Фритьоф Нансен

Фритьоф Нансен
норв. Fridtjof Nansen

Фритьоф Нансен около 1900 года
Тыуған:

10 октябрь 1861({{padleft:1861|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})

Тыуған урыны:

усадьба Стурё-Фрён, близ Христиании, Норвегия

Вафат:

13 май 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (68 йәш)

Вафат урыны:

усадьба Пульхёгда, Люсакер, Берум, губерния Акерсхус, Норвегия

Гражданлығы:

Флаг Норвегии со значком унии Шведско-норвежское королевство
Норвегия Норвегия

Партия:

Левая либеральная партия[d]

Эшмәкәрлек төрө:

Ҡалып:Путешественник, Ҡалып:Политик2, океанограф, Ҡалып:Зоолог, спортсмен

Атаһы:

Бальдур Фритьоф Нансен

Әсәһе:

Аделаида Йоханна Текла Нансен

Ҡатыны:

1) Ева Сарс (в 1889—1907)
2) Сигрун Мунте (в 1919—1930)

Балалары:

Лив Нансен
Коре Нансен
Ирмелин Нансен
Одд Нансен
Осмунд Нансен.

Наградалары:
Нобель премияһы — 1922 Нобелевская премия мира (1922)
Медаль Каллума Медаль Каллума (1897)
Константиновская медаль (1907)
Изге Олаф Ҙур тәре ордены кавалеры
Изге Олаф Ҙур тәре ордены кавалеры
Ҡалып:Кавалер ордена Святого Олафа Ҡалып:Командор 1 класса ордена Данеброг
Ҡалып:Медаль За заслуги (Дания) Командор ордена Почётного легиона
Франц Иосиф император орденының Ҙур тәреһе кавалеры
Франц Иосиф император орденының Ҙур тәреһе кавалеры
Италия Тажы орденының Ҙур тәреһе кавалеры Ҡалып:Великий офицер ордена Святых Маврикия и Лазаря Ҡалып:Кавалер Большого креста ордена Заслуг Святого Михаила (Бавария)
I дәрәжә Изге Станислав ордены
I дәрәжә Изге Станислав ордены
Автограф

 Фритьоф Нансен Викимилектә
Слушать введение в статью · (инфо)
noicon
Этот звуковой файл был создан на основе введения в статью версии за 4 июль 2013 йыл и не отражает правки после этой даты.
см. также другие аудиостатьи

Фри́тьоф Ве́дель-Я́рлсберг На́нсен (норв. Fridtjof Wedel-Jarlsberg Nansen; 10 октябрь 1861 йыл — 13 май 1930 йыл) — Норвегия поляр тикшереүсеһе, ғалим — зоология докторы, яңы фән — физик океанографияға нигеҙ һалыусы, сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәре, гуманист, филантроп, 1922 йылғы Нобель премияһы лауреаты, күп илдәрҙең наградаларына лайыҡ булыусы. Географик һәм астрономик объекттар, шул иҫәптән Айҙың төньяҡ кратерындағы ҡотоп Нансен исеме менән аталған.

Йәш сағында спортсы-саңғысы һәм конькиҙа йүгереүсе кеүек билдәле була 27 йәшендә саңғыға тарихта тәүге тапҡыр саңғыла Гренландия утрауының боҙлоҡ ҡатламын киҫеп үткәнен киң публика ҙур спорт ҡаҙанышы тип ҡабул итә. Төньяҡ ҡотопҡа — «Фрам» карабында ойошторолған экспедиция — 1895 йылдың 8 апрелендә төньяҡ киңлектең 86° 13' 36" барып етә. Нансен тәүге тапҡыр һуҡмаҡ һалыу эштәрендә башҡа ҡатнашмаһа ла, уның боҙҙар араһында йөрөү һәм иҫән ҡалыу алымдары һәм ҡулланған ҡорамалдары донъяның бик күп полярсыларына үрнәк булып һаналған; Нансен төрлө илдәр поляр тикшеренеүселәренә даими консультациялар биргән.

Нансен Кристиания университетында зоология өйрәнгән. Берген музейында эшләгән; 1888 йылда яҡлаған докторлыҡ диссертацияһында умыртҡаһыҙҙар үҙәк нервы системаһы төҙөлөшө өлкәһендә тикшеренеүҙәре дөйөмләштерелгән була. 1897 йылдан һуң Нансендың төп фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары яңы булдырылған фән — океанографияға күскән; тикшеренеүсе Төньяҡ Атлантикаға ойошторолған бер нисә океанографик экспедицияла ҡатнашҡан.

Норвегия патриоты булараҡ, Нансен 1905 йылда Швеция һәм Норвегия унияһын тарҡатыу яғында сығыш яһай,һәм шул осорҙан башлап оҙаҡ йылдар сәйәсәт төп шөғөлөнә әүерелә. 1905—1908 йылдарҙа ул Лондонда Норвегия илсеһе булып хеҙмәт итә, Норвегия ифрат юғары халыҡ-ара статусы раҫланыуына йоғонто яһай.

Нансен ғүмеренең һуңғы ун йыллығы Милләттәр лигаһы менән бәйле. 1921 йылдан алып ул унда ҡасаҡтар мәсьәләләре буйынса юғары комиссары булып эшләй. Уның Европа һәм Совет Рәсәйе араһындағы бәйләнештәрҙе яйға һалыуға, 1921—1922 йылдарҙа Волга буйы асығыусыларына ярҙам итеүгә индергән өлөшө ҙур. 1922 йылда ул Беренсе донъя һуғышы һөҙөмтәһендә күсенгән кешеләрҙе репатриациялау һәм натуралаштырыу, ошоға бәйле конфликттарҙы көйләү буйынса эше өсөн Нобель премияһына лайыҡ була. Уның мөһим башланғысы булып, ҡасаҡтарға башҡа илдәрҙә һыйыныу урыны табырға мөмкинлек биргән Нансен паспорты тора. Нансен үлгәндән һуң, уның эшен Нансендың ҡасаҡтар мәсьәләләре буйынса ойошмаһы дауам итә, уның үҙәк офисы 1938 йылда Нансен паспортын таратыу буйынса тырышлыҡтары өсөн Нобель премияһы ала[1].

Ханс Нансен — нәҫелгә нигеҙ һалыусы (родоначальник)

Нансендар ғаиләһе — сығышы менән Даниянан, уларҙың нәҫел башлығы сауҙагәр Ханс Нансен (1598—1667) булған, ул 16 йәшендә Аҡ диңгеҙ буйлап йөҙгән, ә 21 йәшендә батша Михаил Фёдорович саҡырыуы буйынса Архангелогород губернаһы яр буйын тикшергән[2]. 1621—1636 йылдарҙа Исландия компанияһында хеҙмәт иткән, йыл һайын Төньяҡҡа сәфәр ҡылған. Артабан ул Копенгагенда йәшәй һәм, рус телен яҡшы белгәнгә, король Кристиан IV-нең тәржемәсеһе булып хеҙмәт итә. 1633 йылда үҙенең сәйәхәттәре тәжрибәһенә нигеҙләнгән "Космосграфияһы"н баҫтырып сығарған[3]. 1654 йылда Ханс Нансен Копенгагендың бургомистры итеп тәғәйенләнә, ә 1658 йылда шведтарға ҡаршы һуғыш ваҡытында уны обороналау эшенә етәкселек итә[4]. Юғары судья вазифаһында вафат була, ғүмеренең һуңғы йылдарында Дания бюргерлығының дворяндарға ҡаршы сәйәси көрәшенә етәкселек итә[5]. Фритьоф Нансен, ҡыҙы Лив хәтерләүенсә, ата-бабаларының шәхесен юғары баһалаған[5].

Тик XVIII быуатта ғына Нансендар Норвегияға күсеп килә: 1761 йылда Анкер Антони Нансен (1730—1765) Итре-Согн ҡалаһында (Ставангерҙан көньяҡҡараҡ Ёрен округында) нотариус вазифаһына тәғәйенләнә, бында урындағы ҡыҙға өйләнә, ул үлгәндән һуң ғаиләһе Данияға күсеп ҡайта. Анкер Нансен норвегса бер ҙә һөйләшмәгән, ләкин «яҡшы норвег» булып иҫәпләнгән[5]. Уның берҙән-бер улы Ханс Лейердаль Нансен (1764—1821) Тронхеймда судья була, ә 1814 йылда беренсе ғәҙәттән тыш стортингында Швеция-Норвения унияһын әүҙем яҡлай. Беренсе никахтан алты балаһы булған[6]. Нансендар ғаиләһендә уның икенсе ҡатыны Венделия Кристиана Луиса Мёллер — король Фредерик VI-ның никахтан тыш ҡыҙы, тип һаналған[7]. Ул Бальдур Фритьоф Нансендың (1817—1885) — Фритьоф Нансендың атаһының әсәһе була. Был версия дөрөҫ булһа, Фритьоф Нансен Норвегия короле Хокон VII-нең атаһы Фредерик VIII королдең өс туған ағаһы булған[8][7].

1866 йылда Нансенов ғаиләһе. Уртала — Аделаида һәм Бальдур Нансендар. Фритьоф Нансен — уңдан икенсе, ситке уңда — Ханс Нансен, һулда икенсе — Александр Нансен. Икенсе рәттә — Аделаида Нансендың тәүге никахынан балалары

Бальдур Нансен үтә лә талапсан һәм диндар кеше булған; юрист булараҡ, ул үҙ клиенттарында сикһеҙ ышаныс менән файҙаланған. Шағир Му Йорген Энгебретсендең ҡоҙасаһы Минне Мо менән тәүге никахы теркәлгән. Минна 1854 йылдың декабрендә, һуңынан 12 йәшендә (1867 йылдың авгусы) вафат булған ауырыу улы Ханс тыуғандан һуң бер аҙна үткәс, өҙлөгөп үлә[9]. Бальдур Нансендың икенсе ҡатыны сығышы менән немец нәҫеленән булған, кенәз Нассау-Зигендәрҙән, баронесса Аделаида Йоханна Текла Исидореа Ведель-Ярлсберг (1832—1877) булған. Уның бабаһы — граф Йохан Каспар Герман Ведель-Ярлсберг (1779—1840) — Норвегияның вице-короле вазифаһын биләгән һәм 1814 йылда Норвегия Конституцияһы авторы булған[10]. Тәүге тапҡыр Аделаида икмәк бешереүсенең улы — лейтенант Якоб Бёллингҡа кейәүгә сыҡҡан, унан биш балаһы булған[11]. 1853 йылда тол ҡалған Аделаида 1858 йылда, өлкән балалар менән кәңәшләшеп, эштәрендә үҙенең ышаныслы кешеһе Бальдур Нансенға кейәүгә сыҡҡан[12][13]. Туйҙарынан һуң, ирле-ҡатынлы Нансендар Стурё-Фрён (хәҙер — Осло ҡалаһының һыҙатында урынлашҡан Нансен-Фрён) усадьбаһына күсеп килгән [14] Икенсе никахта алты бала булған: тәүге сабыйы 1859 йылда тыуған Фритьоф бер йәшендә үлгән. 1861 йылдың 10 октябрендә тыуған икенсе улына ла шул уҡ исем бирелгән. 1862 йылда уның Александр исемле ҡустыһы тыуған[12].

Бала сағы һәм йәшлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Фритьоф Нансен 4 йәшендә

Нансен бала сағындағы ваҡиғаларға 1916 йылда баҫылып сыҡҡан «На вольном воздухе» (Friluftsliv) «Иркен һауала» автобиографияһында мөрәжәғәт итә. Бөтә мемуаристар Нансендар ғаиләһенә бөхтәлек һәм тәртип, шулай уҡ спорт, айырыуса саңғы яратыу хас булыуын билдәләй, һәм уны Аделаида Нансен йәшәү рәүешенә әйләндергән[13]. Фритьофты ике йәштән алып саңғыға өйрәтә башлағандар[15]. Балалар өсөн һатып алынған уйынсыҡтар булмаған, Фритьоф үҙенә уҡ менән йәйә, ҡармаҡтар, инешкә тирмән яһаған. Үҫмер сағында уға ағаһы Александр ағаһы менән урманда оҙаҡ ваҡыт үткәрергә рөхсәт ителгән, Нансен хатта үҙен Робинзон менән сағыштырған. 10 йәшендә Нансен Хусебюла трамплиндан һикерергә маташа һәм мөғжизә менән генә йәрәхәтләнмәй, 15 йәшенән үк ул өлкән ағаһы Эйнар Бёллинг менән саңғы ярыштарында даими ҡатнаша. 1877 йылда Нансен Кристианияла яңы ғына нигеҙләнгән саңғы клубына ағза итеп алына һәм шул уҡ йылда үҫмерҙәр ярышында 14-се урын ала[16].

Мәктәптә, үҙенең ниндәйҙер һәләттәрен күрһәтмәһә лә, ныҡышмалы үҙһүҙлелеге һәм үҙ-үҙенә ышаныуы, һуғыштарҙа ихлас ҡатнашырға яратыуы менән айырылып торған Нансенды Ю. Ош һәм П. Фосстарҙың абруйлы уҡыу йортона биргәндәр. Тиктормаҫлығы яратҡан предметтары: математика һәм физика менән шөғөлләнеүгә ҡамасауламай. Һыуүткәргес торбаны ҡырҡып үҙаллы мылтыҡ эшләп ҡараған, һәм уны һынаған саҡта күҙен юғалта яҙған[17].

1877 йылда Аделаида Нансен ҡапыл вафат була. Өлкән балалары ул ваҡытҡа ата-әсә йортонан киткән була, Бальдур Нансендың ҡулында Фритьоф һәм Александр ҡалған. Атай кеше, өйөн һатып, Кристианияға күсеп киткән[18]. Шул уҡ 1877 йылда Нансен конькиҙа 1 милгә (1,6 км) конькиҙа уҙышыу буйынса донъя рекорды ҡуя, ә 1878 йылда беренсе тапҡыр саңғы уҙыштары буйынса милли чемпионатта еңеүсе була. Ул чемпионатта бөтәһе ун ике тапҡыр еңеү яулаған[19].

1880 йылда Фритьоф Нансен мәктәпте тамамлай һәм, тәбиғи фәндәр һәм һыҙым буйынса юғары баһаға лайыҡ булып, Examen artium имтихан тапшыра. Ул адвокат карьераһына ынтылмай, атаһы кәңәше буйынса хәрби училищеға ғариза бирә, ләкин тиҙҙән кире ала. Кристиания университетына инеү буйынса ла оҙаҡ икеләнгән, ахырҙа, зоологияны һайлай (атаһының күңеленә ятмай)[20]. Был һайлауҙың төп сәбәбе, «үҫмер саҡтағы тәжрибәһеҙлеге арҡаһында, химия һәм физикаға әүәҫлегенән айырмалы рәүештә, зоологияны өйрәнеү тәбиғәт араһында даими йәшәүе менән бәйле, тип уйлаған»[21][22]. 1881 йылдың башында Нансен университетта уҡый башлай, шул ваҡытта ул конькиҙа йүгереү буйынса милли ярыштарҙа икенсе урын ала[23].

Нансендың ғилми етәксеһе — профессор Роберт Коллет (1842—1913), ғаиләнең күптәнге дуҫы, ул шулай уҡ зоология кабинеты етәксеһе лә булған. Ул Нансенды тюлендар биологияһы менән шөғөлләнергә күндерҙе, бының өсөн һунар судноһында Төньяҡ Боҙло океанға барырға кәрәк ине. Тейешле формаллекте Бальдур Нансен үҙе яйға һалған, Фритьофҡа капитан Аксель Крефтинг етәкселегендә (1850—1886) «Викинг» шхунаһында барырға тура килгән[24].

Нансен (һулда) һәм капитан Крефтинг үлтерелгән айыуҙар янында. Артҡы планда — боҙҙар араһында ҡыҫылған «Викинг». 1882 йылдың май-июнь айҙары

«Среди тюленей и белых медведей» («Тюлендар һәм аҡ айыуҙар араһында», 1924) китабында Нансендың Боҙло океанға сәйәхәте ентекле тасуирланған. Һөйләшеүҙәремдең төп нөсхәһе, 1924 йыл. Ул ни өсөн тап Төньяҡты һайлауын үҙе лә белмәүе, ғилми әҙерлеге булмауы, әммә тәжрибәле уҡсы һәм һунарсы булыуы хаҡында асыҡтан-асыҡ яҙа[25]. 1882 йылдың 11 мартында «Викинг» шхунаһы Арендаль ҡалаһынан сыға һәм гренланд тюлендарының көсөетәре ятҡан Ян-Майенға йүнәлә. Тәүге алты тәүлектә Нансен диңгеҙ ауырыуынан ныҡ интегә; аяҡҡа баҫҡас, күмер тейәй, камбузда һауыт-һаба йыуа, вперёдсмотрящий вазифаһын атҡара алдан эшләй[26]. Дауылдар булмаһа, ул бик тырышып ғилми мәғлүмәттәр йыйыу менән шөғөлләнә: төрлө тәрәнлектә диңгеҙ һыуының температураһын үлсәй һәм һөҙөмтәлә швед физикаһы Эдлундтың диңгеҙ боҙо 100 метр самаһы тәрәнлектә барлыҡҡа килә тип раҫлаған теорияһын кире ҡаға[27]. Нансен шулай уҡ метеорологик мәғлүмәттәр йыйыу һәм ваҡ диңгеҙ хайуандарын тотоу менән шөғөлләнгән, тотҡан балыҡтарҙың бер өлөшө (креветкалар) камбузға килтерелгән[27]. Тюлендәр күренгәс, Нансен үҙенең мәргәнлеге менән команда ағзалары араһында абруй яулаған. 16 апрелдә Нансен боҙҙар араһында йылға сығарған ағасты тапҡан, һәм тәүҙә ул Арктикаға Гольфстрим килтергән Америка ҡарағайы тип уйлаған, әммә һуңынан ағастың боҙҙар менән Себерҙән килтерелгәнен аңлаған. Бындай йөҙөп йөрөгән ағастар Нансенды боҙҙоң даими дрейфы бар, һәм быны Төньяҡ Боҙло океанға экспедиция ваҡытында файҙаланырға мөмкин тигән фекергә этәргән[28].

Май башына «Викинг» Шпицбергенға яҡынлашҡан. Судно көньяҡҡа юллана, 24 майҙа команда Исландияның көньяҡ ярына, унан һуң Гренландияға йүнәлә. Навигация бик күп айсбергтар һәм ватылған боҙ өйөмдәре арҡаһында ҡыйынлашҡан, әммә Нансен мөһим асыш яһай. Ул күп йыллыҡ боҙ өҫтөндә саң һәм ләм киҫәктәренән торған ҡуңыр ҡуныҡ тапҡан. Ул алған өлгөләр 1888 йылда ғына тикшерелгән һәм минераль бөрсөктәр, серетмәләр (гумус) һәм лишайник өлөшсәләренең Себерҙән булыуы асыҡланған. Диатомейҙар ҙа табылыуы Нансенды Себерҙең төньяҡ яры менән Гренландияның көнсығыш яры араһында ағымдың булыуына нығыраҡ инандырған[29].

27 июндә «Викинг» тотош боҙ өйөмдәре менән ҡапланған, планлаштырылмаған дрейф башланған. Шхунаны төньяҡ-көнбайышҡа илткән, ҡайһы берҙә ул Гренландия ярҙарынан 12-13 миль алыҫлыҡта була. Айсбергтарҙы июль башында тикшергәндән һуң, Нансен уларҙың Гренландияның өйрәнелмәгән өлкәләренең геологик төҙөлөшө тураһында мәғлүмәт биреүсе минераль материалдың байтаҡ өлөшөн күсерә алыуын асыҡлаған[30]. Ярға төшөргә теләгән Нансенды капитан Крефтинг туҡтата[30].

16 июлдә генә боҙ һирәкләнә башлаған, 18 июлдә судно Норвегияға йүнәлгән. 26 июлдә Нансен Арендаль ҡалаһына ҡайтып еткән. 1884 йылда "Географик журнал"да Нансен «Гранландияның көнсығыш яры буйлап» тигән мәҡәлә баҫтыра, тәүге тапҡыр уның яҙыусы таланты сағыла[30].

Берген музейы лабораторияһында эшләй. 1885 йылдан алда төшөрөлгән фото

Арктиканан ҡайтҡас, Нансен университетта уҡыуын дауам итмәй. Уға Берген музейында зоология бүлеге препараторы урынына профессор Коллет вакантлы урын тәҡдим итә. 21 йәшендә Нансен музей директоры Даниэль Корнелиус Даниэльсен етәкләгән музейҙа препаратор вазифаһында алты йыл хеҙмәт итә[31]. Даниэльсен Копенгаген музейының һәм Лунд университетының почетлы ағзаһы, әҙәби йәмғиәткә, Бергендағы картиналар галереяһына һәм театрына нигеҙ һалыусы ярҙамсыһы булған[32]. Махау сирен (проказа) асҡан Герхард Армауэр Хансен да Нансенды яҡлай[31], Фритьофты дарвинизм менән таныштыра һәм атеистик ҡараштар тәрбиәләй[33].

Бергенда Нансен рухани Вильгельм Хольттың йортонда йәшәгән һәм үҙен ғилми эшкә бағышлаған[34]. Бер үк ваҡытта ул сәнғәт һәм әҙәбиәт менән мауыға, айырыуса Ибсендың драмаларын һәм Байрондың шиғриәтен юғары баһалай. Был ваҡытҡа ул инглиз, француз һәм немец телдәрен иркен белгән. Бергенда Нансен арктик экспедицияларҙа ҡатнашыусы француз Ширтцтан рәсем сәнғәте дәрестәре ала башлай[35].

1883 йылдың октябрендә Нансен атаһына, Адольф Норденшельдтың Гренландияның эске өлкәләрен өйрәнеү өсөн саңғы һәм ҡыҫҡа саналарҙы (нарды) уңышлы файҙаланыуы бик тулҡынландырҙы, тип яҙа[36]. 1884 йылдың февралендә ул сираттағы спорт рекордын ҡуя: яңғыҙы Бергендан Кристианияға тауҙар аша сыға, һуңынан Хусебюла трамплиндан һикереүҙә ҡатнаша һәм еңә. Нансенға тиклем тауҙарҙа оҙаҡ саңғыла шыуырға бер кем дә баҙнат итмәгән була; Бальдур Нансен да, профессор Даниэльсен да Фритьофтың ҡылығына ҡырҡа кире ҡараш белдерҙе[35]. 1884 йылда Нансен Эмми Касперсен менән мауыға[37].

1883 йылда Нансендың ғилми эшмәкәрлеге йүнәлеше билдәләнә. Йәйен ул Йель университетының палеонтология профессоры Чарльз Марштан АҠШ-ҡа саҡырыу алған, әммә, быға тиклем Бальдур Нансен инсульт кисергәнлектән, баш тарта. Әммә Нансен Фридрих Шиллер исемендәге Йен университеты профессоры Вилли Кюкенталь йоғонтоһо менән умыртҡаһыҙҙарҙың үҙәк нервы системаһын өйрәнгән. 1884 йылда Норвегияла халыҡ-ара химия конгресында микробиологияға нигеҙ һалыусы Луи Пастер булып китә, уның сығыштары Нансендың иғтибарын сит илдәге яңы фән ҡаҙаныштары менән танышыуға йүнәлткән[38].

Европала стажировкаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Нансен Италияла, 1886 йыл

1885 йылдың 2 апрелендә Бальдур Нансен инсульттан вафат була. Бынан һуң Нансенға тәүге «Материалы по анатомии и гистологии мизостом» «Мемостомдарҙың анатомияһы һәм гистологияһы буйынса материалдар» тигән ғилми эше өсөн Фриеле алтын миҙалы бирелә[39][40]. Даниэльсен атаһы мәрхүм булғандан һуң бик яфаланған Нансенға сит илгә сығырға тәҡдим иткән. Нансен сәфәр өсөн кәрәкле аҡсаны алыу маҡсатында уға бронза миҙал биреүҙәрен, миҙал хаҡын ҡулаҡса менән түләүҙе һорай[37]. Сәфәр уға тәү сиратта докторлыҡ диссертацияһын яҡлау өсөн кәрәк булған. 1886 йылдың башында Нансен Германияға китә, ләкин мартта уҡ Павияға юллана, унда профессор Камилло Гольджиҙа уҡый. 1886 йылдың апрелендә Нансен Неаполгә Н. Н. Миклухо-Маклайҙың дуҫы Антон Дорндың диңгеҙ биологик станцияһына күскән[41][42].

Неаполдә Фритьоф Нансен Шотландиянан әсәһе менән Европала сәфәр ҡылған Марион Шарп менән мауыға. Мөнәсәбәттәре өҙөлөү сәбәбе — Нансендың Гренландияның боҙ ҡалҡаны киҫеп сығыу планы. Шуға ҡарамаҫтан, Ф. Нансен менән М. Шарп ғүмеренең аҙағына тиклем дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен һаҡлап ҡалған[43][44].

1886 йылдың йәйендә Нансен Норвегияла хәрби күнекмәләрҙә ҡатнаша, докторлыҡ диссертацияһын тәшкил итәсәк европа сәйәхәте материалдарына ниеҙләнгән икенсе эше — «Структура и состав гистологических элементов центральной нервной системы». Хеҙмәт инглиз телендә яҙылған, ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, тап М. Шарп инглиз тексын төҙәткән[45]. Ул ваҡытта был бик үҙенсәлекле булған: XIX быуатта немец теле фән теле булған, Бөйөк Британия һәм АҠШ ул ваҡытта фән өсөн периферия тип һаналған[45][46].

1888—1889 йылдарҙағы Гренландия экспедицияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Гренландия экспедицияһының картаһы: Башланғыс планда күҙ уңында тотолған маршрут. Пунктир менән 1888 йылдың 4-17 июнендә "Язон"да йөҙөү билдәләнгән. Тотош линия 17-29 июндә команданың дрейфын һәм Умивикка тиклем йөҙөүҙе билдәләй. 1888 йылдың 15 авгусы — 3 октябрендә Готхобҡа күсеү трассаһы

Тәүге тапҡыр 1882 йылдың йәйендә Нансендың «Викинг» тюленгә һунар судноһы бортында Гренландияның боҙлоҡ япмаһын киҫеп сығыу теләге уяна[36]. 1883 йылда ул гәзиттә Адольф Эрик Норденшельдтың Гренландия экспедицияһынан имен-аман ҡайтыуы хаҡында яҙылған мәҡәләне уҡый. Айырыуса Нансенды швед тикшеренеүсеһен оҙатып йөрөгән саамдарҙың боҙлоҡ өҫтө саңғылар өсөн бик уңайлы һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ғәйәт ҙур араларҙы үтергә мөмкинлек бирә, тигән һүҙҙәре хайран ҡалдыра[36].

Экспедицияның артабанғы йүнәлеше Нансендың планынан айырылып торҙо. Ул был хаҡта үҙе былай тип яҙҙы:

Элекке уҡталыуҙар көнбайыш ярҙан көнсығышҡа табан эшләнә, ә һуңғыһы йылдың күпселек өлөшөндә диңгеҙҙә йөҙөп йөрөгән һәм судноларға ярға килергә ҡамасаулаған боҙҙар менән уратып алынған урында була. Көнбайыштан көнсығышҡа сыҡҡан экспедиция көнсығыш ярға һыйыныу йәки унда судно яҡынайып алып китеүе мөмкин түгел; әгәр ул Гренландияны киҫеп сыға алһа, шул уҡ юл менән көнбайыш ярға кире барырға, йәғни ике тапҡыр юл үтергә тейеш була[47].

Шулай уҡ Нансен, Гренландияның ул ваҡытта кеше йәшәмәгән тип иҫәпләнгән көнсығышына төшкәндә, сараһыҙҙың көнөнә төшәсәгенә («будут сожжены мосты») ҙур иғтибар бүлә:

…Ғүмереңде һаҡлап ҡалыу һәм өйгә ҡайтыу өсөн, нисек булһа ла көнбайыштағы тораҡ пункттарға барып етергә кәрәк буласаҡ; башҡаса һайлау мөмкинлеге булмаясаҡ, ә был һәр ваҡыт кешегә дөрөҫ ҡарар ҡабул итерлек көс биргән стимул булып тора[48].

План буйынса Аммассаликтан көнбайышҡа табан Сермилик фьордына төшөргә кәрәк (төньяҡ киңлектең 65°35′) — унда эскимос табыры (стойбище) урынлашҡан була. Артабан ул фьордтың үренә юл тота, унан боҙлоҡ ҡалҡанына үрмәләү башланған. Боҙлоҡ буйынса курс — Данияның Касигианнгуитынан (Кристиансхоб) колонияһына тиклем Диско ҡултығы буйлап төньяҡ-көнбайышҡа, унда, Нансен күҙаллауынса, боҙлоҡтан һөҙәк төшөү урыны бар. Планлаштырылған арауыҡ 600 саҡрымға тиң[48].

Адольф Эрик Норденшельд портреты, 1880 йыл

1887 йылдың ноябрендә Норденшельд үҙенең планы менән таныштырыу өсөн Нансен Стокгольмға барырға булған. Осрашыуҙа Стокгольмдың Юғары мәктәбе профессоры Брёггер (һуңыраҡ Нансендың биографияһын яҙған) ҡатнашҡан, Нансендың пальтоһыҙ, бәйләнгән саңғы курткаһында килеүе унда кире тойғолар ҡалдырған[49]. Нансендың планын Норденшельд хупламаған, әммә уны тормошҡа ашырырлыҡ тип һанаған һәм хатта үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашырға әҙер булған[50]. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Стокгольмда Нансен Софья Васильевна Ковалевская менән танышҡан, улар бер-береһенә ныҡ тәьҫир иткән һәм күпмелер ваҡыт хат алышҡан. Уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәре хаҡында һаман бәхәстәр бара[51].

Дагмар Энгельхарт — Нансендың «аҫыл ташы»

Стокгольмға барғандан һуң Нансен Кристиания университетына үҙе өсөн кәрәкле 5000 крон (1888 йылғы курс буйынса яҡынса 2500 һум) аҡса бүлеүҙәре тураһында үтенес ҡағыҙы тапшыра. Ул түбәндәге һүҙҙәр менән башлана: «Йәйгеһен Гренландияның материк боҙҙары аша поход яһарға ниәтләнәм» тигән һүҙҙәр менән башланып[52], Норденшельдтың ҙур өҙөмтәһе менән тамамланған: «поляр экспедицияһы өсөн әлеге ваҡытта был илдең эске өлөшөн өйрәнеүҙән дә мөһимерәк мәсьәлә юҡ»[50]. Университет хөкүмәткә финанслауҙы һорап мөрәжәғәт итеп, планды ҡабул иткән һәм хуплаған. Бер үк ваҡытта Нансен Норвегия фәндәр академияһына финанслау тураһында үтенес менән мөрәжәғәт иткән[53]. Экспедицияның проекты 1888 йылдың ғинуарында «Naturen» («Природа») журналында баҫылып сыҡҡан[53].

1888 йылдың февралендә саңғыла йөрөргә сыҡҡанда тәүге тапҡыр буласаҡ ҡатыны Ева Сарсты осратҡан, ләкин ул ваҡытта, «Аҫыл таш» «Кленодия» исеме менән билдәле булған (1863—1942) артистар богемаһы вәкиле Дагмар Энгельхарт Dagmar Engelhart менән көслө роман утында янғанлыҡтан, уға бөтөнләй иғтибар итмәгән[54].

Экспедицияны финанслауҙан: «хөкүмәт айырым бер кешенең күңел асыу сәфәренә ярайһы уҡ ҙур сумма бүлеүҙең кәрәклеген күрмәй» тип ҡәтғи баш тарталар[55]. Матбуғатта ысын мәғәнәһендә Нансенға ҡаршы йүнәлтелгән истерия башланған. Лив Нансен «Книга об отце» («Атай тураһында китап») китабында юмористик журналдарҙың береһендә баҫылған мыҫҡыллы иғлан тексын килтерә:

ИҒТИБАР!
Быйыл июндә Нансен препараторы Гренландияның үҙәк өлкәһендә йүгереү һәм саңғыла һикереүҙәрен күрһәтә. Даими ултырыу урындары — боҙлоҡ ярыҡтарында. Кире ҡайтыуға билет талап ителмәй[52].

Нансенды нигеҙҙә Дания белгестәре, мәҫәлән, боҙлоҡ дәүере теорияһын төҙөүсе, тәүгеләрҙән булып Гренландияның боҙ ҡалҡаны дүртенсел осорҙоң һуңғы реликты булыуын фаразлаған билдәле полярник һәм Гренландия белгесе Хенрик Йохан Ринк (1819—1893) яҡлаған, Ринк иһә Нансенды һәм уның юлдаштарын гренланд теле нигеҙҙәренән уҡытҡан[56]. Нансенды яҡлап геолог-профессор Амунд Теодор Хелланд (1846—1918) матбуғатта сығыш яһаған, уның мәҡәләһе Дания эшҡыуары Августин Гамель (1839—1904) иғтибарын йәлеп итә, һәәм ул 1888 йылдың 12 ғинуарында уҡ Нансенға 5000 крон тапшыра.

Нансен Норвегия патриоттарының һөжүменә килтергән бүләкте ҙур ҡыуаныс менән ҡабул иткән[57]. 1888 йылдың 2 майында Копенгагенға барғанда Нансен 1886 йылда Гренландияны аша сығырға маташыуында Роберт Пириҙың юлдашы булған Кристиан Майгор менән осраша. Майгор Нансенды тотонған эшенең мөмкин булыуына ышандырған[58].

Команда (һулдан уңға): Нансен, Свердруп, Дитриксон, Кристиансен, Балту и Равна

Матбуғатта сағылған дошманлыҡ мөнәсәбәтенә ҡарамаҫтан, Норвегияла экспедицияла ҡатнашырға теләүселәр табылған. Команда составына:

  1. Фритьоф Нансен, 27 йәш — экспедиция начальнигы, шулай уҡ кок (ашнаҡсы) бурысын үтәгән.
  2. Отто Свердруп, 33 йәш — һөнәре буйынса арктик кәсеп судноһы капитаны.
  3. Олаф Дитриксон, 32 йәш — Норвегия армияһының премьер-капитаны, картограф. Метеорологик тикшеренеүҙәр программаһын үтәгән.
  4. Кристиан Кристиансен, 24 йәш — Төньяҡ Норвегия крәҫтиәне, Тран фермаһында тыуған (шул ферма исеме менән атайҙар).
  5. Самуэль Йоханнесен Балту, 27 йәш — милләте буйынса саами, болансы һәм каюр.
  6. Оле Нильсен Равна, 46 йәш — милләте буйынса саами, болансы һәм каюр.

Һанап үтелгән ир-егеттәр барыһы ла тәжрибәле саңғысылар һәм арктик тәбиғәттә иҫән ҡалыу күнекмәләренә эйә һунарсылар була. Саамдарҙы болан йөрөтөүсе итеп ҡулланырға уйлағандар, ләкин егеү хайуандарынан башҡа йөрөү мөмкин булғанлыҡтан, уларҙың махсус күнекмәләренә ихтыяж булмаған[59]. Свердруп менән Нансенды ул ваҡытҡа Норвегияның төньяғында адвокат булып эшләгән ағаһы Александр таныштыра, уның усадьбаһы Свердруптар фермаһы менән күрше була[58].

Диссертация яҡлауы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1888 йылдың 28 апрелендә, экспедицияға китергә 4 көн ҡалғас, Нансен «Нервные элементы, их структура и взаимосвязь в центральной нервной системе асцидий и миксин» («Нерв элементтары, уларҙың структураһы һәм асцидиялар һәм миксиндарҙың үҙәк нервы системаһында үҙ-ара бәйләнеше») докторлыҡ диссертацияһын яҡлаған. Диссертация яҡлауы ғауғалы үткән, оппоненттарҙың береһе: «Егет был походтан иҫән ҡайтыр, тип өмөтләнеп тә булмай, шулай булғас, ул докторлыҡ дәрәжәһен алыуынан бәхетлерәк булһа, ниңә уға бирмәҫкә?» — тигән[60]. Нансендың ҡыҙы — Лив Нансен-Хейер хәтерләүенсә, эш XX быуат башында уҡ лайыҡлы баһаланған, ә Нансен үҙе, насар ҡорамал булғансы, яҡлау насар булғаны яҡшыраҡ, тип асыҡтан-асыҡ белдергән[61]. Роланд Хантфорд, киреһенсә, Нансендың докторлыҡ эшенә кире баһа биреүҙәре нигеҙле булған, ти[62].

Экспедиция маршта. Һулдан уңға: Свердруп, Кристиансен, Дитриксен, Балтуһәм Равна. Ф. Нансен фотоһы

Экспедиция 1888 йылдың 2 майында юлға сыға. Нансен Дания, Шотландия һәм Исландия аша биш дуҫы менән бергә Гренландияның көнсығыш ярына барып еткән. 17 июлдә ярҙан 20 саҡрым алыҫлыҡта йөҙөп йөрөгән боҙҙарға төшәләр[63]. Төркөм ҙур тырышлыҡ менән кәмәлә йөҙөп йөрөгән боҙҙар аша үтеп, 17 августа яр буйына барып еткән. Тәүҙә поход Амассалик фьордынан билдәләнгән булған, ысынында иһә экспедиция көньяҡтараҡ, Умивик-фьордтан башланған. Билдәһеҙ биләмә аша саңғыларҙа артабанғы хәрәкәт башҡарылған, кешеләр ауыр йөктө лә үҙҙәре тартҡан (һәр береһенә 100 килограмдан ашыу йөк тура килгән) үҙҙәре тартҡан[64]. Һыуыҡтар −40 °C градусҡа еткән, йөн кейем һыуыҡтарҙан насар һаҡлаған, ә рационда май ҡалмаған тиерлек (Свердруп хатта Нансендан етен майы нигеҙендә яһалған итек майын ризыҡ итеп ҡулланырға биреүен һораған)[65]. 1888 йылдың 3 октябрендә экспедиция, Гренландия боҙҙары аша беренсе тапҡыр 470 саҡрымға яҡын ара үтеп, көнбайыш яр буйына барып етә. Нансен һәм уның юлдаштары сәйәхәт барышында метеорологик күҙәтеүҙәр алып барған һәм ғилми материалдар йыйған[66].

Гренландияның көнбайыш яры фьордтарына, атап әйткәндә, Амераликфьордҡа барып еткәс, Нансен һәм Свердруп башҡа команданан айырылып сыға, импровизацияланған кәмә эшләй һәм ярҙам табырға тырыша. Экспедиция ағзалары 11 октябрҙә генә ҡушылған. 6 октябрҙә, ярға килеп еткәс, Нансен менән Свердруп тыуған яҡтарына барған һуңғы пароходҡа һуңлағандарын белгән. Шул уҡ көндө каякта килгән сапҡын-эскимос экспедиция ағзаларының хаттарын һәм телеграммаларын Норвегияға оҙатыу өсөн тапшырырға өлгөргән[67]. Готхобта (Нуук) ҡышлау күҙалланған: Нансен Дания губернаторының үҙенең йортонда йәшәргә тәҡдимен ҡәтғи кире ҡаҡҡан һәм, эскимос халҡының тормошон эстән өйрәнеү маҡсатында, уларҙың йортона урынлаштырылған. Ул эскимостарҙың һунар итеүендә һәм балыҡ тотоуында ҡатнашҡан, шулай уҡ гренланд телендә яҡшы һөйләшергә өйрәнгән[68].

1889 йылдың 15 апрелендә Готхобҡа «Видбьёрн» Hvidbjørnen пароходы килә. Ошо пароходта экспедиция ағзалары 21 майҙа Копенгагенға барып киткән. Данияның баш ҡалаһында сәйәхәтселәр походтың бағыусыһы А. Гамелдә ҡунаҡ булалар[69]. 1889 йылдың 30 майында улар «Мельхиор» пароходы менән триумфатор булараҡ тыуған илдәренә әйләнеп ҡайта. Профессор Брёггер Нансендың биографияһында былай тип яҙған:

Пристандә өйкөлөшкән кешеләрҙең күбеһе өсөн Нансен үткән заман сагаларын бөгөнгө сага менән, баш әйләнә торған бейеклектән тәгәрәгән саңғысы тураһындағы сага менән бәйләүсе викинг була … Нансен улар өсөн — милли тип кәүҙәләнеше[70].

Гренландия экспедицияһы һөҙөмтәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Тыуған илгә ҡайтыу

Нансен үҙенең ҡаҙаныштары хөрмәтенә ике награда: Швеция антропология һәм география йәмғиәтенең «Веги» миҙалына һәм Бөйөк Британия Королеваһының антропология һәм география йәмғиәтенең Виктория миҙалына лайыҡ булған[71]. Дания хөкүмәте уны Данеброг ордены менән бүләкләй, Норвегияла уға Изге Олаф ордены тапшырыла[72]. Халыҡ һәм элита энтузиазмы шул тиклем бөйөк булған, хатта 1890 йылда Норвегияның үҙ аллы География йәмғиәтенә нигеҙ һалынған[73].

Экспедиция һөҙөмтәләре буйынса Нансен ике китап: «На лыжах через Гренландию» (Paa ski over Grønland «Гренландия аша саңғыла») китабын һәм «Жизнь эскимосов» Eskimoliv һәм «Эскимостарҙың тормошо» этнографик тасуирламаһын яҙған. Һәм улар кисектермәй инглиз теленә тәржемә ителгән. Революцияға тиклемге Рәсәйҙә был китаптар тәржемә ителмәй, ә О. Попованың «Эскимостарҙың тормошо» («Жизнь эскимосов») ҡыҫҡаса хикәйәһе 1926 йылға биш тапҡыр баҫыла. 1928 йылда Нансен был баҫманы Норвегия йәштәренә бағышлап, Гренландия аша үтеүҙе һүрәтләүҙе ныҡ ҡыҫҡартҡан. Артабан урыҫ теленә тәржемә тап ошо вариантта башҡарыла (1930, 1937).

Был китаптар ул осорҙа Нансендың социал-дарвинизм идеяларына бирелгәнлеген раҫлай. Атап әйткәндә, ул Гренландия эскимостары коммунизм шарттарында йәшәй, тип һанаған, ә уларҙың тыйыуҙар, көс ҡулланыуҙар һәм хатта һүгенеү һүҙҙәре лә булмаған камил традицион мәҙәниәтен «прогресс» боҙа һәм утрауҙы деколонизацияларға һәм эскимостарҙы цивилизация ҡаҙаныштарына ылыҡтырыуҙы туҡтатырға саҡырған[74].

Киң публика Гренландия экспедицияһын тәү сиратта ҙур спорт ҡаҙанышы тип ҡараны: тәү башлап Гренландияның боҙ көмбәҙен яулағана. Әммә шул уҡ тотонған эш экспедицияның фәнни һөҙөмтәләре ике томында дөйөмләштерелгән физик география буйынса байтаҡ мәғлүмәттәр килтергән: Нансен тәүге тапҡыр материк боҙлоғоноң Гренландияның көнсығыш, көнбайыш ярҙарында таралыу характерын билдәләне[69]. А. Норденшельдтың утрауҙың эске өлкәләрендә оазистар барлығы тураһындағы гипотезаһы кире ҡағыла. Нансендың, Гренланд боҙлоғон Төньяҡ ярымшарҙың атмосфера процестарына йоғонто яһаған дүртенсел боҙлоҡтоң аныҡ моделе тип иҫәпләргә кәрәк, тигән һығымтаһы бик мөһим булған[69].

Нансендың мөһим асышы шунда: Гренланд боҙҙоң өҫтө боҙ түгел, ә ҡарлы, хатта иң йылы йәйҙә лә яуған ҡарҙың иреүе һөҙөмтәһендә кәмемәй[75]. 1893 йылда «Научные результаты путешествия в Гренландию Нансена» («Нансендың Гренландияға сәйәхәтенең фәнни һөҙөмтәләре») мәҡәләһен баҫтырған А. И. Воейков экспедицияны — яңы замандың иң әһәмиәтле сәйәхәттәренең береһе, ә Нансендың Гренландияның эске өлкәләрендә башҡарған күҙәтеүҙәре — асыш яһауға торошло тип атаны[75].

Готхобта Нансен ҡытай сәйләне менән биҙәлгән сәйер таҡта тапҡан. Һуңыраҡ асыҡланыуынса, был Аляска эскимостары ҡулланған һөңгө ырғытҡыс икән. Гренландия аборигендары ҡулланған бөтә ағас кеүек, улар күсеп йөрөгән боҙҙар менән килтерелгән[76]. Гренландияның көнсығыш ярындағы боҙҙарҙан Нансен алған тупраҡ һәм минералдар пробаһында Норденшельд тапҡан Берингов боғаҙындағы кеүек диатомейҙар булған. Нансендың эскимостарҙа ғәҙәттән тыш шарттарҙа иҫән ҡалыу күнекмәләрен: поляр кейем өлгөһө, эттәрҙе нартҡа һәм каяктарға егеүҙе үҙләштереүе боҙҙа йөрөү практикаһына ҙур йоғонто яһаған[77].

Фритьоф һәм Ева Нансен. Ева — үҙе уйлап сығарған саңғы костюмында. 1890 йылғы фотоһүрәт. XIX быуатта бер генә саңғы таяғы файҙаланылғаны яҡшы күренә
Нансендарҙың беренсе өйө — «Готхоб»

Ева Хелена Сарс (1858—1907) менән Нансен осраҡлы рәүештә 1888 йылдың февралендә саңғыла йөрөргә сыҡҡанда осраша. Ева Сарс Норвегияла билдәле зоологтың — рухани Микаэль Сарстың (1805—1869) һәм Марен Катрин Вельхавендың (1811—1898), билдәле шағир Йохандың Себастьян Вельхавендың апаһының ҡыҙы (ғаиләлә 20-се бала) була[78]. Ева ул ваҡытта танылған камера йырсыһы (меццо-сопрано), романстар башҡарыусы булған[78], 1886—1887 йылдарҙа Берлинда Дезира Артола уҡыған[79]. Музыканан тыш, Ева Сарс һынлы сәнғәт һәм спорт менән мауыҡҡан. Саңғы спортын үҙ итеүсе, ул саам милли кейеме өлгөһөндә ҡатын-ҡыҙҙарҙың саңғы костюмын уйлап сығарған[80]. Ева менән Нансен Гренландияға китер алдынан икенсе тапҡыр Кристианияла Музыкаль кафела осраша.

Нансен ҡайтҡас, Кристиания университетының зоология кабинеты кураторы вазифаһын биләй — ул билдәле бер бурыстар күҙ уңында тотмаған, ләкин ярайһы ҙур эш хаҡы алған (быға тиклем Нансен оклады һаҡланған бер йыллыҡ отпускыла иҫәпләнгән) синекура була[81]. 1889 йыл Нансен өсөн көсөргәнешле эш — ике китап яҙыу, экспедиция тураһында отчёт, лекция турнеһы билдәһе аҫтында үтә. Нансен Төньяҡ ҡотопҡа экспедицияға әҙерлек хаҡында асыҡтан-асыҡ иғлан итергә әҙер була (Австралия хөкүмәте Нансенға Антарктидаға экспедицияны етәкләргә тәҡдим итә, был тәҡдимгә яуап итеп ул Полюсҡа норвегтарҙың барып етеүе планы тураһында белдерә)[82].

1889 йылдың 11 авгусында Фритьоф Нансен менән Ева Сарстың йәрәшеүҙәре тураһында иғлан ителә. Йәрәшеү шарттарының береһе Еваның Нансендың Төньяҡ ҡотопҡа походта ҡатнашыуына ризалашыуы була.

1889 йылдың 6 сентябрендә туй була. Нансен сиркәү никахына ризалашмаған һәм ул ваҡытҡа рәсми рәүештә лютеран дәүләт сиркәүенән сыҡҡан булған. Ева рухани ҡыҙы булған, һәм Нансен һуңғы мәлдә ҡаршы килмәгән. Туйҙың икенсе көнөнә парҙар Ньюкаслға географик съезға[83], ә ул тамамланғас, Стокгольмға Нансенды бүләкләү тантанаһына юлланған[83]. Тәүге Яңы йылдарын үҙенсәлекле — Норефьель тауында саңғы шыуып билдәләйҙәр[84].

Нансен Люсакерҙағы Свартебукте ярында Еваның ҡустыһы архитектор Яльмар Вельхавен ярҙамында боронғо норвег стиле талаптарына яуап биргән ағас йорт төҙөгән, өҫтәүенә, бүлмәләрҙе биҙәү дизайнын Нансен үҙе уйлап сығарған. Йорт «Готхоб» («Изге өмөт») исемен алды, сөнки уны төҙөү бурысҡа — Гренландия экспедицияһы тураһында китапҡа алынған гонорарға алып барылған[83].

1890 йылда Ева Нансен ауырға ҡала, ләкин өсөнсө айҙа бала төшкән. 1891 йылда Ева бала таба, бер нисә сәғәттән һуң ул мәрхүм була. Һөҙөмтәлә ситтә күп йөрөгән Нансен Дагмар Энгельхарт менән яҡыная[83][85]. Ире булмағанда, Ева музыка һәм педагогика менән шөғөлләнә башлай. Етди конфликтҡа Еваның Төньяҡ ҡотопҡа экспедицияла ҡатнаша алмауы сәбәпсе булған. Ева өсөнсөгә йөклө ваҡытта Нансен Лондонда Король география йәмғиәтендә доклад яһаған. 1893 йылдың 8 ғинуарында Нансендарҙың беренсе ҡыҙы тыуған. Исеме Лив — норв. Тормош Liv Nansen. Бөгөнгө көндә ҡояш байыуы ла һиҙелмәй. «Хәҙер ул Һауаның ҡулында, Фритьоф юлға сыға алған»

"Фрам"да экскурсия

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Теоретик нигеҙе. Планлаштырыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Нансен 1889 йылда

Нансен мемуар китаптарында әйткәнсә, Гренландия аша поход планы һәм ике йыллыҡ ҡатлы (паковый) боҙҙар дрейфын файҙаланып, "Викинг"та йөҙөү һөҙөмтәләре буйынса ла, Төньяҡ ҡотопҡа етеү проекты төҙөлгән. 1883—1884 йылдарҙа Гренландияның көнсығыш яры буйында Америка флоты лейтенанты Джордж Вашингтон Де Лонг етәкселегендәге «Жаннетта» Jeannette карабында уңышһыҙ экспедиция әйберҙәренең ҡалдыҡтары табыла. Был экспедиция 1881 йылда Новосибирск утрауҙарынан төньяҡ-көнсығышында һәләкәткә осрай.

Норвегия метеорологы профессор Хенрик Мон 1884 йылда табылдыҡтарға анализ яһай һәм Нансендың трансполяр ағым барлығы тураһында фараздарын раҫлаған мәҡәлә баҫтырып сығара; Монаның мәҡәләһе полюсҡа экспедиция идеяһының нигеҙләү булып торған[86].

1890 йылдың 18 февралендә Нансен Норвегияның яңы ғына ойошторолған География йәмғиәте ултырышында сығыш яһай (доклад Naturen журналының 1891 йылғы март һанында баҫылған). Докладта ул элгәре тормошҡа ашырылған арктик экспедицияларҙың уңышһыҙлыҡ сәбәптәренә ентекле анализ яһай һәм түбәндәгеләрҙе хәбәр итә:

Элекке экспедициялар кеүек, ағымға ҡаршы барыу файҙаһыҙ, беҙ ыңғай ағым эҙләргә тейешбеҙ. «Жаннет» экспедицияһы, минең ҡарашҡа, үҙе лә һиҙмәҫтән дөрөҫ юлда торғандарҙан берҙән-бер булған[87].

Нансен Берингов боғаҙынан Гренландияға полюс эргәһендәге киңлек аша үтеүсе диңгеҙ трансполяр ағымын күҙ уңында тота. Уның иҫәпләүҙәренә ярашлы, боҙ массалары Новосибирск утрауҙарынан Гренландияға 700 тәүлек эсендә күсә[88]. Был ағымды ғәмәлдә файҙаланыу мөмкинлеге барлығын аңлата.

Бәләкәйерәк, әммә нығыраҡ судно төҙөү мөмкинлеген планлаштырған Нансен. Суднола иң мөһиме — уның боҙ баҫымын күтәрә алыу һәләте, йәғни боҙ баҫымы судно корпусын өҫкә ҡыҫырыҡлап сығарырһын өсөн, бортты түңәрәк формала эшләү талап ителгән[89]. Башта Нансен, Новосибирск утрауҙарына тиҙерәк етеү өсөн, Беринг боғаҙы аша барырға йыйынған. Урынға килеп еткәндән һуң, мөмкин тиклем төньяҡтараҡ асыҡ һыу буйлап үтеү, шунан һуң боҙға килеп туҡтап тоташыу һәм ҡалған бөтә нәмәне боҙ хәрәкәте ыңғайына башҡарыу күҙ уңында тотолғайны[90]. Фажиғәгә тарығанда һәм эвакуацияланыу, йәки, киреһенсә, экспедиция билдәһеҙ ҡоро ер ярҙарына барып сығыу осрағында, Нансен егеү эттәренә ышанған[91].

Норвегияла Нансендың пландарын интеллектуалдар һәм хөкүмәт мотлаҡ хуплаған. 1892 йылдың 28 сентябрендә география йәмғиәтендә Нансен яңы докладын уҡып ишеттерә. Докладта боҙҙар менән бергә себер урманы һәм ләменең Гренландия ярына күсерелеүенең яңы дәлилдәре күрһәтелгән. Бер күҙәнәкле ылымыҡтар — диатомейҙар ҙа ышаныслы идентификацияланған[92].

Айырыуса 1892 йылдың 14 ноябрендә Бөйөк Британияның Король география йәмғиәтендә һөйләгән докладынан һуң Нансенды сит илдә бөтөнләй икенсе мөнәсәбәт көтә ине. Докладтан һуң фекер алышыуҙар була (материалдар The Geographical Journal, 1893, v. I, p. 1—32 йыйынтығында баҫыла) һәм Нансен тулыһынса яңғыҙ ҡалған[93]. Бөтә билдәле британ полярсылары Нансенға ҡаршы сыҡҡан, ә адмирал сэр Леопольд Мак-Клинток Нансенға «был ҡасан да булһа Король география йәмғиәтенә еткерелгән иң тәүәккәл план», тип белдергән[94]. Тәнҡитселәрҙең күбеһе Нансендың теоретик аргументтарын шик аҫтына ҡуймай, ләкин планды ғәмәлгә ашырып булмай тип белдерә. Бәхәсләшеүселәрҙең береһе лә "Жаннет"тан әйбер табыуға ҙур әһәмиәт бирмәгән[95].

1891 йылда уҡ Нансендың планына америка полярсыһы Адольф Грили иғтибар итә. Ул, 1884 йылда Гренландияла табылған әйберҙәр Де Лонг экспедицияһы ағзаларыныҡы түгел, тип фараз итә һәм Нансен постулаттарының ялған булыуын иҫбатлай. Грили фекеренсә, Төньяҡ ҡотоп бик үк барып етмәҫлек, сөнки ул ҡеүәтле боҙ ҡатламы менән баҫылған ҡоро ер, унан күп йыллыҡ ҡатлы (паковый) боҙҙан ғибәрәт (ул заман терминологияһы буйынса, палеокристик боҙ)[96]. Америка йәмәғәтселеге фекере уларға ҡапма-ҡаршы була, һәм «Нью-Йорк Таймс» репортёрҙары Нансен проекты айҡанлы һоҡланыуҙарын йәшермәй[97].

1891 йылда уҡ Нансендың планына Американың полярсыһы Адольф Грили иғтибар итә. Ул, 1884 йылда Гренландияла табылған әйберҙәр Де Лонг экспедицияһы ағзалары ҡулында булмаған, тип фараз итә һәм Нансен постулаттарының һис шикһеҙ ялған булыуын иҫбатлай. Грили фекеренсә, Төньяҡ ҡотоп бик үк барып етмәҫлек, сөнки ундағы боҙлоҡ арҡаһында баҫылған ҡеүәтле ҡоро ер массивы күп. Ул пак боҙҙар сығанағы булып хеҙмәт итә лә инде (ул заман терминологияһында палеокристик боҙҙоң сығанағы булып хеҙмәт итә). Шулай итеп ул идеаль боҙ судноһы проектына скептик ҡараған һәм Нансендың ниәтен «үҙ-үҙеңә ҡул һалыуҙың мәғәнәһеҙ проекты» тип атаған. Америка йәмәғәтселегенең фекере ҡапма-ҡаршы, һәм «Нью-Йорк Таймс» репортёрҙары Нансен проекты айҡанлы һоҡланыуҙарын йәшермәне

Рәсәйҙә Нансендың планына иң яҡшы мөнәсәбәт була. Норвегия хөкүмәтенең үтенесе буйынса, Рәсәй империяһының Сит ил эштәре министрлығы Норденшельдҡа биргәнгә оҡшаш "тәҡдим итеү ҡағыҙы"н Нансенға Рәсәйҙең төньяҡ ярҙары буйлап сәйәхәт иткәндә биргән тәьмин иткән, һәм Архангельский һәм бөтә Себер губерналарының яр буйҙарына был экспедиция тураһында хәбәр иткән һәм уға һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә бойорған. Урыҫ география йәмғиәтенең үтенесе буйынса Баш гидрографик идаралыҡ Нансенға Рәсәйҙәге поляр диңгеҙҙәр картаһының күсермәләрен ебәргән. Э. В. Толль 1892 йылда үҙе Новосибирск утрауҙарына ауыр сәфәргә сыға, унда Нансен өсөн өс эвакуация базаһы булдыра. Толль Югор Шары ярына һәм Оленёк йылғаһы тамағына Нансенға 40 остяк һәм 26 яҡут этен алып барырға тейеш булған[98][91].

Осло музейында күрһәтелгән «Фрам»

Тәүҙә Нансен бында судноның хаҡын, ҡорамалдарҙы, командаға эш хаҡын һәм экспедиция ағзаларының ғаиләләрен ҡарауҙы индереп, 300 мең норвег крон торошло (16 875 инглиз фунты) смета һалған[99]). 1890 йылдың 30 июнендәге стортинг ҡарары менән Нансенға, экспедиция составы таҙа норвег милләте вәкилдәренән торорға тейеш тигән шарт менән, 200 мең самаһы крон ассигнациялана[100]. Стортинг ултырышында Нансен экспедицияһы мәсьәләһе буйынса ҡыҙыу фекер алышыуҙар була, өҫтәүенә, бюджет комиссияһы дәүләт финанслауына ҡаршы булыуын белдерә. Һөҙөмтәлә субсидия бүлеү тауышҡа ҡуйыла: 73 депутат «ыңғай» һәм 39 «ҡаршы» тауыш бирә[101]. Башҡа сығымдарҙы ҡаплау өсөн 1891 йылдың ғинуарында Швеция һәм Норвегия короле Оскар II индергән 20 мең крон иғәнә нигеҙендә милли яҙылыу асыла. Нансен мөмкин булғанса йәмәғәтселек фекеренән ҡурҡып сит ил финанс ярҙамынан ситләшкән. Бөтә сығымдар 445 мең крон (25 мең фунт стерлинг) тәшкил иткән[102].

Нансен баштан уҡ Норвегияның алдынғы судно төҙөүсеһе Арчер Колинға мөрәжәғәт итергә ниәтләгән. Нансен беренсе (бик һаҡ) хатын 1890 йылдың 6 мартында ебәрә. Арчер оҙаҡ икеләнгән, килешеү 1891 йылдың 9 июнендә төҙөлдө{{sfn|Huntford|2001|p=183—184}. Өс проект тәҡдим ителде: Нансен, Свердруп һәм Арчер үҙе, улар ярайһы уҡ оҙаҡ килешелә. Судноға нигеҙ 1891 йылдың 11 сентябрендә Ларвиктағы Арчер верфында һалына[103]. 1892 йылдың 26 октябрендә судноларҙы һыуға төшөрәләр. Ева Нансен тантана менән етәкселек иткән, судноға «Фрам» («Алға») исемен биргән[104].

Гренландия тәжрибәһенән сығып, Нансен профессионалдарҙан торған, һәр кем эшкә тигеҙ яуаплы бәләкәй команданың өҫтөнлөгөнә инанған[105]. Экспедицияла ҡатнашыуын теләгән 600-ҙән ашыу кеше ғариза биргән, Нансен уларҙан 12 кешене генә (үҙен лә индереп) һайлап алған, әммә йөҙөп китергә сәғәт ярым ҡалған сәғәттә, Вардёла, команданың 13-сө ағзаһы - матрос Бернт Бентсен ҡабул ителә, ул Югорский Шарға тиклем генә барырға тейеш булған, ләкин экспедиция аҙағына тиклем ҡалған. Дәғүәселәрҙең береһе - билдәле инглиз 1890 йылда уҡ ғариза биргән поляр тикшеренеүсеһе Фредерик Джексон булған, ләкин экспедицияға норвег милләте вәкилдәре генә алынғанлыҡтан, уның үтенесе кире ҡағыла[106].

"Фрам"дың йөҙөүе һәм курстан тайпылыуы (дрейф)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
1893-1896 йылдарҙағы экспедиция картаһы:     «Фрам»дың ирекле йөҙөүе, 1893 йылдың июле - сентябре     «Фрам»дың дрейфы, 1893 йылдың сентябре - 1896 йылдың авгусы     Нансен һәм Йохансендың сана походы, 1895 йылдың марты - 1896 йылдың июне     Нансен менән Йохансендың ҡайтыуы, 1896 йылдың авгусы     «Фрам»дың Тромсё ҡалаһында йөҙөүе, 1896 йылдың авгусы

«Фрам» 1893 йылдың 24 июнендә Нансендың Люсакерҙағы «Готхоб» усадьбаһынан, Пиппервик ҡултығынан, йөҙөп сыҡҡан. 15 июлгә тиклем судно Норвегия ярҙары буйлап барғанда, Нансен экспедицияның финанс етешһеҙлектәрен ҡаплау маҡсатында халыҡ алдында бер нисә сығыш яһаған[107]. Вардёны ҡалдырып, «Фрам» дүрт тәүлек дауамында таралмай торған тотош томанда Баренц диңгеҙе буйлап йөҙөүгә сыҡҡан. 29 июлдә «Фрам» Югорский Шарына, Э. В. Толль илсеһе ярым-урыҫ-ярым-норвег, Тубыл мещаны Александр Иванович Тронтхейм — 34 остяк лайка тоҡомло эттәрен ненец ауылы Хабаровоға килтергән[108]. 18 августа Енисейҙың траверзына эләгеп, Кара диңгеҙен имен-аман аша сыҡҡан. Бында тотош томан эсендә бәләкәй утрауҙар төркөмө күренгән, уларҙың береһе Свердруп хөрмәтенә аталған[109].

7 сентябргә экспедиция Таймыр ярымутрауына барышлай, командир ярҙамсыһы (Скотт-Хансен утрауы) һәм экспедиция бағыусылары (Фирнли утрауы һәм Хейберг утрауы) хөрмәтенә аталған бер нисә ваҡ утрауҙар төркөмөн асҡан. Нансен Норденшельдт тәүге тапҡыр күргән утрауҙар теҙмәһен уның хөрмәтенә атаны[110]. Челюскин мороно 9 сентябрҙә көслө ҡар дауылында еңеп сыҡҡан[111]. Нансен Толль күмер склады һәм бер партия егеү эттәрен әҙерләгән Оленёк йылғаһы тамағына бармаҫҡа ҡарар итә, Котельный утрауын урап үтеп, төньяҡҡа юл тотҡан. Нансен 80° киңлегенә барып етергә иҫәп тотһа ла, тотош боҙ өйөмдәре "Фрам"ды 20 сентябрҙә 78° төньяҡ киңлегендә туҡтатҡан. 28 сентябрҙә эттәр борттан боҙға төшөрөлә, ә 5 октябрҙә рәсми рәүештә дрейф башланыуы тураһында иғлан ителә[112].

«Фрам» 1894 йылдың мартында. Электр генераторы елләткесе һәйбәт күренә

1893 йылдың 9 октябрендә «Фрам» конструкцияһы ғәмәлдә: тәүге боҙ ҡыҫыуы аҫтында һынау үткән. Был ваҡыт эсендә судно һай урында (130—150 м) ауыша-ауыша курстан тайпылған. 19 ноябргә «Фрам» дрейф башланған урындан көньяҡтараҡ була. Нансен депрессияға бирелә[113]. Поляр төн 25 октябрҙә башланған, был ваҡытҡа бортта ел генераторы монтажланған. Дөйөм алғанда, «Фрам» командаһының төп дошманы тығыҙ торлаҡ биналарҙа үҙ-ара низағтарына һәм Нансендың даими депрессияһына килтергән һағыш торған: ул ҡатыны менән оҙаҡ айырылып йәшәүҙе бик ауыр кисергән. 1894 йылдың ғинуарында Нансен Төньяҡ ҡотопҡа саналарҙа барып етеү хаҡында уйлана башлай[114]. Уның биографы Хантфорд әйтеүенсә, был Арктика буйлап хәрәкәт итеү ысулы буйынса яңы асыш булған: эттәр йөктө ҡыҫҡа саналарҙа тартырға, ә кешеләр, көстәрен һаҡлап, саңғыла еңелсә атлаған. Был алым беренсе тапҡыр Төньяҡ ҡотопҡа етеү өсөн ҡулланылырға тейеш була[115].

1894 йылдың 19 майында «Фрам», тәүлегенә уртаса 1,6 миль тиҙлектә (әгәр дрейф тиҙлеге даими булһа, Нансен поляр бассейнын үтер өсөн кәмендә 5-6 йыл кәрәк булыр тип ҡурҡҡан) төньяҡ киңлектең 81° үткән. Был осорҙа бик яҡшы асыш яһала: һай һыулы Поляр бассейны урынында 3850 м тәрәнлектәге океан табыла[116]. 1894 йылдың йәйе аҙағында Нансен судноның полюсҡа барып етмәүен аңлай һәм 1895 йылда сана походына сығырға ҡарар итә.

Ялмар Йохансен бүре тиреһенән тегелгән кейемдә

1894 йылдың 16 ноябрендә Нансен командаға киләһе йылда суднонан китәсәген иғлан итә[117]. Был ваҡытҡа «Фрам» Флигели морононан 750 саҡрым алыҫлыҡта һәм Төньяҡ полюстан 780 саҡрым тирәһе алыҫлыҡта урынлашҡан була[118]. Нансен походҡа ике кеше, 1050 килограмм йөк менән 28 эт (һәр эткә 37,5-шәр килограмм) сығыр тип иҫәп тотҡан. Полюсҡа еткәс (быға 50 тәүлек бүленгән), йә Шпицбергенға, йә Франц-Иосиф Еренә барырға мөмкин буласаҡ. Нансен юлдашы итеп экспедицияла иң тәжрибәле саңғысы һәм каюр — Ялмар Йохансенды билдәләне. 19 ноябрҙә ул Ялмарға тәҡдим яһаған, һәм ул шунда уҡ ризалашҡан[119].

Киләһе айҙар ашығыс йыйыныуға арналды. Эскимос өлгөһө буйынса шәхси нард (ҡыҫҡа сана) һәм каяк (кәмә) эшләү төҙөү бурысы торған. 1895 йылдың 3 ғинуарынан 5-енә тиклем «Фрам» иң көслө боҙ ҡыҫыуын кисерә, шуға күрә команда боҙға күсергә әҙер ине. Иң ҡурҡынысы — бөтә ауырлығы менән палубаны баҫырлыҡ торос, «Фрам»ға йөҙәр тонналыҡ йөк аҫтынан (судно тирәһендәге боҙ 9 метр ҡалынлыҡта) сыға алмау хәүефе янай ине[120]. Ғинуар аҙағына экспедиция ағымдар менән 83° 34′ төньяҡ киңлегенә сыға. Шул рәүешле 1882 йылғы Грили рекордына — 83° 24′ төньяҡ киңлегенә еткән[121]

Төньяҡ ҡотопҡа поход

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
1895 йылдың 14 мартында Нансен менән Йохансендың өсөнсө һәм һуңғы старты. Нансен - һулда икенсе, Йохансен - уңда икенсе

Экспедиция судноһында булған материалдарҙы ғына файҙаланып, сикле ваҡыт эсендә (ике ай самаһы) сана экспедицияһы йыһазлана. Тәүҙә дүрт нартта сығыу күҙ уңында тотолған, әммә 1895 йылдың 26 февралендә был конструкцияһының ышанысһыҙ булыуын - аратаның һыныуын күрһәтте. 28 февралдә 6 нартта сығыу тормошҡа ашмаған: эттәрҙең аҙ (28) булыуы бер үк арауыҡты алты тапҡыр үтергә мәжбүр иткән. Шул арҡала аҙыҡ-түлек запасы ярайһы уҡ кәмей (850 кг: кешеләр өсөн 120 тәүлеккә һәм эттәр өсөн ни бары 30 тәүлеккә етерлек). Асыҡланыуынса, бүре тиреһенән тегелгән поляр костюмдар уңышһыҙ беселгәнлектән, һәм Нансен менән Йохансен ныҡ тирләгән. Төнгөлөккә сиселгән тире костюмдар туңған. Нансен 1888 йылда Гренланд экспедицияһында һыналған бәйләнгән йөн костюмдарға кире ҡайтырға ҡарар иткән. Улар ҙа уңайһыҙ ине: һалҡындан насар һаҡлаған, йөрөгәндә туңған, ә төндә йоҡо тоҡсайында ирегән һәм йыш осраҡта еүеш көйө тороп ҡалған[122].

Нансен менән Йохансен 1895 йылдың 14 мартында өс нартта сығырға булған. Төньяҡҡа поход сиктән тыш ауыр була: даими рәүештә ҡаршы елдәр өргән, боҙҙоң тайпылып ағыуы (дрейф) арҡаһында үтелгән араны (сәйәхәтселәр көнөнә уртаса 13-17 саҡрым юл үтә) белеп булмаған[123], эттәр көсһөҙләнгән һәм йоҡлай алмаған, йөн костюмдар боҙ кейемдәрҙе хәтерләткән[124]. Нансен менән Йохансен бер нисә тапҡыр йәш боҙ араһына төшөп киткән, ҡул бармаҡтарын туңдырған. Температура даими рәүештә −40 °C һәм −30 °C торған. Ниһайәт, 1895 йылдың 8 апрелендә Нансен полюс өсөн көрәште туҡтатырға ҡарар итә: 86°13′36′′ төньяҡ киңлеккә еткәдән һуң, Флигели моронона боролған. Төньяҡ ҡотопҡа 400 км самаһы ҡалған.

86°13′36′′ төньяҡ киңлегендә 1895 йылдың 7 апреле. Нансен һүрәте буйынса гравюра

1895 йылдың 13 апрелендә хәлдән тайған полярниктар, хроникометр ҡабыҙмайынса, йоҡларға ята, һәм ул туҡтап ҡала[125]. Ай алыҫлығын иҫәпкә алыу өсөн кәрәкле таблицалар «Фрам»да онотолоп ҡалған, һуңғы обсервация урынынан алыҫлыҡты билдәләү генә мөмкин булған. 14 апрелдәге Пасхаға Нансен киңлеген, оҙонлоғон һәм магнит ауышлығын билдәләй[126], гринвич ваҡытын иҫәпләгәндә, Нансен хаталана: 1896 йылда уҡ уның хронометры 26 минутҡа алға китеүе асыҡлана. Географик координаталарҙы билдәләгәндә был 6,5° оҙонлоҡтағы яңылышлыҡҡа килтерә[127].

Нансен һәм Йохансен йәйәү маршта. Каяктар яҡшы күренә. Ф. Джексондың кешегә күрһәтеү фотографияһы, 1896 йылдың июле

Апрелдә боҙ төньяҡҡа тайпыла, полярсыларҙы юлға сығыуҙан тыйылырға мәжбүр итә. 19 апрелгә эттәрҙең өс көнлөк аҙығы ҡалған, һәм полярниктар иң көсһөҙ хайуандарҙы һуйып, ҡалғандарын ашатҡан. 21 апрелдә Нансен менән Йохансен боҙға батҡан ҡарағас бүрәнә таба, был Нансендың Себер ярҙарынан алып Гренландияға тиклем ҡатлы боҙҙар дрейфы теорияһын раҫлай. Шул рәүешле генә Гренландия аборигендары хужалыҡ маҡсаттары өсөн кәрәкле ағас алған. Нансен менән Йохансен бүрәнәне уйып инициалын яҙған[128]. Июнь башына - боҙҙарҙың иреү ваҡытына - уларҙың 7 эте ҡалған. 1895 йылдың 22 июненән 23 июленә тиклем Нансен менән Йохансен ирей башлаған торостарҙың тотош өйөмдәре менән ҡамалған, улар үҙҙәренең мәжбүри туҡталҡаһын «Ғазап лагеры» тип атаған. Температура ҡайһы берҙә нуль кимәленән юғарыраҡ күтәрелгән, аҫҡа саңғы һалып, еүеш тоҡтарҙа йоҡларға тура килгән. Һуңғы эттәрҙе үлтереп, кәрәк-яраҡтың күп өлөшөн ырғытырға, шулай уҡ өс метрлыҡ нарттарҙы, бер кеше һөйрәрлек итеп, ҡыҫҡартып киҫергә тура килгән[129].

Франц-Иосиф Ерендә. Зимовка

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Файл:Nansen Johansen.jpg
Нансен менән Йохансен каякта ҡаран аша сыға. Саңғылар (моронда) һәм киҫелгән нарттар (ҡойроҡта) яҡшы күренә. Ф. Джексондың ҡуйыусы фотоһүрәте, 1896 йылдың июле

10 августа Нансен менән Йохансен архипелагка барып етә, уға Нансен Аҡ Ер Hvidtenland тигән исем бирә. Был Франц-Иосиф Еренең иң төньяҡ армыттары. Боҙлоҡ менән ҡапланған күрше утрауҙы Нансен, ике утрау итеп ҡабул итеп, уларға ҡатыны менән ҡыҙының исемен биргән: Ева менән Лив[130].

Ул осорҙоң дөрөҫ булмаған карталары бер нисек тә ярҙам итә алмай, ә ҡыш башланғансы мөмкин тиклем алыҫыраҡ китергә ҡалды. Ниһайәт, 1895 йылдың 28 авгусында Нансен билдәһеҙ илдә ҡышҡылыҡҡа ҡалырға ҡарар итә. 1895 йылдың 28 авгусынан 1896 йылдың 19 майына тиклем Джексон утрауының көнбайыш өлөшөндә Норвегия морононда ҡыш үткәргән[131]. Нансен менән Йохансен морж тиреһенән һәм таштарҙан ер өй төҙөгән. Таштар морендан бәреп төшөрөлә, нарт табанының ҡырҡылған киҫәге рычаг булып хеҙмәт итә, ҡырсындарҙы саңғы таяғы менән йомшарталар, ҡаты баҫҡысты морж ҡалаҡ һөйәгенән көрәк эшләйҙәр, уны нарт арҡыры ағасына бәйләйҙәр, морж ҡаҙығы кәйлә булып хеҙмәт иткән. 7 сентябрҙә төҙөй башлап, 28 сентябрҙә өй туйлағандар[132].

Нансен һәм Йохансентың ҡышҡы «өңө»

Ер өйҙәге температура һыу туңған кимәлдә һаҡланған, яҡтыртыу һәм аҙыҡ әҙерләүҙең берҙән-бер сараһы булып нарт табанынан (нейзильберҙан) эшләнгән майлы лампа булған. Полярниктар айыу һәм морж ите һәм салоһы менән туҡланған, «Фрам»дан алынған запастарҙы киләһе йылға юлға ҡалдырған[133]. Ҡышҡылыҡҡа һайлаған урындары насар булып сыҡҡан, йыш иҫкән ҡаты ел (бер мәл Нансендың саңғыларын ел һындырып, Йохансендың каягын селпәрәмә килтерә) һәм ҡышлаусыларҙың кәмей барған мөлкәтен (мәҫәлән, тросты йәки термометрҙы)[134] песецтар көтөүе ҡырып алып китә[135]. Марттан башлап уларға аслыҡта көн күрергә тура килгән: аҙыҡ запастары бөткән, «Фрам»дан ҡалған запастары еүешлектән бәшмәк менән ҡапланған[136]. 10 мартта ғына ҡышлаусылар айыу атып ала, һәм уның ите 6 аҙна буйы туҡланырға еткән[137].

1896 йылдың 21 майында ҡышлаусылар, Шпицберген архипелагына барып етергә иҫәп тотоп, артабанғы юлға сыға. Барлыҡ эттәр ҙә 1895 йылда уҡ ашалып бөткәнлектән, йәйәү хәрәкәт иткәндәр, ҡарандар аша (разводье) каяктарҙа сыҡҡандар. Ел иҫкәндә, юрғандарҙан (одеяло) эшләнгән импровизацияланған елкәндәр ҡуйғандар (Мак-Клинток утрауын үткәндә шулай иткәндәр). 12 июндә һәләкәткә тарый яҙғандар: полярсылар яр буйына һунарға килгән саҡта, көслө ел каяктарын диңгеҙгә ағыҙа. Нансен, ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, каяктарға йөҙөп барып еткән һәм каяк бортындағы мөлкәтен кире ҡайтарған[138]. 15 июндә Нансен батып үлә яҙа, морж каяктың парусинанан эшләнгән бортын йыртҡан, бәхеткә күрә, сәйәхәтсенең тәнен йәрәхәтләмәй[139].

1896 йылдың 17 июнендә Нансен аш бешергәндә эт өргәнен ишеткән. Үҙенең ҡолаҡтарына ышанмайынса, ул разведкаға барырға булған һәм үҙенең экспедицияһы менән 1894 йылдан Флора моронон тикшереүсе Фредерик Джексонға тап булған[140].

Нансен менән Джексондың осрашыуы. Ысынында осрашыуҙан һуң бер нисә сәғәт үткәс эшләнгән фотоһүрәт

Нансен быны ошолай һүрәтләгән:

Бер яҡтан шаҡмаҡлы инглиз костюмы һәм бейек итек кейгән, цивилизациялы, шыма итеп ҡырынған һәм сәстәре ҡырҡылған, хуш еҫле һабын еҫе аңҡып торған Европа кешеһе…; икенсе яҡтан - бысраҡ туҙған кейем кейгән, ҡоромға буялған туҙғыған сәсле һәм төклө һаҡаллы һәм тәбиғи төҫө бөтөнләй күренмәгән ҡарайып бөткән ҡырағай…[141]

1896 йылдың 17 июнендә Нансен (һулда) һәм Йохансен (уңда) Флор морононда Джексон базаһы янында

Джексон беренсе осрашыуҙа «Фрам»дың һәләк булыуына, ә Нансен менән Йохансендың берҙән-бер иҫән ҡалыуына ышанған[142]. Оҙаҡламай ул Нансендың һүҙҙәренән һәм көндәлектәренән, табип тикшереүе һөҙөмтәләренән хаталаныуын аңлай. Джексон базаһында үлсәү ҡыйынлыҡ менән ҡышлау һәм хәрәкәттән һуң Нансендың ауырлығы - 10 килограмға, ә Йохансендың 6 килограмға артыуын күрһәткән. Нансен былай тип яҙған: «Тимәк, арктик климатта айыу ите һәм туң май менән туҡланғанда ҡыштың тәьҫире шундай. Был башҡа поляр сәйәхәтселәренең тәжрибәһенә бөтөнләй оҡшамаған…»[143]. Полярсылар бер айҙан ашыу Флора морононда цивилизациялы тормошҡа өйрәнгән һәм геологик тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнгән. Нансен менән Джексондың карталарын сағыштырыу архипелагтың үлсәмдәрен асыҡларға ярҙам иткән. Бынан тыш, асыҡланыуынса, март айында Джексон Нансен менән Йохансендың ҡышлауына ни бары 35 миль барып етмәгән, сөнки уның ҡарандар аша сығыу саралары булмаған. 1896 йылдың 26 июлендә Флора моронона Windward яхтаһы килә, Нансен менән Йохансен Норвегияға ҡайтып, 13 августа Вардё еренә аяҡ баҫҡан. Нансен шунда уҡ премьер-министр Ф. Хагерупҡа «Возвращения „Фрама“ ожидаю в этом году» тигән телеграмаһын ебәрә[144]. Нансендың пландары тулыһынса аҡлана: «Фрам» 20 августа Скьервёға бер ниндәй ҙә зыян күрмәйенсә һәм тулы составта команда менән әйләнеп ҡайта[145].

Нансен сәфәрҙә йөрөгәндә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ева Нансен концерт кейемендә. 1890-сы йылдар фотоһы

1894 йылдан алып Нансендың Төньяҡ ҡотопто яулауы гәзиттәрҙәге «ялған хәбәрҙәре» өсөн төп темаларҙың береһенә әйләнә. Бындай төрҙәге тәүге сенсацияларҙың береһе 1894 йылдың апрелендә «Le Figaro» гәзите тарафынан ҡабартыла[146]. Ева Нансенға 1895 йылда бер күрәҙәсе, йәнәһе, Төньяҡ ҡотоптан ебәрелгән хат тапшырған[146]. Лив Нансен 1895 йылдың 11 сентябрендә полиция начальнигы Коппервиктың йәнәһе лә диңгеҙҙә уҙған йылдың 1 ноябрендә Төньяҡ ҡотоп эргәһендә Нансендың хаты яҙылған шешә табылған тигән телеграмма килтергәне тураһында яҙа[147]. 1895 йылда «Нью-Йорк таймс» Иркутскиҙан хатта Милли география йәмғиәтендә лә ажиотаж сығарған, йәнәһе, «Нансен агенты»нан репортаждар серияһын баҫтыра[148]. Етди тикшеренеүселәр имеш-мимештәргә иғтибар итмәгән. Нансенды тыуған төйәге Тромсёла тәүгеләрҙән булып уның теорияһын башлап ебәреүсе - профессор Х. Мон ҡаршы ала. Билдәле метеоролог Нансенды күптән һәләк булған тип иҫәпләгән була[144].

Фритьоф киткәндән һуң бер нисә аҙна үтеүгә, бер нисә концерт ҡуйыуын һорап, Ева Нансенға имперасарио Фогт-Фишер килә, һуңынан уны өгөтләй алыуы менән ғорурланған[149]. Нансен үҙе лә һуңғы хаттарының береһендә ҡатынын артист эшмәкәрлегенә кире ҡайтырға күндерә. Ева Нансендың сәхнәгә әйләнеп ҡайтыуы, ҡыҙы Ливтың хәтирәләре буйынса, триумфаль үтә, ә 1895 йылдың ноябрендә ул Стокгольмда Король ғаиләһе алдында сығыш яһай[149]. 1896 йылдың 18 авгусында Нансен исемле ирле-ҡатынлы Хаммерфестҡа яңынан күсә[145].

«Фрам» командаһы тулы составта: өҫтә һулдан уңға: Блессинг, Нурдал, Мугста, Хенриксен, Петтерсен, Йохансен. Ултыралар: Бентсен, Скотт-Хансен, Свердруп, А. Амундсен (эт менән), Якобсен, Нансен, Юэлл

"Фрам"дың ҡайтыуы милли байрамға әйләнгән. Тромсёнан алып Кристианияға тиклем (1896 йылдың 20 авгусы — 9 сентябре) юл буйына һәр портта хөрмәтләү менән оҙатылған. Судно буксир менән барған. Бергенға барышлай «Фрам»ға Э. В. Толль ултыра, ул Рәсәй исеменән Нансенды король банкетында ҡотлай[150]. Кристинияла "Фрам"ды хәрби-диңгеҙ флотын тулы составта ҡаршы алған, ә король аудиенцияһына барған юлда Нансен командаһы 200 гимнаст кәүҙәләре менән төҙөлгән триумфаль арка аша үткән[151]. Университет студенттары командаға лавр веноктары кейҙергән[152].

Нансен Изге Олаф орденының Ҙур тәреһе менән бүләкләнгән; Свердруп менән Арчер — беренсе класлы командир тәреләренә лайыҡ булған; Блессинг, Скотт-Хансен һәм Йохансен — изге Олаф рыцарҙары булып киткән. Һанап үтелгәндәрҙең барыһы ла «Фрам» иҫтәлекле миҙалы менән бүләкләнде, команданың ҡалған 7 ағзаһы «юғары белемле булмағанлыҡтан» бер ниндәй награда алмаған[152]. Нансен Америка Ҡушма Штаттары Милли география йәмғиәтенең иң юғары наградаһы — Каллум миҙалы менән бүләкләнгән[153]. 1896 йылдың 2 октябрендә Рус география йәмғиәтенең сит ил почётлы ағзаһы итеп һайлана[154]. 1897 йылда Рәсәй хөкүмәте Рус география йәмғиәте юллауы буйынса Нансенды 1-се дәрәжә Изге Станислав ордены менән бүләкләй, ә Йәмғиәт советы уға «Төньяҡ Боҙло океанды тикшергәндә тиңдәшһеҙ батырлыҡ өсөн…» Константинов алтын миҙалын, юғары наградаһын биреүҙе раҫлай. 1898 йылдың 28 апрелендә Петербург дворяндар йыйылышы залында Рәсәйгә сәфәре барышында ғалимды ҡотлайҙар[155]. 1898 йылдың 18 апрелендә Петербург фәндәр академияһы Нансенды үҙенең почётлы ағзаһы итеп һайлай[156].

1896 йылдың 8 декабрендә Стокгольмда фәнде үҫтереү буйынса Нансен фонды һәм иң яҡшы ғилми тикшеренеүҙәр өсөн Нансен премияһы ойошторола. Фондты ойоштороу инициаторы булып профессор Брёггер сығыш яһаған, Нансен үҙе идараның ғүмерлек ағзаһы итеп тәғәйенләнгән. Тиҙ арала 500 мең крон — экспедиция хаҡынан ҙурыраҡ сумма йыйылған[157].

Норвег поляр экспедицияһының һөҙөмтәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нансен Төньяҡ ҡотопҡа барып етә алмаһа ла, сэр Клемент Маркхэмдың (Король география йәмғиәте рәйесе) һүҙҙәренә ҡарағанда, «норвег экспедицияһы Арктиканың бөтә географик проблемаларын хәл итте»[158]. Экспедиция Төньяҡ ҡотоп эргәһендә ҡоро ер булмауын, ә океан бассейны булыуын иҫбатланы. Нансен әйтеүенсә, ҡатлы (паковый) боҙҙар дрейфында Ерҙең әйләнеп йөрөүенә бәйле булған гидроаэромеханик Кориолис көсө ҙур роль уйнай. 1902 йылдағы экспедиция һөҙөмтәләрен анализлау нигеҙендә[159] Нансен «Нансен ҡағиҙәләре» булараҡ билдәле ике ҡағиҙә сығарған: дрейф ваҡытында боҙҙоң тиҙлеген һәм йүнәлешен һүрәтләгән, һәм XX быуаттың поляр экспедицияларында киң ҡулланыш алған[160]. Бынан тыш, Нансен тәүге тапҡыр ентекле рәүештә ҡатлы боҙҙарҙың үҫеү һәм иреү процесын, шулай уҡ «үле һыу» Dead water феноменын һүрәтләй[161].

Полярник-тикшеренеүселәр һәм спортсылар өсөн Нансендың технологик асыштары ҙур роль уйнай. Ул тәүге тапҡыр киң күләмдә эскимостарҙы иҫән ҡалыу тәжрибәһен ҡуллана, ә уның ҡайһы бер уйлап табыуҙары (металл табанлы еңел бамбук нарттар һәм аш бешереү, бер үк ваҡытта КПД-һы - 90 % тәшкил иткән эсәр боҙҙо иретеү аппарат әле лә файҙаланыла[162].

Нансен 1896 йылда Арктиканан ҡайтҡандан һуң

Замандаштары Нансендың батырлығын юғары баһалаған, тикшеренеүсе-полярниктарҙан ике американлы, һуңыраҡ Төньяҡ ҡотопто яулаясаҡ Роберт Пири, полюсҡа өс аҙналыҡ ынтылышынан һуң, Нансен менән Йохансендың «Фрам»ға әйләнеп ҡайта алмауына аптыраған[163]. Нансендың барлыҡ дәлилдәрен кире ҡаҡҡан Адольф Грили 1896 йылда уҡ сәфәрҙәштәрен ташлағаны һәм «начальник бурысын һанға һуҡмағаны» өсөн тикшеренеүсене шелтәләгән[164]. М. Б. Черненко, Нансен сәйәхәте комментаторы, ошо йәһәттән былай тип яҙа:

Нансен Грилдең үҙенә ҡарата хыянатлы фекерҙәрен килтерә. Был фекерҙәр объектив ҡына түгел, намыҫһыҙ ҙа. «Фрам»дың хәле билдәләнгән һәм капитаны Отто Свердруп етәкселегендәге судно экипажы тыуған иленә хәүефһеҙ ҡайтыу тәжрибәһен туплаған мәлдә Нансендың йәйәү китеүен Гриль бик яҡшы белә. Нансен менән Йохансендың йәйәүле походы Поляр тикшеренеүҙәр тарихында тиңе булмаған ҙур батырлыҡ була[165].

Шулай уҡ ҡайһы бер ватандаштары Нансенды милли герой тип тә ҡабул итмәгән. Норвегияла төп тәнҡитселәр иҫәбендә Нансен үҙе һоҡланған кешеләр - Кнут Гамсун һәм Генрик Ибсен. Гамсун Гренландия экспедицияһы тамамланғандан һуң уҡ «Дагбладет» гәзитендә, Нансендың төп ҡаҙанышы температураны −40°С градустан түбән булғанын үлсәү булыуы хаҡында мәҡәлә яҙған[166].

Норвегия тикшеренеүсеһе Тур Буманн-Ларсен фекеренсә, Ибсен, «Норвегияла спорт, физик күнегеүҙәр һәм саңғылар үтә күп булған»лыҡтан, Нансен илдең рухи тормошона хәүеф менән янай, тип аңлатҡан. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, Нансен китап уҡыуҙы түгел, «һауала йәшәүҙе» пропагандалаған. Ибсендың Нансенға ҡарата нәфрәте шәхси сәбәп аша көсәйә: 1897 йылда драматургтың улы Сигурд Кристиания университетының социология профессоры вазифаһына алынмай, әммә 14 көндән Нансенға профессор исеме бирелә. Ибсен Нансенды «Когда мы, мёртвые, пробуждаемся» драмаһында айыуҙарға ярһып һунар итеүсе Ульфхейм алпауыт образында күрһәткән[167][166].

Нансендың 1896—1905 йылдарҙағы эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Нансен 1897 йылда АҠШ-та

Нансендың мөһим бурысы - сәйәхәт көндәлектәре һәм беренсел эшкәртелгән ғилми материалдар нигеҙендә экспедиция тураһында отчёт яҙыу. Р. Хантфорд, 300 000 һүҙҙән торған отчётты Нансен 1896 йылдың декабрендә үк әҙерләгән, ә инглиз телендә ул 1897 йылдың ғинуарында сығарылған, тип раҫлай. Шуға ҡарамаҫтан, беренсе норвег баҫмаһына инеш һүҙҙе Нансен үҙе 1897 йылдың 27 сентябрендә билдәләй.

Р. Хантфорд, 300 000 һүҙҙән торған отчётты Нансен 1896 йылдың декабрендә үк әҙерләгән, ә инглиз телендә ул 1897 йылдың ғинуарында сығарылған, тип раҫлай[168]. Шуға ҡарамаҫтан, беренсе норвег баҫмаһына инеш һүҙҙе Нансен үҙе 1897 йылдың 27 сентябрендә яҙған[169]. Сәйәхәттең тасуирламаһы «карапҡа исем биргән һәм ҡыйыу көтә белгән» Ева Нансенға арналған[170]. Китап «„Фрам“ в полярном море: Норвежская полярная экспедиция 1893—1896» тип атала һәм бик популяр булған. 1893-1896 йылдарҙа уның инглиз, немец, швед һәм рус телдәренә тәржемәләре донъя күрә. Баҫмаларҙан һәм ҡабаттан нәшер итеүҙәр гонорары Нансенды хәллегә әйләндерә[168]. Әммә был баҫма Нансен менән Свердруп араһындағы мөнәсәбәттәрҙең өҙөлөүенә сәбәпсе булған: «Фрам» капитаны үҙен китаптың авторҙашы итеп күрергә һәм гонорарҙың күпмелер өлөшөн алырға теләгән. Бер үк ваҡытта ул «Фрам»да Норвегияның яңы поляр экспедицияһы командиры итеп тәғәйенләнгән. Улар араһындағы мөнәсәбәттәр тик 1927 йылға ғына яйға һалынған[171].

1897 йылда Нансенды Кристиания университеты профессоры итеп тәғәйенләйҙәр, экспедицияның фәнни материалдарын эшкәртеүен тамамлағанына тиклем лекциялар уҡыуҙан азат ителә[172]. Эш 10 йыл самаһы дауам итә, отчёттың һуңғы (алтынсы) томы инглиз телендә 1906 йылда уҡ донъя күрә. Өсөнсө томды Нансен үҙе яҙған һәм Поляр бассейн океанографияһына бағышлаған[173]. 1900 йылдан Нансен университетында океанография буйынса лекциялар уҡыған, ә 1908 йылдан зоология түгел, ә океанография профессоры итеп раҫланған[174].

1899 йылда Нансен Стокгольм кәңәшмәһендә ҡатнаша, унда диңгеҙҙе өйрәнеү буйынса Халыҡ-ара совет ойоштороу мәсьәләһе тикшерелә. Совет 1902 йылда ойошторола, Норвегиянан уның составына Нансен, Экман, Бьорн Хелланд-Хансен һәм башҡалар инә. Совет даими гидрологик киҫелештәр булдырҙы, уларҙа йылына дүрт тапҡыр (февраль, май, август, ноябрь) бер үк приборҙар менән ике аҙна һайын үлсәүҙәр үткәрелергә тейеш ине[175]. Шул уҡ 1902 йылда Кристинияла Халыҡ-ара диңгеҙ тикшеренеүҙәре үҙәк лабораторияһы ойошторола, уны Нансен етәкләй, һәм ул океанографик тикшеренеүҙәрҙең төп ғилми үҙәгенә әүерелә[176].

Нансен, Норвегия поляр экспедицияһы материалдарын эшкәртеү тамамланғанға тиклем үк, Антарктидаға норвег экспедицияһын планлаштырған. Уның планы 1897 йылда Англияла Король география йәмғиәтендә үткән лекция турнеһында уҡылған докладта күрһәтелгән. Нансен, Көньяҡ ҡотопҡа уңышлы экспедиция ике отрядтан - судно һәм яр буйы отрядынан торорға тейеш, тип уйлай. Антарктида, Нансен фекеренсә, боҙлоҡтар менән ҡапланған ғәйәт ҙур вулкан архипелагы булғанлыҡтан, унда эттәр һәм нарттар менән йөрөү уңайлы[177]. Судно отряды йыһаздарҙы һәм эттәрҙе (100-гә яҡын) ташыу өсөн һәм океанографик тикшеренеүҙәр өсөн хеҙмәт итә. Яр буйы отрядына ҡышҡылыҡҡа база эҙләп табып, полюсҡа марш-ынтылыш яһау йөкмәтелә[178]. Экспедиция тормошҡа ашырыла башлаған, әммә «Фрам» Нансендың яңы пландары өсөн яраҡһыҙ булып күренгән (сөнки судно ул ваҡытта Свердруптың арктик экспедицияһына йәлеп ителгән була). 1899 йылда Колин Арчер яңы көньяҡ поляр судно проектын эшләй, ләкин ул ғәмәлгә ашырылмай[179].

«Фрам» әйләнеп ҡайтҡас та, Нансен донъяла поляр тикшеренеүҙәр буйынса төп белгес, Р. Хантфорд әйтеүенсә, «төньяҡ менән Көньяҡтың поляр киңлектәрен өйрәнеүселәрҙең барыһы өсөн дә оракул» булып китә[180]. Нансен 1898 йылда Антарктидаға экспедиция планлаштырған Бельгия бароны Адриен де Жерлашҡа кәңәштәр биргән, командала ҡатнашыусыларҙың береһе Руаль Амундсен булған[181]. Гренландияның билдәле тикшеренеүсеһе Кнуд Расмуссен Нансендың килеүен рыцарҙарға бағышланыу менән сағыштырған[182]. Шул уҡ ваҡытта Нансен, тмутлашыусы тип һанағанлыҡтан, ватандашы Карстен Борхгревинк (тап ул Антарктида яр буйында тәү башлап ҡышлаған) менән осрашыуҙан ҡырҡа баш тартҡан[183]. 1900 йылда Норвегияға Антарктидаға Британия экспедицияһын әҙерләгән Нансендың күптәнге дуҫы Роберт Скотт үҙенең ҡурсалаусыһы Клемент Маркхэм менән барған. Инглиздәр бөтә кәңәштәрҙе һанға һуҡмаһа ла, Нансен һәм Скотт яҡшы мөнәсәбәттә ҡалды.

В 1900 году в Норвегию приехал за консультациями Роберт Скотт со своим покровителем Клементом Маркхэмом — давним другом Нансена, готовившим британскую экспедицию в Антарктиду. Несмотря на то, что англичане практически проигнорировали все советы, Нансен и Скотт остались в хороших отношениях[184].

«Микаэль Сарс»та йөҙөүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1900 йылда доктор Й. Йорт диңгеҙ тикшеренеүҙәре өсөн махсус төҙөлгән «Микаэль Сарс» судноһында (Ева Нансендың атаһы хөрмәтенә аталған) даими океанографик экспедиция тормошҡа ашыра башлай[185]. Нансен экспедицияны кәрәкле фәнни ҡорамалдар менән йыһазландырыу өсөн яуап биргән һәм үҙе лә унда ҡатнашҡан («На вольном воздухе» китабында тасуирлаған). Походтың маҡсаты океандың физик төҙөлөшөн, диңгеҙ фаунаһын һәм флораһын, балыҡ тотоу шарттарын һәм ресурстарын комплекслы тикшереү була[186]. 1900 йылдың 23 июлендә «Микаэль Сарс» Кристианияны ҡалдырып Исландияға юллана.

Бер нисә океанография станцияһын уҙып, команда Исландия фьордтарына килә, ә 31 июлдә Нансен исланд сиркәүенең фундаменталь тарихын барлыҡҡа килтергән һәм «ыҙаны күп күргән Иов кеүек» йәшәгән Исландия яҙыусыһы Сигватор Гримссон менән осрашҡан[187]. 4 августа судно ҡатлы (паковый) боҙ ҡырына килә: Нансенды йылы атлантик һәм поляр һыуҙарының ҡатнашыу сиге айырыуса ҡыҙыҡһындыра[188]. 5 августағы станция судно үткән бер нисә саҡрым арауыҡта һыу температураһының 3° градустан 5° градусҡа тиклем үҙгәреү мөмкинлеген күрһәтте[188]. Артабан көслө томан арҡаһында күпмелер ваҡытҡа Ян-Майенда туҡталырға тура килә, һәм 17 августа команда Норвегияға ҡайта. Экспедицияның төп һөҙөмтәһе - диңгеҙ алабуғаһының тәрән һыуҙа йәшәү рәүеше алып барыу факты асылған. Нансен океандың тәрән ҡатламдарында төрлө температуралы, ләкин өҫкө йөҙҙән күренмәгән һыуҙың еңел һәм ауыр ҡатламдары ҡушылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килеүе мөмкин (бейеклеге 40-50 м тиклем) тигән фаразын раҫлай. Шулай уҡ Норвегия диңгеҙе горизонттан 800-1100 метрға түбәнерәк булыуы һәм һыу температураһының −1,2° С градусҡа тиклем түбәнәйеүе асыҡланған, өҫтәүенә уның тоҙлолоғо үҙгәрешһеҙ ҡала[189]. 1900 йылғы өс аҙналыҡ сәйәхәт Төньяҡ Атлантикала системалы океанологик тикшеренеүҙәргә нигеҙ һала, шунан алып быға оҡшаш йөҙөүҙәр йыл һайын ойошторолоп килгән[190].

Ева һәм Фритьоф Нансендар 1897 йыл тирәһендә

Фритьоф һәм Еваның өлкән ҡыҙы Лив әйтеүенсә, Нансен "Фрам"дағы экспедициянан һуң ғаилә тормошона ауыр яраҡлашҡан. Ҡыҙыу булған, иғтибар һәм табыныуҙан ялҡҡан[191]. Көндәлектә Нансен шулай тип яҙа:

Ғүмеремдә бер ҡасан да үҙемде хәҙерге кеүек шундай ярлы, меҫкен итеп тойғаным юҡ ине. Был ығы-зығынан шул тиклем арыным… Үҙемде ҡабаттан табыр өсөн, ҡасып китергә йәшенергә теләр инем[192].

Ева Нансен 1896 йылдың аҙағында, Фритьофты өс айға бер үҙен ҡалдырып, гастролдәргә сыға. Ул булмағанда Нансен Дагмар Энгельхарт менән тағы осраша башлай, Еваға профессор Брёггер был турала хәбәр итә[193]. Шулай ҙа, Д. Энгельхарт менән мөнәсәбәттәрен артыҡ йәшермәһә лә, 1897 йылғы сит ил сәфәрҙәренә һәм рәсми сараларға Ева һәр ерҙә Нансен менән йөрөгән[194]. Ева Бөйөк Британияла 42 көн эсендә 41 сығыш яһай[195].

1897 йылдың 16 сентябрендә Коре Kåre Nansen — ғаиләлә икенсе бала һәм беренсе ул тыуған. Артабан Фритьоф яңы йорт төҙөүгә һәм Көньяҡ ҡотопҡа экспедиция үткәреүгә аҡса эшләү маҡсатында лекция турнеһына юллана [194][196]. Ул Раштыуа байрамына ҡайта алмаған, ә ир менән ҡатындың үҙ-ара яҙышыуынан күренеүенсә, улар айырылышыу сигенә еткән. Нансенға «Алтын биҙгәк» көсәйгән Америка Ҡушма Штаттарында Алясканы колониялаштырыу буйынса концернды етәкләргә тәҡдим иткәндәр. Нансен был тәҡдимде кире ҡаҡҡан, ә 1898 йылдың ғинуарында Америка буйлап сәфәр ойошторған фирма менән килешеүҙе өҙгән һәм йөкләмәне үтәмәгән өсөн түләнергә мәжбүр булған[197]. АҠШ-тан Нансен Бөйөк Британияға юлланған, ә 1899 йылда Германия буйлап турне үткәргән, унда бер сығышы өсөн 1500 марка түләгәндәр[198].

Люсакерҙа Нансендар утары тирәләй 1896-1899 йылдарҙа артист элитаһы туплана, бында рәссамдар Э. Вереншельд, Э. Петерсен, Г. Мунте, ғалимдар - ағалы-ҡустылы Сарстар, опера йырсыһы Т. Ламмерс, профессор М. Мо, яҙыусы Х. Кинг, нәшриәтсе О. Томмесен һ. б. килеп ултыра[199]. Ева Нансен был осорҙа йыр дәрестәре биргән[197]. 1899 йылда Е. Нансен концерт эшмәкәрлеген бөтөнләйгә туҡтата[200], ләкин йыш ҡына өйҙә музыкаль кисәләр ойоштора. Нансендың шәхесенә һәм шөғөлдәренә был аралашыу даирәһе ҙур йоғонто яһай, атап әйткәндә, Э. Вереншельд Нансенды, үҙенең китаптарын иллюстрациялауын да белгәнлектән, һынлы сәнғәткә ҡайтырға күндергән[201].

Нансендар ғаиләһе 1902 йылда «Пульхёгда»ға ингән ерҙә. Еванан һулда - Ирмелин, ҡулында - кескенә Одд, Ф. Нансендың һул яғында улы Коре һәм өлкән ҡыҙы Лив
«Пульхёгда», 1909 йылдың йәйе. Андерс Вильсе фотоһы

Нансендар ғаиләһе ишәйгән: 1899 йылда ҡыҙҙары Ирмелин Irmelin Nansen тыуған. 1901 йылда - улы Одд Odd Nansen. Ошо осорҙа Фритьоф Нансен Форнебюла майҙаны 55 мол (5½ га) булған урман участкаһы һатып алған һәм ҙур йорт төҙөргә ҡарар иткән. Йортонда ғилми эш менән шөғөлләнергә, ҡунаҡтар ҡабул итергә ниәтләнгән[202][203].

1901 йылда Яльмар Вельхавен Норвегия ҡәлғәһе стилендә йорт төҙөгән, 1902 йылдың 4 апрелендә өй туйлағандар. Йортто «Пульхёгда» («Полярная высота») тип йөрөткәндәр[202]. Лив Нансен, өйҙәрендә, бер күршеләрендә лә булмаған ванна бүлмәһе йыһазландырғанын ғорурланып яҙған[204]. Нансен шулай уҡ йәйге ял өсөн Сёркье утарын һатып ала. 1903 йылда Нансендарҙың бишенсе балаһы - улдары Осмунд Åsmund Nansen тыуған[205].

1904 йылда Нансен 32 тонналыҡ «Веслемьё» («Дева с гор») яхтаһы һатып ала. Яхта Эдвард Григ Ева Нансенға тәғәйенләп яҙған йыр циклы хөрмәтенә атап ижад ителгән. Яхта ғаилә менән ял итеү өсөн дә, ғилми тикшеренеүҙәр өсөн дә ҡулланылған: Нансен унда 1904, 1909, 1911 һәм 1912 йылдарҙа океанографик йөҙөүҙәр башҡарған[206].

Нансен — сәйәсмән һәм дипломат

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лив Нансен бына нисек яҙған:

Ваҡыт һәм шарттар Нансенды сәйәсмәнгә әйләндергән. Ул үҙен тулыһынса ғилми эшкә бағышларға теләр ине, тик шөһрәт ҡаҙанырға ынтылыу түгел, ә намыҫ һөйөүсе ниәттәр уны унияны өҙөү көрәшендә, ә һуңынан бойондороҡһоҙ Норвегияның беренсе конституцияһын төҙөүҙә әүҙем ҡатнашырға мәжбүр итә[207].

Нансен бәләкәйҙән үк сәйәсәт менән ҡыҙыҡһына - 17 йәшендә атаһы һәм өлкән ағалары менән 1879 йылдың 13 мартында Кристианияла Норвегия флагына арналған йыйылышта ҡатнаша. Нансендың атаһы һәм бөтә туғандары унионистар булған, өҫтәүенә, Бальдур Нансен был сәбәп буйынса хатта Бьёрнсон менән бәхәскә ингән. Фритьофтың ҡустыһы Александр университетта уҡыған студенттарҙың швед яҡлы хәрәкәтенә етәкселек иткән[208]. Швеция-норвег ҡаршылыҡтары 1890-сы йылдар башында киҫкенләшә, уға Норвегияның консул хеҙмәте мәсьәләһе формаль сәбәп булып тора[209]. Нансен сәйәси көрәш барышын иғтибар менән күҙәтеп барған һәм, Норвегияны милли тергеҙеү символына әүерелеп, тыуған иленең хоҡуҡтарын киңәйтеү өсөн көрәшкә ҡушылған. «Фрам»да йөҙөүгә әҙерлек осоронда уҡ Нансен Лондондағы «Таймс»та Норвегияның униялағы ысын статусын һүрәтләгән бер нисә мәҡәлә баҫтырып сығарған (шуға тиклем Норвегия Ирландияға оҡшаған боласыл ил тип һүрәтләнгән)[210]. 1898 йылда Норвегияның Швецияға ҡаршы конституцион көрәшен ентекле тикшереүҙе «Таймс»та баҫтырып сығара[211].

Т. А. Шрадер фекеренсә, ҙур сәйәсәт эштәре менән тәүге тапҡыр Нансен 1898 йылдың апрелендә Рәсәйгә беренсе визиты ваҡытында бәйләнгән[212]. Ул Санкт-Петербургта Николай II-гә аудиенцияға лайыҡ булған. Унда Рәсәй-Швеция конфликты осрағында Норвегияның ҡыҫылмау мәсьәләһе тикшерелгән. Премьер-министр Стеен Юханнес Нансендың үтенесе буйынса Рәсәй һәм Норвегия-Швеция дәүләте араһындағы сауҙа килешеүҙәрен ҡайтанан ҡарау мөмкинлектәрен тикшергән һәм финанс министры С. Ю. Витте менән осрашҡан. Һөйләшеүҙәр уңышһыҙ тамамланды, артынан разведка органдары күҙәтеүенән хәүефләнеп, Нансен Венанан телеграф биргән[213].

Норвегияның бойондороҡһоҙлоғо

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Швеция-норвег мөнәсәбәттәренең сираттағы киҫкенләшеүе 1905 йылдың февралендә, консул хеҙмәтен көйләү тураһында һөйләшеүҙәр көрсөккә ингәс, күҙәтелә. Уртаса позиция биләгән Ф. Хагеруптың кабинеты Норвегияның униянан сығыуын иғлан иткән К. Миккельсендың (Бергендың элекке мэры) кабинеты менән алмашына. Нансен февраль-мартта «Верденс Ганг» гәзитендә баҫылған биш мәҡәләнән торған («Беҙҙең юл», «Ирҙәр», «Батырлыҡ», «Еңел аҡыллылыҡ» һәм «Ихтыяр») серияһында ваҡиғаларға үҙ ҡарашын белдерҙе[211]. Нансен йәмәғәтселек фекеренә ҙур йоғонто яһай, Миккельсен үҙ аллы Норвегия таможня хеҙмәте тураһында законды стортинг аша үткәреүгә өлгәшә. Миккельсен Нансенды үҙенең кабинетында күрергә теләй, ләкин милли герой һәр ваҡыт баш тарта (Миккельсен уны дәүләт сиркәүенә ҡайтырға өгөтләй, шунһыҙ дәүләт хеҙмәте мөмкин булмаған)[214]), ләкин премьерҙың ярҙам күрһәтеү тураһында үтенесен еткерә һәм март айында Берлинға һәм Лондонға юллана, унда элита вәкилдәренә һәм киң массаларға Норвегия проблемаларын аңлата. Германияға сәфәр уңышһыҙ булып сыҡһа, Англияла Нансен алға китешкә өлгәшә: «Таймс» гәзитендә Норвегиялағы хәл тураһында мәҡәлә баҫтырып сығара, һәм ул шунда уҡ Швейцарияла һәм Францияла баҫылып сыҡҡан. Был Швеция дипломатияһы өсөн етди ҡотҡо булған[215].

1905 йылдың 17 майында — Норвегия Конституцияһы көнөндә — Нансен Кристианияла митингта сығыш яһай, унда түбәндәгеләрҙе белдерә:

Хәҙер беҙ шуны аңланыҡ: нимә генә булмаһын, үҙаллылығыбыҙҙы һәм үҙ эшебеҙҙә үҙбилдәләнеш хоҡуғыбыҙҙы яҡларға йәки хоҡуҡ яҡлаа, һәләк булырға тейешбеҙ[214].

23 майҙа стортинг айырым Норвегия консуллыҡ хеҙмәтен ойошторорға ҡарар иткән, король Оскар II законды ратификациялауҙан баш тарта; шуға яуап итеп, 27 майҙа Норвегия министрҙар кабинеты отставкаға китеү тураһында ҡарар итә, ләкин король уны ҡабул итеүҙән баш тарта. 7 июндә Норвегия хөкүмәте вәкәләттәрен стортингка тапшыра, парламент йәнә хөкүмәттең отставкаһын ҡабул итмәй. Хәҙерге хөкүмәт элек батша ҡулында булған вәкәләттәрҙе тормошҡа ашырырға тейеш, тимәк, Швеция короле Норвегия короле бурыстарын үтәүҙән туҡтай, тиелә ҡарарҙа. Бер үк ваҡытта стортинг Стокгольмға ошо хәл тураһында отчёт, шулай уҡ Бернадот принцтарының береһе Норвегия короле булһын тигән үтенес белдерә[209]. Нансен иртәгәһенә үк Англияға Норвегия яғының ҡарашын аңлатҡан мәҡәлә ебәрә [216]. 9 июндә Акерсхус өҫтөндә милли Норвегия флагы күтәрелә.

Швеция яғы унияны өҙөүҙе законһыҙ тип таба һәм уны ҡабул итеүҙән баш тарта. Бернадоттарҙың береһе Норвегия тәхетенә ултырыуы тураһында үтенескә яуап бирмәй. Норвегия яуап итеп мобилизация иғлан итә, уға ҡушылып, Швеция илдә уния өҙөлөүе тураһында плебисцит үткәреүҙе талап итә[209]. Тауыш биреү 1905 йылдың 13 авгусында үтә, уның һөҙөмтәләре бик һәйбәт: 368 892 тауыш — унияға ҡаршы, 184-е генә уның яҡлы була. 23 сентябрҙә Швеция хөкүмәте унияны тыныс юл менән тарҡатырға ризалаша[217]. Плейбисциттан һуң Нансен шунда уҡ Лондонға китә, юл ыңғайы Копенгагенда Даниялағы Бөйөк Британия һәм Германия илселәре, шулай уҡ Данияның сит ил эштәре министры граф Рабен менән осраша. Ул Англияға килгәндә, Британия парламенты каникулда була, Нансен донъяуи тормош алып бара; Ева Норвегияла ҡала[218]. Карлстадта Норвегия-Швеция һөйләшеүҙәре алып барыла, килешеүҙәрҙең һуңғы тексын 9 октябрҙә стортинг, ә риксдаг — 13 октябрҙә раҫлай[219].

Дат принцы Карл улы Александр менән. 1925 йылғы фото

1905 йылдың июлендә Миккельсен йәшерен эш — принц Карл Датскийҙы Норвегия тәхетенә ултыртыу маҡсатында Нансенды Копенгагенға ебәрә[220]. Һөйләшеүҙәр барышы тураһында Нансен көндәлектә былай тип яҙған:

Йәй һөйләшкәндә, артыҡ йәш күренгән егет хәҙер ысын ир-егеткә әйләнгән. Үҙенең хаҡлығын ҡайнар яҡлаған һайын, миндә ҙур хөрмәт уятты.<…> …Ул тап Норвегия тәхете өсөн яраҡлы, либераль ҡарашлы кеше. Шулай ҙа, был мөһим мәсьәләне хәл итеүҙә халыҡ ҡатнашырға тейеш, тигән фекерендә туҡталып, ул үҙен күпкә либераль итеп күрһәтте[221].

Норвегияла уния өҙөлгәндән һуң, республика урынлаштырыуға саҡырған радикаль либералдарҙың позициялары көслө була. Либералдарҙың агитацияһы сит илдә Норвегияның абруйын кәметә, тип һанаған һәм Норвегия королен һайлауҙы мөмкин тиклем тиҙерәк уҙғарырға ынтылған; икенсе тапҡыр Копенгагенға ул 1905 йылдың 20 октябрендә юлланған. 23 октябрҙә Нансен хөкүмәткә принц Карлдың шартын — плебисцитты күрһәтте, өҫтәүенә үҙе уны ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашты. Референдум 12 һәм 13 ноябрҙә уҙғарылды: монархия өсөн 259 563 һайлаусы, республика өсөн 69 254 һайлаусы тауыш бирҙе[222]. 18 ноябрҙә стортинг плебисцит һөҙөмтәләрен раҫланы һәм принц Карлды — Норвегия короле Хокон VII, уның ике йәшлек улы Александрҙы кронпринц Улаф V тип һайланы. 25 ноябрҙә король һәм королева Мод (Бөйөк Британиялы) Кристианияға килде, унда уларҙы Фритьоф һәм Ева Нансендар ҡаршы алған[223].

Лондон илселегендә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бойондороҡһоҙлоҡ алғас, Норвегия донъяла үҙ урынын биләргә тейеш ине, бигерәк тә нейтралитет һәм территориаль бөтөнлөктө һаҡлау мөһим бурыс булып торҙо. 1906 йылдың апрелендә Нансен Бөйөк Британияла беренсе Норвегия вәкиле (министр дәрәжәһендә) итеп тәғәйенләнә һәм Лондонға килә. Норвегияның нейтраль позицияһын һаҡлау һәм норвег-инглиз килешеүен әҙерләү маҡсатында донъяның иң эре дәүләттәре вәкилдәре менән даими үҙ-ара эш итеү уның төп бурысы була, Нансен Бөйөк Британияла бик популяр була[224]. Нансендың ҡыҙы Ливтың һүрәтләүҙәре буйынса, эште башлау ауыр булған: сит ил эштәре министры Эдвард Грей булмай, ә Нансен Лондонда илселек өсөн яраҡлы бина таба алмаған, һәм ул миссияны Кенсингтонда Гайд-паркка ҡараған Royal Palace отелендә урынлаштырған[225].

Донъя кимәлендә танылыу яулауына һәм король Эдуард менән шәхси мөнәсәбәттәре яҡшы булыуына ҡарамаҫтан, Нансен дипломатик бурысын үҙ һөнәре тип һанамаған һәм хаттарында эс бошоуға зарланған[224]. Әммә Лондонда даими булыу Нансенға бик күп ғилми даирә вәкилдәре менән аралашырға һәм Король география йәмғиәтендә эшләргә мөмкинлек бирә: Нансен яңынан Көньяҡ полюсты яулау пландарына ҡайта һәм поляр тикшеренеүҙәр тарихы буйынса ҙур китап яҙа башлай. Бер үк ваҡытта ул 1906 йылдың 12 ноябрендә король Хокон VII һәм королева Модтың Лондонға визитын ойошторған. Был сәфәрҙән һуң Нансенды Король ғаиләһе менән ныҡлы дуҫлыҡ ептәре бәйләгән[226].

Норвегия-Британия килешеүенә 1907 йылдың 2 ноябрендә Лондонда ҡул ҡуйыла, шунан һуң Нансен үҙ бурысын тулыһынса үтәгән тип иҫәпләнә. Король Эдуардтың ялбарыуҙарына ҡарамаҫтан, 15 ноябрҙә Нансен отставкаға китеү тураһында ғариза яҙған[227].

Ева Нансендың вафаты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
17 йәшлек Сигрун Мунте
Г. Мунте картинаһы Idyll (1886 йыл)

1905 йылдың башында Нансен Сигрун Мунте, билдәле рәссам Герхард Мунтеның ҡатыны һәм уҡыусыһы, менән мөхәббәт бәйләнешенә инә. Мунте Люсакер буйынса Нансендарҙың күршеһе була, Сигрун боронғо норвег стилендә гобелендар әҙерләүсе булараҡ танылыу яулай. Матурлығы менән айырылып торғанС. Мунте күп рәссамдарҙың моделе булған; Э. Вереншельдтың «Өс принцесса» картинаһы «Фрам»дың каюта-компаниянын биҙәгән. 1905 йылдың 9 июнендә милли Норвегия флагын күтәреү тантанаһында Нансен Ева менән түгел, ә Сигрун Мунте менән булған[226]. Еваға билдәле булған был бәйләнеш Нансендарҙың араһын үтә ныҡ һыуындырыу сәбәбе булған, шуға күрә Лондонға Ф. Нансен ғаиләһеҙ киткән. Хокон VII-нең тәхеткә килеүендә лә Е. Нансен Англиялағы норвег илсеһе эргәһендә булмаған. Лив Нансен Фритьоф менән Еваның был йылдарҙағы мөнәсәбәттәрен ентекле һүрәтләй, был эпистоляр дәлилдәр менән күрһәтелә, ләкин Сигрун Мунтеның исеме телгә алынмай[228]. Сигрун, үҙенә ҡул һалыу менән ҡурҡытып, Нансендың үҙенә өйләнеүен талап иткән[229].

1906 йылдың октябрендә Ева Нансен Норвегия король ғаиләһе визитын ваҡытында, Лондонға Фритьоф янына килә. Нансендар улар менән бергә Виндзорҙа йәшәй һәм Раштыуа байрамына тыуған илдәренә ҡайта[226]. Е. Нансен Лондонға ире янына 1907 йылдың апрелендә килә, һәм июндә Норвегияға ҡайта. Тағы ла бер сәбәп бар: 1907 йылдың апрель аҙағында Нансен Король география йәмғиәте ултырышында поляр тикшеренеүҙәрҙең яҡындағы маҡсаттары тураһында доклад менән сығыш яһай. Докладында ул Төньяҡ Боҙло океан бассейнын география, шулай уҡ геофизика йәһәтенән комплекслы тикшереүҙең мөһим бурыс булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Арктиканы өйрәнеү ер атмосфераһы механикаһын һәм физикаһын яҡшыраҡ асыҡларға, шулай уҡ һауа торошон оҙайлы ваҡытҡа күҙаллау методикаһын эшләргә мөмкинлек бирәсәген еткерә[230]. Бер үк ваҡытта Нансен көньяҡ поляр экспедицияһын әҙерләгән. Руаль Амундсендың биографы Тур Буманн-Ларсен былай тип яҙа:

Фритьоф Нансендың Көньяҡ ҡотопты яулау буйынса сәйәси йә фәнни сәбәптәре булмаған. Уның уй-ниәтен тормошҡа ашырырға мөмкинлек биргән йәмғиәттәге дәрәжәһе, һәр полярсыға хас дәрәжә көҫәүе бар ине. Нансен Төньяҡ ҡотопҡа барып етә алмай, ләкин уның кешелек йылъяҙмаһында икенсе битте яҙыу мөмкинлеге ҡалды. Был Көньяҡ ҡотопто өйрәнеү[231].

1907 йылдың сентябрь аҙағында йәки октябрь башында «Пульхёгда»ға Руаль Амундсен килә. Ул Нансендың иҫке планы - Беринг боғаҙынан дрейф менән «Фрам»да йөҙөү планын аса. Әммә Нансен «Фрам»да Көньяҡ ҡотопҡа экспедицияға әҙерләнеүе тураһында яҙа.

Лив Нансен хәтерләүенсә, атаһы Ева менән үҙенең поляр пландары тураһында һөйләшергә баҙнат итмәгән, Амундсендың визиты элекке проблемаларҙы тағы ла киҫкенләштергән[232][233]. Ева менән һөйләшкәндән һуң, Нансен «Фрам» карабын Амундсенға бирергә була[234].

1907 йылдың ноябрендә өлкән улдары Нансен Коре үпкә шеше менән сирләй. 21 ноябрҙә Ева Нансен ҡаты сирләп китә. 1 декабрҙә генә Нансенға хәбәр итергә булалар. 7 декабрҙә - Еваға 49 йәш тулған көндә - уның хәле ҡатмарлаша. 9 декабрҙә Гамбургта Нансен Еваның үлеме тураһында телеграмма ала[235]. Нансендарҙың табибы - доктор Йенсен - Еваның сире барышы серле һәм аңлайышһыҙ, тип яҙған[236].

Ева Нансен үҙен ерләмәҫкә һәм уның кәүҙәһен яндырырға васыят иткән. Ул ваҡытта Норвегияла крематорий булмаған, Фритьоф Нансен доктор Йенсен менән уның кәүҙәһен Гётеборгка алып барған[237][236].

Лив Нансен әйтеүенсә, Фритьофтың күҙҙәре тилергән һымаҡ була, һәм ул бала кеүек илаған. Ерләүҙән һуң ул бер кемде лә ҡабул итмәй, бер кем менән дә һөйләшмәй. Ғаилә хаҡында ҡайғыртыу 15 йәше тулыр-тулмаҫ өлкән ҡыҙ Лив иңенә төшә, мәктәптә лә уҡый алмай[238].

Нансендың 1908—1918 йылдарҙағы эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Нансен "Пульхёгда"лағы кабинетында, 1909 йыл

1908 йылдың 1 майында Нансендың дипломатик хеҙмәттән формаль отставкаһы ҡабул ителә, шул уҡ көндә уны Кристиания университетының океанография профессоры итеп раҫлана. Был вазифа уның өсөн махсус булдырылған, Нансен океанографияны 1900 йылдан алып уҡытһа ла, лекциялар уҡыуҙы күҙ уңында тотмаған. Был уның ғилми эшмәкәрлеккә иғтибарын да күрһәтә.[239]. 1908—1911 йылдарҙа Нансен «Веслемьё» яхтаһында — ике, «Микаэль Сарс» судноһында бер тапҡыр йөҙә. 1912 йылда Шпицбергенға ингән «Веслемьё» комплексында йөҙөү атлантик һыуҙарҙы Төньяҡ Боҙло океанға күсеү проблемаһын хәл итергә, шулай уҡ Поляр бассейнының тәрән һыуҙары тәбиғәтен билдәләргә мөмкинлек биргән. Шул саҡта ул, Гренландия диңгеҙе менән Боҙло океан араһында тәбиғи сик, «Нансен сиге» тигән идеяны тәҡдим итә[240].

1909 йылда "Веслемьё"ла йөҙгәндә Нансен Пириның Төньяҡ ҡотопҡа етеүе тураһында хәбәр ала.

«Коррект» пароходында. Һулдан уңға: Йохан Самуэльсен (пароход капитаны), И. Г. Лорис-Меликов (Кристианиялағы Рәсәй илселеге секретары), С. В. Востротин (Енисейскиҙан алтын сәнәғәтсеһе), Юнас Лид (поход спонсоры), Ф. Нансен. 1913 йылдың авгусы

1909 йылда Нансен Бьорн Хелланд-Хансен менән берлектә 1900 йылда "Микаэль Сарс"та йөҙгәндә йыйған материалдарға нигеҙләнгән Норвегия диңгеҙе океанологияһы тураһында дөйөмләштерелгән монография сығара. Шул уҡ йылда «Север в тумане прошлого» Nord i Tåkeheimen монографияһының айырым сығарылыштары һәм 1911 йылда тулыһынса баҫыла. Ул Арктиканы боронғо замандарҙан XVI быуат башына тиклем тикшереү тарихына арнала һәм күп һанлы тәүге сығанаҡтарға, уға билдәһеҙ телдәрҙән (мәҫәлән, латин йәки ғәрәп телдәре) тәржемәләргә нигеҙләнә. Нансен скандинавия сагаларының йөкмәткеһен анализлай. Шул саҡта ул "Географик журнал"да Америкала норманндар тураһында мәҡәлә баҫтыра[241].

Ошо уҡ осорҙа Нансен Амундсенға "Фрам"дағы экспедицияны финанслауҙа әүҙем ярҙам күрһәтә, бының өсөн махсус фонд булдыра. Амундсен шул ваҡытта уҡ пландарын үҙгәртергә ҡарар итә — Төньяҡ ҡотопҡа түгел, ә Көньяҡ ҡотопҡа барырға була, һәм Нансенға яҙған хатын Норвегиянан сыҡҡандан һуң ғына ебәрә. Нансен тулыһынса ватандашы яғында була, һуңыраҡ улына "Пульхёгда"лағы кабинетынан «Фрам» йөҙөп китеүен күреү уның тормошонда иң ҡайғылы ваҡиғаларҙың береһе тип танығаан[242]. Роберт Скотт элек тә Көньяҡ ҡотопҡа үҙ походын әҙерләп, Нансенға мөрәжәғәт иткән. Австралияла уҡ Скотт Амундсендың планы үҙгәреүен белә - «поляр уҙыш» башлана - һәм Нансенға һорау менән мөрәжәғәт итә. Нансен ҡыҫҡа ғына телеграмма менән яуап бирә: «Хәбәрҙар түгелмен», хәйер, был ысынбарлыҡҡа тап килмәй[243]. Нансен иһә Норвегия һәм Бөйөк Британияның Амундсенды намыҫһыҙ конкуренцияла ғәйепләүенән яҡлаған[244].

1911-1912 йылдар сигендә Роберт Скотттың ҡатыны Кетлиндың Нансен менән ғишығы башлана, Нансен Сигрун Мунте менән дә мөнәсәбәттәрен өҙмәй[244]. Норвегияла Амундсенды ололауҙа Нансен булмай, ул өлкән улы Коре менән Шпицбергенда экспедицияла була. 1913 йылдың ғинуарында үҙ-үҙенә ҡул һалған Ялмар Йохансенды ерләүҙә лә ул булмай[245].

Нансен һәм инженер Е. Д. Вурцель — Себер ҡаҙна тимер юлдары идараһы башлығы. 1913 йылғы фото

Осмунд улы үлгәндән һуң, 1913 йылда Нансен Норвегияла тыуып үҫкән Америка бизнесмены Юнас Крейндың Төньяҡ диңгеҙ юлы трассаһы буйлап «Коррект» пароходында сәйәхәткә сығырға тәҡдимен ҡабул итә. Төп маҡсат - Рәсәй Азияһы һәм Европа араһында сауҙа итеү өсөн уны файҙаланыу мөмкинлектәрен тикшереү. Был ғилми экспедиция түгел, ә Нансен пассажир ғына ине.

Енисей тамағында (Дудинкала) Степан Востротиндың «Коррект»тан «Омуль» командаһына күсеп ултырғас, полярсы Енисей буйлап Красноярскиҙа туҡтап дүрт көн төрлө осрашыуҙарҙа ҡатнашҡан һәм артабан Көнсығыш тимер юлы буйлап Владивостокка барып еткән, унан, Рус Географик йәмғиәтенең Екатеринбургтағы ултырышында ҡатнашып, автомобиль, аттар менән Транссебер магистраленең төҙөлөп бөтмәгән төньяҡ юл буйлап Норвегияға ҡайтҡан[246]. Владивостоктан барышлай Нансен Хабаровскиға инеп сыға, унда билдәле рус сәйәхәтесеһе, Уссурийск крайын өйрәнеүсе подполковник Владимир Арсеньев менән таныша. Сәйәхәтселәр, Нансен 1930 йылда үлгәнгә тиклем, хат яҙышҡан, китаптары, ғилми хеҙмәттәре менән уртаҡлашҡан[247][248]. Себер буйлап сәфәр һөҙөмтәләре буйынса Нансен «В страну будущего» тигән китап яҙған«В страну будущего»[249]. Был сәйәхәт барышында Нансен Рәсәйҙең йәшәү рәүеше һәм бик күп әүҙем чиновниктар менән яҡындан таныша, был уға 1920-се йылдарҙа Рәсәйгә артабанғы миссияларында ярҙам итә. Ошо осорҙан ул Рәсәй проблемалары менән ҡыҙыҡһына башлай[250].

1913 йылдың 23 сентябре. Владимир Арсеньев (һулда) һәм Фритьоф Нансен Хабаровск тимер юл вокзалында.

Беренсе донъя һуғышы башланыуҙан әҙ генә алдараҡ Нансен Б. Хелланд-Хансен менән Азор утрауҙарына ҡыҫҡаса океанографик сәйәхәт ҡыла[251].

1914 йылғы Беренсе донъя һуғышы башланғандан алып, Норвегия, Швеция һәм Дания кеүек, үҙенең нейтралитеты тураһында иғлан итә. Нансен, университеттағы хеҙмәтен дә ҡалдырмай, Норвегияның Оборона союзы президенты итеп тәғәйенләнә[251]. 1917 йылдың апрелендә Америка Ҡушма Штаттары һуғышҡа аяҡ баҫа һәм ошоноң арҡаһында Европаға ҡарата эмбарго булдырыла. Норвегияла аҙыҡ-түлек етешмәү проблемаһы тыуған: уның күпселек өлөшө тап АҠШ-тан һатып алынған. Бынан тыш, сит ил заказсылары өсөн Америка Ҡушма Штаттары верфтәрендә төҙөлгән бөтә суднолар ҙа реквизицияланған, улар араһында Норвегия фирмалары күп булған. Нансен Норвегия илсеһе сифатында Вашингтонға ебәрелгән һәм оҙайлы һөйләшеүҙәрҙән һуң Норвегияға аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәкле тауарҙар оҙатыуҙы тәьмин итә алған, шулай ҙа илдә карта системаһын индерергә тура килгән. Килешеү шарттары үтә ҡаты, тип Норвегия хөкүмәте икеләнгәнлектән, Нансен, шәхси яуаплылыҡ алып, ҡул ҡуйған[252]. Амундсендың «Мод» карабында яңы экспедицияһын йыһазландырғанда ла Нансен ҙур ярҙам күрһәткән[253].

Нансен һәм Милләттәр Лигаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1918 йылдың октябрендә, уның ризалығын һорамай, Кристиания Университеты ректоры итеп һайлана, ләкин ул вазифанан ҡәтғи рәүештә баш тарта[254]. Шул саҡта уҡ Милләттәр лигаһын булдырыу буйынса Норвегия союзы рәйесе итеп һайлана, был уның киләһе 12 йыл дауамында бөтә эшмәкәрлеген алдан билдәләй[254]. Скандинавия дәүләттәренең традицион нейтралитетына ҡарамаҫтан, Нансен Норвегияны 1920 йылда Лиганың тулы хоҡуҡлы ағзаһы итеп һайлауға өлгәшә һәм Лига Генераль ассамблеяһының өс делегатының береһе була[255].

1920 йылдың апреленән Нансен Милләттәр лигаһы линияһы буйынса донъяның төрлө илдәренә таралған ярты миллионға яҡын хәрби әсирҙе репатриациялау мәсьәләләре менән шөғөлләнә. Репатрианттарҙың 300 меңдән ашыуы граждандар һуғышы менән солғап алынған Рәсәйҙә тыуып үҫкән[256]. 1920 йылдың ноябрендә Нансен Ассамблея алдында 200 мең кешене тыуған яғына ҡайтарыуға өлгәшеүе хаҡында отчёт бирә[257]. 1922 йылдағы һуңғы отчётында ул 30-ҙан ашыу илдән 427 886 хәрби әсирҙең репатриацияһы хаҡында белдерә. Нансендың был предприятиеһы уның арктик башланғыстарынан бер ҙә ҡалышмаған[258].

«Нансен миссияһы»ның Харьков бүлексәһендә Нансен, 1923

Рәсәйҙәге хәлде тикшергәндән һуң, 1920 йылда уҡ, бында Нансен етди аслыҡ башланыуын алдан әйткән булған. Британия делегаты Филип Ноэль-Бейкерҙың тәҡдиме буйынса, 1921 йылдың 1 сентябренән Нансен Милләттәр лигаһының ҡасаҡтар эштәре буйынса Юғары комиссары вазифаһын биләй [259]. Бынан һуң уның төп бурысы булып рус революцияһы арҡаһында донъяның төрлө илдәренә таралған 2 миллиондан ашыу рус ҡасаҡтарын тыуған иленә ҡайтарыу торҙо. Бер үк ваҡытта ул үҙ теләге менән аслыҡ проблемаһы менән шөғөлләнә, был мәсьәлә граждандар һуғышы солғап алған илдәге 30 миллиондан ашыу кешегә туранан-тура ҡағыла. Был «большевизм»да һәм совет хөкүмәте мәнфәғәттәрен яҡлауҙа ғәйепләнгән Нансендың абруйын ныҡ ҡаҡшатҡан. Лига асығыусыларға ярҙам итеүҙән баш тарта[260]. Нансенға шәхси ойошмаларҙы ярҙамға йәлеп итергә тура килә, һәм уның тырышлығының һөҙөмтәһе аҙ була. Рәсәйҙә булғандан һуң, Нансен 1921 йылдың 30 сентябрендә Лига сессияһында ризаһыҙлыҡ менән былай ти:

Канадала уңыш шундай мул, Рәсәйҙәге ҡот осҡос аслыҡҡа юл ҡуймау өсөн игенде өсләтә күберәк бүлә алыр ине. Америка Ҡушма Штаттарында, фермерҙар һатып алыусы таба алмағанлыҡтан, артыҡ игендең сереүе күҙәтелә. Аргентинала шул тиклем күп кукуруз йыйылған, хатта уның менән паровоздарҙы яғалар. Европа менән Американың барлыҡ порттарында тотош флотилиялар туҡтап тора. Уларҙы ниндәй йөк менән тултырырға белмәйбеҙ. Ә Көнсығышта беҙҙең менән йәнәш миллионлаған кеше аслыҡ кисерә. Бындай ярҙамды Лига ярҙамы менән генә тормошҡа ашырып була. Илдәр бергәләп 5 млн сумманы йыя алмаймы? Был бит бер хәрби карапты төҙөрлөк аҡсаның яртыһын ғына тәшкил итә! Ризыҡ Америкала ята, ләкин уны бер кем дә алмай. Ризыҡ Америкала ята. Европа тыныс ултыра аламы? Европа халыҡтары үҙ хөкүмәттәрен тейешле ҡарар ҡабул итергә мәжбүр итер, тип ышанам[261].

Нансендың ҡасаҡтарҙы репатриациялау буйынса эшенә күптәренең, илдә йәшәүенең юридик статусы булмаған кеүек, сығышы йәки гражданлығын таныҡлыған документтары булмауы ла ҡамасаулай. Нансен гражданлығы юғалтҡан кешеләр өсөн шәхес таныҡлығы йәки «Нансен паспорты» идеяһын тәҡдим итә. 1920-се йылдар башында 50-нән ашыу хөкүмәт Нансен паспортын таный, был ҡасаҡтарға законлы нигеҙҙә сик аша үтергә, эш эҙләргә мөмкинлек бирә. Нансен паспорты эйәләре араһында бөтә донъяға билдәле эшмәкәрҙәр ҙә, мәҫәлән, Марк Шагал, Игорь Стравинский, Анна Павлова ла була[262].

Тәүҙә Нансен паспорты урыҫ эмигранттары өсөн генә тәғәйенләнгән булған, ләкин ваҡыт уҙыу менән ҡасаҡтарҙың башҡа төркөмдәренә лә бирелә башлаған. 1919-1922 йылдарҙағы икенсе грек-төрөк һуғышынан һуң Нансен Төркиәнең шул саҡтағы баш ҡалаһы Истанбулға грек интервенцияһы уңышһыҙлыҡҡа осрағандан һуң, Төркиәнән ҡасҡан йөҙәр мең этник гректарҙы күсереү мәсьәләһе буйынса бара, грек дәүләте уларҙы ҡабул итергә әҙер булмай[256]. Нансен халыҡ менән алмашыу схемаһын әҙерләй алған, уға ярашлы Балкан биләмәһенән ярты миллион төрөк Кесе Азия Төркиәһенә ҡайтарылған. Аҡсалата иғәнәләр уларҙың мөлкәт юғалтыуҙарын компенсациялауҙы тәьмин иткән[263]; шул уҡ ваҡытта улар тыуған илендә репатицияланған гректарға эш һәм торлаҡ табырға мөмкинлек биргән. Финанс мәсьәләләре буйынса байтаҡ бәхәстәргә ҡарамаҫтан, план нигеҙҙә тормошҡа ашырылған[262].

1922 йылғы Нобель тыныслыҡ премияһын тапшырыу. Алғы планда - король Хокон VII һәм кронпринц Улаф, Нансен уларҙың артында ултыра.

Лозанн конференцияһында ҡатнашҡан Нансенға Нобель премияһы бирелеүе тураһында хәбәр килә. Ҡыҙы Лив хәтерләүенсә, Нансен Дания һәм Норвегия хөкүмәттәре уның кандидатураһын тәҡдим итеүен бөтөнләй белмәгән - иң тәүҙә уның хәрби әсирҙәрҙе репатриациялау эшендәге ҡаҙаныштары һәм Рәсәйҙә асығыусыларға ярҙам итеүе, шулай уҡ халыҡтар араһында үҙ-ара аңлашыуға өлгәшеүгә һәм илдәр араһында тыныс мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыуға индергән эшмәкәрлеге өсөн[264]. Премияның суммаһы 122 мең крон тәшкил иткән[265]. Алынған сумманың күпселек өлөшөн Нансен СССР-ҙа Росташиҙа[266] һәм Михайловкала[267] ике күрһәтмә ауыл хужалығы станцияһын ойоштороуға тотона, ҡалған өлөшөн грек ҡасаҡтары файҙаһына иғәнә итеп тапшыра. Нобель премияһы артынан Нансен Дания нәшерсеһе Альфред Эриксендан ошондай уҡ сумма ала; был аҡсаларҙы ул тулыһынса шул уҡ маҡсаттарға тотона. «Фрам» музейында Ф. Рәсәйҙә граждандар һуғышы осоронда Волга буйында аслыҡ ҡорбандарына Нансен ойошторған гуманитар ярҙам күрһәтеүгә арналған стендтар бар[268].

Совет Әрмәнстанына ярҙам

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1924 йылда Нансенға Милләттәр лигаһы әрмән ҡасаҡтары менән шөғөлләнергә ҡушҡан. Әммә быға тиклем, Лиганың беренсе сессияһында, әрмәндәрҙең һис ҡасан булмағанса ярҙамға мохтаж булыуын билдәләп, Нансен Әрмәнстанды уның ағзалығына ҡабул итеү тураһында тәҡдим индергән[269]. 1925 йылдан Нансен Ғосман империяһында ойошторолған әрмән геноциды ҡорбандарына — әрмән ҡасаҡтарына ярҙам итеү өсөн бөтә көсөн һалған[270]. Уның маҡсаты ҡасаҡтарҙы Совет Әрмәнстанына ҡайтарыу була; шуныһы иғтибарға лайыҡ: немец илбаҫарҙары баҫып алынған осорҙа марионет Норвегия хөкүмәтенең буласаҡ етәксеһе Видкун Квислинг Нансенға төп ярҙам күрһәтә[271]. Нансен ҡасаҡтар лагерҙарына, шул иҫәптән Мысырҙа, килгән, ә Совет Әрмәнстаны буйлап сәфәрҙән һуң Милләттәр лигаһына 36 мең гектар ер (360 км²) һуғарыуҙы финансларға тәҡдим иткән, был 15 мең кешене урынлаштырырға һәм эш менән тәьмин итергә мөмкинлек биргән[272]. Был план тормошҡа ашырылмай ҡалһа ла, шул ваҡыттан алып Нансен әрмән халҡы геройҙарының береһенә әүерелә[256]. Нансен тарафынан әрмән геноцидынан бөтәһе 320 мең самаһы кешене ҡотҡарылған, һуңынан улар «нансен» паспорттары буйынса төрлө илдәрҙә, шул иҫәптән Сүриәлә һыйыныу алыуға өлгәшкән[273]. Тыуған иленә ҡайтҡас, норвег, әрмән халҡына һөйөү һәм ихтирам йөҙөнән, «По Армении» «Әрмәнстан буйлап» Gjennem Armenia китабын яҙа[274].

Комиссар вазифаһынан тыш, Милләттәр лигаһының Генассамблеяһында эшләгән ваҡытта Нансен башҡа мөһим донъя проблемалары буйынса ла үҙ фекерен белдергән. Ул, Норвегияға оҡшаш бәләкәй илдәргә мөһим халыҡ-ара бурыстарҙы хәл итеүҙә ҡатнашыу мөмкинлеге Милләттәр лигаһының төп ҡаҙанышы булды тигән[272]. Нансен 1926 йылдың 25 сентябрендә үҙ көсөнә ингән һәм мәжбүри хеҙмәтте ҡулланыуҙы тыйған ҡоллоҡ тураһындағы конвенцияға ҡул ҡуйған[275]. Бер үк ваҡытта ул 1926 йылдың сентябрендә Германияны Милләттәр лигаһы сафына ҡабул итеү мәсьәләһендә әүҙем ҡатнаша[271].

Ғүмеренең һуңғы йылдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Сигрун Мунте «Пульхёгда» верандаһында. Ф. Нансен фотоһы, 1924 йыл тирәһе

1919 йылдың 17 ғинуарында Нансен Сигрун Мунтеға (ире менән бер йыл алдараҡ айырылышҡан) өйләнгән. Нансен балаларына өйләнеүе тураһында һуңлап хәбәр итә, Лив Нансен мемуарҙарҙа атаһының яңы никахы тураһында бик ипле яҙа[276][277][278][279].

Юғары даирәләр Нансендың яңы никахын ҡабул итмәгән, король ғаиләһе менән аралашыу бөтөнләй тиерлек туҡталған. Сигрун Нансенға 1929 йылдың 21 мартында кронпринц Улаф менән кронпринцесса Мартаның никахына саҡырыу тапшырылмай. Нансен үҙе ул саҡта Америка Ҡушма Штаттарында булған[280].

Милләттәр лигаһында мәшғүл булыуына ҡарамаҫтан, Фритьоф Нансен ғилми хеҙмәттәрен баҫтырыуын дауам итә. 1926 йылда «Граф Цеппелин» дирижаблендә комплекслы экспедиция эшләй башлай һәм уның конструкторы Гуго Экеннер менән бер нисә тапҡыр осраша. «Аэроарктика» йәмғиәтенә нигеҙ һалына. Ләкин аҡса етмәй ине, Руаль Амундсен Төньяҡ ҡотопҡа дирижаблдә Арктикаға барып еткән[281]. Нансен 1928 йылдың июнендә Баренц диңгеҙендә һәләк булған Амундсен хөрмәтенә һуңғы һүҙ әйткән[282].

1926 йылда Нансен сит ил ғалимдарынан беренсе булып Сент-Эндрюс университетының почётлы ректоры итеп һайлана[283]. Уның инаугурация телмәре ғалимдың фәлсәфәүи васыяты ине:

Беҙ барыбыҙ ҙа тормошта «башҡа ярҙар» эҙләйбеҙ, тағы нимә талап итә алабыҙ? Эшебеҙ уға юл табыу. Юл оҙон, ҡатмарлы,ул беҙҙе саҡыра, һәм беҙ бармай булдыра алмайбыҙ. Тәбиғәтебеҙ тәрән, һәр ҡайһыбыҙҙа ҡыйыулыҡ рухы тамыр йәйгән. Сүллек ауазы беҙҙең бөтә эштәребеҙҙә лә һәм тормошобоҙҙо юғары кимәлгә күтәрә[284].

Ғүмеренең һуңғы ике йылында Нансен йөрәк ауырыуҙарынан (емелдәү аритмияһы) һәм флебиттан яфаланған, барыбер элеккесә әүҙем йәшәү рәүеше алып барған[285]. 1929 йылда Америкала Нансендың һуңғы романы башлана - ул журналист Бренд Уланд (1891-1985) менән таныша. 30 йәшкә йәшерәк Бренда феминистик хәрәкәттең билдәле эшмәкәре була. Норвегияға ҡайтҡандан һуң Нансен уның менән хатлашып тора[286]. XXI быуат башында Нансен һәм Уландтың хат алышыуы нәшер ителә[287].

Нансен үлем түшәгендә

1930 йылдың 13 майында Фритьоф Нансен йортоноң верандаһында вафат була; ерләүҙәр милли байрам көнөнә - 17 майға тәғәйенләнә. Нансен рәсми сиркәүҙән сыҡҡанға күрә, Осло университетының тамашалар залында панихида ойошторола, Акерсхустан салют бирелә. Ерләүҙә король Хокон VII, Бьорн Хелланд-Хансен, Отто Свердруп, Филип Ноэль-Бейкер (Милләттәр лигаһынан командировкаға ебәрелгән), генерал-майор Дитриксон - Гренландия буйынса көрәштәше һәм башҡалар ҡатнаша. Уның васыятына ярашлы, Нансендың кәүҙәһе яндырыла; ҡыҙы Лив бер ниндәй ҙә телмәр булмауын иҫенә төшөргән, бары тик оркестр ғына Ева Нансен башҡарырға яратҡан Шуберттың «Үлем һәм ҡыҙ»ын (14-се ре-минор ҡыллы квартеты) уйнаған[288]. Ғалимдың мәйете һалынған урна «Пульхёгда» ҡайындарының береһе аҫтында ерләнгән[289].

Нансен хаҡында яҙған бөтә авторҙар ҙа уның илһөйәрлеген билдәләне. Биограф Тур Буманн-Ларсен былай тип яҙған: «Ватан даны — Нансен йыһанының нигеҙендә, уның маҡсаты — ер өҫтөн өйрәнеү, ғилми ҡаҙаныштар яһау ята»[290]. Әммә, Норвегияның эҙмә-эҙлекле патриоты булараҡ, ул милләтселеккә ҡырҡа ҡаршы сығыш яһай, мәҫәлән, 1905—1909 йылдарҙа милли (нюнорск) тел тураһында бәхәстәр ваҡытында шулай була[291]. Нансендың 1920 йылдарҙа Норвегияның эске сәйәси эштәрендә ҡатнашмауы ла ошоноң менән аңлатыла. Өҫтәүенә, король менән парламент партиялары араһындағы мөнәсәбәттәрҙең үҙгәреүенә (1911 йылда был сәйәси көрсөккә килтерә) Нансендың демократия идеалдарына ышанысы өҙөлөүе булышлыҡ итә[292].

Шуның менән бергә, Нансен мираҫына мөрәжәғәт иткән күп авторҙар уның холҡоноң ғәҙәттән тыш ҡатмарлы булыуын, күп яҡлылығын һәм ҡапма-ҡаршылығын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шағир Арне Гарборг 1890 йылда уҡ Нансенды Пер Гюнттың ҡапма-ҡаршылыҡтары кәүҙәләнеше тип таный[293]. Хәйер, Нансен үҙе лә Ибсен персонаждары менән тәрән рухи ҡәрҙәшлеген таный, ә Брандты аңлы рәүештә үҙ идеалы итә[293].

Нансендың ҡыҙы Лив 1950-се йылдарҙа уны ошолай ҡылыҡһырлаған:

Атайымды… Гамлет ҡапма-ҡаршылыҡтары яфаланы. Ул реалист һәм практик ине, көн кеүек ябай һәм асыҡ, ысын ғалим булғанлыҡтан, факттарҙы яҡшы аңланы; шулай ҙа уға үҙ-үҙен тәрән китеүҙәр, мәңгелек эҙләнеүҙәр, лиризм һәм ғәжәйеп үҙгәреүсән кәйеф хас булды; ул иҫ киткес ирекле һәм шул уҡ ваҡытта үҙенә тәрән бәйләнгән, үҙенә ышанған һәм баҫалҡы, шаян һүҙле һәм меланхолик (төшөнкөлөккә бирелеүсән) — барыһы ла бергә, бер һүҙ менән әйткәндә, холҡо тап шекспирса булды. Дуҫлыҡта тоғро һәм ярһыу, ул һәр ваҡыт тиерлек яңғыҙ ине. Эшмәкәр кеше, шул уҡ ваҡытта хыялланырға яратҡан: һәләте һәм ҡыҙыҡһыныуҙары буйынса төрлө яҡлы, шул уҡ ваҡытта ябай һәм ғәҙәти кеше. Ул тормошто йәшәп туймағандай яратты, ләкин уның рухи гармонияға һәм бөтөнлөккә ынтылышы тағы ла көслөрәк буды. Һәр саҡ йылылыҡ һәм наҙ тураһында хыялланған, ләкин уларһыҙ йәшәй алған бала һымаҡ. Ул кешеләр хаҡында тик яҡшы нәмәләр генә уйлауҙы өҫтөн күрҙе, әммә үҙенә генә таянды. Хәл ителә торған һәр мәсьәләне төбө-төмәненә төшөп, эсенә инеп төшөнөргә тырышты, ә үҙен аңлап, белеп еткерә алманы [294].

Лив Нансен әйтеүенсә, уның атаһы түбәндәге кредоға ышанған: донъя билдәле бер маҡсат менән барлыҡҡа килмәгән, кешеләрҙең үҙенсәлектәре мираҫ итеп алынған, ә кешенең һәр ҡылығы инстинкт, ихтыяж һәм тойғо ярҙамында башҡарыла. Йән органик материянан айырылғыһыҙ, шуға күрә, теге донъя ла, Алла ла юҡ. Һәләтеңде үҫтереү, уларҙы киләсәк быуындарға тапшырыу — тормоштоң (ғүмерҙең) берҙән-бер маҡсаты[295]. 1929 йылдың декабрендә Американың «Форум» журналында баҫылған «Минең иманым» тигән мәҡәләһендә Нансен фәлсәфәүи фекерҙәрен ентекле яҙған. Ул Нансендың донъяға ҡарашы, йәш сағы менән сағыштырғанда, бик үк үҙгәрмәгәнен күрһәтә[296].

Нансен 1930 йылда

Идеалдарҙы эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырыуы йыш ҡына тирә-йүндәгеләренә ауыр кисерештәр алып килгән. Нансендың ҡыҙы Лив иҫенә төшөргәнсә, әгәр Нансен балаларын ҡаты тотмаһа, барыһына ла еңелерәк булыр ине, әммә атай кеше, талапсанлығы балаларының характерын нығыта тип уйлаған[297]. Сәнғәт кешеләренә һәм ярҙамға мохтаждарҙың барыһына ла иғәнәләр йомарт таратҡан, әммә ғаиләһен спартан мөхитендә йәшәткән[298].

Нансендың характер үҙенсәлектәрен уның экспедиция юлдаштары ла билдәләй. Норвегия яҙыусыһы Т. Саннес был күренешкә аңлатма биреп, былай тине: «Нансен... көндәлек тормошта ябай һәм аралашыусан булһа ла, уға оҡшамаған эште күрһә, ҡаты була»[299]. Н. Будур һүҙҙәре буйынса: «Экипаж үҙенең "башлығының" ҡараңғылығынан һәм һалҡынлығынан, сикһеҙ эгоцентризмынан арыны»[300]. Нансендың был һыҙаттарын уның икенсе ҡатыны Сигрун Мунте ла һыҙыҡ өҫтөнә алған. Хаттарының береһендә ул былай тигән: «Нансенға бер ҡасан да ҡаршы һүҙ әйтеп булмай, был бөтөнләй мөмкин түгел»[279].

Нансен һыуыҡ яратҡан, һыуыҡты һаулыҡ өсөн файҙалы тип һанаған. Ул йәштән үк бәйләнгән саңғы костюмында өҫкө кейемһеҙ йөрөргә ғәҙәтләнгән, уның «Готхоб»та ла, «Пульхёда»ла ла шәхси кабинеттары бер ҡасан да йылытылмаған[301]. Ева Нансен уларҙың йоҡо бүлмәһендә ҡайһы берҙә һыу туңғанын иҫенә төшөргән. Был замандаштарына бик яҡшы билдәле булған[302].

Хәтерен мәңгеләштереү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Мәскәүҙә 2002 йылда асылған Нансен һәйкәле

1954 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Нансен миҙалын булдыра, ул 1979 йылда Нансен исемендәге премияға үҙгәртелә, йыл һайын Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының ҡасаҡтар эштәре буйынса Юғары комиссары исеменән тапшырыла[303].

Нансен хөрмәтенә бик күп географик объекттар: Төньяҡ Боҙло океандағы Нансен соҡоро һәм Нансен-Гаккель һырты[304]; үҙәк Юкондағы стратовулканына Нансендың исеме бирелгән[305]. Антарктидала үҙ ваҡытында Роберт Скотт һәм Руаль Амундсен асҡан ике тауға һәм утрауға Нансен исеме бирелгән[306][307], Һәм Антарктидала Нансен утрауы[308]. Франц-Иосиф ерендәге һәм Норденшельд архипелагындағы утрауҙар ҙа Нансен хөрмәтенә аталған. Арктика һәм Антарктика картаһында Нансендың исеме 25 тапҡыр телгә алына[309].

Сергей Белявский үҙе 1916 йылдың апрелендә асҡан астероидты (853) Нансения тип атаны[310]. 1964 йылда Халыҡ-ара астрономия союзы (МАС) Нансен исемен Төньяҡ полюсы эргәһендәге удар кратерға бирә (координаталар: төньяҡ киңлектең 80,9°, көнсығыш оҙонлоҡтоң 95,3°, диаметры 104 км)[311]. «Аполлона-17» астронавттары 1972 йылда Таурус-Литтров үҙәнендә ултырған Көньяҡ массив тауы итәгендәге кратерҙы Нансендың исеме менән аталған. Бер-береһен ҡабатламаҫ өсөн, 1973 йылда Халыҡ-ара астрономия союзы (МАС) уны рәсми рәүештә Нансен-Аполлон тип үҙгәртә[312]. Кратер «Аполлон» программаһы тормошҡа ашырылған осорҙа билдәле булыуынса, уға Юджин Сернан һәм Харрисон Хейган Шмиттың «Лунный Ровер»ҙағы сәфәре (9,1 саҡрым) һәм иң оҙайлы (73 минут) буйынса билдәле. Кратерҙа ай тоҡомоноң иң боронғо өлгөһө (4,6 млрд лет ± 0,1 млрд лет) табылған[313].

Файл:Нансен в Красноярске.jpg
В.И. Суриков исемендәге Красноярск дәүләт художество музейы диуарына иҫтәлекле таҡтаташ. Яҙмала былай тиелә: «Бында 1913 йылдың 12 сентябренән алып 16 сентябренә тиклем Көнсығыш Себергә һәм Алыҫ Көнсығышҡа сәйәхәте барышында Норвегия ғалимы Фритьоф Нансен йәшәгән».

Нансендың элекке «Пульхёгда» усадьбаһында 1948 йылдан Фритьоф Нансен институты - тирә-яҡ мөхитте, энергетиканы һаҡлау, ресурстарҙы файҙаланыу менән идара итеү алымдарын һәм сәйәсәтен әҙерләү өлкәһендә тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнеүсе бойондороҡһоҙ учреждение урынлашҡан[314]. Ғалим исеме Nansenia Microstomatidae ғаиләһе балығына бирелә [315].

1968 йылда совет режиссёры Сергей Микаэлян Норвегия кинематографистары менән берлектә «Бөтәһе бер тормош - Фритьоф Нансен тарихы» «Всего одна жизнь — история Фритьофа Нансена» фильмын төшөрә. Фильмдың сюжетына өс төп эпизод: Нансендың Төньяҡ ҡотопҡа экспедицияһы, уның Милләттәр лигаһындағы эше һәм Рәсәйҙә аслыҡты бөтөрөүҙә ҡатнашыуы инә. Төп ролдә - Кнут Вигерт[316]. 1985 йылда Фон Сюдов Макс Нансен образын «Ерҙәге һуңғы урын» «Последнее место на Земле»[317] мини-сериалында кәүҙәләндерә

2000 йылдар башында Норвегияның Хәрби-диңгеҙ флотына «Фритьоф Нансен» тибындағы фрегаттар бирелде. «Фритьоф Нансен» баш судноһы 2003 йылда сафҡа индерелде, артабанғы ике судноға «Отто Свердруп» һәм «Руаль Амундсен» исеме бирелде[318].

1930 йылда уҡ Мәскәү эшсе һәм ҡыҙыл гвардия депутаттары советы Нансенға һәйкәл ҡуйырға ҡарар итә, әммә пландары тормошҡа ашырылмай. 72 йыл үткәс кенә, 2002 йылдың 18 сентябрендә, Оло Лёвшин тыҡрығында, Рәсәй Халыҡ-ара ҡыҙыл Тәре бинаһы ҡаршыһында, СССР-ҙың халыҡ рәссамы В. Г. Цигалдең һәйкәле ҡуйыла. Һәйкәл UDI Utlendingsdirektoratet — сит ил кешеләре эштәре буйынса Норвегия директораты, «Фрам музейы», Әрмәндәр союзы һәм коммерция фирмалары иғәнәһенә эшләнгән. Республика башлығы Норвегияның сит ил эштәре буйынса директорлығына ҡунаҡҡа килде, «Франм музейы», Рәсәй әрмәндәре союзы һәм коммерция фирмалары вәкилдәре менән осрашты. Һәйкәл сығымдарын Мәскәү Хөкүмәте үҙ өҫтөнә алған[319].

1930-сы йылдарҙа 6-сы Берләшкән диспансер - хәҙер 2-се консультация-диагностика үҙәге, Мәскәүҙең Богородский районында Нансендың шәхси аҡсаһына төҙөлгән Нансендың исемен йөрөтә[320].

Белфаст, Винница, Ереван, Глазго, Калининград, Манчестер, Мәскәү, Норильск, Нью-Йорк, Дондағы Ростов, Рыбинск, София ҡалалары урамдары Нансен хөрмәтенә аталған[321].

1995 йылда Николай Рыжков инициативаһы менән Фритьоф Нансен исемендәге фонд ойошторола, ул 2002 йылда Әрмәнстанға күсерелә һәм Ереванда теркәлә[273].

2010 йылдың 14 сентябрендә Ртищево-I станцияһы вокзалы бинаһында Фритьоф Нансенға мемориаль таҡтаташ асыла, унда ул 1921 йылдың ноябрендә аслыҡтан интеккән Волга буйына сәфәре ваҡытында өс көн үткәргән. Ртищевола «Нансен фонды» асығыусыларға ярҙам бүлеү базаһы булдырҙы, ике ашханала 830 етем һәм мохтаж бала бушлай туҡланған[322].

Тыуыуына 135 йыл. Әрмәнстан маркаһы, 1996.

2011 йылдың 26 ғинуарында Әрмәнстандың Гюмри ҡалаһында Норвегия гуманисына арналған йорт-музей асылыуы, шулай уҡ иҫтәлекле миҙалдар һәм тәңкәләр баҫтырылыуы хаҡында иғлан ителде[323]. 2011 йылдың ноябрендә Әрмәнстанда Нансендың 150 йыллығы киң билдәләнде. Сара сиктәрендә Ереванда әрмән һәм Норвегия дәүләттәренең юғары дәрәжәле кешеләре алдында Фритьоф Нансенға һәйкәл асылды. Бынан һуң Әрмәнстан президенты уның ейәнсәре Марит Гревҡа Әрмәнстан Республикаһында махсус йәшәү статусы паспортын тапшырҙы. Рәхмәт белдереп, ул, Фритьоф Нансен ошондай паспорт менән меңләгән әрмәнгә донъяла үҙ урынын табырға мөмкинлек бирҙе, тип билдәләне[273] Шул уҡ көндә Әрмәнстан һәм Норвегияның сит ил эштәре министрҙары почта маркаһын күрһәтте[324]. Норвегия президенты Серж Саргсян норвегтың юбилейы уңайынан махсус мөрәжәғәтнамә сығарҙы, унда, «әрмән халҡы өсөн Фритьоф Нансендың исеме намыҫ һәм тыныслыҡ изгелеген кәүҙәләндереү символы булып ҡаласаҡ», тип билдәләне[325]. 2011 йылда Әрмәнстанда Гюмриҙағы балалар йорто, Армавир, Ереван, Спитак, Степанаванда мәктәптәр һәм Дилижанда махсус мәктәп-интернат Нансен исемен йөрөтә. Спитакта Норвег ҡыҙыл Тәреһе булышлығында Нансен исемендәге дауахана асылды[273].

2011 йылдың 23 ғинуарында Тромсё ҡалаһында рәсми рәүештә Нансен - Амундсендың юбилей йылы асылды, сөнки 2011 йылда норвегтар өсөн ике бөйөк дата - Фритьоф Нансендың тыуыуына 150 йыл һәм Руаль Амундсендың Көньяҡ ҡотопҡа етеүенә 100 йыл билдәләнде. Йылды асыу тураһында Норвегияның сит ил эштәре министры Йонас Гар Стёре иғлан итте. Тантана асыҡ һауала «Фрам» үҙәге һәм «Полярия» арктик музейы эргәһендә үтте[326].

2012 йылдың 14 апрелендә Дағстан башлығы Магомедсалам Магомедов 1925 йылда Дағстанға бер аҙналыҡ сәфәре барышында тап ошо йортта Фритьоф Нансендың туҡтауын хәтергә төшөргән Махачкаланың Горький урамындағы 10-сы йортта мемориаль таҡтаташ асыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул Дағстанға сәфәрен норвег, немец һәм инглиз телендә нәшер ителгән «Через Кавказ на Волгу» Gjennem Kaukasus til Volga китабында ентекләп тасуирлай. 1929 йылда йыйынтыҡтың исем туйы уҙҙы. Нансен Дағстанды иҡтисади мөмкинлектәре ҙур булған бик ҡыҙыҡлы ил тип атаған[327].

2014 йылдың 4 апрелендә Һамарҙа Фритьоф Нансендың Волга буйында аслыҡтан интеккән кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡарыу эшенә индергән тос өлөшө хаҡында билдә асылды. Аҡсаны Һамар халҡы интернет аша йыйған. Иҫтәлекле билдә полярсы тормошо менән бәйле булған боҙҙо символлаштырған Нансендың портреты урыҫ, инглиз һәм норвег телдәрендә яҙыулы быяла кубтан ғибәрәт[328][329][330].

2017 йылдың 17 октябрендә Һарытау өлкәһенең Маркс ҡалаһында ошо уҡ исемдәге скверҙа һәйкәл асылды. Һәйкәл Нансен аҙыҡ-түлек йөгөн Нансен үҙе ташыған, таратаҡан урынға ҡуйылған[331]. Ә 2019 йылда элекке ҡала пристане бинаһында «Кешелектең изге даһийына Һарытау губернаһының рәхмәтле кешеләренән» тигән һүҙҙәр менән иҫтәлекле таҡтаташ асылды[332].

  1. The Nobel Peace Prize 1938. Nobel Prizes and Laureates. The Official Web Site of the Nobel Prize.
  2. Будур, 2011, с. 11
  3. Brogger & Rolfsen, 1896, p. 1—5
  4. Brogger & Rolfsen, 1896, p. 6—7
  5. 5,0 5,1 5,2 Нансен-Хейер, 1973, с. 23
  6. Brogger & Rolfsen, 1896, p. 7—12
  7. 7,0 7,1 Будур, 2011, с. 15
  8. Huntford, 2001, p. 1—5
  9. Будур, 2011, с. 17, 26
  10. Brogger & Rolfsen, 1896, p. 8
  11. Нансен-Хейер, 1973, с. 24
  12. 12,0 12,1 Нансен-Хейер, 1973, с. 25
  13. 13,0 13,1 Будур, 2011, с. 17
  14. Будур, 2011, с. 18
  15. Huntford, 2001, p. 7
  16. Будур, 2011, с. 24
  17. Huntford, 2001, p. 7—12
  18. Huntford, 2001, p. 16—17
  19. Linn Ryne. Fridtjof Nansen: Man of many facets. Great Norwegians (1998—2002).
  20. Будур, 2011, с. 27
  21. Huntford, 2001, p. 18—19
  22. Нансен5, 1939, с. 18
  23. Будур, 2011, с. 28
  24. Нансен-Хейер, 1973, с. 44
  25. Нансен5, 1939, с. 19
  26. Нансен-Хейер, 1973, с. 45
  27. 27,0 27,1 Huntford, 2001, p. 21—27
  28. Нансен5, 1939, с. 166
  29. Пасецкий, 1987, с. 24—25
  30. 30,0 30,1 30,2 Пасецкий, 1987, с. 27—28
  31. 31,0 31,1 Huntford, 2001, p. 27—28
  32. Пасецкий, 1987, с. 30—31
  33. Будур, 2011, с. 51
  34. Нансен-Хейер, 1973, с. 48—49
  35. 35,0 35,1 Будур, 2011, с. 54
  36. 36,0 36,1 36,2 Нансен1, 1937, с. 18
  37. 37,0 37,1 Будур, 2011, с. 58
  38. Нансен-Хейер, 1973, с. 61
  39. Пасецкий, 1987, с. 34
  40. Нансен-Хейер, 1973, с. 67
  41. Нансен-Хейер, 1973, с. 65
  42. Будур, 2011, с. 63—64
  43. Нансен-Хейер, 1973, с. 66
  44. Будур, 2011, с. 68—69
  45. 45,0 45,1 Будур, 2011, с. 70
  46. Huntford, 2001, p. 65—69
  47. Нансен1, 1937, с. 21—22
  48. 48,0 48,1 Нансен1, 1937, с. 22
  49. Броггер, 1896, с. 123—125
  50. 50,0 50,1 Фрам1, 1956, с. 14
  51. Будур, 2011, с. 89—92
  52. 52,0 52,1 Нансен-Хейер, 1973, с. 69
  53. 53,0 53,1 Пасецкий, 1987, с. 40
  54. Будур, 2011, с. 88
  55. Пасецкий, 1987, с. 40—41
  56. Будур, 2011, с. 85, 87
  57. Будур, 2011, с. 85—86
  58. 58,0 58,1 Будур, 2011, с. 87
  59. Нансен1, 1937, с. 23
  60. Нансен-Хейер, 1973, с. 68
  61. Нансен-Хейер, 1973, с. 70
  62. Huntford, 2001, p. 87—92
  63. Нансен1, 1937, с. 41
  64. Нансен1, 1937, с. 112
  65. Нансен1, 1937, с. 139
  66. Nansen’s Route — Greenland Icecap Crossing. Expedition Greenland. Дата обращения: 5 сентябрь 2016. Архивировано 30 апрель 2012 года. 2010 йыл 20 август архивланған.
  67. Нансен-Хейер, 1973, с. 78
  68. Нансен-Хейер, 1973, с. 78—80
  69. 69,0 69,1 69,2 Пасецкий, 1987, с. 67
  70. Фрам1, 1956, с. 16
  71. Фрам1, 1956, с. 17
  72. Будур, 2011, с. 114—116
  73. Huntford, 2001, p. 156—163
  74. Будур, 2011, с. 117
  75. 75,0 75,1 Пасецкий, 1987, с. 69
  76. Пасецкий, 1987, с. 66
  77. Пасецкий, 1987, с. 72
  78. 78,0 78,1 Будур, 2011, с. 122
  79. Нансен-Хейер, 1973, с. 82—83
  80. Будур, 2011, с. 124
  81. Huntford, 2001, p. 56—63
  82. Fleming, 2002, p. 238
  83. 83,0 83,1 83,2 83,3 Будур, 2011, с. 127
  84. Фрам1, 1956, с. 18—20
  85. Dagmar Engelhart. Erik Berntsens slektssider. Дата обращения: 5 сентябрь 2016.
  86. Фрам1, 1956, с. 46
  87. Фрам1, 1956, с. 48
  88. Саннес, 1991, с. 44
  89. Фрам1, 1956, с. 54
  90. Фрам1, 1956, с. 55—56
  91. 91,0 91,1 Саннес, 1991, с. 85
  92. Фрам1, 1956, с. 59—60
  93. Фрам1, 1956, с. 21
  94. Фрам1, 1956, с. 61
  95. Фрам1, 1956, с. 64
  96. Фрам1, 1956, с. 66—67
  97. Has Nature Supplied a Route Around the North Pole? (PDF), New York Times (13 ноябрь 1892). 27 сентябрь 2009 тикшерелгән.
  98. Фрам1, 1956, с. 83—85
  99. Пересчёт в фунты сделан английскими переводчиками книги Нансена. По курсу конца XIX в. 1 английский фунт = 10 руб.
  100. Фрам1, 1956, с. 70
  101. Саннес, 1991, с. 49
  102. Фрам1, 1956, с. 70—71
  103. Саннес, 1991, с. 61
  104. Саннес, 1991, с. 72
  105. Fleming, 2002, p. 237—238
  106. Fleming, 2002, p. 241
  107. Фрам1, 1956, с. 86—94
  108. Фрам1, 1956, с. 105
  109. Фрам1, 1956, с. 119
  110. Фритьоф Нансен: открытия в Центральной Арктике. Дата обращения: 5 сентябрь 2016.
  111. Фрам1, 1956, с. 146
  112. Фрам1, 1956, с. 165—166
  113. Фрам1, 1956, с. 183
  114. Фрам1, 1956, с. 220
  115. Huntford, 2001, p. 262
  116. Фрам1, 1956, с. 256
  117. Фрам1, 1956, с. 307
  118. Фрам1, 1956, с. 307—308
  119. Фрам1, 1956, с. 315
  120. Фрам1, 1956, с. 341
  121. Фрам1, 1956, с. 346
  122. Фрам2, 1956, с. 3—8, 26
  123. Huntford, 2001, p. 308—313
  124. Фрам2, 1956, с. 26
  125. Фрам2, 1956, с. 40
  126. Фрам2, 1956, с. 41
  127. Фрам2, 1956, с. 218
  128. Фрам2, 1956, с. 45
  129. Фрам2, 1956, с. 111
  130. Фрам2, 1956, с. 126
  131. Фрам2, 1956, с. 146
  132. Фрам2, 1956, с. 147—165
  133. Фрам2, 1956, с. 165
  134. Фрам2, 1956, с. 171
  135. Фрам2, 1956, с. 166
  136. Фрам2, 1956, с. 191
  137. Фрам2, 1956, с. 183
  138. Фрам2, 1956, с. 204—206
  139. Фрам2, 1956, с. 208—209
  140. Фрам2, 1956, с. 210—213
  141. Фрам2, 1956, с. 213
  142. Фрам2, 1956, с. 215
  143. Фрам2, 1956, с. 216
  144. 144,0 144,1 Фрам2, 1956, с. 234
  145. 145,0 145,1 Фрам2, 1956, с. 236
  146. 146,0 146,1 Huntford, 2001, p. 393
  147. Нансен-Хейер, 1973, с. 127
  148. Nansen's North Pole Search (PDF), The New York Times (3 март 1895). 30 сентябрь 2009 тикшерелгән.
  149. 149,0 149,1 Нансен-Хейер, 1973, с. 125
  150. Хроника // Естествознание и география. — 1896. — В. № 8. — Т. II. — С. 882—886.
  151. Fleming, 2002, p. 264—265
  152. 152,0 152,1 Саннес, 1991, с. 140
  153. The Cullum Geographical Medal (ингл.) (PDF) (недоступная ссылка — история). American Geographical Society. Дата обращения: 15 апрель 2011. Архивировано 28 ғинуар 2012 года. 2009 йыл 4 июль архивланған.
  154. Состав Императорского Русского географического общества. — СПб., 1913. — С. 12. — 112 с.
  155. Фрам3, 2007, с. 30—31
  156. Фрам3, 2007, с. 33
  157. Будур, 2011, с. 189—191
  158. Jones, Max. The Last Great Quest (инг.). — Oxford: Oxford University Press, 2003. — ISBN 0-19-280483-9.
  159. Nansen, F. The oceanography of the north polar basin. The Norwegian North Polar Expedition, 1893-1896, Scientific Results (инг.) // Scientific Results. — Longmans, Green and Co., 1902. — Т. 3. — С. 427.
  160. Grumbine, Robert W. Virtual Floe Ice Drift Forecast Model Intercomparison (инг.) // Weather and Forecasting (инг.)баш. : journal. — 1998. — Т. 13. — № 3. — С. 886—990. — ISSN 0882-8156.
  161. Пасецкий, 1987, с. 259
  162. Фрам2, 1956, с. 13—14
  163. Herbert, 1989, p. 13
  164. Фрам1, 1956, с. 68
  165. Фрам1, 1956, с. 358
  166. 166,0 166,1 Будур, 2011, с. 119
  167. Tor Bomann-larsen. Der Solstad krysser Ibsen. Aftenposten (12 ноябрь 2009). Дата обращения: 5 сентябрь 2016.
  168. 168,0 168,1 Huntford, 2001, p. 441
  169. Фрам1, 1956, с. 36
  170. Фрам1, 1956, с. 37
  171. Будур, 2011, с. 195
  172. Huntford, 2001, p. 452
  173. Nansen, F. The oceanography of the north polar basin. The Norwegian North Polar Expedition, 1893-1896, Scientific Results (инг.). — Longmans, Green and Co., 1902. — Vol. 3.
  174. Фрам1, 1956, с. 25
  175. Пасецкий, 1987, с. 260—261
  176. Пасецкий, 1987, с. 268
  177. Ладлэм, 1989, с. 42—43
  178. Саннес, 1991, с. 181
  179. Huntford, 2001, p. 464—465
  180. Huntford, 2001, p. 451—452
  181. Huntford, 2001, p. 463
  182. Нансен-Хейер, 1973, с. 141
  183. Huntford, 2001, p. 468
  184. Huntford, 2001, p. 463—464
  185. Пасецкий, 1987, с. 261
  186. Нансен5, 1939, с. 552—553
  187. Нансен5, 1939, с. 564—566
  188. 188,0 188,1 Нансен5, 1939, с. 569
  189. Пасецкий, 1987, с. 266
  190. Пасецкий, 1987, с. 267
  191. Нансен-Хейер, 1973, с. 136
  192. Будур, 2011, с. 194
  193. Будур, 2011, с. 196—197
  194. 194,0 194,1 Будур, 2011, с. 197
  195. Johnson, 2014, p. 123
  196. Нансен-Хейер, 1973, с. 137
  197. 197,0 197,1 Будур, 2011, с. 199
  198. Нансен-Хейер, 1973, с. 156
  199. Нансен-Хейер, 1973, с. 160—162
  200. Нансен-Хейер, 1973, с. 152
  201. Будур, 2011, с. 200—201
  202. 202,0 202,1 Будур, 2011, с. 201
  203. Нансен-Хейер, 1973, с. 145
  204. Нансен-Хейер, 1973, с. 151
  205. Huntford, 2001, p. 477—478
  206. Будур, 2011, с. 211
  207. Нансен-Хейер, 1973, с. 166
  208. Будур, 2011, с. 218
  209. 209,0 209,1 209,2 Norge, Sverige & unionen
  210. Нансен-Хейер, 1973, с. 167
  211. 211,0 211,1 Нансен-Хейер, 1973, с. 168
  212. Т. А. Шрадер. Норвежские полярные исследователи — гости Санкт-Петербурга (на рубеже XIX—XX веков)
  213. Будур, 2011, с. 206—207
  214. 214,0 214,1 Нансен-Хейер, 1973, с. 170
  215. Huntford, 2001, p. 489—490
  216. Нансен-Хейер, 1973, с. 178
  217. Этот день в истории. 20 декабря
  218. Нансен-Хейер, 1973, с. 185
  219. [ Карльстадские соглашения 1905] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  220. Leiren, Terje A Century of Norwegian Independence // The Scandinavian Review. — С. 7. Архивировано из первоисточника 28 декабрь 2013.
  221. Будур, 2011, с. 222
  222. Нансен-Хейер, 1973, с. 188—189
  223. Будур, 2011, с. 223
  224. 224,0 224,1 Scott, 1971, p. 202—205
  225. Нансен-Хейер, 1973, с. 192
  226. 226,0 226,1 226,2 Будур, 2011, с. 230—231
  227. Huntford, 2001, p. 551
  228. Нансен-Хейер, 1973, с. 196—200
  229. Будур, 2011, с. 226—227
  230. Будур, 2011, с. 237
  231. Буманн-Ларсен, 2005, с. 100
  232. Нансен-Хейер, 1973, с. 216—217
  233. Буманн-Ларсен, 2005, с. 209
  234. Нансен-Хейер, 1973, с. 217
  235. Huntford, 2001, p. 552—554
  236. 236,0 236,1 Будур, 2011, с. 242
  237. Нансен-Хейер, 1973, с. 228
  238. Нансен-Хейер, 1973, с. 225—233
  239. Huntford, 2001, p. 555—556
  240. Будур, 2011, с. 251—253
  241. Reynolds, 1949, p. 179—184
  242. Саннес, 1991, с. 197
  243. Саннес, 1991, с. 212
  244. 244,0 244,1 Huntford, 2001, p. 564—569
  245. Huntford, 2001, p. 571—573
  246. Попов А. Автограф Нансена // Вокруг света. — 1994. — № 10.
  247. Тарасова А. И. Владимир Клавдиевич Арсеньев. — М.: Главная редакция восточной литературы издательства «Наука», 1985. — С. 151. — 344 с. — (Русские путешественники и востоковеды).
  248. Хисамутдинов А. А. Мне сопутствовала счастливая звезда…: Владимир Клавдиевич Арсеньев (1872—1930 гг.). — Владивосток: Дальнаука, 2005. — С. 104—106. — 256 с. — 1500 экз. — ISBN 5-8044-0568-3.
  249. Нансен Ф. В страну будущего = Through Siberia, the Land of the Future. — Петроградъ: Изданіе К. И. Ксидо, 1915. — 561 с.
  250. Reynolds, 1949, p. 190—203
  251. 251,0 251,1 Reynolds, 1949, p. 204
  252. Reynolds, 1949, p. 214
  253. Буманн-Ларсен, 2005, с. 244
  254. 254,0 254,1 Будур, 2011, с. 320
  255. Reynolds, 1949, p. 216
  256. 256,0 256,1 256,2 Ryne, Linn. «Fridtjof Nansen: Man of many facets». Norwegian Ministry of Foreign Affairs
  257. Reynolds, 1949, p. 221
  258. Reynolds, 1949, p. 222—223
  259. Huntford, 2001, p. 599—603
  260. Reynolds, 1949, p. 224—229
  261. Нансен-Хейер, 1973, с. 354
  262. 262,0 262,1 Huntford, 2001, p. 638
  263. Reynolds, 1949, p. 241
  264. Нансен-Хейер, 1973, с. 386
  265. Huntford, 2001, p. 649—650
  266. Т. Ю. Бондаренко, Н. И. Николаева. Миссия Фритьофа Нансена по спасению голодающих Повольжья Общенациональный научно-политический журнал «Власть» № 3. 2011 год. с. 100—103. ISSN 2071-5358
  267. Игорь Гусаров. Миссия Нансена или урок утопического капитализма. «Наша земля». 2001 год. Дата обращения: 3 декабрь 2011. Архивировано из оригинала 19 апрель 2012 года. 2012 йыл 19 апрель архивланған.
  268. К. Маклаков Итоги Международного полярного года // Наука Урала. — Екатеринбург, 2011, март. — № 5. — С. 6.
  269. Армен Маркарян // ФРИТЬОФ НАНСЕН — ЧЕЛОВЕК-ЛЕГЕНДА, ОТДАВШИЙ ДО КОНЦА ВСЮ СВОЮ СЛАВУ
  270. Armenian Genocide // United Human Rights Council. Дата обращения: 24 ноябрь 2011. Архивировано из оригинала 3 март 2016 года. 2016 йыл 3 март архивланған.
  271. 271,0 271,1 Huntford, 2001, p. 659—660
  272. 272,0 272,1 Reynolds, 1949, p. 262
  273. 273,0 273,1 273,2 273,3 Республика Армения // В Армении отмечают 150-летие Фритьофа Нансена 2016 йыл 8 март архивланған.
  274. Геноцид армян в Османской империи: сборник документов и материалов // Под ред. М. Г. Нерсисяна. — Ереван: Айастан, 1982. — С. 616.
  275. Slavery Convention 1926// The Anti-Slavery Society, 2003. Дата обращения: 24 ноябрь 2011. Архивировано из оригинала 7 декабрь 2018 года. 2018 йыл 7 декабрь архивланған.
  276. Нансен-Хейер, 1973, с. 334—335
  277. Huntford, 2001, p. 664
  278. Будур, 2011, с. 243
  279. 279,0 279,1 Будур, 2011, с. 315
  280. Будур, 2011, с. 318—319
  281. Буманн-Ларсен, 2005, с. 494
  282. Буманн-Ларсен, 2005, с. 494—495
  283. Нансен-Хейер, 1973, с. 414
  284. Нансен-Хейер, 1973, с. 418
  285. Huntford, 2001, p. 665
  286. Kaja Korsvold. Polarheltens siste eventyr // Aftenposten 15 okt. 2011. Дата обращения: 13 март 2012. Архивировано из оригинала 25 декабрь 2011 года.
  287. Brenda, My Darling: The Love Letters of Fridtjof Nansen to Brenda Ueland. Utne Institute, 2011 ISBN 978-0-9761989-4-9.
  288. Нансен-Хейер, 1973, с. 428
  289. Будур, 2011, с. 399
  290. Буманн-Ларсен, 2005, с. 210
  291. Будур, 2011, с. 248—250
  292. Будур, 2011, с. 266
  293. 293,0 293,1 Будур, 2011, с. 252
  294. Нансен-Хейер, 1973, с. 310—311
  295. Нансен-Хейер, 1973, с. 85
  296. Нансен-Хейер, 1973, с. 421—424
  297. Нансен-Хейер, 1973, с. 245
  298. Будур, 2011, с. 214—215
  299. Саннес, 1991, с. 90—91
  300. Будур, 2011, с. 170
  301. Нансен-Хейер, 1973, с. 88
  302. Нансен-Хейер, 1973, с. 139
  303. УВКБ ОНН: Премия Нансена
  304. Anderson, L.G. et al. (March 1989). «The first oceanographic section across the Nansen Basin in the Arctic Ocean». Deep Sea Research Part A. Oceanographic Research Papers 36 (3): 475—82
  305. Mount Nansen in the Canadian Mountain Encyclopedia
  306. U.S. Geological Survey Geographic Names Information System: Mount Nansen (Antarctica)
  307. U.S. Geological Survey Geographic Names Information System: Mount Fridtjof Nansen
  308. Nansen Island // Scott Polar Research Institute. Дата обращения: 24 ноябрь 2011. Архивировано из оригинала 10 март 2012 года. 2012 йыл 10 март архивланған.
  309. Фритьоф Нансен — норвежец тысячелетия
  310. Lutz D. Schmadel. Dictionary of minor planet names, Volume 1, Springer, 2003. Р. 78
  311. Gazetteer of Planetary Nomenclature
  312. Пугачёва, С. Г.; Родионова, Ж. Ф.; Шевченко, В. В.; Скобелева, Т. П.; Дехтярёва, К. И.; Попов, А. П. Каталог «Номенклатурный ряд названий лунного рельефа». — Москва: Государственный Астрономический институт им. П. К. Штернберга, МГУ, 2009. — С. 30. — 58 с.
  313. Jones, Eric M. Geology Station 2 (ингл.). Apollo 17 Lunar Surface Journal. NASA (1995). Дата обращения: 26 февраль 2014. Архивировано 19 март 2014 года. 2014 йыл 4 ғинуар архивланған.
  314. Официальный сайт Института Нансена
  315. Nansenia Jordan & Evermann, 1896 // World Register of Marine Species
  316. Фритьоф Нансен (инг.) Internet Movie Database сайтында
  317. The Last Place on Earth - The Complete Epic Miniseries DVD 3 Disc Set (ингл.). BFS Entertainment & Multimedia. Дата обращения: 18 октябрь 2012. Архивировано 27 октябрь 2012 года.
  318. Nansen Class Anti-Submarine Warfare Frigates
  319. Русское общество Тронхейма. Новости от 18.09.2002
  320. Богородское сегодня — группа ВКонтакте
  321. Памятная доска Фритьофу Нансену. Taimyrplus.net. Дата обращения: 3 декабрь 2014.(недоступная ссылка)
  322. Обзор истории Ртищева. Перекрёсток России. Дата обращения: 1 декабрь 2014.
  323. Новости Армения //Памятник и Дом-музей Фритьофа Нансена откроются в Армении 2014 йыл 24 ноябрь архивланған.
  324. Республика Армения // Почтовая марка к 150-летию Нансена погашена в Армении 2016 йыл 9 март архивланған.
  325. Республика Армения // Послание президента Сержа Саргсяна в связи со 150-летием со дня рождения Фритьофа Нансена 2016 йыл 8 март архивланған.
  326. Год Нансена-Амундсена
  327. В Дагестане увековечат память знаменитого норвежского полярного исследователя
  328. В марте в Самаре установят памятник путешественнику Фритьофу Нансену.(недоступная ссылка)
  329. В Самаре около ж/д вокзала поставили памятник Фритьофу Нансену 2017 йыл 7 ноябрь архивланған. // press.rzd.ru, 4 апреля 2014
  330. На Самарском вокзале открыли памятный знак Фритьофу Нансену. Rzdtv.ru (8 апрель 2014). Дата обращения: 1 декабрь 2014. Архивировано из оригинала 4 март 2016 года. 2016 йыл 4 март архивланған.
  331. В Марксе открыт памятник Фритьофу Нансену. ОФИЦИАЛЬНЫЙ ПОРТАЛ ПРАВИТЕЛЬСТВА САРАТОВСКОЙ ОБЛАСТИ (17 октябрь 2017). Дата обращения: 4 ноябрь 2017. 2017 йыл 22 октябрь архивланған.
  332. На здании бывшей пристани открыта памятная доска в честь полярного исследователя Фритьофа Нансена. Официальный сайт администрации Марксовского района (14 май 2019). Дата обращения: 7 ғинуар 2021.

Нансендың мөһим хеҙмәттәре библиографияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Примечание: Заглавия на норвежском языке XIX — начала XX века, их орфография может отличаться от современной. Указаны только труды, не рассчитанные на специалистов.
Урыҫ телендә
Сит телдәрҙә

Нансен хеҙмәттәренең урыҫ телендәге баҫмаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Лауреаты Золотой медали Королевского географического общества Ҡалып:Нобелевская премия мира 1901—1925

Ҡалып:Избранная статья Ҡалып:Статья года