Хайлигенграбе

Хайлигенграбе
Герб
Рәсем
Дәүләт  Германия[1]
Административ-территориаль берәмек Восточный Пригниц-Руппин[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Халыҡ һаны 4376 кеше (31 декабрь 2022)[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 75 метр
Туғандаш ҡала Фаренбах[d]
Майҙан 207,64 км² (31 декабрь 2017)[3][4]
Почта индексы 16909
Рәсми сайт heiligengrabe.de
Урынлашыу картаһы
Урындағы телефон коды 033962
Номер тамғаһы коды OPR
Карта
 Хайлигенграбе Викимилектә


Хайлигенграбе (нем. Heiligengrabe) — Германияның Бранденбург ерендә урынлашҡан коммуна. Унда Хайлигенграбе аббатлығының цистерциан монастыры булған.

Көнсығыш Пригниц-Руппин районы составына инә. Коммунаның халҡы 4756 кеше тәшкил итә (2009 йылдың 31 декабрендәге мәғлүмәт буйынса). 232,30 км2 майҙанды биләй. Коммуна 14 ауыл округынан тора.

Хайлигенграбе коммунаһы Пригниц тарихи өлкәһенең көнсығышында, Мекленбург-Алғы Померания ере сигендә урынлашҡан. Коммунаның майҙаны 206,31 км2 тәшкил итә — майҙаны буйынса был Германияның иң эре коммуналарының береһе.

Хайлигенграбе аббатлығы цистерциан монастыры булараҡ 1289 йылда Хафельберг епискобы Генрих II һәм Бранденбург маркграфы IV Оттон тарафынан нигеҙләнгән. Башта монастырҙа 12 ҡатын-ҡыҙ монах була. Аббатлыҡта ҡан тамып сыҡҡан икона (гостия) ҡомартҡыһы һаҡланып ҡалған.

2008 йылдың майында коммуна үҙ халҡының һәр бер бишенсе кешеһе спорт менән әүҙем шөғөлләнгәне һөҙөмтәһендә Бранденбург ере призына лайыҡ була

Хайлигенграбела немец ауылында төҙөлгән Блюменталь күҙәтеү башняһы (45 м бейеклектә) бар.

Туғанлашҡан ҡалалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Фаренбах, Баден-Вюртенбург ере
  • heiligengrabe.de — города Хайлигенграбе рәсми сайты