Хижаб | |
ХФА-лағы транскрицияһы | ħi.d͡ʒaːb |
---|---|
Әһәмиәтле кеше | Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ҡатындары, женская тема в Коране[d], Сәхәбәләр һәм Фатима - Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡыҙы |
Циклдың өлөшө булып тора | Исламская этика[d] |
Хеҙмәтләндереүсе | женщина в исламе[d] һәм женщины в Коране[d] |
Нимә менән тоташа | Ғәүрәт һәм Мәхрәм |
Һештег | hijab һәм hijabi |
Вики-проект | Проект:Ислам[d] һәм Проект:Суфизм[d] |
Хижаб Викимилектә |
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Хижаб (хижәп; рус. хиджаб; ғәр. حجاب — бөркәнсек, ҡорған)[1] Исламда — баштан-аяҡ ҡаплап торған кейем, әммә Көнбайыш донъя «хижаб» төшөнсәһен ғәҙәти ғәрәп яулығына ҡарата ҡуллана.
Ғәҙәттә Хижаб ябыныуҙы Ҡөрьәнгә ҡайтарып ҡалдыралар (аяттар 33:59, 24:31), әммә был ғәҙәт Исламға тиклем үк булған[2].
Әй, Пәйғәмбәр! Ҡатындарыңа, ҡыҙҙарыңа һәм барса мөьминәләргә әйт, (йомош менән урамға сыҡҡанда) өҫ кейемдәрен яҡшылап бөркәнһендәр. Был — (уларҙың затлы нәҫел ҡатыны икәнен) таныһындар һәм рәнйетмәһендәр өсөн бик тә ҡулай эш. Аллаһ — ярлыҡаусы һәм миһырбан эйәһе[3] |
•
Мөьминә ҡатындарға әйт: улар күҙен йомһон, оят ерен ҡаплаһын, күренеп торған зиннәттәренән башҡа зиннәтен күрһәтмәһен, иҙеүендәге ярыҡты бөркәнсәге менән япһын. Үҙенең иренән, атаһынан, ҡайнынан, уландарынан, иренең уландарынан, ағай-энеһенән, ағай-энеһенең уландарынан, апай-һеңлеһенең уландарынан, эргәһендәге ҡатындарҙан үҙҙәренең уң ҡулдары биләгән (ҡол) ирҙәрҙән, теләге булмаған хеҙмәтсе ирҙәрҙән, яланғас ҡатындың ни икәнен аңламаған сабыйҙарҙан башҡа кешегә зиннәттәрен күрһәтмәһен. Ниндәй зиннәте бар икәнен белдерерлек итеп аяҡтарын ҡуймаһын. Бөтәгеҙ ҙә Аллаға тәүбә ҡылығыҙ. Эй, мөьминдәр, бәлки, бәхетле булырһығыҙ![4] |
«Әгәр ҡатын кеше иренең өйөнән башҡа ерҙә сисенһә, Аллаһ уны хур итер»[5]. |
Билдәләргә кәрәк — бер генә аятта ла, хәҙистә лә сәсте ҡаплау тураһында туранан-тура бер ни ҙә әйтелмәгән. Мәгәр күпселек Ислам ғөләмәләре ҡатын-ҡыҙҙың йөҙөнән, ҡул суҡтарынан башҡа ағзалары ҡаплаулы булырға тейеш тип күрһәтә.
Ҡайһы бер илдәрҙә ҡатын-ҡыҙҙы хижаб ябынырға мәжбүр итәләр, ҡайһы берҙәрендә тыялар. Хижаб ябыныу Афғанстанда, Сәғүд Ғәрәбстанында, Иранда һәм Йәмәндә мотлаҡ.
Төркмәнстан, Тажикстан, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан һәм Әзербайжан, халыҡтарының күпселеге мосолман булһа ла, дәүләт учреждениеларында, мәктәптәрҙә һәм университеттарҙа хижаб ябыныу тыйыла[6][7][8][9][10].
Тәүге тапҡыр хижаб Мысырҙа 1870-се йылдарҙа тыйылған[1]. Төркиә рәсми рәүештә хижабты 1925 йылда тыя, әммә 2008 йылда, тыйыу кеше хоҡуҡтарын сикләү була тип, яңынан рөхсәт ителә[11]2004 йылдың 15 мартында Францияла динлелекте күрһәткән символдар һәм кейем тыйыла. Быға динлеләрҙең хоҡуғын тыйыу тип баһа бирәләр[12].
2015 йылдың февралендә Рәсәйҙең Юғары суды мәктәптәрҙә дини атрибутиканы һәм хижабты тыйыу законлы тип таный[13].
2017 йылдың мартында Чечня парламенты республика мәктәптәрендә хижаб ябыныуҙы рөхсәт иткән закон ҡабул иткән[14].
2013 йылдың 1 февраленән бөтә донъяла рәсми булмаған байрам — Бөтә донъя хижаб көнө үткәрелә[15]. Тәүге йылы уҡ байрамға 67 илдән, шул иҫәптән, Рәсәйҙән[16] һәм Украинанан[17] киләләр.
Хижаб Викимилектә | |
Хижаб Викияңылыҡтарҙа |