Фән докторы | |
Дәүләт |
Рәсәй Украина СССР Чехословакия Беларусь[1] Венгрия |
---|---|
Алдағы | фән кандидаты[d] |
Алмаштырылған | doctor of the Hungarian Academy of Sciences[d] |
Лауреаттар категорияһы | Категория:Фән докторҙары |
Фән докторы — СССР-ҙа, Рәсәй Федерацияһында, ә шулай уҡ ҡайһы бер БДБ илдәрендә һәм ҡайһы бер элекке социалистик илдәрҙә икенсе, юғары баҫҡыс ғалим дәрәжәһе (фәндәр кандидатынан һуң).
СССР-ҙа ул (бөтә ғилми дәрәжәләр һәм исемдәр системаһы менән бергә) СССР Халыҡ Комиссарҙары Советының 1934 йылдың 13 ғинуарындағы ҡарарына ярашлы раҫлана. Рәсәй юғары уҡыу йортонда доктор дәрәжәһе профессор вазифаһына дәғүә итеү, шулай уҡ ошо уҡ исемле ғилми исемен биреү шарттарының береһе булып тора.
Рәсәй Федерацияһында фәндәр докторы дәрәжәһе докторлыҡ диссертацияһын күмәк кеше алдында яҡлау һөҙөмтәһендә бирелә. Дәғүә итеүсе фәндәр кандидаты ғилми дәрәжәһенә эйә булырға тейеш.
Диссертацияны уңышлы яҡлағандан һуң учреждениеның диссертацион советы, күпселек осраҡта, тейешле документтарҙы раҫлау һәм ҡарар ҡабул итеү өсөн Юғары аттестацион комиссияһының (ВАК) президиумына бирергә бурыслы. Һуңғы йылдарҙа ҡайһы бер алдынғы Рәсәй учреждениелары үҙ аллы ғилми дәрәжәләр биреүгә хоҡуҡ алды: Мәскәү һәм СПбГУ бындай хоҡуҡты 2016 йылдың 1 сентябренән алды[2], ә 2017 йылдың 1 сентябренән уларға тағы ла 19 мәғариф һәм 4 ғилми ойошмалар өҫтәлде[3].
Ғилми дәрәжәләр биреү тәртибе тураһындағы Положениеға ярашлы «фән докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә иткән диссертация фәнни-квалификацион эш булырға тейеш, унда автор тарафынан үткәрелгән тикшеренеүҙәр нигеҙендә ҡаралған теоретик положениелар барыһы бергә яңы мөһим фәнни проблема булараҡ билдәләнә йәки мөһим социаль-мәҙәни һәм хужалыҡ әһәмиәткә эйә булған мөһим фәнни проблема хәл ителә, йәки илдең иҡтисади үҫешенә һәм уның оборона һәләтлеген арттырыуға байтаҡ өлөш индергән һәм фәнни яҡтан дәлилләнгән техник, иҡтисади йәки технологик мәсьәләләр инергә тейеш».
Фән докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеүсенең диссертацияһы өс төрҙөң береһендә бирелә:
Диссертация һәм уның авторефераты урыҫ телендә яҙыла, яҡлау үҙе лә урыҫ телендә үтә (кәрәк ваҡытта яҡлау сит телдә үтә ала, әммә урыҫ теленә тәржемә менән тәьмин ителә). 2017 йылдың июнендә сит ил граждандарына диссертацияны һәм уның авторефератын бер үк ваҡытта урыҫ һәм сит телендә биреү рөхсәт ителгән[4].
Докторлыҡ диссертацияһынның төп фәнни һөҙөмтәләре алдынғы рецензиялаусы фәнни журналдарҙа һәм баҫмаларҙа баҫтырылып сығырға тейеш (уларҙың исемлеген ВАК билдәләй). Нәшер ителгән һөҙөмтәләргә уйлап табыу патенттары һәм башҡалар тиңләшә. Диссертацияға дәғүә итеүсе авторефератты ике (гуманитар фәндәр — 2,5 тиклем) баҫма биттә әҙерләй, бында диссертацияның төп идеялары һәм һығымталары, тикшеренеүҙәрҙә авторҙың өлөшө, яңылыҡ кимәле һәм тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләренең практик әһәмиәте күрһәтелә. Яҡлауға тиклем өс ай алда автореферат диссертацион советы ағзаларына, шулай уҡ ВАК билдәләгән ойошмаларға һәм диссертацион совет билдәләүе буйынса өҫтәмә исемлек буйынса ебәрелә. Диссертацияны ғилми доклад рәүешендә яҡлаған осраҡта автореферат урынына доклад ебәрелә.
Диссертацияны яҡлау диссертацион советының асыҡ ултырышында үтә, уның составына диссертацияларҙы билдәле һөнәрҙәр даирәһе буйынса ҡарау хоҡуғы бирелгән Юғары аттестация комиссияһы фәндәр докторҙары инә. Диссертацион советтары тейешле фәнни-тикшеренеү ойошмалары ҡарамағында ойошторола (институттар, ғилми үҙәктәр һәм башҡалар) һәм университеттар (һәм башҡа юғары йорттар ҙа). Диссертация яҡлауҙа өс рәсми оппонент — диссертацион советы алдан тәғәйенләгән фән докторҙары ҡатнаша, улар диссертация тураһында яҙма баһалама бирергә тейеш булалар. Фекер алашыуҙан һуң диссертацион советы ағзалары йәшерен рәүештә тауыш бирә. Фәндәр докторы ғилми дәрәжәһен биреү өсөн ултырышта ҡатнашҡан ағзаларҙың өстән ике өлөшө тауыш ыңғай тауыш бирергә тейеш. Яҡлау һөҙөмтәләре буйынса диссертацион советы ВАК-ка дәғүә итеүсегә фәндәр докторы дәрәжәһен биреү (йәки бирмәү) үтенесе менән мөрәжәғәт итә. Үтенес һәм диссертация Юғары аттестация комиссияһының советы тарафынан ҡарала һәм дәрәжә биреү мөмкинлеге тураһында эксперт советының һығымтаһы ВАК-тың президиумына ебәрелә. Президиум һуңғы ҡарар ҡабул итә. Ғилми дәрәжә биреү тәртибен боҙоу билдәләнгән осраҡта фәндәр докторы исеменә лайыҡ булыусылар диссертацион советтарҙың тәҡдимдәре буйынса әлеге дәрәжәләрҙән мәхрүм ителә алалар.
Докторлыҡ диссертацияһы түбәндәге дәрәжәләр буйынса бирелә[5]:
Фән тармаҡтары буйынса доктор дәрәжәләре исемлеге һәм уларҙың ҡыҫҡартыуҙары | ||
---|---|---|
Дәрәжә исеме | Сокращение согласно (недействующему) приказу Миннауки РФ[6] |
Используемые в РАН сокращения[7][8][9] |
Архитектура докторы | архитектура д-ры | арх. д. |
биология фәндәре докторы | биол. фәндәре д-ры | б. ф. д. |
ветеринария фәндәре докторы | ветеринар. фәндәре д-ры | вет. ф. д. |
хәрби фәндәр докторы | хәрб. фәндәр д-ры | хәрб. ф. д. |
география фәндәре докторы | геогр. фәндәре д-ры | г. ф. д. |
геология-минералогия фәндәре докторы | геол.-минерал. фәндәре докторы | г.-м. ф. д. |
сәнғәт фәне докторы | сәнғ.ф. д-ры | сәнғ. ф. д. |
тарих фәндәре докторы | тар. ф. д-ры | т. ф. д. |
культурология фәндәре докторы | культурология д-ры | культ. ф. д. |
медицина фәндәре докторы | мед. фәндәре д-ры | м. ф. д. |
педагогика фәндәре докторы | пед. фәндәре д-ры | пед. ф. д. |
политология фәндәре докторы | полит. наук д-ры | полит. ф. д. |
психология фәндәре докторы | психол. фәндәре д-ры | п. ф. д. |
ауыл хужалығы фәндәре докторы | а.-х. фәндәре д-ры | а.-х. ф. д. |
социология фәндәре докторы | социол. фәндәре д-ры | д. социол. ф. д. |
техник фәндәре докторы | д-р техн. фәндәре д-ры | т. ф. д. |
теология фәндәре докторы | теол. фәндәре д-ры | теол. ф. д. |
фармацевтика фәндәре докторы | фарм. фәндәре д-ры | фарм. ф. д. |
физика-фәндәре докторы | физ.-мат. фәндәре д-ры | д. ф.-м. ф. д. |
филология фәндәре докторы | филол. наук д-ры | ф. ф. д. |
философия фәндәре докторы | филос. фәндәре д-ры | филос. ф. д. |
химия фәндәре докторы | хим. фәндәре д-ры | х. ф. д. |
иҡтисад фәндәре докторы | иҡт. фәндәре д-ры | иҡт. ф. д. |
юридик фәндәре докторы | юрид. фәндәре д-ры | ю. ф. д. |
1950 йылға тиклем ғилми дәрәжә исеменә мотлаҡ рәүештә тар һөнәр тасуирлауы ҡушыла («тарих методикаһы буйынса..», " физик культураһы буйынса … " һәм башҡалар).
Психология фәндәре буйынса ғалим дәрәжәһе 1968 йылдан алып бирелә башлай. Быға тиклем ҡала (1953 йылға тиклем) «педагогия фәндәре кандидаты (психология)» ғилми дәрәжәһе бирелә.
Ғилми дәрәжәләр аббревиатураһы Рәсәй Федерацияһының фән һәм технологиялар министрлығы тарафынан 1998 йылда булдырыла, улар мотлаҡ үтәлергә тейеш булған[10], хәҙерге ваҡыттағы әлеге положение бөтөрөлгән[11][12].
Элегерәк шулай уҡ хәрби-диңгеҙ фәндәр докторы дәрәжәһе булған[13]. Күпмелер ваҡыт элек (1940 йыл тирәһе) сәнғәт белеме фәндәре докторы тип исемләнгән, хәҙер — сәнғәт фәндәре докторы. 1930 йылдарҙың уртаһында дәүләт һәм йәмәғәт фәндәре докторы дәрәжәһе була[14]. 1930-сы йылдарға тиклем астрономия һәм геодезия фәндәре докторы ғилми дәрәжәһе була[15]. Сәйәси фәндәр докторы ғалим дәрәжәһе 1940-сы йылдар тирәһендә ғәмәлдә була, һуңынан юҡҡа сығарыла һәм 1990-сы йылдарҙа яңынан тергеҙелә.
Украинала дәрәжәләр исемлеге[16] башлыса Рәсәй исемлеген ҡабатлай.
2015 йылдың 25 сентябрендә Юғары аттестация комиссияһы тарафынан яңы — «Теология» — һөнәр паспорты раҫлана[17].
1791 йылда императрица Екатерина II «О предоставлении Московскому университету права давать докторскую степень обучающимся в оном врачебным наукам» указына ҡул ҡуя. Беренсе медицина докторы дәрәжәһенә Ф. И. Барсук-Моисеев лайыҡ була (1794). 1803 йылда Мәскәү университеты бөтә фән тармаҡтары буйынса фәндәр докторы ғилми дәрәжәһен биреү хоҡуғын ала. Доктор ғилми дәрәжәһе 8-се класс чинын (коллегия асессоры) алыуға хоҡуҡ бирә.
XIX быуатта докторлыҡ дәрәжәһен биреү тәртибе Ғилми дәрәжәләр тураһында Положениелары менән, өлөшләтә университет уставы менән, билдәләнә. 1804 йылғы Устав буйынса докторлыҡҡа бик ҡатмарлы дәрәжә биреү системаһы ғәмәлдә була, ХХ быуаттың икенсе яртыһында система ябайлаштырыла. Доктор дәрәжәһен алыу өсөн диссертацияға экспертиза үткәреү өсөн уны Факультет советына тапшыралар, унда диссертация буйынса рәсми һәм рәсми булмаған оппоненттар ҡатнашлығында асыҡ диспутта фекер алышыуҙар үткәрелә[18].
РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советының 1918 йылдың 1 октябрендәге декретына ярашлы Рәсәй юғары уҡыу йорттарында ғилми дәрәжәләр бөтөрөлә, ә кафедраларҙы биләү хоҡуғы «үҙенең хеҙмәттәре һәм фәнни-педагогик эшмәкәрлеге менән билдәле» булған һәр кешегә бирелә[19].
Әммә 1934 йылда Үҙәк башҡарма комитеты кандидат һәм доктор ғилми дәрәжәләрен ҡайтарыуҙы кәрәкле тип таба (СССР Совнаркомының 1934 йылдың 13 ғинуарындағы «Ғилми дәрәжәләр һәм исемдәр тураһында» исемле ҡарары). Ҡарарға ярашлы наркоматтарҙың квалификацион комиссиялары ғилми дәрәжәләрҙе 8 фәнни дисциплина буйынса бирә ала, ҡалған дисциплиналар буйынса ғилми дәрәжәләр Юғары аттестация комиссия тарафынан бирелә[20]. 1937 йылда диссертация яҡлауы үткәрелгән фәндәр тармаҡтары аныҡлана. 1941 йылда ВАК диссертация эшен квалификацион эш булараҡ таный.
Ҡайһы бер көнбайыш илдәрендә юғары уҡыу йорто белеменән һуң бер баҫҡыслы система ҡабул ителгән (мәҫәлән, Бөйөк Британияла был система тарала бара). Әлеге система сиктәрендә тамамлаусыларға диссертацияны уңышлы яҡлау осрағында философия докторы (Ph.D.) дәрәжәһе бирелә (йәки уға оҡшаш). Рәсәйҙә был дәрәжә фәндәр кандидаты дәрәжәһенә тиңләшә[21], шул уҡ ваҡытта Рәсәй фәндәр докторы дәрәжәһе күпкә юғарыраҡ баһалана.
Өҫтәмә рәүештә ҡайһы бер илдәрҙә докторлыҡ дәрәжәһенә эйә булған кешегә титул бирәләр, ҡайһы берҙә был дәрәжә Рәсәй Федерацияһындағы фәндәр докторы титулына тиңләшә. Бөйөк Британияла һәм Милләттәр Берләшмәһенең ҡайһы бер илдәрендә философия фәндәре докторы дәрәжәһенән һуңғы тәбиғи фәндәрҙә фәндәр докторы исемен йөрөтә (ингл. Doctor of Science, D.Sc.)[22]; хоҡуҡ өлкәһендә хоҡуҡ — хоҡуҡ докторы (Laws of Doctor, LLD)[23]. Әммә, Рәсәй традицияларынан айырмалы рәүештә, ғәҙәттә, дәрәжәләр биреү диссертация яҡлау һөҙөмтәләренән түгел, ә нәшер ителгән хеҙмәттәрҙең һаны буйынса һәм фәнгә индергән дөйөм өлөшө буйынса, хатта йәмғиәт һәм публицистика эшмәкәрлеге буйынса ла, бирелә[24].
Европа континенталь академия системаһында (Германия, Австрия кеүек илдәрҙә, мәҫәлән), «хабилитация» йәки «габилитация» (ингл. habilitation лат. habilis «һәләтле, яраҡлы») процедураһы бар, ул доктор дәрәжәһе бирелгәндән һуң үткәрелә. Билдәле бер мәғәнәлә, әлеге процедура бер нисә параметр буйынса Рәсәйҙәге докторлыҡ диссертацияһын яҡлауға тура килә, сөнки «хабилитация» үткәндән һуң ғалимға «хабилитацияланған доктор» (ингл. doctor habilitatus, Dr. habil.) титулы һәм университетта профессор вазифаһын биләү хоҡуғы бирелә, әммә «хабилитация титулы» айырым ғилми дәрәжәһе булып тормай, ә докторлыҡ дәрәжәһенә өҫтәмә квалификация ролен уйнай.
2003 йылда Рәсәй һәм Франция хөкүмәттәре ғилми дәрәжәләре тураһында документтарҙы таныу буйынса үҙ-ара килешеүгә ҡул ҡуйҙылар[25], уға ярашлы Рәсәй «Фәндәр кандидаты» һәм Франция «Доктор» (франц. Docteur[fr]) дәрәжәһенә эйә булыусылар үҙ-ара тиңләшә. Әммә француз хабилизацияланған докторы (франц. Habilitation à diriger des recherches, HDR) һәм Рәсәй фәндәр докторы дәрәжәләрен ренгламентлаған килешеү юҡ.
Рәсәй Федерацияһында «Habilitation» Германия академик квалификацияһы «фәндәр докторы» Рәсәй ғилми дәрәжәһе кимәлендә таныла, ә «Doktor» Германия академик дәрәжәһе «фәндәр кандидаты» Рәсәй дәрәжә кимәлендә таныла. 2004—2018 йылда тейешле ҡарар Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан ҡабул ителә (хәҙер үҙгәртелгән). Германия Федератив Республикаһында танылыу ерҙәр министрлығы һәм юғары уҡыу йорттары компетенцияларына инә[26]. Әлеге органдар Рәсәй ғилми дәрәжәләрен тейешле кимәлдәрҙә таныйҙар.