Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Хадж, хаджж[1] (ғәр. حَجّ) — Хаж — мосолмандар өсөн изге булған Сәғүд Ғәрәбстаны Мәккә ҡалаһындағы Ҡәғбәтулла мәсетенә барып ғибәҙәт ҡылыу. Хаж ҡылыу, йәки хажға барыу, мосолмандар өсөн биш фарыздың иң олоһо. Бәлиғ булған, сәләмәт, ирекле, хәленән килгән мосолман ғүмерендә бер тапҡыр хажға барырға тейеш.
Хаж ҡылыу ваҡыты — Зөлхизә айының 8-се көнөнән башланып, 12-се көнөндә тамамлана. Йылдың башҡа ваҡытында барып бөтә йолаларҙы үтәү кесе хаж йәки үмрә тип атала. Кесе хаж үтәгәндә ҡорбан салынмай. Исламдың биш нигеҙе бар: «Шәһәҙәт», «Намаҙ» «Ураҙа» «Зәкәт» «Хаж». Хаж — ғибәҙәттәрҙең тажы, уны үтәү бурысы тик хәлле кешеләргә генә һалына. Ғәрәпсәнән «ниәт, ижтиһад, яңырыу» мәғәнәләрен аңлата.
Хаж ҡылыу, мосолман риүәйәттәрендә аңлатылыуынса, Әҙәм ғәләйһиссәләм менән Һауа Тәүинә тормошона барып тоташа. Улар Йәннәттән ҡыуылғас, күп йылдар үткәс кенә Ғәрәфә тауында осрашалар (Ғәрәфә тауында тороу — хаждың мотлаҡ ғибәҙәттәренең береһе). Шулай уҡ Ибраһим ғәләйһиссәләм, Аллаһ ҡушыуы буйынсан улы Исмәғилде ҡорбанға килтерергә йыйыныуы ла сағылыш таба. Тап ошо көндә Аллаһы тәғәлә кеше ҡорбаны килтереүҙе тыйып, айыра тояҡлы берәй мал салыуҙы ҡанунлаштыра. Пәйғәмбәренең тәҡүәлеген һынау менән бер рәттән Аллаһы тәғәлә Үҙе өсөн ҡан ҡойоу кәрәк түгеллеген күрһәтә.
Аллаһы тәғәләгә ҡорбандың ите лә, ҡаны ла барып етмәй, Уға бары һеҙҙең тәҡүәлегегеҙ барып етә.
Хәҙерге заманда донъяның һәммә мосолмандары зөлхизә айының 10-сы көнөндә Ҡорбан байрамы үткәрә (ғәр. Ид-әл Әдхә). Ибраһими диндәрҙең башҡаларында ул онотолған, Исламда ғына һаҡланып ҡалған. Уның тарихын да, йолаһын да Мөхәммәт Пәйғәмбәр тергеҙгән.
Хаж — мосолман өсөн фарыз ғәмәл, уны йыһатҡа тиңләйҙәр, әммә ул уны үтәй алмай икән, юл сығымдарын тулыһынса түләп, элек хаж ҡылған кемделер үҙенең вәкиле итеп ебәрә ала.
Хажға бурысҡа аҡса алып тороп барыу тыйыла.
Хаж ҡылыу ваҡыты Һижрәт календары (Ай календары) буйынса билдәләнә.[2][3]
Йыл һайын Хаж зөлхизә айында биш көн дауамында бара — 8-ендә башлана, 12-һендә тамамлана. 9-ы — «Ғәрәфә көнө» һәм Хаж көнө тип һанала.
Түбәндәге таблица миләди календарь буйынса төҙөлгән, ул зөлхизә айының 9-сы көнөнә ярашлы.
2011 | 2012 | 2013 | 2014 | 2015 | 2016 | 2017 |
---|---|---|---|---|---|---|
5 ноябрь[4] | 25 октября | 14 октябрь[5][6] | 3 октября[7] | 22 сентябрь[8] | 10 сентябрь[8] | 31 август[8] |
Ислам календары ай буйынса билдәләнеү сәбәпле, йыл 11 көнгә ҡыҫҡараҡ килеп сыға. Шуға күрә Хажға барыу ваҡыты күсеп килә.[3][9] Шул арҡала 33 йылға бер хаж ике тапҡыр ҡылына. Был хәл һуңғы тапҡыр 2006 йылда булды.[8]
Хаж һәм үмрә ҡылыуға бәйле өс төр йола бар: :
Хаж һәм үмрәнең фарыздары бар, тик шул шарттар үтәлгәндә генә уларҙы ҡылырға рөхсәт ителә:
45 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙ хажға мәхрәме менән генә барырға тейеш тип һанала. Сәғүд Ғәрәбстаны әлеге ваҡытта мәхрәмһеҙ ҡатын-ҡыҙға виза бирмәй
Мәлики, ханбали, шәфиғи һәм хәнәфи мәҙһәбтәрҙең талаптары бер аҙ айырыла. Башҡорттар хәнәфи мәҙһәбкә ҡарай. Хәнәфи мәҙһәб талаптары ошондай:
Мәлики һәм ханбали ғөләмәләре 4 шарт фарыз тип һанай, шулай үтәлмәһә, хаж ҡылынған тип һаналмай:
«Әл-ихрам»: «Тауаф әз-зияра», «тауаф аль-ифада»; «Вукуф би-Ғәрәфә»; «Сәғи»:.
Шафиғи ғөләмәләр мәлики һәм ханбали мәҙһәбтәр менән килешә, үҙҙәренән ике шарт өҫтәй, улар сәсте ҡырҡыуға һәм ғәмәлдәрҙең эҙмә-эҙлелегенә бәйле.
11-13 зөлхизәлә хаж ҡылыусылар джәмрәләргә таш ташлай.
14-се зөлхизәлә барлыҡ йолалар үтәлеп бөтә. Хаж ҡылыусылар ихрамдан сыға һәм хажи исеме ала.
Күптәр хаж ғәмәлдәрен үтәп бөткәс, Мөхәммәт Пәйғәмбәргә бәйле иҫтәлекле урындарҙа ла булып ҡайтырға тырыша