Хаапсалу

Хаапсалу
эст. Haapsalu
Нигеҙләү датаһы 1279
Рәсем
Рәсми атамаһы Haapsalu
Дәүләт  Эстония
Административ үҙәге Хаапсалу[d]
Административ-территориаль берәмек Хаапсалу[d][1]
Ойошма ағзаһы Union of the Baltic Cities[d][2]
Халыҡ һаны 9812 кеше (1 ғинуар 2023)[3]
Майҙан 11,09 км² (31 декабрь 2016)[4]
Почта индексы 90403, 90480, 90501-90510
Номер тамғаһы коды S
Карта
 Хаапсалу Викимилектә

Хаапсалу (эст. Haapsalu, боронғо рус атамаһы — Гапсаль, Хапсаль (швед. Hapsal, нем. Hapsal) — Эстонияның төньяҡ-көнбайышындағы ҡала, Ляэнемааский маакондының (өйәҙенең) административ үҙәге. Эстон теленән тәржемәһе «уҫаҡ урманы» тигәнде аңлата. Балтик диңгеҙенә, Рим ҡултығына сығыуХаапсалу-лахт ҡултығы аша алып барыла, артабан Моонзунд архипелагына табан сыға. Төньяҡтан ҡала Хари-Курк һәм Воозь-Курк, көнбайыштан Соэл-Вяйн, көньяҡтан Вяйке-Вяйн һәм Суур-Вяйн боғаҙҙары менән уратып алынған.

Был урындағы ҡала ерендә 1279 йылда уҡ тарихи биләмәләр торған. Ошо йылда бында Эзель-Вик епискобының резиденцияһы була. Был резиденция артабан 300 йыл буйы герман, швед, дат һәм немец колонизаторҙарына хеҙмәт иткән. Шул осорҙоң күп кенә архитектура төҙөлөштәре һаҡланып ҡалған — миҫал өсөн, Хаапсалу һарайы (замогы), шулай уҡ, ҡанаҡ йорто, унда ҡайһы бер версиялар буйынса Бөйөк Петр туҡталған.

XVI быуат уртаһында Ливония һуғышында ҡала Дания, Щвеция һәм Рәсәй араларындағы көрәштең төп объекты була. 1563 йылдың авгусында ҡаланы шведтар баҫып ала, ә 1576 йылдың 12 февралендә ул Мәскәү батшалығы ғәскәрҙәре тарафынан баҫып алына. 1581 йылдың 9 авгавгусында шведтар Гапсалға ҡабаттан инә, ә Плюсский ваҡытлыса солох шарттары буйынса 1583 йылда Московия Ливонияға һәм Гапсалға дәғүәләренән баш тарта. Шулай итеп, ҡала биләмәһе Швецияға тулыһынса күсә.

1710 йылдың авгусында Төньяҡ һуғыш осоронда ҡаланы ҡайтанан Мәскәү батшаһы ғәскәрҙәре тарафынан баҫып алына һәм 1721 йылғы Ништад тыныслыҡ килешеүе буйынса Рәсәй империяһының бер өлөшө була.

1905 йылдың 15 ноябрендә Кегель — Гапсаль тимер юл линияһы сафҡа инә. Гапсаль станцияһы вокзалы янында Император Николай II һәм башҡа затлы ҡунаҡтарҙы ҡаршылау өсөн павильон төҙөлә.

1917 йылдың апрель-июнь айҙарында Гапсалда авиация унтер-офицерҙары мәктәбе эшләй, 1917 йылдың июлендә ул летчиктарҙың матрос мәктәбе итеп үҙгәртелә.1917 йылдың октябрь айында немец ғәскәрҙәре яҡынайыу менән бәйле мәктәптең эше туҡтатыла.[5]

1918 йылдың 21 февралендә ҡала Моондзун утрауҙарын баҫып алған герман ғәскәрҙәре тарафынан баҫып алына. 1918 йылдың аҙағында, немецтар киткәс, ҡала бойондороҡһоҙ Эстония республикаһының өйәҙ үҙәге булып китә.

1944 йылға тиклем ҡала балтик шведтарының төп мәҙәниәт үҙәге булып тора. 1931 йылдың авгусында респубиканың беренсе ҡала гимназияһы асыла, бында уҡытыу швед телендә алып барыла.

1939 йылдың октябрендә Эстония хөкүмәтенең рөхсәте менән бында Ҡыҙыл Армияның ҙур базаһы тора. Ҡала ситенең көньяғында 1939 йылда хәрби аэродром төҙөлә. 1940 йылдың авгусында Эстония Советтар Союзы составына инә.

Бөйөк ватан һуғышы осоронда Хаапсалуҙы 9 июлендә 1941 йылдың 9 июлендә Германия ғәскәрҙәре оккупациялай. 1944 йылдың 24 сентябрендә ҡала Таллин һөжүм операцияһы ваҡытында 8-се армия Ленинград фронтының 8-се армияһы тарафынан азат ителә.Ҡаланы азат итеүҙә 8-се эстон уҡсылар корпусының 7-се уҡсылар дивизияһы ҡатнаша.

1950 йылдың 26 сентябрендә Хаапсалу ҡалаһы Эстон ССР-ы Хаапсалу районы түҙәге булып тора. 1952—1953 йылдарҙа Хаапсалу Пярну өлкәһе составына инә. Һуңыраҡ Хаапсалу районы үҙәгенә әүерелә. Ә 1990 йылдың 19 февраленән алып — ҡайтанан Ляэне өйәҙенең үҙәге була.

2004 йылда Хаапсалу тимер юлы һүтеп алына. Элекке тимер юл станцияһында Хаапсалу тимер юл музейы эшләүен дауам итә. Бында Эстония тимер юл дарының нуленсе километрының билдәһе ҡуйылған.

Ҡалала Епископ замогының бейек Ҡарауыл манараһы ҡалҡып тора. Уның емереклектәре данлыҡлы Аҡ ханым серҙәре менән бәйле.

1881 1897 1922 1934 1959 1970 1979 1989 2000 2009 2010 2012
2884 3212 4251 4649 8567 11483 13035 15176 12394 11672 11618 10165

Халыҡтың милли составы (2000): эстондар — 79,53 процент, урыҫтар — 15,27 %.

Ҡала менән бәйле кешеләр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Антсон, Александер (1899—1945) — эстон драматургы, яҙыусы, журналист, спортсы.
  • Раудсепп, Юхан (1896—1984) — скульптор.
  • Александр Михайлович Горчаков — күренекле рәсәй дипломаты.
  • Петр Ильич Чайковский — күренекле урыҫ композиторы, фортепиано өсөн «Гапсаль тураһында хәтирәләр» пьесаһын яҙған.
  • Рауд, Эно — балалар яҙыусыһы, «Накситраллей» әҫәрен яҙған.
  • Юло Сирк — тел белгесе, австронезий телдәре буйынса хеҙмәттәрҙең авторы.
  • Кайя Канепи — эстон профессиональ теннис спортсыһы.
  • Новоселов, Николай — эстон спортсыһы, фехтование буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы.
  • Катя Самбука — йырсы, актриса, телевидение алып барыусыһы һәм модель.
  • Векшин, Николай Алексеевич (1887—1951) — эстон яхта спортсыһы, 1928 йылғы Олимпия уйындарының бронза призеры.

Туғанлашҡан ҡалалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ютуб канал марка gaminga