![]() | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Логотип | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Ҡушаматы |
Ҡыҙыл фурия (исп. La Furia Roja) | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Конфедерация | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Федерация | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Баш тренер | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Уйналған уйындар |
Серхио Рамос (180)[1][2] | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Иң яҡшы бомбардир |
Давид Вилья (59)[3][4] | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Иң юғары |
1 (июль 2008 — июнь 2009, октябрь 2009 — март 2010, июль 2010 — июль 2011, октябрь 2011 — июль 2014) | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Түбән |
25 (март 1998) | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
ФИФА коды |
ESP | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Форма | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
| ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Беренсе уйын | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Иң ҙур еңеү | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Иң ҙур еңелеү | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
| ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Һуңғы уйын | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Донъя чемпионаты | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Ҡатнашыу |
16 | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Һөҙөмтәләр |
| |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Ҡатнашыу |
10 (беренсе тапҡыр ) | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Һөҙөмтәләр | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
| ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Футбол буйынса Испания йыйылма командаһы (исп. Selección de fútbol de España) — халыҡ-ара футбол ярыштарында Испания исеменән сығыш яһаусы команда. Етәксе органы — Испания король футбол федерацияһы. Федерация 1913 йылдан ФИФА һәм 1954 йылдан УЕФА ағзаһы булып тора. Йыйылма команда Европаның һәм донъяның алдынғы командаларының береһе һанала: Испания йыйылма командаһы 1964, 2008 һәм 2012 йылдарҙа өс Европа титулына эйә (Испания чемпион титулын яҡлаған беренсе Европа командаһы була) һәм 2010 йылда донъя чемпионы титулын яулай (2010 йылдың 11 июлендә йыйылма команда финалда Нидерландты 1:0 иҫәбе менән еңә).
2008 йылдың июлендә, донъя чемпионатында бер тапҡыр ҙа еңмәһә лә, Испания ФИФА-ның йыйылма командалар рейтингында беренсе урынға сыға, был йәһәттән ул — тарихта беренсе команда. 2019 йылдың 19 сентябренә ҡарата йыйылма команда ФИФА рейтингында 7-се[5], УЕФА рейтингында 4-се урын (2017 йылдың 11 октябренә ҡарата) биләй[6].
Серхио Рамос йыйылма команда өсөн 180 матчта уйнай[1][2]; йыйылма команданың иң яҡшы бомбардиры — Давид Вилья (59 туп)[3][4].
Англия футбол ассоциацияһы өлгөһөнә эйәреп, Испания 1909 йылда үҙ ойошмаһын — Испания король футбол федерацияһын булдыра. Испания йыйылма командаһы 1920 йылда Антверпендағы Олимпия уйындарында тәүге тапҡыр сығыш яһай, унда команда көмөш миҙал яулай. Үҙенең тәүге халыҡ-ара өйҙәге уйынын йыйылма команда 1921 йылда Бельгияға ҡаршы үткәрә, 2:0 иҫәбе менән еңә. 1934 йылда Италияла үткән донъя чемпионатында команда сирек финалға сыға.
Хосе Вильялонга етәкселегендә команда Европа чемпионатын ҡабул итә, финалда СССР йыйылма командаһын еңә һәм тәүге тапҡыр халыҡ-ара титул яулай. Мадридта финалда Джесус Мария Переда һәм Марсельино гол индерә. Турнирҙың символик командаһы составына 6 испанлы инә.
Испания йыйылма командаһы өсөн 2008 йылдағы Европа чемпионатында еңеү ысын байрам була. Вена ҡалаһында үткән финалда йыйылма команда Германияны 1:0 иҫәбе менән еңә. Был Испанияның 1964 йылдағы еңеүенән һуң иң ҙур ҡаҙанышы була. Евро-2008-ҙең испандарҙың баш тренеры — 69 йәшлек Луис Арагонес.
2016 йылда Европа чемпионатында Испания Чехияны (1-0) һәм Төркиәне (3-0) еңә, әммә Хорватиянан еңелә (1-2) һәм төркөмдә икенсе урын яулай. 1/8 финалда «Ҡыҙыл фурия» Италия йыйылма командаһынан еңелә (0:2) һәм турнирҙан төшөп ҡала. Баш тренер Висенте дель Боске отставкаға китә һәм тренер карьераһын тамамлауы тураһында иғлан итә.
* Тигеҙ иҫәпкә шулай уҡ пенальти серияһы менән тамамланған плей-офф матчтары ла инә. |
Футбол буйынса Европа чемпионаттарында
* Тигеҙ иҫәпкә шулай уҡ пенальти серияһы менән тамамланған плей-офф матчтары ла инә. |
Баш тренер Луис де ла Фуэнте Кастильо Евро-2024 һайлап алыу турнирҙарында Кипрға (2023 йылдың 16 ноябре) һәм Грузияға (2023 йылдың 19 ноябре) ҡаршы уйнауға түбәндәге уйынсыларҙы саҡыра.
* Ғәмәлдәге уйынсылар 'ҡалын менән күрһәтелгән. |
* Ғәмәлдәге уйынсылар ҡалын менән күрһәтелгән. |
1920 йылда ҡыҙыл төҫ Испания футбол командаһы формаһының төп төҫөнә әйләнә: сәйәси сәбәптәр арҡаһында граждандар һуғышы йылдарында һәм тәүге йылдарҙа ғына булмай. 2004 йылдан, форма төҫөнә бәйле, йыйылма командаға рәсми ҡушамат «Ла Роха» (исп. «La Roja» — «ҡыҙыл») ҡушаматы килә.[7]. Кейем төҫө итеп Испания олимпия комитеты президенты Гонсало де Фигероа-и-Торрес, маркиз де Вильямехор Антверпендағы Олимпиада башланыр алдынан һайлай. Ал яҡтан һулдан алтын арыҫлан төшөрөлгән: ул Испания флагы төҫтәрен сағылдыра. Был герб Испанияның бөтә олимпия йыйылма командаһы символы итеп һайланған[8].
1924[lower-alpha 1]
|
1936-1939[lower-alpha 2]
|
1939-1945[lower-alpha 3]
| |||||||
1945-1947[lower-alpha 3]
|
|||||||||
2013[lower-alpha 4]
|
Йылдар | Етештереүсе |
---|---|
1935—1966 | ![]() |
1966 | ![]() |
1967—1981 | ![]() |
1981—1983 | ![]() |
1983—1991 | ![]() |
1991—х. в. | ![]() |
Комментарийҙар
Сығанаҡтар
![]() |
Футбол буйынса Испания йыйылма командаһы Викимилектә |
---|---|
![]() |
Футбол буйынса Испания йыйылма командаһы Викияңылыҡтарҙа |