Хенералифе | |
исп. Generalife | |
![]() | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Гранада[d][1] |
Архитектура стиле | Nasrid architecture[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия Испании[d][1] һәм Бөтә донъя мираҫының өлөшө[d] |
Рәсми сайт | alhambra-patronato.es |
Был объекттан күренештәр категорияһы | Category:Views from Generalife[d] |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Generalife[d] |
![]() |
Хенералифе (исп. Generalife, ғәр. Jannat al-'Arif — «архитектор баҡсаһы») — Гранадаға XIII—XIV быуаттарҙа идара иткән Насри династияһы әмирҙәренең элекке ҡала ситендәге резиденцияһы.
Хенералифе баҡсалары Серро-дель-Соль убаһында урынлашҡан; бер аҙ көнбайыштараҡ урынлашҡан Әл-Хәмрә ҡәлғәһе һәм ҡаланың урта быуат өлөшөн барлыҡҡа килтереүсе Әл-Байсин торлаҡ районы менән бергә Хенералифе «урта быуат осорондағы король ғәрәп резиденцияларының баһалап бөткөһөҙ миҫалы» булараҡ ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән[2]
Һарай һәм баҡсалар Мөхәммәт III (1302—1309) хакимлығы осоронда төҙөлгән һәм солтан Измаил I (1313—1324) осоронан һуң яңынан биҙәлгән. Комплекс үҙ эсенә Патио-де-ла-Асекианы ала (Patio de la Acequia — йылға ихатаһы), унда сәскә түтәлдәре, фонтандар, колоннадалар һәм павильондар, шулай уҡ Хардин-да-ла-Солтан (Jardín de la Sultana — солтан баҡсаһы) менән уратып алынған оҙон бассейн урынлашҡан, икенсе исеме — «кипарис ихатаһы». Солтан баҡсаһы Мосолман Испанияһының иң яҡшы һаҡланған баҡсаһы тип һанала. Бынан тыш, Хенералифе баҡсаһы — һаҡланып ҡалған иң боронғо мавр баҡсаһы.[3]
Элек Хенералифе һарайы Әл-Хәмрә ҡәлғәһе менән йырын аша ябыҡ күпер менән берләшкән булған, хәҙер йырын уларҙы айырып тора.
Баҡса Ҡөрьәндәге ожмах образдарын тергеҙеүгә йүнәлтелгән баҡсасылыҡ сәнғәте шедевры булып тора.[2] Баҡсаның хәҙерге өлөшө 1931 йылда Франциско Прието Морено тарафынан нигеҙләнә һәм 1951 йылда тамамлана. Юлдар традицион Гранада стилендә таш мозаика менән түшәлгән: аҡтары Дарро йылғаһынан, ә ҡаралары Гениййылғаһынан йыйылған.[4]
<ref>
тег дөрөҫ түгел: «evaluation» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.