Хамфри Богарт | |
Humphrey Bogart | |
| |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат көнө | |
Вафат урыны | |
Гражданлығы | |
Һөнәре |
актёр |
Карьераһы |
1921—1956 |
IMDb | |
Хамфри Богарт Викимилектә | |
Ха́мфри Дефо́рест Бо́гарт (ингл. Humphrey DeForest Bogart; 25 декабрь 1899, Нью-Йорк, АҠШ — 14 ғинуар 1957 йыл. Лос-Анджелес, АҠШ — америка актёры. Америка кино сәнғәте институты Богартты америка киноһы тарихындағы иң яҡшы актёр тип баһалай.
Бер-нисә эш-шөғөлдө алыштырғас, 1921 йылда Богарт актёр булып китә һәм 1920—1930 йылдарҙа бродвей тамашаларында ҡатнаша. 1929 йылда биржа һәләкәте булғас, Богарт киноға килә. «Таш урман» («рус. Окаменелый лес», 1936) фильмындағы роле уға ҙур уңышкилтерә. Бынан һуң ул «Бысраҡ йөҙлө фәрештәләр» (рус. «Ангелы с грязными лицами», 1938) һымаҡ гангстер фильмдарында, һәм «Доктор Х-тың ҡайтыуы» (рус. «Возвращение доктора Х», 1939) һымаҡ В төркөмө фильмдарында уйнай.
Һынылыш мәле 1941 йылда экрандарға «Оҙон буйлы Сьерра» (рус. «Высокая Сьерра») һәм «Мальтий бөркөтө» (рус. «Мальтийский сокол») фильмдарының сығыуы менән бәйле. «Касабланка» уның карьераһының түбәһе була һәм аҙаҡтан барыбер ҙә үҙенең тәрбиәлеген раҫлаған иҫәп-хисап яратыусы кино образын беркетеп ҡуя. Һуңынан башҡа уңышлы картиналары эйәрә, шулар иҫәбендә «Хужаһы булырғамы-юҡмы» (рус. «Иметь и не иметь», 1944), «Тәрән йоҡо» (рус. «Глубокий сон»), «Ҡара юлаҡ» («Чёрная полоса», 1947) һәм «Ки-Ларго» (1948) фильмдарында ул Лорен Бэколл менән бергә киноға төшә. «Сабрина» һәм «Кейндағы бола» (рус. «Бунт на „Кейне“», 1954). «Сьерра-Мадре хазиналары» (рус. «Сокровища Сьерра-Мадре», 1948); «Африка королеваһы» рус. («Африканская королева», 1951) фильмдары уға «Оскар» премияһы килтерә.
Экрандарҙа ул һуңғы тапҡыр «Ҡолауы ауырыраҡ була» (рус. «Тем тяжелее падение», 1956) фильмында күренә. Утыҙ йылға яҡын кинокарьераһында Богарт 75 тулы метрлы фильмда күренә.
Богарт 25 декабрь 1899 йыл Нью-Йоркта, Белмонт ДеФорест Богарт (июль 1867, Уоткинс Глен — 8 сентябрь 1934, Нью-Йорк) һәм Мод Хамфри (1868—1940) ғаиләһенә тыуа. Белмонте һәм Мод 1898 йыл июнь айында өйләнешәләр. Богарттың атаһы пресвитерианлы була, ә әсәһе Епископ сиркәүенә ҡарай. Богарт әсәһенең динендә тәрбиәләнә.[1]
Был актёр тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |