Халыҡ-ара гимнастика федерацияһы | |
Нигеҙләү датаһы | 23 июль 1881 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Fédération Européennes de Gymnastique һәм Fédération Internationale de Gymnastique |
Ҡыҫҡаса атамаһы | FIG |
Спорт төрө | Гимнастика |
Етәксе | Ватанабэ, Моринари[d] |
Ойошма ағзаһы | Ассоциация летних Олимпийских международных федераций[d] |
Барлыҡҡа килеү урыны | Льеж |
Милке | FIG database[d] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Лозанна[d], Швейцария |
Рәсми сайт | gymnastics.sport |
Зона обслуживания | Ер һәм бөтә донъяла[d] |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 81 133 һәм 890 000 ± 999[1] |
Халыҡ-ара гимнастика федерацияһы Викимилектә |
Халыҡ-ара гимнастика федерацияһы (франц. Federation Internationale de Gymnastique (FIG) йәки ингл. International Federation of Gymnastics (IFG)) — гимнастика спорт төрҙәре федерацияһы. Донъялағы иң өлкән спорт федерацияһы.
1881 йылдың 23 июлендә Бельгия гимнастика ассоциацияһы президенты Николас Куперус инициативаһы менән Льеж (Бельгия) конгресында өс дәүләт — Бельгия, Нидерланд һәм Франция вәкилдәрен берләштергән Европа гимнастика ассоциацияһы ойошторолған. Шулай итеп, Халыҡ-ара гимнастика федерацияһы ФИЖ — иң өлкән халыҡ-ара спорт федерацияһы. Яйлап ағза илдәр географияһы киңәйә барған һәм Европа гимнастика федерацияһы Халыҡ-ара гимнастика федерацияһы (ФИЖ)[2] тип үҙгәртеп ҡорола.
1896 йылғы тәүге Олимпия уйындарынан башлап гимнастика олимпия программаһына инә. ФИЖ Йәйге олимпия спорт төрҙәре халыҡ-ара федерациялары ассоциацияһына инә һәм Халыҡ-ара олимпия комитеты уны таный[3].
Федерация сығыштарҙы баһалау ҡағиҙәләрен билдәләүсе сығыш регламентын эшләй. Дисциплина Халыҡ-ара гимнастика федерацияһына алты гимнастика дисциплинаһы: спорт гимнастикаһы (ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ), художестволы гимнастика, спорт аэробикаһы, спорт акробатикаһы, батутта һикереү инә.