Халыҡтың миграцияһы

2008 йылда миграция сальдоһы: ыңғай (зәңгәр), кире (оранжев), нулгә яҡын (йәшел), мәғлүмәттәр юҡ (көлһыу)

Халыҡтың миграцияһы (лат. migratio — күсенеү) — кешеләрҙең бер төбәктән (илдә, донъяла) икенсе төбәккә күсеп йөрөүе.

Миграциялаусы кешеләр мигрант тип йөрөтөлә. Тышҡы (континент-ара, дәүләт-ара) һәм эске (ил төбәктәре, ҡалалары, ауылдары араһында һ. б.) миграциялар була.

Илдән ситкә күсеүселәр — эмигант, илгә күсеп килеүселәр иммигрант була. Улар араһындағы айырма миграция сальдоһы тип атала ил халҡы һанына туранан-тура йоғонто яһай.

«Халыҡ миграцияһы» тигән төшөнсәгә төрлө мәғәнә һалына. Инглиз ғалимы Э. Г. Равенштейн миграция өлкәһендә тәүге тәрән хеҙмәттең авторы булып тора (1885 йыл). Бөйөк Британияла һәм Төньяҡ Америкала миграция барышын тикшереп, ул миграцияның ун бер законын формалаштыра. Уның төп положениелары түбәндәгеләр:

  • күсенеүҙәрҙең иң күбе ҡыҫҡа араларға яһала;
  • территориаль үҙәк ни тиклем ҙур булһа, шул тиклем ылыҡтырғысыраҡ;
  • һәр миграция ағымына ҡаршы ағым барлыҡҡа килә;
  • эре ҡалалар, халыҡ һанының тәбиғи артыуына ҡарағанда, миграция иҫәбенә нығыраҡ үҫә;
  • миграция сәнәғәт һәм сауҙа, бигерәк тә транспорт үҫешенә бәйле;
  • миграция өсөн иҡтисади сәбәптәр төп әһәмиәткә эйә.
ТОП-10 стран по количеству мигрантов (по данным на 2013 год)[1][2][3]
Страна Количество мигрантов
(млн. чел.)
1 Америка Ҡушма Штаттары АҠШ 45,8
2 Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы 11,2
3 Германия Германия 9,8
4 Сәғүд Ғәрәбстаны Сәғүд Ғәрәбстаны 9,1
5 Флагификация/флагификация Флаг ОАЭ 7,8
6 Бөйөк Британия Бөйөк Британия 7,8
7 Франция Франция 7,4
8 Канада Канада 7,3
9 Австралия Австралия 6,5
10 Испания Испания 6,5

Халыҡ-ара миграция ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, 2010 йылда халыҡ-ара мигранттар һаны 214 миллион кеше йәки донъя халҡының 3,1%-ын тәшкил иткән[4]. Был күрһәткес ошо тиҙлек менән үҫһә, 2050 ул 405 миллионға етәсәк.

БМО-ның Иҡтисади һәм социаль мәсьәләләр буйынса департаментының 2013 йыл 11сентябрь баҫылып сыҡҡан мәғлүмәттәренә ярашлы, донъяла мигранттар һаны 232 миллион кеше (Ер халҡының 3,2%-ы) булған.[1][2][3] Донъялағы иң ҙур күсенеү коридорҙары: Мексика —  АҠШ (2013 йылдың ғинуар — авгусында 13 миллион кеше), Рәсәй — Украина (3,5 млн, Украина — Рәсәй (2,9 млн), Ҡаҙағстан — Рәсәй (2,5 млн.)[5]

Рәсми һандар тулы картинаны күрһәтмәй. Мәҫәлән, стажерҙар, студенттар, туристар (уларҙың ҡайһылары эшкә урынлашып, барған илендә тороп ҡала) мигрант тип һаналмай. Теркәлмәй ингән мигранттарҙы ла һанаусы юҡ[6]

Миграция хәрәкәтен классификациялау

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Миграция типтары:

  • эске һәм тышҡы миграция
  • туристарҙың һәм ауыл хужалығы эшсәндәренең миҙгелле миграцияһы
  • үҫеүсе илдәрҙә индустриализация һөҙөмтәһендә ауылдан ҡалаға миграция (урбанизация)
  • алдынғы илдәрҙә ҡаланан ауылға күсеү (рурализация)
  • күсмәселектә һәм ғибәҙәт сәфәрҙәрендә йөрөү
  • ҡыҫҡа ваҡытлы һәм оҙайлы
  • маятниклы миграция
  • сик аша йә транзит миграция.

Төрҙәр буйынса классификация:

  • ижтимағи ойошҡан
  • ойошмаған.

Сәбәптәр буйынса классификация:

  • иҡтисади
  • социаль
  • мәҙәни
  • сәйәси
  • хәрби.

Стадиялар буйынса классификация:

  • ҡарар ҡабул итеү
  • территориаль күсенеү
  • адаптация

Миграция сәбәптәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эске миграция сәбәптәре — эш эҙләү, йәшәү шарттарын яҡшыртыу, йәшәү рәүешен үҙгәртеү һ. б.

Халыҡ-ара миграцияның төп сәбәбе — иҡтисади, йәғни ҙурыраҡ эш хаҡы эҙләү (төрлө илдә бер үк эш өсөн төрлө эш хаҡы түләнә).

Миграцияның сәбәптәре араһында һуғыштар, сәйәси бәрелештәр, тәбиғәт һәләкәттәре бар.

 дней) — история)