Фрэнсис Хэмилтон Арнольд (ингл. Frances Hamilton Arnold; 25 июль 1956, Эджвуд, Пенсильвания штаты) — аҡһым инженерия өлкәһендә Америка ғалимы һәм инженеры, йүнәлешле ферменттар эволюцияһын үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. 2018 йылғы йүнәлешле эволюция буйынса эштәре өсөн химия өлкәһендә Нобель премияһы лауреаты[14].
АҠШ Милли академияларының: Фәндәр академияһы (2008), Инженер (2000)[15] һәм Медицина (2004)[16], шулай уҡ Америка философия йәмғиәте (2018)[17] ағзаһы, Лондон король йәмғиәте (2020) сит ил ағзаһы, Калтехтың Linus Pauling Professor of Chemical Engineering, Bioengineering and Biochemistry исемле профессоры. Технологиялар һәм инновациялар өлкәһендә Милли миҙалға эйә (2013) һәм уйлап табыусыларҙың Милли дан залына индерелгән (2014).
Фрэнсис Хэмилтон Арнольд физик ғаиләһендә тыуған, Питтсбургта үҫкән. 1974 йылда ҡала мәктәбен тамамлаған, 1979 йылда Принстон университетының машиналар төҙөү һәм аэрокосмос техника факультетының бакалавриатын тамамлай[18].
Физик-ядерщик Вильям Говард Арнольдтың ҡыҙы, генерал Уильям Говард Уильям Арнольдтың ейәнсәре. Атаһы менән бергә, улар АҠШ Милли инженерлыҡ академияһы ағзалары араһында беренсе династия була.
David and Lucile Packard Foundation[en], Fellowships in Science and Engineering консультатив төркөмөн етәкләй, Gordon Conferences Research вәкиле. 2005 йылда Gevo, Inc һәм 2014 йылда Provivi, Inc. компанияларын ойоштороусыларҙың береһе.
Американың фән һәм сәнғәт академияһы (2011)[19] , Америка микробиология (2009) академияһының, фән үҫешенә булышлыҡ итеү буйынса Америка ассоциацияһы (2010), Папа фәндәр академияһы (2019)[20] ағзаһы, Бөйөк Британия Король инженерлыҡ академияһының сит ил ағзаһы (2018).
- ↑ Frances H. Arnold // Munzinger Personen (нем.)
- ↑ Чэн С., Хёрли Ч., Карим Д. YouTube (билдәһеҙ) — 2005.
- ↑ Национальная академия наук США — 1863.
- ↑ 4,0 4,1 https://www.cce.caltech.edu/people/frances-h-arnold
- ↑ Montenegro A. ORCID Public Data File 2023 — 2023. — doi:10.23640/07243.24204912.V1
- ↑ Montenegro A. ORCID Public Data File 2023 — 2023. — doi:10.23640/07243.24204912.V1
- ↑ пресс-релиз
- ↑ https://mae.princeton.edu/about-mae/news/former-mae-student-frances-h-arnold-79-named-2019-franklin-institute-laureate
- ↑ http://www.che.caltech.edu/faculty/arnold_f/index.html
- ↑ 10,0 10,1 10,2 Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
- ↑ 11,0 11,1 11,2 https://data.qz.com/2013/davosattendees/data/davosdata.json
- ↑ http://www.nasonline.org/member-directory/members/2534069.html (ингл.)
- ↑ https://royalsociety.org/news/2020/04/outstanding-scientists-elected-as-fellows-and-foreign-members-of-the-royal-society/
- ↑ The Nobel Prize in Chemistry 2018 — NobelPrize.org
- ↑ Dr. Frances H. Arnold (инг.)
- ↑ Frances H. Arnold, Ph.D. (инг.)
- ↑ Frances Arnold Elected to American Philosophical Society | Caltech
- ↑ Princeton engineering alumna Frances Arnold wins Nobel Prize in Chemistry (англ.). Princeton University. Дата обращения: 11 декабря 2018.
- ↑ Press Releases — American Academy of Arts & Sciences
- ↑ Frances Hamilton Arnold 2019 йыл 30 декабрь архивланған. (инг.)
- ↑ Frances Arnold is Inaugural Recipient of M. H. Rousseau Pioneer Award for Lifetime Achievement by a Woman Chemical Engineer | AIChE
- ↑ Нобелевская премия по химии была присуждена за исследование пептидов и антител 2018 йыл 5 октябрь архивланған.
- ↑ Franklin Institute award winners include two Nobel laureates | Cary Institute of Ecosystem Studies