Хеҙмәт договоры — хеҙмәт хоҡуҡиәтендә яҙма документ — хеҙмәткәр менән эш биреүсе араһында төҙөлөүсе һәм уларҙың үҙ-ара хоҡуҡтары менән бурыстарын билдәләүсе килешеү. Хеҙмәт договорына ярашлы, хеҙмәткәр үҙенең квалификацияһына тап килгән тәғәйен вазифа буйынса эштәрҙе башҡарырға, ә эш биреүсе хеҙмәткәргә эш бирергә, эшләү өсөн шарттар тыуҙырырға һәм ваҡытында эш хаҡы түләргә йөкләмә ала.
Рәсәй Федерацияһында хеҙмәт договоры буйынса хеҙмәткәр, үҙенең квалификацияһына һәм (йәки) вазифаһына ярашлы, эске хеҙмәт тәртибенә буйһоноп, билдәле бер специальность буйынса хеҙмәт бурыстары сиктәрендә эш башҡарырға, ә эш биреүсе хеҙмәт ҡануниәте нормаларына, эске хеҙмәт тәртибенә, коллектив һәм хеҙмәт договорҙарына ярашлы тейешле хеҙмәт шарттарын тәьмин итергә йөкләмә ала.
Эске хеҙмәт тәртибенә буйһоноу хеҙмәт договорын төрлө граждан-хоҡуҡи договорҙарҙан (подряд, хеҙмәттәр күрһәтеү һәм башҡа төр договорҙарҙан) айырған төп һыҙаттарҙың береһе булып тора.
Тәғәйен вазифала хеҙмәт бурыстары һәм эштең башҡа үҙенсәлектәре вазифа инструкцияһы менән көйләнә. Хеҙмәткәр уға договорға ҡул ҡуйғанда (әгәр ул хеҙмәт договорына индерелмәгән булһа) таныша.
Хеҙмәт договорына ҡул ҡуйыр алдынан эш биреүсе хеҙмәткәрҙе ойошманың башҡа локаль документтары менән таныштырырға бурыслы.
Эш биреүсе менән ниндәй ҙә булһа специальность буйынса йә вазифаға эшкә алыныусы хеҙмәткәрҙең ғәмәлдәре түбәндәгеләрҙән тора:
Хеҙмәт договоры мәғлүмәттәрҙән һәм шарттарҙан тора. Мәғлүмәттәр тураһында яҡтар килешеп тормай, улар юридик әһәмиәткә эйә булған факттарҙы хәбәр итеү менән сикләнә. Мәҫәлән, яҡтарҙың хеҙмәт договорын төҙөгән көндө закон договорҙың көсөнә инеү көнө тип билдәләй. Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексы буйынса договорҙа түбәндәгеләр күрһәтелергә тейеш:[1]
Хеҙмәт договорына түбәндәге шарттар индерелеүе мотлаҡ:
Хеҙмәт договорында хеҙмәткәрҙең хәлен хеҙмәт ҡануниәте һәм башҡа хеҙмәт хоҡуҡиәте нормаларын эсенә алған башҡа норматив хоҡуҡи акттар, коллектив договор, килешеүҙәр, локаль норматив акттар менән билдәләнгәндән насарайтмай торған өҫтәмә шарттар ҡаралыуы мөмкин.