Холмогорса һөйәк һырлау сәнғәте | |
![]() | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Архангельск өлкәһе |
![]() |
Холмогорса һөйәк һырлау сәнғәте—Архангельск өлкәһенең Холмогорск районы ауылдарында барлыҡҡа килгән һәм формалашҡан һөйәкте һырлау сәнғәте.
Халыҡ художество кәсептәренең береһе. Бындай һөйәк һырлау сәнғәте стилендә эшләүсе башҡа төрлө мәҙәни традициялар билдәле : урта рус, үҙәк рус, көнбайыш Европа (нидерланд һәм немец изделиелары, гравюр һүрәттәре техникаларын үҙләштереп) һәм себерҙең төп халыҡтары традициялары
Ошо манерала төшөрөлгән әйберҙәрҙең тәүге билдәле өлгөләре XVII быуатҡа ҡарай. Әммә холмогорса һырлау сәнғәтен был юҫыҡтағы башҡа кәсептәрҙән айырып тороусы алымдар XVIII быуатта ғына килеп сыға. Уларға, мәҫәлән, сюжетты үтә тишеп эшләнгән биҙәк менән рельефлап эшләүҙе берләштереү, төҫлө гравировкалар ҡулланыу, буяп эшләү ҡарай. Ҡайһы берҙә ҡырлы биҙәк аҫтында төҫлө фольга һалынған. Мамонт, морж, йәки йорт малының (аттар, һыйырҙар) һөйәктәрен файҙаланыуҙары мөмкин. Сюжетлы рельефтартарҙа халыҡ тормошонан күренештәрҙе, портрет йәки эмблемаларҙы, XIX быуаттың 2-се яртыһынан урындағы хайуандарҙы һәм үҫемлектәрҙе һүрәтләйҙәр. Холмогорса һырлау сәнғәтенә ботаҡтарҙан, емештәрҙән, соҡорҙарҙан, шулай уҡ рокайль стилендәге (ҡусҡар, ҡабырсаҡ формаһындағы орнамент) биҙәктәр хас..
Бындай әйберҙәрҙең иң боронғо тибы -тараҡтар. Бынан тыш, был стилдә тәмәке һауыттары ҡумталар, ларецтар, бокалдар, өҫтәл биҙәүестәре, миниатюр портреттарэшләнәгән. Хатта мебелдәрҙең өҫкө йөҙө һөйәк пластинкалар менән биҙәлгән.. Шулай уҡ өҫтәл скульптуралары, шул иҫәптән күренекле скульптура композицияларының күсермәләре (мәҫәлән, Мәскәүҙәге К. Минина һәм Д. Пожарский һәйкәле) билдәле. Совет осоронда ла ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре сығарыла башлаған.
XIX быуаттың 2-се яртыһынан тарҡалышҡа төшкән был кәсеп 1930 йылда дәүләт яҡлауына, ҡайғыртыуына эләккән. Ломоносов ауылында профессиональ-техник мәктәп булдырылған. Ә һуңғараҡ М. В. Ломоносов исемендәге Холмогор һөйәк һырлау артеле (1932) булдырыла. Артабан артель М.Ломоносов исемендәге художестволы һөйәк һырлау фабрикаһы итеп үҙгәртелгән.