Хеопс

Хеопс
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ Боронғо Мысыр
Древнее царство[d]
Титул Фирғәүен
Тыуған көнө Б. э. т. XXVII быуат
Вафат булған көнө б. э. т. 2566
Ерләнгән урыны Хеопс пирамидаһы
Атаһы Снофру[d]
Әсәһе Хетепхерес[d]
Бер туғандары Хетеферс[d], Хенуцен[d], Неферткау I[d], Анкхаф[d], Ранефер[d], Канефер[d], Нефермаат[d] һәм Рахотеп[d]
Хәләл ефете Khamerernebty I[d], Хенуцен[d] һәм Меретитес I[d]
Балалары Джедефхор[d], Хетепхерес II[d], Джедефра[d], Хафра[d], Horbaef[d], Meresankh II[d], Nefermaat II[d], Iynefer II[d], Нефертиабет[d], Каваб[d], Khamerernebty I[d], Minkhaf I[d], Meritites II[d] һәм Khufukhaf I[d]
Нәҫеле IV династия[d]
Һөнәр төрө дәүләт эшмәкәре
Биләгән вазифаһы Фирғәүен, pharaohs of Fourth Dynasty of Egypt[d] һәм pharaohs of old Kingdown of Egypt[d]
Эра Древнее царство[d] һәм IV династия[d]
 Хеопс Викимилектә

Хеопс (Хуфу́ йәки Хнум-Хуфу) — Боронғо Мысыр фирғәүене, яҡынса б. э. т. 2589—2566 йылдарҙа идара итә; IV династиянан.

Хеопс (Хуфу) Гизала бөйөк пирамидалар, антиклыҡ донъяның ете мөғжизәһенең береһен һәм беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған берҙән-бер мөғжизәне төҙөүе менән билдәле. Хуфу тормошо, уның хаким итеүе һәм дәүләт һәм дин эшмәкәрлеген тураһында бик аҙ билдәле.

Сығышы һәм идара итеү ваҡыты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Хуфу (Хеопс) картушы Фирғәүендәрҙең Абидос исемлегендә (№ 21)
Файл:Картуш фараона Хуфу.png
Фирғәүен Хуфуның картушы

Весткар папирусына ярашлы, Хуфу Снофруның улы була һәм һис бер нәмә лә быны кире ҡаҡмай. Хуфуның әсәһе батшабикә Хетепхерес, һәм уның шахта кәшәнәһе бөйөк пирамида эргәһендә табыла. Был кәшәнәлә Снофру исеме бер нисә тапҡыр осрай, һәм ул — «Батшаны өгөтләп тәрбиәләгән әсәһе, һәм уның нәсихәттәре һәр саҡ үтәлгән» батша әсәһе исемен йөрөткән. Хетепхересты фирғәүен Снофру ҡатыны һәм фирғәүен Хуфуның әсәһе тип күҙ алдына килтереү бик еңел. Хуфу батша Абидос (унда ул Хуфу тип аталған) һәм Саккар (унда Хуфуф тип аталған) фирғәүендәр исемлегендә телгә алына. Ике исемлектә лә уның исеме Снофру менән Джедефра араһында тора.

Хуфуның исеме һаҡланмаған Тура батша папирусыСнофру артынан торған фирғәүендең 23 йыл идара итәсәген фаразлай. Геродот һәм Диодор Хеопс 50 йыл хакимлыҡ иткән тиҙәр[2][3], Манефон уға хатта 63 йыл фаразлай. Хәҙерге ваҡытта уның идаралығына иң тура килгән дата— «17-се тапҡыр иҫәпләү». Хуфуның исеме һәм был дата уның пирамидаһындағы ерләү камераһының ҡайһы бер блоктарында табылған. Был «иҫәпләүҙәр» һалым йыйыу маҡсатында дөйөм мал иҫәбен алыуҙы күҙ аллауған. Был «иҫәпләүҙәр» ғәҙәттә, һәр ике йыл, әммә ҡайсаҡ йыл һайын үткәрелеүе арҡаһында өҫтәмә проблема тыуҙырған. Әгәр Хуфу осоронда даими, ике йылға бер, «иҫәпләү» булһа, был уның хакимлығының 34-се йылына тап килә. Томас Шнайдер, Тура йылъяҙмаһында күрһәтелгән 23 йыл идара итеүе ике йыллыҡ иҫәпләүҙәргә тап килә, тип фаразлай; шулай итеп, Хуфу, дөйөм алғанда, 46 йыл хакимлыҡ ҡылған.

Хуфу идаралығы осоронан тағы башҡа яҙыуҙар һаҡланған. Дахлдан көнбайышҡа табан 50 км алыҫлыҡта урынлашҡан "Джедефра тауҙары һыуҙары"нда пигмент алыу өсөн хеҙмәт иткән материалдар табыу маҡсатында килгән экспедициялар ҡалдырған петроглифтар һаҡланған. Яҙмалар «12-се иҫәпләүҙәрҙән һуңғы йылдар» тип билдәләнгән (күрәһең, Хуфу хакимлығының 25 йылына тап килә) һәм «13-сө иҫәпләүҙәрҙән һуңғы йылдар» (күрәһең, хакимлығының 27-се йылы). 2011 йылда Ҡыҙыл диңгеҙҙәге Вади әл- Гарфта диңгеҙ порты комплексы ҡалдыҡтары өйрәнелде, унда табылған керамика һәм яҙыуҙарға ярашлы, IV династия хакимлығы башланған осорға тап килә. Бында табылған ныҡ зыян күргән папирус «13-сө иҫәпләүҙәр йылынан һуң»ға, Хуфу осорона күрһәтә. Моғайын, шул йыл Хуфу Синай ярымутрауына оҙатҡан экспедиция менән бәйләнгәндер.

«Джедефра тауының һыуы» Хуфуҙың хоров исеме яҙылған яҙыу Экспедиция начальнигы исеме яҙылған яҙыу

Хуфуның бала сағы һәм үҫмер йылдары Урта Мысырҙағы Бени-Хәсән алпауыт ерендә үткән, шуға ла һуңыраҡ был урын Менат-Хуфу, йәғни «Хуфуны туйҙырыусы» тип аталған. Тәкә башлы Хнумды был өлкәәнең ҡурсалаусыһы тип атағандар. Быны шулай уҡ мәрхүм ҡанбаба Хуфу «Менат-Хуфулағы Хнумдың» ҡанбабаһы булған тигәне раҫлай, һәм шулай уҡ нилектән Хнум исеме батша исеменең өлөшөнә әйләнгәнен аңлата.

Геродот үҙенең яҙмаларында Хеопс пирамидаһы фирғәүен хөрмәтенә төҙөлгән, әммә унда ерләнмәгән тип раҫлай. Уның ерләү камералаһы стеналарында йыназа һәм ҡәҙерләп ерләү һүрәттәре йә яҙыуҙары табылмаған, ул ваҡытта кеше ерләнмәгән бинала бындай яҙма ҡалдырыу мыҫҡыллауға бәрәбәр тип һаналған. Шулай уҡ Хеопстың мумияһы әлегә тиклем табылмаған.

Фирғәүендең исемдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай итеп батша исеме Хуфу, ә ҡайһы берҙә Хуф тип уҡылырға тейеш була. Гректар был исемде Суфис (бор. грек. Σοῦφις), Саофис йәки Хеопс (бор. грек. Χέωψ).тип яҙған. Әгәр грек ялғауын алып ташлаһаң, Суф, Саоф йәки Хеоп килеп сыға. Был исемдәрҙең береһендә лә һуңғы һуҙынҡы юҡ, сөнки, был, моғайын, Хауф тип уҡыу дөрөҫ тигәнгә ишаралыр. Әммә хәҙерге заман египтологтары — Хуфу транслитерацияһын ҡуллана. Был батшаның тәхет исеме. Бәлки, ул «ул [мине] яҡлай» тигәнде аңлаталыр, һәм Синай һәм Бөйөк пирамидала, табылған альтернатив һәм күпкә йәйенкерәк формалары уны аңлатып бирәлер — Хнум-Хуфу, «Хнум [мине] яҡлай». Хнум тәкә башлы алла — донъяны барлыҡҡа килтереүсе һәм шулай уҡ батшаның тыуған ҡалаһы Менат-Хуфуны ҡурсалаусы була. Фирғәүендең хор исеме Меджеду, «Әүҙем», ә Небти буйынса исеме — Меджедер була.

Хәҙер Хеопс (Геродот буйынса) булараҡ билдәле. Шулай уҡ Хеммес булараҡ телгә алына (Диодорбуйынса), Суфис I (Манефон[4]буйынса), Саофис (Эратостафан буйынса) телгә алына.

Вади-Магхарала Хеопс рельефтары

Синайҙағы Вади-Магхара ҡаяһында Хуфу фирғәүендең исемдәре һәм титулдары яҙылған яҙыуҙар ҡырҡып алынған, һәм фирғәүендең күскенселәр башлығына һөжүм иткән сағыы һүрәтләнгән. Күрәһең, хәрби экспедиция ебәрә Хуфу Синай ярымутрауына сауҙагәрҙәрҙе һәм фирүзә ятҡылыҡтарын эшкәртеүсе урындағы бәҙүән ҡәбиләләрен нейтралләштереү маҡсатында, хәрби экспедиция ебәрә. Улар төҙөгән ғибәҙәтханаларҙың таш блоктары Дельтаның төньяҡ-көнбайышында Десук янындағы Тидта, шулай уҡ Заказикта, боронғо Пер-баста (Бубастис) табылған. Уның Дендер ғибәҙәтханаһын төҙөгәнлеге тураһында ла мәғлүмәт бар. Тель-эль-Амарнанан алыҫ түгел алебастр сығарыу урынында уның исеме табыла. Коптостан Хуфу исеме яҙылған тантаналар өсөн тәғәйенләнгән һауыт, ә Нехендә (Иераконполь) яҙмалы табаҡ табыла. Уның исеме Мысырҙың көньяҡ сиге уҙған Нил йылғаһының беренсе тупһаһы районы Сехель утрауындағы ҡаяла яҙылған, ә Аба (Элефантина) утрауында, Асуан эргәһендә уның хакимлығы осоронда хеҙмәт иткән чиновник исемен телгә алған яҙыу бар. Күрәһең, фирғәүен шулай уҡ илдең асуан алһыу граниты табылған көньяҡ сиктәре менән ҡыҙыҡһыныуын күрһәткән.

Абидос емереклектәре араһында был фирғәүендең фил һөйәгенән эшләнгән бәләкәй статуэткаһы — был фирғәүендең беҙгә килеп еткән берҙән-бер портреты табыла. Ливерпулдә һәм Лондондың университеты колледжында уның исеме яҙылған бер нисә алебастр һауыт һаҡлана. Ул хакимлыҡ иткән осорға ҡараған күп кенә монаяттар скарабеи билдәле. Шулай уҡ батшаның исеме яҙылған һәм — «10 дебен», мысыр "алтын стандарт"ын тәшкил иткән ауырлығы күрһәтелгән. Был әкиәттә Весткар папирусындағы әкиәттәрҙең төп геройы Хуфу. Был әҫәрҙә тылсымсы ҡарттың, төрлө иҫ киткес мөғжизә күрһәтеп, Хуфу фирғәүендең күңелен күтәреүе тураһында бәйән ителә. Шул уҡ папируста фирғәүен Усеркаф һәм уның ағаларының (V династия вәкилдәренең) тыуасағын һәм уларҙың ошо ғаилә тәхетен тартып аласаҡтарын иҫкәрткән ҡыҙыҡлы әкиәт бар[5].

Сфинкс янында Хуфу пирамиданы үҙенең мөһабәт кәшәнәһе эргәһендә ҡыҙы Хенутсенға ла пирамида төҙөткән тигән һуңғы яҙыу табыла. Был яҙыуҙа башҡа мәғлүмәттәр ысынға тап килмәһә лә, был раҫлау буйынса бәхәсләшерлек сәбәптәр юҡ. Хуфуның башҡа: Неферхетепес, Хетепхерес һәм Мересанх тигән ҡыҙҙары булыуы билдәле. Уларҙың кинйәһе Хафрабатшаға кейәүгә сыҡҡан. Шулай уҡ бер нисә батша улының исемдәрен беләбеҙ, хәйер, улар Хуфу улдарымы икәне беҙгә билдәһеҙ. Шулай уҡ батшабикә Мертититесте һәм фирғәүендең Сетит тигән тағы бер ҡатынын исемләр кәрәк.

Аллаларға мөнәсәбәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуңғараҡ Хуфу дин эштәренә мөнәсәбәте яғынан күрһәтә залимдарса ҡылыҡтарға эйә хаким тип иҫәпләнгән. Манефон уның тураһында шулай яҙа: «Ул аллаларға ҡарата тәкәббер була, әммә мысырлылар бик мөһим тип һанаған изге китап яҙған». Геродот, Хеопс кафыр булған, тип хәбәр итә: «бөтә ил буйынса хоҙай ҡорамдарын ябырға бойора, ҡорбан килтереүҙәр законһыҙ, һәм мысырлылар, алла урынына уны хөрмәтләргә һәм уға хеҙмәт итергә тейеш тип иғлан итә»[6]. Хеопс исемен, ул вафат булғандан һуң, йәнәһе, халыҡ атап та ҡарамаған, ә фирғәүен пирамидаһын төҙөү арҡаһында ресурстар йонсоуы Мысыр мөмкинлектәренең һәм IV династияның көсһөҙләнеүенә килтерә. Бәлки, фирғәүенде ошолай һүрәтләү ысынбарлыҡҡа тап киләлер, әммә быны элгәрге династия ҡолатылғандан һуң, гелиополь ҡанбабалар ярҙамында власҡа килеүсе Ра V династияһына нигеҙ һалыусыларҙың уйҙырмаһы тип уйларға мөмкин. Нисек кенә булмаһын, шулай ҙа Хеопс тураһында мысырлыларҙың бик күп быуын кешеләре, уны хөрмәт итә һәм изге хәтирәләр һаҡлай. Беҙгә IV династия осоронда йәшәгән һәм уның культы менән бәйле ике тиҫтәгә яҡын мәрхүм ҡанбабаларҙың исеме билдәле. Уның рухын хөрмәтләү ике мең йыл үткәс, XXVI династия осоронда ғына, тергеҙелә. Хеопс ваҡытындағы һәйкәл ҡалдыҡтары уны фарсы һәм гректар хакимлыҡ иткән дәүерҙәге хикәйәләргә ҡапма-ҡаршы эшмәкәрлек иткән шәхес булараҡ раҫлай. Бәлки, Бөйөк пирамиданы төҙөтөү факты мысырлыларҙа аҙағыраҡ уны деспот итеп ҡабул итергә сәбәп булған. Улар фекерҙе тулыһынса раҫлай Плинийҙың, был бик ҙур һәйкәл бары тик «дан-шөһрәт тщеславие һөйөү тураһында ҙур иҫкәртеү»[7] генә тигән фекерҙе тулыһынса раҫлай.

  • улдары: Джедефра, Джедефхор, Каваб, Хафра (Хефрен), Банефра, Хуфухаеф;
  • ҡыҙҙары: Хетепхерес II, Мересанх II, Хамерернебти I
Хеопс пирамидаһы хәҙерге ваҡытта
Хеопс пирамидаһының арҡыры киҫелеше:
1. Төп инеү урыны
2. Абдуллаһ әл-Мамун эшләгән инеү урыны
3. Сатлыҡ, «урау итеп» әл-Мамун эшләгән «тығын» һәм туннель
4. Аҫҡа илтеүсе коридор
5. Төҙөлөп бөтмәгән ер аҫты камераһы
6. Өҫкә үрләүсе коридор
7. Сығанаҡ «һауа үткәргес» «Батшабикә камераһы»
8. Горизонталь туннель
9. Ҙур галерея
10. «Һауа үткәргесле» фирғәүен камераһы
11. Камера алды
12. Мәғәрә

Хуфу, тәү сиратта, үҙенең Бөйөк пирамидаһы, Боронғо Мысырҙың иң ҙур пирамидаһы менән билдәәле. Кәшәнә ҡороу өсөн Хуфу хәҙерге Ҡаһирәнән көньяҡ-көнбайышҡараҡ Гизала яйла һайлай. Төҙөлөш өсөн ташты Мокаттама таш сығарыу урынында сығарғандар һәм һәр көҙ һайын ташҡын осоронда кәмәләрҙә һәм һалдарҙа Нил һәм яйла итәгендәге һыу тулы ҡырҙар буйлап килтергәндәр. Ахет-Хуфу, «Хуфу Офоғо» тип исемләнгән был пирамида нигеҙенән түбәһенә тиклем 137,3 метр бейеклектә, ә түбәһен юғатҡанға тиклем уның бейеклеге 146,7 метр була. Уның нигеҙенең яҡтары 230,4 метрға тиң, ә йөҙлөгөн юғалтҡанға тиклем — 232,4 метр тәшкил иткән. Уның майҙаны — 5,4 гектар. Стеналарының ауышлығы 51°52' булғанда, уның тәүге күләме 2 520 000 куб метрға тигеҙ була; хәҙер ул яҡынса 170 000 куб метрға кесерәйгән, сөнки пирамида быуаттар дауамында таш сығарыу урыны итеп ҡулланылған. Уны ҡороуға һәр береһенең күләме 1 куб метрҙан артығыраҡ булған 2 250 000 яҡын таш блок киткән; был материал 100 мең халҡы булған ҡала төҙөргә етер ине. Уның ауырлығы — 6,5-7 миллион тонна.

Пирамида үҙ эсендә, уны төҙөүҙең өс стадияһына тап килгән өс камера йәшерткән, сөнки батша теләһә ҡайһы ваҡытта әҙер кәшәнәгә эйә булырға теләгән. Беренсе камера нигеҙҙән яҡынса 30 метр тәрәнлектә ҡая ташты соҡоп яһалған һәм теүәл уртала урынлашҡан тиерлек түгел; уның майҙаны — 8 × 14 м, бейеклеге 3,5 метр. Ул, пирамида үҙәгендә, теүәл түбәһе аҫтында нигеҙҙән 20 метрҙа урынлашҡан икенсеһе кеүек үк, тамамланмай ҡалған һәм 20 метрлыҡ бейеклектә яҡынса нигеҙе; уның майҙаны — 5,7 × 5,2 метр, көмбәҙле түшәм 6, 7 метр бейеклегендә; ҡасандыр уны «батшабикә кәшәнәһе» тип атайҙар. Өсөнсө камера-батша кәшәнәһе; башҡа икеһенән айырмалы рәүештә быныһы тамамланған; саркофаг тап ошонда ошонда табыла. Ул нигеҙҙән 42,3 метр бейеклектә һәм пирамида күсәренән бер аҙ көньяҡтараҡ ҡоролған; уның көнсығыштан көнбайышҡа оҙонлоғо — метр 10,4 метр, төньяҡтан көньяҡҡа — 5,2 м; бейеклеге — 5,8 метр. Ул бер-береһенә кәмселекһеҙ йәпләп ҡуйылған шымартылған гранит плиталар менән йөҙләнгән; түшәме 400 тонна самаһы ауырлыҡтағы туғыҙ монолиттан тора, түшәм өҫтөндә дөйөм бейеклеге 17 метр тәшкил иткән биш бушатыу камераһы, иң юғарылағыһы, ерләү камераһына туранан-тура ныҡ көслө баҫым булмаһын өсөн яҡынса миллион тонналыҡ ауырлыҡты үҙенә ҡабул иткән ҙур блоктар менән ике яҡлап ябылған ҡыйыҡ барлыҡҡа килтерә.

Өс камераның һәр береһендә «ишек алды» бар, һәм улар үҙ-ара коридорҙар йә шахталар менән тоташтырылған. Түбәнге камераларҙағы ҡайһы бер шахталар тупик менән тамамлана һәм таш ҡоролмала һуңыраҡ юнып эшләнгән. Батша кәшәнәһенән төньяҡ һәм көньяҡ диуарҙарҙа ике өҫкә сығыу шахталары ҡоролған. Уларҙың баштағы ысын тәғәйенләнеше билдәһеҙ, әммә, иң төп тәғәйенләнеше — елләтер өсөндөр.

Пирамидаға башлап инеү төньяҡта нигеҙ өҫтөнән 25 метр бейеклектә урынлашҡан һәм уны әл-Мәмүнтарандары ҡалдырған ярыҡ аша күрергә мөмкин Хәҙер пирамидаға элеккеһенән 15 метрға түбәнерәк һәм төньяҡ яғының үҙәгендә тиерлек урынлашҡан икенсе инеү урыны илтә. Был тар һәм түбәнерәк горизонталь оҙонлоғо 40 метрҙан артыҡ түгел коридор. Уны боронғо талаусылар һалған, һәм, моғайын, был Боронғо батшалыҡ ҡолатылғандан һуң тоҡанған сыуалыш осорона тап киләлер. Килеүселәргә тәпәш гранит «ишек алдына» күтәрелеү уңайлы булһын өсөн, коридор осона ағас баҫҡыстар ҡуйылған.

Ҙур галерея — хатта Бөйөк пирамида менән сағыштырғанда ла, үҙенә бер башҡа (уникаль) ҡоролма. Галереяның оҙонлоғо — 47 метр, бейеклеге — 8,5 метр, күтәрелеш мөйөшө — 26°. Йөҙлөктөң эзбизле плиталары бер-береһе өҫтөнә һигеҙ ҡатлам һалынған, өҫтәүенә, һәр киләһе ҡатлам алдан килгәне артына 5-6 сантиметрға инә бара. Яҡтары буйлап тешле тимер юл өсөн һымаҡ пазлы яртышар метрлы таш сығынтынан торған ике тотош әйләнмәле һыҙат сикләй; улар араһынан үтеү өсөн бары тик метрҙан ашыу ғына үткәүел ҡала. Саркофаг ерләү камераһы ишегенән киңерәк. Ул көрән-һоро граниттан юнып яһалған, датаһы ла, яҙмаһы ла юҡ, ярайһы ныҡ зыян күргән. Ул кәшәнәнең көнбайыш мөйөшөндә, иҙәндә тора. Бында уны төҙөлөш ваҡытында урынлаштырғандар, һәм, моғайын, бер кем дә урынынан шылдырмаған. Саркофаг металдан ҡойолған кеүек күренә. Кәшәнәлә мәңгелек тынлыҡ табырға тейешле кешенән хатта саңы ла тороп ҡалмаған.

Әл-Мамун эшселәре төҙөгән тоннель Ҙур галерея Хуфу саркофагы

Бөйөк пирамиданы унан да кәм күп көс һәм ваҡыт талап итмәгән һәм ҡиммәтле ҡоролмалар уратып алған. Геродот, үрге ҡорамдан (ерләү кәшәнәһенән) түбәнге ҡорамға илткән шымартылған плиталар менән йөҙләнгән һәм киңлеге 18 метр юлдарҙы күргәндән һуң, уны төҙөү эшен «пирамиданың үҙен төҙөгәндәге кеүек ҙур эш» тигән. Мысыр комиссияһынан француздар Поукок һәм француздар Лепсиус ҡалдыҡтары юлдың декоратив рельефлы фрагменттарын күрә; хәҙер инде уның ниндәйҙер 80 метры ғына һаҡланып ҡалған. Был юл XIX быуат аҙағында, Гиха кеүек, Ҙур Ҡаһирәнең бер өлөшөнә әйләнгән Назлат-әс-Симман ауылын төҙөгәндә юҡҡа сыҡҡан. Ҡайҙалыр уның урынында түбәнге ҡорам торған. Был бик матур ҡорам 30 метр бейеклектә ер өҫтөндә ҡалҡып торған: уны, моғайын, борон заманда уҡ төҙөлөш материалдары эҙләгән кешеләр емерә.

Бөйөк пирамида, юлдаш-пирамидалар, ерләү кәшәнәһе, өҫкә үрләүсе юл һәм ҡояшлы көймәләр өсөн соҡорҙар

Бөйөк пирамиданы уратып алған ҡоролмаларҙан үрге (ерләү) ҡорамы емереклектәре һәм юлдаш-пирамидалар ғына тороп ҡалған. Ғибәҙәтханалар эҙҙәрен 1939 йылда мысыр археологы Әбү Сәйеф аса һәм һуғыш тамамланғандан һуң уның ҡаҙыныу эштәрен Лауэр тамамлап ҡуя. Ғәҙәттәгесә, ҡорам пирамиданан көнсығыштараҡ урынлашҡан була, һәм фронтоны оҙонлоғо 100 мысыр терһәгенә (52,5 метр) эйә; ул тур эзбизташынан төҙөлгән, ихатаһында 38 квадрат гранит бағана булған, шундай 12 бағана л уҡ ҙур булмаған ғибәҙәтхана вестибюлендә торған. Был ғибәҙәтхананы ҡара базальт иҙән ҡалдыҡтары ғына хәтерләтә.

«Ҡояшлы көймә»

Уның ике яғында, яҡынса 10 метрҙа, ҡаҙыу эштәре ваҡытында табылған эзбизле яйлала уйылған ике «док» була, бында, моғайын, тотҡан «ҡояшлы кәмәләр» тотҡандар, бындай өсөнсө «док» түбәнге ҡорамға илткән юлдың һул яғында табыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, «доктар» буш булып сыға, тик археологтар 1954 йылда осраҡлымы рәүештәме тағы шундай ике «док» таба. Уларҙың береһендә бик һәйбәт һаҡланған кәмә — донъялағы иң боронғо карап торған була. Уның оҙонлоғо 36 метр, һәм ул кедрҙан эшләнгән. Уны алып, консервациялағандан һуң, ул махсус төҙөлгән пирамидалы павильонда урынлаштырылған.

Юлдаш-пирамидалар. Алғы планда Хуфуҙы ерләү ғибәҙәтханаһының ҡара базальт иҙәне ҡалдыҡтары

Юлдаш пирамидаларҙы ғәҙәттә көньяҡтараҡ төҙөһәләр ҙә, улар Бөйөк пирамиданан көнсығыштараҡ тора; күрәһең, урындың ҡоролош үҙенсәлектәре менән бәйле барлыҡҡа килгән ҡаршылыҡтар арҡаһында дини күрһәтмәләрҙе боҙорға тура килгәндер. Пирамидалар төньяҡтан көньяҡҡа ҙурая барған һайын йәки «үҫеше буйынса» урынлашҡан, беренсе пирамиданың квадрат нигеҙе 49,5 метрға, икенсеһенеке — 49, өсөнсөһөнөкө — 46,9 метрға тиң. Уларҙың һәр береһе янында таш кәртә, аҫылынып торған шахта һәм "ишек алды"нан торған ерләү камераһынан; бынан тыш, беренсеһе эргәһендә «ҡояш кәмәһе» өсөн «док» урынлашҡан. Күпселек ғалимдар фекеренсә, был пирамидалар Хуфуның ҡатындарныҡы булғандыр, беренсе (баш) ҡатыны, боронғо йола буйынса, моғайын, уның һеңлеһе булғандыр. Тәүге ике ҡатынының исемдәре беҙгә билдәһеҙ, өсөнсөһөнөң исеме Хенутсен; XX династия осоронда ул Изида алиһәгә тиңләштерелгән. Саис дәүерендә уның кәшәнәһе янындағы доға ҡылыу урынын ғибәҙәтханаға әйләндергәндәр, «Пирамидалар хужабикәһе» тип уға табынғандар. Бөтә өс пирамида-юлдаш та, тышҡы йөҙлөгөнән яҙһа ла, ярайһы ғына һаҡланған, уларҙың ер аҫты өлөштәре һәм тирә-яғы ентекләп тикшерелгән.

Беренсеһенән көнсығышҡа табан тағы бер ҙур пирамида төҙөлөргә тейеш булған тип фаразлана, әммә ерләү камераһындағы эштәр тамамланыр алдынан төҙөлөш эштәре туҡтатылған. Үткән быуаттың 20-се йылдарында ҡаҙыныу эштәре алып барған Рейснерфаразына ярашлы, ул Снофруның ҡатыны һәм Хуфуның әсәһе батшабикә Хетепхересҡа тәғәйенләнгән була, сөнки уның кәшәнәһе ерләгәндән һуң бик аҙ ваҡыт үтеүгә талана. Ахырҙа Хуфу әсәһе өсөн төньяҡтараҡ ҡая эсендә йәшерен кәшәнә төҙөтөргә ҡарар итә. Был кәшәнәне уға 1925 йылдың ғинуарына, фотограф Рейснерҙың маскировка блоктары араһындағы тишеккә штативы тәгәрәп төшөп киткәнгә, тиклем йәшерә алған. Аҙаҡтан Гарвард-Бостон экспедицияһы ағзалары өс ай дауамында хазина: меңәрләгән бәләкәй алтын айылдар, йорт йыһаздары һәм йорт кәрәк-яраҡтары; алтын һәм көмөш беләҙектәр, күҙҙәре тирәсләп һөртөү "күләгәлә"ләре өсөн косметик ҡумталар (зәңгәрһыу-һоро һәм йәшел), маникюр өсөн ҡайсылар, биҙәүестәр тултырылған батшабикә исеме яҙылған шкатулкалар. Уның ҡатырылған кәүҙәһе һалынған каноптар һәм алебастр саркофагы табыла, ләкин ул буш булып сыға. Рейснер һәм башҡа египтологтар был йомаҡҡа яуапты оҙаҡ эҙләй, һәм улар биргән аңлатма детектив сюжеты булырлыҡ. Уға ярашлы, талаусылар батшабикәнең мумияһын урлаған, гәүһәрҙәрен систереп алғандан һуң, кәүҙәне юҡ иткән. Батшанан ҡурҡҡан чиновниктар һәм һаҡсылар быны белһәләр ҙә, уға серҙе асмаған, һәм Хуфу тантаналы рәүештә буш табутты ерләгән. Әммә Хуфу, был мәғлүмәтте белгән хәлдә лә, абруйын һаҡлап ҡалыу маҡсатында, бер нимә лә булмағандай, үҙенең әсәһен икенсе тапҡыр ерләү тантанаһын ойошторған. Шулай булғанмы әллә юҡмы, әммә, һәр хәлдә, был әлегә тиклем Боронғо батшалыҡтың батша ғаиләһе ағзаһының тейелмәгән берҙән-бер кәшәнәһе.

IV династия


Унан алда хаким иткән батша:

Снофру
Боронғо Мысыр фирғәүене

яҡынса б. э. т. 2604 — 2581 йылдар

(23 йыл хакимлыҡ ҡылған)


Вариҫы:

Джедефра

Халыҡтар мәҙәниәтендә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1955 — «Фирғәүендәр ере» (АҠШ); Хуфу ролендә — аинглиз актёры Джек Хокинс.

Мысыр яҙыусыһы Нағиб Мәхфүздең «Хеопс әүлиәлеге» романындағы ваҡиғалар (төп нөсхәһендә «Яҙмыш уйыны») ошо фирғәүен батшалыҡ иткән осорҙа бара.

Хуфу хөрмәтенә астероид аталған.

  • Вейгалл А. История фараонов. Правящие династии раннего, Древнего и Среднего царства Египта. 3000—1800 до н. э. / Пер. с англ. И. Б. Куликовой. — М.: ЗАО Центрполиграф, 2018. — 351 с. — 2000 экз. — ISBN 978-5-9524-5259-9.
  • Заморовский В. Их величества пирамиды / Пер. со словацкого О. И. Малевича. — М.: Главная редакции восточной литературы издательства «Наука», 1981. — 447 с. — (По следам исчезнувших культур Востока). — 15 000 экз.
  • История Древнего Востока. Зарождение древнейших классовых обществ и первые очаги рабовладельческой цивилизации. Часть 2. Передняя Азия. Египет / Под редакцией Г. М. Бонгард-Левина. — М.: Главная редакция восточной литературы издательства «Наука», 1988. — 623 с. — 25 000 экз.
  • Авдиев В. И. Военная история Древнего Египта. — М.: Издательство «Советская наука», 1948. — Т. 1. Возникновение и развитие завоевательной политики до эпохи крупных войн XVI—XV вв. до х. э. — 240 с.
  • Древний Восток и античность. // Правители Мира. Хронологическо-генеалогические таблицы по всемирной истории в 4 тт. / Автор-составитель В. В. Эрлихман. — Т. 1.
  • Jürgen von Beckerath. Handbuch der ägyptischen Königsnamen. — München: Deutscher Kunstverlag, 1984. — 314 p. — (Münchner ägyptologische Studien). — ISBN 3422008322.
  1. Dictionary of African Biography (ингл.) / E. K. Akyeampong, Henry Louis Gates, Jr.NYC: OUP, 2012.
  2. Геродот. История. Книга II «Евтерпа», § 127
  3. Диодор Сицилийский. Историческая библиотека. Книга I, 63 (2)
  4. Книга I | Симпосий Συμπόσιον. simposium.ru. Дата обращения: 15 февраль 2019.
  5. Сказки сыновей Хуфу
  6. Геродот. История. Книга II «Евтерпа», § 124
  7. Плиний Старший. Естественная история. Книга XXXVI. § 16, 17