Һуғыштан һуң Франклин Парижға күсенә, унда рентгенструктура анализын ҡулланыу өлкәһендә тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә, ә 1950 йылда Англияға, Лондон университетында ДНК структураһын тикшереү маҡсаты менән ҡайта.
1941 һәм 1942 йылдарҙа франклин Рональд Норришҡа эшләй. Икенсе бөтә донъя һуғышына үҙ өлөшөн индереү теләге менән 1942 йылдың авгусынан ул Темзалағы Кингстонда күмерҙе ҡулланыу буйынса Британия ғилми-тикшеренеү институтында эшләй һәм күмерҙең күҙәнәкле структураһын өйрәнә. Уның хеҙмәте юғары ныҡ углерод сүс барлыҡҡа килтереү идеяһын тыуҙыра һәм уның: «Күмер һәм уға бәйле материалдар миҫалында ҡаты органик коллоидтарҙың физик химияһы»[22][23]тип аталған докторлыҡ диссертацияһы нигеҙенә һалына.
1951 йылдың ғинуарында Франклин Лондон Король колледжының Джон Рендалл етәкләгән Медицина тикшеренеү советы биофизика бүлегендә ғилми хеҙмәткәр булып эшләй башлай[24]. Хәйер, башта ул иретмәлә аҡһым һәм майҙарҙың рентген анализы өҫтөндә эшләргә тейеш булһа ла, Король колледжына килеренә тиклем үк, дифракцион анализ өлкәһендә берҙән-бер тикшеренеүсе булғанлыҡтан, Рендалл уның иғтибарын сүс ДНК-һы тикшеренеүҙәренә йүнәлтә[25][26]. Король колледжында эш башлағанына тиклем үк уйлап, унда сүс ДНК-һын тикшеренеүҙәре буйынса Уилкинсон Морис һәм Франклинға ярҙам итеүсе итеп тәғәйенләнгән аспирант Реймонд та булғас —[27][28]шундай күсереү ойоштора етәксе.
Хатта камиллашмаған примитивный ҡорамалдар ҡулланып, был ғалимдарға молекулаға юғары ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырлыҡ ДНК-ның күренекле дифракцияһын алыу мөмкин була. 1950 йылдың майынан Уилкинс һәм Гослинг бүлектә ДНК-ның рентгенографик дифракция анализын үткәреү менән шөғөлләнә, әммә Рендал уларға Франклиндан ДНК фракцияһы буйынса эшләүен, шулай уҡ Гослинг диссертацияһы буйынса ғилми етәксе булыуын үтенгәне тураһында хәбәр итмәй[29]. Рендалдың эштән-эшкә күсергәндә маҡсаттарҙы аңлатып бирмәүе әйтеп бөтөрмәүе арҡаһында Уилкинс менән Франклин араһында яҡшы документлаштырылған аңлашылмаусанлыҡҡа трение килтерә[30].
Франклин, үҙенең студенты Гослинг менән эшләгәндә, ДНК рентген дифракцияһы ысулдары[31] буйынса үҙенең асышын ҡуллана башлай. Ул Уилкинс заказ иткән яңы киҫкен фокуслаштырылған рентген торбаһын һәм үҙе камиллаштырған микрофильмирование өсөн аппараты көйләй һәм төгәл фокуслаштыра. Үҙенең физик химия өлкәһендәге белеменә таянып, Франклин шулай уҡ үҙенең өлгөләренең гидратация дәрәжәләре менән, ул тиклем киҫкенләштермәй генә, оҫта идара итә[32].
Уилкинс ошо камиллаштырылған техника тураһында ҡыҙыҡһынып һорағас, Франклин мыҫҡыллаған кеүек, тәкәббер өҫтөнлөгөн күрһәтеп яуап биргән[33]. Франклиндың кешеләргә күҙ талдырырлыҡ ҡарап тороу ғәҙәтен, аҙ һүҙле, түҙемһеҙ һәм бәхәстәрҙә килешмәүсән булыуы күп коллегаларында ризаһыҙлыҡ тыуҙырған[34]. Уилкинс, уның менән сағыштырғанда, оялсан, һәр һүҙен уйлап һөйләүсән һәм бер ҡасан да үҙенең әңгәмәләшсеһенең күҙенә тура ҡарамаусан булған про[35][36].
Көсөргәнешле атмосфера булыуға ҡарамаҫтан, Франклин һәм Гослинг[37] ДНКның ике формаһы барлығын асҡан: дымлылыҡ юғары булғанда (дымлы торошта) ДНК сүстәре оҙон һәм нәҙек булып; киптергәндән һуң, сүстәр ҡыҫҡа һәм йыуан булып киткән. Шуға ярашлы, был формаларға «В» һәм «A» тип исем биргәндәр. Уилкинс һәм Франклин араһындағы шундай көсөргәнешле шәхси конфликттар сәбәпле, Рендал ДНК тикшеренеүҙәре буйынса эште бүлә.
Франклин күп мәғлүмәт тупланған «A» формаһын, ә Уилкинсон «B» формаһын һайлай[37][38], сөнки уның алдан әҙерләнгән фотоһүрәтәрендә ДНК формаһы буйынса спираль булырға мөмкин тигән ишара бар Ул яҡынса мәғлүмәттәрҙе баһалау буйынса тәрән зирәклек күрһәтә.
Франклин ул ваҡытта рентген дифракцияһы ысулы менән төшөргән снимоктарҙы Дж. Д. Бернал «был осорға тиклем алынған матдәләр араһында осраусы иң матур һүрәт» тип атай[35].
1951 йылдың аҙағына дөйөм ҡабул ителгән положение нигеҙендә ДНК молекулаһының «В» формаһы спираль һымаҡ тиелгән, ләкин 1952 йылдың майында алынған асимметрик һынланышта күренгәнсә, Франклин ДНК молекулаһының «А» формаһы спираль һымаҡ структуралы тигәнгә ышанысын юғалта[39]. (ДНК структураһы спираль һымаҡ, тип йыш әйткән) Уилкинсты шаяртыу маҡсатында, Франклин һәм Гослинг кристаллашҡан ДНК спираленең («А» формаһының) «үлеме» тураһында ҡыҫҡа некролог яҙалар[40]
1952 йыл дауамында Розалинд Франклин һәм Реймонд Гослинг ДНК рентген снимоктарына ҡарата Паттерсон функцияларын ҡулланып эшләй[41]. Был бик ауыр һәм ваҡытты күп алған ысул булһа ла, һуңғараҡ молекула структураһын аңларға ярҙам итә[42][43]. 1953 йылдың ғинуарына[44] Франклин ҡапма-ҡаршылыҡлы мәғлүмәтте үҙ-ара бәйләй ала, һәм ул икеһендә ДНК-ның икеләтә спираль һымаҡ үҙәк сылбырын тасуирлаған өс ҡаралама ҡулъяҙма яҙыуҙарҙы эшкәртергә тотона.
1953 йылдың 6 мартында Фрэнсис Крик һәм Джеймс Уотсон үҙ моделен алырҙан бер көн алдараҡ, Копенгагендың Acta Crystallographica журналы «А» формаһы тураһындағы ике ҡулъяҙманы ала[45]. Моғайын, Кембридж университеты ғалимдары командаһы үҙ моделен төҙөп маташҡанда, Франклин уларҙы почта аша һала, һәм, тап кембридж ғалимдарының хеҙмәте тураһында ишетелмәҫтән алда, Франклиндың эше яҙылған була[46]. 1953 йылдың 8 июлендә ул үҙенең Acta Crystallographica журналында баҫылған мәҡәләләренең береһен, «һуңғы тикшеренеүҙәр яҡтыһында» Кембридж һәм Король колледжы төркөмдәренең тикшеренеү эштәре һөҙөмтәһенә таянғанын «раҫлар» өсөн, үҙгәртә.
1953 йылдың 17 ғинуары тип билдәләнгән ДНК молекулаһының «В» формаһы тураһындағы өсөнсө мәҡәләһен йылдар үтеүгә Франклиндың ҡағыҙҙары араһында коллегаһы Аарон Клуг таба. Һуңынан ул табылған ҡулъяҙма менән 1953 йылдың 25 апрелендә Nature ягода журналында баҫылған ДНК тураһында өсөнсө мәҡәлә араһында үҙ-ара тығыҙ бәйләнешен баһалап яҙҙы[47]. Клуг, ДНК структураһын тикшереүгә Франклин ҙур өлөш индергәнен дәлилләү маҡсатында, мәҡәләгә өҫтәмә итеп яҙған[48]. Был тәүге мәҡәләһе Уотсондың 1968 йылда баҫылған «Двойная спираль» мемуарында Франклиндың эше өҫтән-мөҫтән тасуирланыуына риза булмауы арҡаһында яҙылған.
1953 йылдың 30 ғинуарында, "Двойная спираль"дә яҙылғанса, Уотсон Король колледжына Лайнус Полинг мәҡәләһенең ДНК структураһы тураһында ялған фаразының препринтын килтерә. Уилкинс булмағанлыҡтан, Уотсон, Полинг хатаһын белмәҫ элек, бөтәһе лә берҙәм эшләргә тейеш, тигән тәҡдим менән Франклин лабораторияһына йүнәлә. Уотсон уға Розалинд үҙе алған мәғлүмәткә интерпретация бирә алмай тигән фаразлау яңылыҡтарынан тәьҫирләнмәгән Франклин асыулана. Уотсон, ашығыс сигенеп, был ығы-зығы үҙен йәлеп иткән Уилкинсҡа кире килә. Уилкинс дуҫының ашығыслығына үкенес белдерә һәм үҙенең асышы менән ДНК тикшеренеүҙәре тарихын үҙгәртә. Уилкинс Уотсонға Гослингтан алған Франклин төшөргән күренекле 51 һанлы фотографияны — ДНК рентгенограммаһының B-формаһын күрһәтә. Уотсон, үҙ сиратында, Уилкинсҡа Полинг һәм Кориның баҫылырға тейешле ҡулъяҙмаһын бирә[49]. Фото 51-се фото кембриджлылар Уотсон һәм Крикка ДНК структураһы мәсьәләһен рәткә һалып ебәреү мөмкинлеген бирә, ә ул саҡта Полинг һәм Кори хеҙмәтендә молекуланы тасуирлау уның беренсе, ялған моделенә иҫ китерлек оҡшаған.
1953 йылдың февралендә Кембридж университеты Кавендиш лабораторияһында, Король колледжының ике төркөмөнөң дә мәғлүмәтен ҡулланып, Френсис Крик һәм Джеймс Д. Уотсон ДНК моделенең «В» формаһын төҙөүгә тотоналар. Мәғлүмәттәренең иң ҙур өлөшө Уилкинс һәм Франклин Король колледжында үткәргән тикшеренеүҙәренән туранан-тура алынған. Франклиндың бик мөһим мәғлүмәтле тикшеренеүе 1953 йылдың февралендә, Биркбекка күсенеүе алдынан, тамамлана[50].
Альфа-спираль структураһын асыҡлағанда, 1951 йылда, Лайнус Полинг модель төҙөү ысулын уңышлы ҡуллана[38][51], ләкин Франклин, модель төҙөргә ярҙам булырлыҡ етерлек мәғлүмәттәр алынғанға тиклем, теоретик моделдәрҙе алдан төҙөүгә ҡаршы була. Структура тураһында тулыраҡ билдәле булғандан һуң ғына, моделдәр булдырылырға тейеш тигән фекер әйтә[39][52]. Ул ялған юлдан китеүҙән һаҡлана.
Биркбек университетындағы эш өҫтәле фотографиялары[53], уның да молекулаларҙың кескәй моделдәрен ҡулланғанын күрһәтә, ләкин улар Кембриджда ДНК структураһын тикшергәндә киң ҡулланылғандарға оҡшамаған.
1953 йылдың февраль уртаһында Криктың ғилми етәксеһе Макс Перутц уға Франклиндың бик күп кристаллографик расчёты ингән 1952 йылдың декабрендә Король колледжына барған Медицина тикшеренеү советының биофизика буйынса комитеты өсөн яҙылған отчёт күсермәһен бирә[54]. Франклин Бирбекка күсергә ҡарар иткәнлектән, ә Рендал ДНК буйынса хеҙмәт Король колледжында ҡалырға тейешлеген ныҡышҡанлыҡтан, Гослинг Франклиндың дифракцион снимоктары күсермәһен Уилкинсҡа бирә.
1953 йылдың 28 февраленә Уотсон һәм Крик урындағы пабта «ғүмер серҙәрен астыҡ» тип иғлан итәләр[55]. Әммә әйткәндәре ышандырырлыҡ булһын өсөн, улар үҙҙәренең моделен тамамларға тейеш була[56]. 1953 йылдың 7 мартында, Уилкинстың Франклиндың китеүе һәм тиҙҙән эшкә тотоноу мөмкин буласағы тураһында яҙған хатын алғансыға тиклем, Уотсон һәм Крик үҙҙәренең моделдәрен тамамлай[57]. Франклиндың ике мәҡәләһе Acta Crystallographica журналы редакцияһына килтерелгәндән һуң бер көн үтеүгә, был хәл була.
Мэддокс мәғлүмәте буйынса, бер аҙнанан Уилкинс моделгә ҡарарға килә һәм ҡайтҡас, 12 мартта, йәнәһе, был турала Гослингҡа хәбәр итә[58]. Гослингҡа был яңылыҡты Франклинға (Биркбекка) күпме ваҡыт кәрәк булғандыр, билдәһеҙ, әммә уның 17 мартта «В» формаһы тураһындағы ҡулъяҙмаһында кембридж моделе барлығын белеүе тураһында ишара ла юҡ. Ысынлап та, Франклин, 1953 йылдың 25 апрелендә Nature журналында ДНК тураһында өс мәҡәләнең береһе сифатында баҫтырыу алдынан, был ҡулъяҙмаға үлсәү дәүмәлдәрен индергән.
18 мартта[59], Крик һәм Уотсондан ҡаралама ҡулъяҙмаһын алыуға яуап итеп, Уилкинс түбәндәгене яҙған: «Һеҙ — ҡуш ҡарт жулик, тип уйлайым, әммә нимәгәлер өлгәшеүегеҙ бар»[60].
Крик һәм Уотсон артабан 1953 йылдың 52 апрелендә үҙҙәренең моделен Nature-ла сыҡҡан ДНК икеләтә спирале формаһын тасуирлаған мәҡәләлә, һуңғы фразала «беҙ шулай уҡ доктор М. Х. Ф. Уилкинс, доктор Р. Е. Франклин һәм уларҙың хеҙмәткәрҙәренең баҫылып сыҡмаған эксперименталь һөҙөмтәләре һәм идеяларының дөйөм нигеҙен белеү менән илһамландыҡ» тип иҫкә ала[61]. Ысынында иһә, был минимум булһа ла, уларға үҙҙәренең моделен төҙөү өсөн, Франклин һәм Гослингтың тикшеренеүҙәренән алынған махсус белемдең минимумы ла еткән.
Ике лаборатория мөдирҙәре араһындағы килешеү һөҙөмтәһендә, рентген дифракцияһы мәғлүмәттәрен индергән Уилкинс һәм Франклин мәҡәләләре үҙгәртелә һәм артабан икенсе һәм өсөнсө булып Nature-ның шул уҡ һанында, ДНК молекулаһының «В» формаһы моделе, күрәһең, фәҡәт Крик һәм Уотсондың теоретик хеҙмәтенә таяныс булараҡ тәҡдим ителә[62][63].
1953 йылдың мартында Франклин Король колледжынан Биркбекка күсә, һәм унда оҙаҡҡа ҡалырға йыйына[41]. Бер нисә аҙна үткәндән һуң, 10 апрелдә, Франклин Крикка, уға моделдәрен күрһәтеү үтенесе менән мөрәжәғәт итә[64]. Франклинды модель тәьҫирләндермәй, ул теоретик моделдәрҙе алдан төҙөүгә элеккесә скептик ҡарашта була. Уның комментарийы былай булған тип хәбәр ителә: «Ғәфү итегеҙ, ләкин улар быны нисек дәлилләргә йыйыналар?» Ахыры, Франклин эксперименталь ғалим сифатында, был модель тураһында мәҡәлә баҫылғанға тиклем көслө дәлилләү нигеҙе менән тәьмин итеүҙе хуп күргән. Уотсон-Криктың бындай моделенә уның яуабы булып, тикшеренеүҙәрендә фәнгә бик һаҡ ҡарау торған[65].
Әммә ул, ДНК тураһындағы мәҡәләләрен заметки, тулыһынса дәлилләнеп бөтмәһәләр ҙә, Acta-ла ике уйламай баҫтыра. Ғилми берләшмәнең күпселеге, икеләтә спираль тураһында фараз ҡабул ителгәнгә тиклем, күп йылдар дауамында алдан икеләнә. Башта моделде, унда генетик нәҫелселек идеяһы күрәләтә һалынғанлыҡтан, генетиктар ҡабул итә. Ике спираль күренешендәге ДНК моделе 1960 йылдарҙа ғына киң танылыу ала, әммә уны асыҡтан-асыҡ фәҡәт 1961 йылда, Нобель премияһына номинация осоронда, ғына таныйҙар.
Уилкинс һәм уның коллегаларына, тәҡдим ителгән ДНК структураһын раҫларлыҡ етерлек мәғлүмәт йыйыр өсөн яҡынса 7 йыл кәрәк була. Крик-Мононың 1961 йылғы хатында, ДНК дифракцияһы буйынса Уилкинс башлаған хеҙмәт менән бергә, был эксперименталь иҫбатлауҙар, Крик иҫәпләүенсә, ДНК структураһын асҡан өсөн Нобель премияһы алыусылар исемлегенә Уилкинс та индерелергә тейеш була.
Биркбек колледжында Франклин өлкән ғилми хеҙмәткәр сифатында тәмәке мозаикаһы вирусының рентгеноструктур анализын яһай[66]. На работу её нанял заведующий кафедрой физики Дж. Д. Бёрнал[67].
1955 йылдың аҙағына Розалинд төркөмө Брюсселдәге Бөтә донъя күргәҙмәһенә тәмәке мозаикаһы вирусының моделен әҙерләй. Биркбек университеты төркөмө картуф, шалҡан, помидор һәм борсаҡта осрай торған вирустың РНК-һы өҫтөндә эшләй[68].
Уотсон Франклиндың 1951 йылдағы лекцияһын яҙып өлгөрмәгән була. Крик һәм Уотсон модель төҙөүгә 1953 йылдың февралендә тотона, Франклин 1951 йылда билдәләгән параметрҙар менән, 1952 йылда Розалинд менән Гослинг бергә эшләй. Розалинд Франклин, ДНК моделен төҙөгәндә, ул алған һөҙөмтәләр ҡулланылғанын үҙе бер ваҡытта ла белмәгәндер[69]Морис Уилкинс был турала белгән.
Франклин алған эксперименталь мәғлүмәттәрҙе Крик һәм Уотсон 1953 йылда ДНК моделен төҙөгәндә ҡулланғандарна шик юҡ[70].
Меддокс Франклиндың биграфияһында ғалимәнең хеҙмәтен кәрәгенсә юғары баһаламаған можно назвать то, что в ней очень явно показана недооценка работы Франклин.[71].
25 йыл үткәндән һуң Уотсон үҙенең «Двойная спираль» китабында Франклиндың ДНК тикшереүҙәренә индергән өлөшөн таный[72].
Уотсон һәм Крик ысынында моделдәрен төҙөүгә Уилкинс менән Франклин төркөмдәренең баҫылып сыҡмаған эксперименталь һөҙөмтәләрендәге дөйөм факттар этәргес биреүен таный[61]. Статьи Уилкинса и Франклин в том же номере Nature стали первой публикацией более четких рентгенографических изображений ДНК[73].
1956 йылдың йәйендә, АҠШ-ҡа командировкаға барғанда, Франклин тәүге тапҡыр һаулығының насарайыуын тоя — эсендә шеш булғанлыҡтан, ул юбкаһын ҡаптыра алмай[74]. Сентябрҙә операция яһайҙар, ике яман шеш булғаны беленә[75]. Бер нисә операциянан һуң, Франклин ғаиләһе, дуҫтары менән аралаша, һауыҡҡан һымаҡ булала[76]. Гел илап, кәйефһеҙләнеп торған әсәһенең күҙ йәштәре уны тынғыһыҙлағанлыҡтан, ул ата-әсәһендә туҡталмай.
Яман шешкә ҡаршы терапия алғанда ла, Франклин һаман эшләүен дауам итә, һәм төркөмө һөҙөмтәле эшләй — 7 работ в 1956 йылда 7 хеҙмәт һәм 1957 йылда 6 хеҙмәт[77]. 1957 йылда төркөм полиомиелит вирусын тикшерә һәм АҠШ Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан аҡсалата ярҙам ала[78]. 1957 йыл аҙағында Франклин тағы сирләй һәм Royal Marsden госпиталенә ята. 1958 йылда, биофизика өлкәһендә ғилми хеҙмәткәр вазифаһында яратҡан эшенә ҡабат тотона[79]. 30 мартта ул яңынан сирләй, ә 16 апрелдә Лондон Челси районында[80][81] бронхопневмониянан, икенсел канцероматоздан, түллек карциномаһынан вафат була. Ҡай саҡта рентген нурланыуын уның сирен барлыҡҡа килтереү факторы тип иҫәпләйҙәр[82]. Уның башҡа ғаилә ағзалары ла яман шештән һәләк була. Билдәле булыуынса, «ҡатын-ҡыҙ» яман шеше менән сирләү йәһүд-ашкеназиҙарҙа (сығышы менән Германиянан) йыш күҙәтелә[83].
Франклин тирәһендә барлыҡҡа килгән ҡапма-ҡаршылыҡтар ул яҡты донъянан киткәс, асыҡлана[12].
1975 йылда яҡын әхирәте Анна Сейр Розалинд Франклин Король колледжында енес билдәһе буйынса дискриминацияға дусар ителгән. Дәлил: сотрудники-мужчины Король колледжында эшләүсе ир хеҙмәткәрҙәр уңайлы ашханаларҙа, ә бөтә ранг ҡатын-ҡыҙ персонал университеттың студент ашханаһында туҡланған[84][85].
Икенсе ғәйепләү — һан яғынан дискриминация — в группе Джона Рендалл төркөмөндә фәҡәт бер ҡатн-ҡыҙ булған[86]. Һәм, киреһенсә, ул заман стандарттары буйынса тикшеренеү төркөмөн яҡлаусылар ҡатын-ҡыҙ һаны байтаҡ булған тип иҫәпләй: 31 хәҙмәткәр араһынан һигеҙ[87], 1:3 нисбәтенә яҡын[88], һәм уларҙың барыһы да ғилми хеҙмәткәр булмаған[89].
2002 йылда Бренда Мэдокстың «Розалинд Франклин: забытая леди ДНК» китабы сыҡты, Розалинда Франклин хеҙмәтенең элек билдәле булмаған урындары һәм уның ДНК структураһын асыуға ҡағылышы яҡтыртыла.
Фраклиндың баҫылмаған хеҙмәттәре ҡараламалары уның ысынлап та ДНК спираленең B-формаһын табыуын раҫлай. Однако в серии из трёх статей о ДНК в е «Nature» журналында баҫылған өс мәҡәлә серияһында уның мәҡәләһен һуңғы итеп баҫтырғандар, алдараҡ донъя күргән Уотсон һәм Крик мәҡәләләрендә уларҙың фаразын Франклин өлөшләтә генә хуплағанын раҫлауҙар килтерелә.[90] Фаразды формалаштырыуҙа Франклиндың төп роль уйнау мөмкинлеге тураһында «Двойная спираль» автобиографик повесы баҫылғанға тиклем билдәле булмай[91] фәҡәт 1968 йылда һәм һуңыраҡ бер нисә кеше ДНК асыу тарихын һәм уға Франклин индергән өлөштө өйрәнеүгә илһамланып тотона.
Роберт Олбиның «Дорога к двойной спирали» тип аталған тикшеренеүе был исемлектә беренсе булды, һәм ул эйәреүселәрен тәүсығанаҡтарҙан алынған мәғлүмәт менән тәьмин итте.
Нобель премияһы ҡағиҙәләре үлгәндән һуң премия тапшырыуҙы тыя[45], ә Розалинд Франклин 1958 йылда вафат була, шуның өсөн уны Нобель премияһына тәҡдим итеп булмаған. Шуның өсөн 1962 йылда Крик, Уотсон һәм Уилкинсҡа Нобель премияһы тапшырыла[92]. Премия ДНК структураһын асҡан өсөн генә түгел, ә уларҙың нуклеин кислоталары өлкәһендә тикшеренеү мираҫы өсөн тапшырыла[93].
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;
big
төшөрмәләре өсөн текст юҡ<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;
first
төшөрмәләре өсөн текст юҡ