Хасбулатов Руслан Имранович | |
чеч. Ӏимранан кIант Хасбулатов Руслан | |
![]() | |
![]() | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
![]() |
Тыуған көнө | 22 ноябрь 1942[1][2][3] |
Тыуған урыны | Грозный, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 3 ғинуар 2023[4][5] (80 йәш) |
Вафат булған урыны | Можайский район[d], Мәскәү өлкәһе, Рәсәй |
Туған тел | Чечен теле |
Место содержания под стражей | Лефортово төрмәһе[d] |
Һөнәр төрө | сәйәсмән, университет уҡытыусыһы, иҡтисадсы, юрист |
Эшмәкәрлек төрө | Сәйәсәт[6], иҡтисад[6] һәм Хоҡуҡ[6] |
Эш урыны | Г. В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университеты |
Биләгән вазифаһы | председатель Верховного Совета Российской Федерации[d] |
Уҡыу йорто | юридический факультет МГУ[d] |
Ғилми исеме | доцент[d] һәм РФА ағза-корреспонденты[d] |
Ғилми дәрәжә | иҡтисад фәндәре докторы[d] (1980) |
Әүҙемлек урыны | СССР[6] һәм Чечен Республикаһы[6] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
![]() |
Хасбулатов Руслан Имранович (чеч. Хасболтера Ӏимранан кӏант Руслан; 22 ноябрь 1942 йыл — 3 ғинуар 2023 йыл) — Рәсәй сәйәси эшмәкәре, публицист һәм ғалим, Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), Рәсәй Федерацияһы Юғары Советының һуңғы рәйесе, тәүҙә Рәсәйҙең беренсе президенты Борис Ельциндың арҡаҙашы, һуңынан уның төп оппоненты була, 1993 йылдың октябренә тиклем Рәсәй Коснтитуция көрсөгөнөң әүҙем ҡатнашыусыһы, 1994 йылда Чечняла «Профессор Хасбулатовтың Тыныслыҡ миссияһын» ойоштороусы. 1994 йылдан — Г. В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университетының донъя иҡтисады кафедраһы мөдире.
Руслан Имранович Хасбулатов 1942 йылдың 22 ноябрендә[7] Грозный ҡалаһында тыуа, сығышы менән Чечен-Ингуш АССР-ының Харачой тейпынан[8]. Чечендарҙың депортацияһынан һуң Ҡаҙағстанда (Төньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһе, Булаевский районы, Полудино ауылы) йәшәй, бала сағы һәм үҫмер йылдары шунда үтә. 1962 йылда Мәскәүгә юллана, унда 1965 йылда — Мәскәү дәүләт университетының юридик факультетын, ә 1970 йылда ошо уҡ университеттың иҡтисад факультетында аспирантура тамамлай.
1970 йылда уҡыу йортоноң махсуслашҡан ғалимдар советы ултырышында — кандидатлыҡ[7], ә 1980 йылда докторлылыҡ диссертацияһын яҡлай[8].
1978 йылдан Г. В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университетында уҡыта[8].
Үҙгәртеп ҡороу осоронда СССР Министрҙар Советының социаль үҫеш буйынса Ғилми советы бюроһы ағзаһы була, ҡуртым тураһында законды эшләүҙә ҡатнаша[7].
1990 йылдың 4 мартында Чечен-Ингуш АССР-ының (1993 йылдың 9 ғинуарынан — Чечен Республикаһы) 37-се Грозный милли-территориаль һайлау округынан РСФСР халыҡ депутаты итеп һайлана. Һайлау алды программаһында автономияларҙың киң хоҡуғы, башҡа суверенлы республикалар менән тиң хоҡуҡлы союз, власть структураларының демократик структураларын төҙөү, урындағы советтарҙың урындағы ҡанун сығарыу хоҡуғы менән ғәмәлдәге үҙидара органы булған берҙәм Рәсәй өсөн сығыш яһай[7].
1990 йылдың 5 июненән 1991 йылдың 29 октябренә тиклем — РСФСР Юғары Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары[9][10].
1991 йылдың 10 июленән — РСФСР Юғары Советы рәйесе вазифаһын башҡарыусы.
1991 йылдың 29 октябренән —РСФСР Юғары Советы рәйесенең[11].
1992 йылдың сентябрендә бер йылға[12] БДБ илдәре-дәүләттәренең парламент-ара ассамблеяһы советы рәйесе итеп һайлана[7].
1994 йыл>дан — Г. В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университетының донъя иҡтисады кафедраһы мөдире[13].
2023 йылдың 3 ғинуар кисендә (Мәскәү ваҡыты менән 19 сәғәт тирәһендә) Мәскәү өлкәһе Можайский ҡала округына ҡараған Ольгино ҡасабаһындағы дачаһында вафат була[14][15][16].