Арам Хачатурян Արամ Խաչատրյան | ||||||||||||||||||||||||||
Төп мәғлүмәт | ||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған | ||||||||||||||||||||||||||
Тыуған урыны |
Коджоры ауылы, Тифлис губернаһы, Рәсәй империяһы | |||||||||||||||||||||||||
Үлгән | ||||||||||||||||||||||||||
Үлгән урыны | ||||||||||||||||||||||||||
Ил | ||||||||||||||||||||||||||
Һөнәрҙәре |
композитор, кинокомпозитор, дирижёр, музыка педагогы | |||||||||||||||||||||||||
Инструменттар |
фортепиано, скрипка, виолончель | |||||||||||||||||||||||||
Жанрҙар |
Академик музыка, балет, концерт музыкаһы, симфоник музыка, камера музыкаһы | |||||||||||||||||||||||||
Наградалар |
| |||||||||||||||||||||||||
Автограф | ||||||||||||||||||||||||||
Хачатуряндың виртуаль музейы | ||||||||||||||||||||||||||
Аудио, фото, видео Викимилектә | ||||||||||||||||||||||||||
Хачатурян Арам Ильич (Хачатрян) (әрм. Արամ Եղիայի Խաչատրյան, 6 июнь 1903 йыл, Тифлис (хәҙер Тбилиси) ҡалаһы янындағы Коджоры ауылы[1] — 1 май 1978 йыл, СССР, Мәскәү)[2] — әрмән совет композиторы, дирижер, педагог, музыка-йәмәғәт эшмәкәре. СССР-ҙың халыҡ артисы (1954), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973). Дүрт тапҡыр Сталин премияһы (1941, 1943, 1946, 1950), Ленин (1959) һәм СССР-ҙың Дәүләт премияһы (1971) лауреаты. Әрмән ССР-ының Дәүләт гимны авторы (1944). Әрмән ССР-ының Фәндәр академияһы академигы (1963). XX быуат музыка әһелдәренең береһе[3][4][5]. 1943 йылдан Советтар Союзы Коммунистар партияһы ағзаһы.
Арам Ильич Хачатурян Грузияның Тифлис[6] (Тбилиси) ҡалаһы янындағы Коджоры ауылында, әрмән ғаиләһендә дүртенсе малай булып тыуған. Бала сағынан музыканы яратҡан, мәктәп капеллаһында фортепиано, борғо һәм тубала уйнаған, әммә ата-әсәһе был мауығыуын хупламағас, 19 йәшендә генә етди шөғөлләнә башлаған[7].
1921 йылда 18 йәшлек Хачатурян бер төркөм әрмән йәштәре менән Мәскәүгә килә, бында уның ағаһы Сурен Хачатурян йәшәгән һәм театр режиссеры булып эшләгән[8]. Ул Мәскәү университетының физика-математика факультетының биология бүлегенә уҡырға инә[9], ләкин бер йыл үткәс, Гнесин музыкаль училищеһына уҡырға инә, унда виолончель һәм фортепианола уйнарға, композиция дәрестәрен алған[10]. Михаил Гнесин һәләтле студентҡа ярҙам итә. Училищеһы Хачатурян 1929 йылда тамамлай.
1926—1928 йылдарҙа Мәскәүҙең Әрмәнстан мәҙәниәт йортонда эшләй.
1929 йылда Хачатурян Мәскәү консерваторияһына уҡырға инә, унда композиция классы буйынса башта M. Ф Гнесинда, һуңынан Н. Я. Мясковскийҙа белем ала; уның инструментовка буйынса остаздары Р. М. Глиэр һәм С. Н. Василенко була. 1934 йылда ул консерваторияны ҡыҙыл диплом менән тамамлай һәм ике йыл дауамында шунда уҡ аспирантурала Н. Я. Московскийҙа белемен камиллаштыра. Студент йылдарында уҡ әҫәрҙәр яҙа башлай, улар араһында: Скрипка һәм фортепиано өсөн йыр-поэма (1929)[11], Альт һәм фортепиано өсөн сюита (1929), Фортепиано өсөн токката (1932), Фортепиано, скрипка һәм кларнет өсөн трио (1932)[10]. Һуңынан рус мәктәбе йолалары буйынса Беренсе симфония (1934), оркестр менән фортепиано өсөн концерттар (1936, скрипка (1940), виолончель (1946). 1944 йылда Әрмән ССР-ының гимн музыкаһы авторы була. Мәскәү консерваторияһында Арам Хачатурян исеме уҡыу йортон иң яҡшы тамамлаусылар исемлегенә индерелде.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Арам Хачатурян Бөтә Союз радиоһында эшләп, патриотик йырҙар һәм марштар яҙа.
1939 йылда ул «Бәхет» исемле беренсе әрмән балетын ижад итә, әммә, етешһеҙлектәрен табып, музыкаһының күп өлөшөн үҙгәртеп яҙа. Һөҙөмтәлә, барыһы ла «Гаянэ» балетын яҙыу менән тамамлана, әммә был инде Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында була. Был хаҡта композитор аҙаҡтан шулай ти: «Мин Пермдең „Үҙәк“ ҡунаҡханаһында 5-се ҡатта йәшәнем. Ул ваҡытарҙы иҫкә алғанда, мин йәнә һәм йәнә кешеләргә ниндәй ауыр булыуын уйлайым. Фронтҡа ҡорал, икмәк, махорка кәрәк ине... Ә сәнғәткә — рухи аҙыҡҡа барыһы ла мохтаж булды, — фронт та, тыл да. Беҙ — артистар һәм музыканттар быны яҡшы аңланыҡ һәм бөтә көсөбөҙҙө бирҙек. «Гаянэ»ның 700 битлек партитураһын мин ярты йыл эсендә һыуыҡ ҡунаҡхана бүлмәһендә яҙҙым, унда бары тик пианино, ултырғыс, өҫтәл һәм карауат ҡына бар ине. Ошолар менән бергә «Гаянэ»ның сирек быуат буйы сәхнәнән төшмәгән берҙән-бер совет балеты булыуы минең өсөн үтә лә ҡиммәт...».
«Спартак» балеты Хачатуряндың һуғыштан һуң иң күренекле эше була. Партитура 1954 йылда тамамлана, ә 1956 йылдың декабрь айында премьераһы була. Ошо вакыттан «Спартак» балет труппаларының репертурына ныҡлап инде һәм донъяның иң яҡшы сәхнәләрендә ҡуйылды. Уны Л. Якобсон, И. Моисеев, Ю. Григорович, Е. Чанга һәм башҡа күренекле балетмейстерҙар ҡуйҙы.
Бер үк ваҡытта Хачатурян театрҙа кино өлкәһендә эшләй, егерменән ашыу кинофильмға музыка яҙа[10]. 30—50-се йылдарҙа Хачатурян спектаклдәрҙе музыкаль яҡтан биҙәй[12].
1950 йылдан Арам Хачатурян дирижер булараҡ йыш сығыш яһай, уңышлы гастролдәре менән СССР һәм сит илдәр буйлап йөрөй[10]. 1950 йылдан алып Мәскәү консерваторияһында һәм Гнесиндар институтында композицияны уҡыта (1951 йылдан — профессор).
Ойоштороу комитеты рәйесе урынбаҫары (1939—1948), 1957 йылдан — СССР Композиторҙар союзы секретаре. Латин Америкаһы илдәре менән дуҫлыҡ һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек Совет ассоциацияһы президенты (1958 йылдан). Совет тыныслыҡты яҡлау комитеты ағзаһы (1962 йылдан), Әрмән ССР-ы фәндәр академияһы академигы.
Әрмәнстан баш ҡалаһы Ереванда Комитас исемендәге парк пантеонында ерләнгән.
А. И. Хачатурян әҫәрҙәре үлгәндән һуң Мәскәүҙә баҫылып сыҡҡан.
Арам Хачатурян исемендәге халыҡ-ара конкурс Ереванда 2003 йылдан алып 6—14 июндә йыл һайын үткәрелә. Беренсе тапҡыр был проект бөйөк композитор тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған саралар менән ойошторолған.
Конкурс өс бүлек — «фортепиано», «скрипка» һәм «виолончель» буйынса үтә, йәш исемдәрҙе асыуға йүнәлтелгән.
Ҡатнашыусылар географияһы бик киң: БДБ илдәре, АҠШ, Канада, Мексика, Франция, Германия, Испания, Италия, Бельгия, Бөйөк Британия, Ҡытай һәм башҡа күп илдәр.