Фураж | |
Фураж Викимилектә |
Фура́ж ( франц. fourrage «аҙыҡ») — малсылыҡта: үҫемлек мал аҙығы, ул мал-тыуар өсөн әҙерләнә: кәзә,һарыҡ, сусҡа, өйрәк, ҡаҙ һәм ҡуян һ.б.). Ғәҙәттә,фураж үҫемлектәрҙең орлоҡ һәм емештәренән башҡа эшкәртелгән вегетатив өлөштәренән тора (япраҡ, һабаҡ, ҡайһы саҡта тамырҙары ). Фураж йә яңы килеш, йә һаҡлап тотолғанынан ҡулланыла. Фураж һаҡлау өсөн эшкәртәләр, күпселек осраҡта — киптереү ҡулланыла
Фуражлыҡ иген культуралары:
Йылдың теләһә ҡайһы миҙгелендә малдың аҙыҡҡа ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн мал аҙығы әҙерләү һәм һаҡлау кәрәк. Башлыса түбәндәге ысулдар ҡулланыла:
Иген культураларын өҫтәмә продукты булараҡ, мал аҙығына башҡа фураж булмауы сәбәпле, Һаламды ла эре мал өсөн аҙыҡ булараҡ ҡулланырға мөмкин. Уны малдың аппетитын яҡшыртыу өсөн башҡа төр мал аҙығы менән ҡушып бирәләр.
Атлы ғәскәрҙәрҙең, шулай уҡ бүтән хайуандар ҡулланған башҡа төр ғәскәрҙең хәрби операциялары уңышын тәьмин итер өсөн фураж мөһим ресурс булып тора. Ҙур хәрби подразделениеларҙа фураж менән тәьмин итеүсе вазифаһы — фуражи́р булған.