Франческо Борромини

Франческо Борромини
итал. Francesco Borromini
Фотография
Тыуған:

25 сентябрь 1599({{padleft:1599|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[1][2][3][…]

Тыуған урыны:

Биссоне[d], Локарно[d], Швейцарский союз[d][4]

Үлгән:

3 август 1667({{padleft:1667|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})[5][6][7] (67 йәш)

Үлгән урыны:

Рим, Папская область[d][8]

Ил:

 Швейцария

 Работы

Франческо Борромини, Франческо Кастелли (итал. Francesco Borromini; Francesco Castelli,(25 сентябрь, 1599 йыл — 2 август, 1667 йыл) — Италия архитекторы. Өлгөрөп еткән Рим бароккоһының иң радикаль вәкиле.

Франческо Кастелли ул ваҡытта Швейцария конфедерацияһы биләмәһе булған Тичинола, Лугано күле янындағы Биссоне ҡалаһында тыуған. Борромини нәҫелдән килгән ташсылар һәм төҙөүселәр ғаиләһенән сыҡҡан, Тессин кантоны бындай оҫталары менән дан тотҡан. Дүрт баланың ул иң өлкәне була. Атаһы Джованни Доменико тураһында мәғлүмәттәр бик аҙ, әммә билдәле булыуынса, ул Миланда герцог Висконти ғаиләһендә ябай архитектор, йәки оҫта төҙөүсе булып хеҙмәт иткән; әсәһе Анастасия Гарове төҙөлөш менән шөғөлләнгән бай ғаиләлә тыуған[9] һәм ул ваҡытта Көнбайыш Европаның иң абруйлы архитекторҙарының береһе тип һаналған Доменико Фонтаненың алыҫ туғаны булған[10].

Тиҙҙән төҙөүсе һөнәренә өйрәнеү һәм һөнәрен артабан камиллаштырыу өсөн Миланға юллана[11]. 1619 йылдан Римда Изге Петр базиликаһын, һуңынан Палаццо Барберини төҙөлөшөндә үҙенең алыҫ туғаны Карло Мадерндың ярҙамсыһы булып эшләй. 1629 йылда Мадерна вафат булғас, ул Пьетро-да-Кортона менән Джованни Лоренцо Бернини етәкселегендә һарай төҙөлөшөндә эшләүен дауам итә.

Ф. Борромини ҡәбере. Сан-Джованни-деи-Фиорентини сиркәүе. Рим
Борромини 100 Швейцария франкы торған банкнотала

1628 йылдан ул «Борромини» тип ҡул ҡуя башлай, ә башҡа Рим төҙөүселәрен ул ваҡыт Кастелли тип атағандар. Псевдоним әсәһенең ғаиләһенә бәйле[11]йәки, итальян биографтары фаразлауынса, Миландағы Изге Карло Борромеонан килеп сыҡҡан[12][13] Мадерн үлгәндән һуң Борромини Палаццо Барберини төҙөлөшөн тамамлаған Л. Бернини төркөмөнә инә. Һуңыраҡ Франческо Борромини Римда папа иғтибарын йәлеп итеү һәм табышлы заказдар алыу өсөн Джан Лоренцо Бернини менән ярышып эшләй.

Әммә Борроминиҙың карьераһы уңышлы булмай. Ул оҙаҡ уйлап, аҡрын эшләй. Йыш ҡына клиенттар түҙемлеген юғалта һәм заказын унан алып, Л. Берниниҙы яллай. Сан-Джованни-дей-Фиорентини сиркәүендә Фальконьери капеллаһын тамамлағандан һуң, 1667 йылдың 22 июлендә Борроминиҙың хәле ауырайып, түшәккә ята, бынан һуң ул башҡаса өйөнән сыҡмай[14]. Ҡулъяҙмалар һәм һүрәттәрен яндыра, һуңынан үҙен-үҙе шпага менән йәрәхәтләй, әммә оҙаҡ ваҡыт үлә алмай, ҡанға батып, яфаланып ята.Үл «иртәнге сәғәт унда» йән бирә. Шуғаса Борромини был аҡылһыҙ аҙым сәбәптәрен аңлатып өлгөрә, васыятнамә әйтеп яҙҙырта һәм үҙен Сан-Джованни- деи- Фиорентини сиркәүендә үҙенең уҡытыусыһы Карло Мадерна ҡәбере янында ерләүҙе үтенә[15][16].Уның был теләге үтәлә, әммә, плитала яҙыу булмай, сөнки, ҡанун буйынса,үҙ-үҙенә ҡул һалыусының ҡәберендә исеме яҙылмай һәм уны ғибәҙәтханала ла ерләргә ярамай, шулай ҙа Борромини өсөн был ҡағиҙәне боҙалар.

Күптән түгел Карло Мадерна ерләнгән мәрмәр плитаға архитектор исеме өҫтәлә, ә сиркәү колоннаһына Швейцарияның Римдағы илселеге заказы буйынса иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған. Латин яҙмаһында былай тип яҙылған: «Франческо Борромини Тичино, Христос рыцары, мәңгелек абруй ҡаҙанған архитектор, үҙенең сәнғәте ҡеүәтендә илаһи, ул үҙен Римдың мөғжизәле биналарын биҙәүгә бағышлаған, улар араһында— Ораторио дей Филиппини, Сант-Иво, Сант’Агнезеның Агоне ҡалаһындағы сиркәүе, Латеран базиликаһы реконструкцияһы, Сан-Андреа-дель-Фратте, Квириналда Сан-Карло, Конгрегацияның Иманды таратыу өсөн бинаһы, шулай уҡ был ғибәҙәтханала (Сан-Джованни дей Фиорентини) был ҡәбер ташы янындағы Бейек Алтарҙы биҙәй. Карло Мадерно кәүҙәһе янында, ҡаланан алыҫ түгел һәм уның туғаны (Карло Мадерно) янында табыла, ул Хоҙай янында тыныс ята».

Франческо Борромини Ломбардия оҫталарының «түбәнге ҡатламынан» сыға, һәм, Джан Лоренцо Бернини етәкләгән Рим бароккоһы мәктәбенән айырмалы, Италия төньяғындағы төҙөүсе-ташсыларҙың оҫталыҡ традицияларын дауам итә. Оҫта ташсы һәм практик эш ойоштороусы була, быларға ул Миланда эшләгән ваҡытында һәм Карло Мадерна менән бергә Римдә эшләгән сағында өйрәнә. «Һөнәрселектең техник серҙәре тураһында тәрән белем», — тип яҙа А. К. Якимович архитектор тураһында, — төрлө өлкәләр менән мауыҡҡан яңырыу даһиҙары дәүерендә һирәк осрай торған камил һәм абсолют архитектура профессионализмы... Борроминиҙа тәбиғи рәүештә күп традицион рамкаларҙан, ҡанундарҙан һәм архитектурала тыйыуҙарҙан эске азатлыҡ менән берләштерелә». Борромини үҙ эшен урта быуат һөнәрселәре нисек белһә, шул кимәлдә белә.

Артабан Якимович М. Двожактың фекеренә таянып, былай тип яҙа: «Борроминиҙың архитектураны тергеҙеү, уны хәрәкәтләндереү, тулҡынландырыу, өҫкә табан үҫеү буйынса ғәҙәттән тыш таланты ғөмүмән, төҙөлөш кәсептәренең быуаттар буйы барған традицияларын яҡшылап үҙләштермәйенсә файҙаһыҙ булып ҡалыр ине, ғөмүмән, төҙөлөш кәсептәре үҫешә алмаҫ ине». Уның рационализаторлығы, аныҡ иҫәпләүе, инженерлыҡ һәләте Бернини фантазияларына, «уның скульптураларының театраль күренеше, тектоника яғынан наҙан архитектураһына» ҡаршы тора[17].

Архитектор аңлы рәүештә үҙенең биналары тирәләй көсөргәнешле арауыҡты, мәҫәлән, Сан-Карло аллеһы Куатро Фонтан сиркәүе фасадының билдәле «ҡатып ҡалған тулҡынында», булдыра. Эллипсты ул һәр ваҡыт түңәрәктән өҫтөнөрәк күрә. Тура һыҙыҡ һәм яҫылыҡтан— бөгөлгән линияны. Шулай итеп, Сан-Карло сиркәүенең үҙ «сере» бар: овал көмбәҙ арауығы, ул яҡты нурҙарҙа балҡып торған Изге Рух күгәрсене менән, классик архитектураның бөтә ҡағиҙәләре буйынса төҙөлгән интерьер менән көтмәгәндә контраст бирә.

Борромини математиканы өйрәнә һәм үҙ аллы күп фәндәрҙе үҙләштерә. Бик яҡшы китапхана йыя. Рим барокко стиленең формалашыу тенденцияларынан һуң ул һәр ваҡыт ғәҙәти булмаған, экстравагант сиселештәр тәҡдим итә һәм бындай ҡарарҙар артында математика һәм геометрия ята тип әйтеп булмай. Үҙенең ҡатмарлы композицияларын классик пропорциональ модулдәр нигеҙендә бер-ике квадратта түгел, ә иррациональ мөнәсәбәттәр һәм ғәҙәти булмаған геометрик формалар ҡуллана, уларға символик мәғәнә бирә.

Шулай итеп, Сант'Иво алла Сапиенца сиркәүенең композицияһы (1642—1660) ҡапма-ҡаршы сиратлашыуға нигеҙләнгән. Сатырҙың пандусы буйлап таштан уйып эшләнгән факелдар — ялҡынлы Рух символы[18]. Лантернала папа тиараһын кәүҙәләндергән металл фигуралы «таж». Алтын шар һәм тәре менән менән тамамланған был асыҡ ҡоролма, Римдың күп ярымшар һәм параболик көмбәҙҙәренән ҡырҡа айырмалы рәүештә, күктә йөҙгән кеүек тойола.

Палаццо Барберини фасады проектын өс билдәле архитектор эшләгән: Мадерна, Бернини һәм Борромини, моғайын, өсөнсө ҡаттың ғәҙәти булмаған «перспективалы» тәҙрәләре идеяһы Борроминиҙыҡылыр, ә уның эсендә ике колонналы ғәҙәти булмаған овал спираль баҫҡыс урынлашҡан.

Палаццо-Спадала бинаның дөйөм реконструкцияһынан тыш, Борромини 1652—1653 йылдарҙа ғәҙәти булмаған «перспективалы галерея» булдыра, һуңыраҡ ул уның исеме менән атала, был перспективаның көсәйеүе эффектын бирә. Маньеризм һәм барокконың һүнеү дәүеренә хас алдау жанрын (тромплея) (франц. trompe-l'œil — «алдаҡсы күҙ», «алдаҡсы ҡиәфәт»), шулай уҡ архитекторҙың архитектура геометрияһына ҡарата фәнни ҡыҙыҡһыныуын сағылдыра.

Борромини «конструктив ҡарашлы биналар скульпторы» була. Борроминиҙың архитектура өсөн эшләгән эштәрен ҡайһы берҙә Рембрандттың һынлы сәнғәт даны өсөн эшләгән эштәре менән сағыштыралар[19]. Эске һәм тышҡы киңлектәрҙең өҙлөкһөҙ «ағымы» принцибын уның эшен дауам итеүсе Г. Гуарини һәм Б. Нейман артабан үҫтерә. Борромини индергән яңылыҡтар төньяҡ илдәренең архитектураһына, Австрия, Чехия һәм Германия бароккоһына айырыуса ҙур йоғонто яһай. Борромини үҙенең ҡараштарын Opus Architectonicum (Opus Architectonicum, 1559—1667) китабында күрһәтә. Китап 1735 йылда ғына донъя күрә.

Франческо Борромини 1976 йылдан алып 2000 йылға тиклем әйләнештә булған 100 швейцар франкы банкнотаһының 6-сы серияһында һүрәтләнгән[20]. Ул ваҡыттағы был ҡарар Швейцарияла Швейцария сәнғәт тарихсыһы Пьеро Бьянкони инициативаһы буйынса бәхәстәр тыуҙыра. Уның һүҙҙәре буйынса, 1803 йылда Тиччино кантоны булып киткән территория XVII быуатта ҡайһы бер Швейцария кантондарының итальян биләмәләре була (ун ике кантон кондоминиумдары), Борроминиҙы Тичино кешеһе тип тә, швейцар тип тә атап булмай[21].

Архитектор Борромини тураһында француз режиссёры Эжен Грин «La Sapienza» фильмын төшөрә, фильм экрандарҙа 2015 йылда сыға.

Борромини исеме менән бәйле архитектура объекттары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Архитекторҙың тыуған яғы- Луганола Сан-Карло-алле-Куаттро-Фонтане сиркәүенең моделе киҫелеше ҡуйылған (фото).

  1. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. Francesco Borromini (нидерл.)
  3. Francesco Borromini (ингл.) // Benezit Dictionary of ArtistsOUP, 2018. — ISBN 978-0-19-977378-7doi:10.1093/BENZ/9780199773787.ARTICLE.B00023482
  4. Historische Lexikon der Schweiz, Dictionnaire historique de la Suisse, Dizionario storico della Svizzera (нем.)Bern: 1998.
  5. Carboneri N. BORROMINI, Francesco // Dizionario Biografico degli Italiani (итал.) — 1971. — Vol. 13.
  6. BeWeB
  7. Архив изобразительного искусства — 2003.
  8. Борромини Франческо // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  9. Borsi S. Borromini in Art dossier. — Giunti Editore, 2000. — ISBN 88-09-01554-1
  10. Morrissey J. The Genius in the Design: Bernini, Borromini and the Rivalry That Transformed Rome. — 2006, ISBN 0-06-052534-7
  11. 11,0 11,1 Carboneri, Nino Francesco Borromini. Dizionario biografico degli Italiani. Treccani. Дата обращения: 22 май 2014. Архивировано 29 октябрь 2019 года.
  12. Claudio Strinati 2017 йыл 25 сентябрь архивланған. // la Repubblica of the Arts
  13. Blunt A. Borromini. — Harvard University Press, 1979, p. 13
  14. Borromini’s suicide 2019 йыл 26 февраль архивланған. // web.comhem.se
  15. Borromini’s suicide 2019 йыл 26 февраль архивланған. // web.comhem.se
  16. Archivio di Stato di Roma: Francesco Borromini. Дата обращения: 24 август 2016. Архивировано 20 сентябрь 2016 года. 2016 йыл 20 сентябрь архивланған.
  17. Якимович А. К. Бернини и Борромини. Становление двух типов художественного сознания барокко // Искусство Западной Европы и Византии. — М.: Наука, 1978. — С. 104—106
  18. Власов В. Г. Сант Иво алла Сапиенца // Власов В. Г. Новый энциклопедический словарь изобразительного искусства. В 10 т. — СПб.: Азбука-Классика. — Т. VIII, 2008. — С. 523—524
  19. Власов В. Г. Стили в искусстве: В 3-х т. — Борромини, Франческо // Т. 2. Словарь имен. — СПб.: Кольна, 1996. — С. 116
  20. Seventh banknote series, 1984 2011 йыл 28 август архивланған. // www.snb.ch
  21. De Bernardis, Edy Il Boccalino (итал.) // La Terra Racconta : diario / Bettosini, Luca. — 2006. — № 34.