Хаттуса | |
Дәүләт | Төркиә |
---|---|
Административ үҙәге | Хатти[d][1] һәм Древнехеттское царство[d] |
Административ-территориаль берәмек | Богазкале[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | б. э. т. 1200 |
Мираҫ статусы | Бөтә донъя мираҫының өлөшө[d] |
Майҙан | 261 гектар |
Рәсми сайт | muze.gov.tr/muze-detay?S… |
Руководитель раскопок | Гуго Винклер[d], Гуго Винклер[d], Курт Биттель[d], Peter Neve[d], Jürgen Seeher[d] һәм Andreas Schachner[d] |
Хаттуса Викимилектә |
Хаттуса (хетта.: Hattuşaş, Хаттушаш) — боронғо Хетт батшалығының баш ҡалаһы. Ҡаласыҡ үҙәк Аанатолияла Ҡыҙылырмаҡ йылғаһынан алыҫ түгел хәҙерге төрөк ауылы Боғазкале (төр. Boğazkale, алда аталған Богазкей) янында, Анкаранан көнсығышҡараҡ 145 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ҡаласыҡ 1834 йылда, ҡаҙыныу эштәре алып барғанда табылған, ҡаҙыу эштәре 1906 йылдан алып барыла. 1986 йылда Хаттуса табылдыҡтары ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелә[2].
, Ḫa-at-tu-ša; төр.Хаттуса Үҙәк Анатолияның төньяҡ өлөшөндә, Боғазҡале ауылы янында хәҙерге Анкаранан 150 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Борон был урындарҙа һыу тирмәндәренең барлығы теркәлһә лә, хәҙер был ярайһы ҡырыҫ климаты менән ҡоро таулы ер[3]. Ҡыш оҙон һәм һалҡын, йәй сағыштырмаса ҡыҫҡа, тик эҫе. Ҡыҙыныу урындарында үҫемлектәр ярлы, ағастар юҡ тиерлек, ландшафтында урындың бик ҡатмарлы рельефы менән тау далаһы өҫтөнлөк итә. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге — 1050 м. Шуға ҡарамаҫтан, тупраҡ уңдырышлы. Хаттусала ете эсәр һыу сығанағы бар. Ҡаялы һырттар һәм яһалма ҡәлғә ҡоролмалары, шулай уҡ көнсығыштан һәм төньяҡтан текә ярҙар ҡаланы яҡын барғыһыҙ итә.
Боғазкаленың тирә-яғындағы ҡаҙыу эштәренең дөйөм майҙаны яҡынса 160 гектар була һәм бер нисә участкаға бүленә. Үҙәктә— Бююккалдың ике ҡаяһы (төр. Büyükkale, «ҙур ҡәлғә»), уларҙан 500 м төньяҡҡа ҡарай Бююккаяның «Ҙур ҡаяһы» (төр. Büyükkaya). Бююккалдан көнсығышҡа ҡарай сағыштырмаса тигеҙ майҙансыҡта «Түбәнге ҡала» — хетт баш ҡалаһының иң боронғо өлөшө урынлашҡан. Бююккаленан көньяҡҡа ҡарай «Үрге ҡала» — баш ҡаланың нығытмаһы урынлашҡан. Тирә -яҡтарында ҙур булмаған ҡалҡыулыҡтар бар, ҡаланың көньяҡ ситен хетт дәүләтенең һуңғы быуаттарында төҙөлгән элекке оборона валының ҡалдығы Еркапы (Yerkapı) убаһы билдәләй.
Хаттуса Ҡыҙылырмаҡтан көнсығыштараҡ (уның хет исеме — Marashantiya), йылға үҙәне ҡырҡа боролған урында урынлашҡан. Борон бында үҙәк Каппадокиянан Ҡара диңгеҙгә сауҙа юлы үткән. Шуға ҡарамаҫтан, Хаттуса баш ҡала булараҡ, көньяҡтараҡ урынлашҡан боронғо хетт мәҙәниәте үҙәгенән айырым торған, һәм дәүләттең төньяҡ ситтәренә яҡын урынлашҡан. Хетт дәүләтенең ныҡ үҫешкән ваҡытында, ул көнсығышҡа һәм көньяҡҡа ҡарай ҙурая. Ҡала шулай уҡ каски халҡының һөжүм итеү объекты була[2].