Фукидид

Фукидид
бор. грек. Θουκυδίδης
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ Древние Афины[d][2]
Тыуған көнө 460-е до н. э.
Тыуған урыны Алимос[d], Южные Афины[d], Аттика[d], Греция[3]
Вафат булған көнө б. э. т. 395
Вафат булған урыны Афина
Атаһы Oloroso[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле боронғо грек теле[d]
Һөнәр төрө тарихсы, яҙыусы
Эшмәкәрлек төрө история Древней Греции[d]
Биләгән вазифаһы афинский стратег[d]
Кемдә уҡыған Антифон из Рамнунта[d][4][5]
Хәрби звание стратег[d]
Йоғонто яһаусы Гомер
Изображается на Bust of Thucydides, Antirrio park[d]
Вики-проект Проект:Математика[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Thucydides
 Фукидид Викимилектә
Джераштан (Иордания) Фукидид мозаикаһы, б.э.т. III б., Берлиндың Пергам музейында

Фукиди́д (бор. грек. Θουκυδίδης, яҡынса б.э.т. 460 — яҡынса б.э.т. 400) — билдәле боронғо грек тарихсыһы, тарих фәненә нигеҙ һалыусы, "Пелопоннес һуғышының тарихы" авторы.

Фукидидтың тыуған йылы аныҡ билдәле түгел. Яҙыусы Памфиланың Рим яҙыусыһы Авл Геллийға шаһитлыҡ итеүенә таянғанда[6], ул беҙҙең эраға тиклем яҡынса 470 йылда тыуған; биограф Маркеллин һүҙенә ҡарағанда, беҙҙең эраға тиклем 450 йыл тирәһендә тыуған. Тарихсы үҙе иһә үҙен Пелопоннес һуғышы башланыуға (б. э. т. 431) ярайһы уҡ өлгөргән йәштә булыуын һәм күҙ алдында барған ваҡиғаларҙы аңлауын әйтә[7]; бынан тыш, беҙҙең эраға тиклем 424 йылда Фукидидтың стратегик күнекмәләренә эйә булыуын күрһәтә һәм ул саҡта уға 30 йәштән дә кәм булмай. Ул, моғайын, б.э.т. 460—455 йылдар тирәһендә тыуғандыр. Шулай итеп, уның йәшлеге Перикл быуатына тап килгән: ул Еврипидтың, софистарҙың һәм Сократтың замандашы була.

Фукидидтың биографияһы асыҡ билдәле түгел. Биографтарының, айырыуса уның төп биографы Маркеллиндың (VI быуатта, йәғни мең йылға һуңыраҡ йәшәгән) ышаныс тыуҙырмай. Иң ышаныслыһы тип тарихсының юлайҡан тиерлек ҡалдырған үҙенә ҡағылышлы мәғлүмәттәре һанала.

Фукидид бай һәм затлы ғаиләгә ҡарай: Фракия батшаһы Олор уның ата-бабаһы була, Афинаның дәүләт эшмәкәре һәм полководецы, боронғо Филаидтар аҡһөйәк ырыуынан булған Мильтиадҡа (Марафон эргәһендәге алышта еңеүсе) ҡәрҙәш була. Аттиканың Галимунт демынан Олорҙың улы булған Фукидид бай милексе була — Фракияла алтын приискылары тота[8]. Афинала, күрәһең, ул абруйлы кешеләргә, шул иҫәптән Периклға, яҡын торғандыр[9].

Фукидид, хеҙмәте иҫбатлағанынса, бик яҡшы белем ала. Балиғлыҡ йәшенә еткәс, хәрби һәм дәүләт эштәрендә ҡатнаша. Пелопоннес һуғышының тәүге йылдарын тарихсы Афинала үткәрә; һуғыштың икенсе йылында башланған чума эпидемияһы ваҡытында был ҡурҡыныс ауырыуҙы үҙе эләктерә, һуңынан уны һүрәтләй. Спарта полководецы Брасид хәрби хәрәкәттәрҙе Фракияға күсергәс (424 йыл), Фукидид Фасос утрауы янында эскадраға командалыҡ итә; ул Амфиполдең Брасид яғына күсеүенә ҡаршы төшөп өлгөрмәй. Бының һөҙөмтәһендә һөргөнгә ебәрелә, ул Фракиялағы имениеһында урынлашып, ике яҡтың да алышын тыныс ҡына ситтән күҙәтә[10]. Ул, күрәһең, һуғыш барған урындарҙың күбеһендә булғандыр, Македония батшаһы Архелайҙың һарайында, Сицилия һәм, атап әйткәндә, Сиракузда булғандыр, сөнки уның тирә-яғын һәм ҡамау барышын бик ентекле һүрәтләгән. Фукидид һөргөндә 20 йыл була. Пелопоннес һуғышы тамамланғас (404 й.), амнистия менән (дөйөм йәки, ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Энобий тәҡдиме буйынса) тыуған иленә ҡайта, әммә тиҙҙән вафат була (399—396 йылдар тирәһе; һәр осраҡта 396 йылдан да һуң түгел, сөнки ул Оҙон диуарҙарҙың Конон тарафынан тергеҙелгәнен һәм 396 йылда Этна вулканы атылғанын белмәгән), берәүҙәр фекеренсә ул — Афинала, икенселәр раҫлауынса, сит яҡтарҙа, Фракияла йә тыуған еренә юлда саҡта үлеп ҡалған. Хатта ул үлтерелгән тигән хәбәрҙәр ҙә бар.

«Пелопоннес Һуғышының тарихы»

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фукидид "Пелопоннес һуғышының тарихы"н яҙған, ул уның замандашы һәм шаһиты булған. Уҙе белдереүенсә, хеҙмәтен һуғыш башлағанғас та яҙырға тотонған, сөнки уның киләсәктә мөһим әһәмиәткә эйә буласағын белгән[11]. Шулай ҙа уның материалдарҙы эшкәртеү һәм төҙөү мәсьәләһе бәхәсле булып ҡала. Ульрих[12] (Wolfgang Ullrich Franz, 1795—1880) XIX быуаттың 40-сы йылдар уртаһында иҫбатлауынса, тәүҙә Фукидид Архидам һуғышы тигән беренсе периодты пелопоннестарҙың афиналар менән һуғышы тип атаған, беренсе китаптарҙы Никий солохонан (421 йыл) һуң яҙған, сөнки һуғыш бөттө тип уйлаған[13].

Был фекерҙе Классен һәм Эдуард Мейер ҡаршы сыға[14]. Хәйер, асылда фекер айырымлыҡтары ҙур түгел, сөнки Ульрихҡа эйәреүселәр Фукидидтың аҙаҡ өҫтәмәләр индергәнлеген таный, ә Классен һәм уның яҡлылар айырым өлөштәрҙең тарихсы тарафынан артабан эшкәртеү өсөн материал булараҡ алдан индерелгәнен таный[15].

Фукидидтың «Пелопоннес һуғышының тарихы» китабы 8 китаптан тора. I китапҡа данлыҡлы инеш һүҙ ингән — ул Грецияның иң боронғо тарихы очеркы, һуғыштың һылтауҙарын һәм ғәмәлдәге сәбәптәрен тасуирлау, «Илле йыллыҡ» (Платей алышынан алып Пелопоннес һуғышына тиклемге арауыҡ) һәм Афина менән Спартаның араһы өҙөлөү очеркы; II китаптан һуғыштың үҙенең тарихы башлана. б.э.т. 411 йылдың ҡышына тиклемге осорҙо солғай һәм артабан Ксенофонт тарафынан дауам иттерелә. Тарихтың дауамын тарихсы Кратипп та яҙған.

  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #11862234X // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. Biblioteca Virtual Miguel de Cervantes (исп.) — 1999.
  3. https://data.carnegiehall.org/names/1026516/about (ингл.) — 2017.
  4. Антифон (урыҫ) // Энциклопедический словарь / под ред. И. Е. АндреевскийСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1890. — Т. Iа. — С. 846.
  5. Антифонъ (урыҫ) // Энциклопедический лексиконСПб.: 1835. — Т. 2. — С. 370.
  6. Геллий. Аттические ночи. XV, 23
  7. Фукидид. История Пелопоннесской войны. V, 26; ср. I, 1
  8. Фукидид. История Пелопоннесской войны. IV, 105
  9. Фукидид. История Пелопоннесской войны. II, 65
  10. Фукидид. История Пелопоннесской войны. V, 26
  11. Фукидид. История Пелопоннесской войны. I, 1
  12. Ullrich, Franz Wolfgang. Beiträge Zur Erklärung Des Thukydides. — Hamburg: Perthes-Besser & Mauke, 1845—1846.
  13. Комм. в кн. Бузескул В. П. Введение в историю Греции : обзор источников и очерк разраб. греч. истории в XIX и в нач. XX в. : лекции по истории Греции / Вступ. ст. и общ. ред. проф. Э. Д. Фролова. — СПб.: Издательский дом «Коло», 2005. — С. 136. — 670 с. — (Александрийская библиотека. Серия: Античность). — ISBN 5-901841-28-X.
  14. Bodin, L. Thucydide : genese de son œuvre (фр.) // Revue des Études Anciennes. — Bordeaux, Feret, 1912. — Т. XIV. — № 1. — С. 1—38.
  15. Комм. в кн. Бузескул В. П. Введение в историю Греции : обзор источников и очерк разраб. греч. истории в XIX и в нач. XX в. : лекции по истории Греции / Вступ. ст. и общ. ред. проф. Э. Д. Фролова. — СПб.: Издательский дом «Коло», 2005. — С. 137. — 670 с. — (Александрийская библиотека. Серия: Античность). — ISBN 5-901841-28-X.