Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Хажи (ғәр. حَاج — «паломник»; рус. Хаджи́) — Мәккәгә барып хаж йолаһын уңышлы үтәгән мосолманға бирелгән дәрәжәле исем[1]. Дәрәжә, ғәҙәттә, исем алдынан ҡушып әйтелә (мәҫәлән, Хажи Морат, Хажи-Рамаҙан), шул уҡ ваҡытта исемдән һуң әйтелгән осраҡтар ҙа була (Әхмәт хажи, Мөхәммәт хажи). Ваҡыт үтеү менән исемдәргә һәм фамилияларға ла инеп киткән (мәҫәлән, Хажиәхмәт, Хаж(и)ғәле, Хажибәк). Хаж ҡылған ҡатын-ҡыҙҙарҙы хажжә тип атайҙар(ғәр. حاجة)[2].
Ғәрәп илдәрендә оло йәштәге кешегә ҡарата, был кешенең хажға барыу-бармауына ҡарамаҫтан, хажи һәм хажжә тип өндәшеү ихтирамлы мөнәсәбәт күренеше булып тора. Ҡасандыр Ғосман империяһы хакимлығы аҫтында булған Балҡан илдәрендә Иерусалимға һәм Изге ерҙәргә барған христиандарҙы ла «хажи» термины менән йөрөтәләр[3].
Ираҡ һуғышы ваҡытында Америка һалдаттары, вьетнамдарға ҡарата «Чарли» һәм «Виктор Чарли» һүҙҙәрен ҡулланған ише, «хажи» һүҙен ираҡ баш күтәреүселәрен һәм төп ғәрәп халҡын билдәләү өсөн ҡулланған[4].
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |