Хотондар | |
Дәүләт |
Монголия Ҡытай |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Увс[d] һәм Внутренняя Монголия[d] |
Халыҡ һаны | 12 057 кеше (2020)[1] |
Хотондар (монг. Хотон) — ҙур булмаған этник төркөмө. Башлыса Убсунунур аймағының Тариалан сомонында (совет карталарында — Тарялан) (монг. Игенселек) Убсу-Нур күленән көньяҡҡа табан йәшәйҙәр. Шулай уҡ улар күпләп Тариалан сомонынан күрше ятҡан Наранбулаг сомонында (совет топографик карталарында Наран-Булак) һәм Убсунур аймағының административ үҙәге Улангом ҡалаһында йәшәйҙәр.
Хәҙерге йәшәгән урындарына хотондарҙы өс быуат элек жунғар ханы Галдан Бошоғту күсергән, тип һанала[2]. Икенсе версия буйынса, хотондар Синьцзян ҡатнаш төрки халҡының нәҫеле, уларҙы XVII—XVIII тәүге яртыһында Цин династияһы ғәскәре әсирлеккә алған[3]. Академик Б. Я. Владимирцов[4], сәйәхәтселәр һәм тикшеренеүселәр П К. Козлов һәм Б Б Барадийн[5][6], этнограф һәм географ Г. Н. Потанин хотодарҙың сығышы мәсьәләһендә ҡара-ҡырғыҙ элементына өҫтөнлөк бирәләр һәм хотондар этногенезында ҡырғыҙҙарҙың айырыуса роленә иғтибер итәләр[7][8]. Хотондар араһында тикшеренеүҙәр үткәргән ХХ быуаттың беренсе яртыһында иң күренекле Рәсәй төркиәтселәрәенең береһе А. Н. Самойлович шулай уҡ ошо фаразды яҡлап сыға:: «…хотондарҙың ышаныуҙары ғына фекер йөрөткәндә, уларҙың сосатвына ҡара-ҡырғыҙҙар, көнсөғөш-төркөстан һарттары һәм, бәлки, ҡаҙаҡ-ҡырғыҙҙар» инеүе бар. Шул уҡ ваҡытта ғалим лингвистик аналз һөҙөмтәһендә хотондарҙың сығышы мәьәләһендә ҡҡара-ҡырғыҙ элементына өҫтөнлөк бирә һәм дәлил итеп Г. Н. Потанин килтергән һарыбаш ырыуы тураһындағы хотон легендаһына һылтана (ҡырғыҙҙарҙың да һарыбаш ырыуы бар). Әлеге легенда, А. Н. Самойлович фекеренсә, һис шикһеҙ ҡара-ҡырғыҙҙар менән бәйле. . Хәҙерге заман ғалимдары ла оҡшаш позицияларҙа[9].
Башҡа бер нисә сығанаҡ хотондарҙы уйғырҙар менән яҡынайта. Антропологик яҡтан хотондарҙың уйғырҙар менән оҡшашлығы табыла[10]. Элек хотондар һөйләшкән хотон теле уйғыр теленең диалекты тип һанала һәм ҡарлуҡ телдәре составына индерелә[11].
Хотондар урындағы халыҡтарҙың (һәм бөтә монголдарҙан) антропологик тибы менән айырылып тора, сөнки күпләп ҡатнаш никахтар инеүгә ҡарамаҫтан, уларҙың йөҙҙәрендә памир тибы һыҙаттары һаҡлана[2].
Хотондарҙа R1a1 Y-хромосомалар гаплотөркөмө йөрөтөүселәр һаны бик юғары — 83 % , был гендар дрейфы һөҙөмтәһе шешә ауыҙы эффекты менән аңлатыла: XVII быуатта төньяҡ-көнбайыш регионына күсенгән ҙур булмаған ата-бабалар төркөмөненән барлыҡҡа килгән популяция, моғайын, "шешә ауыҙы"н әлеге популяция бер нисә тапҡыр үткән[12]. 1999 йылда монгол ғалимдары Ц. Цэрэндаш һәм Ж. Батсуурь кғилми хеҙмәт баҡтыралар, улар Тариалин сомоны хотондарын тикшергәндәр һәм уларҙың генофондына бик ҙур генетик өлөштө ҡырғыҙҙар, артабан үзбәктәр һәм уйғырҙар индергә, ә ҡаҙаҡтарҙың генетик өлөшө бик бәләкәй булған тигән һығымтаға килгәндәр[13]. Үҙ сиратында 2005 йылда япон, корей, ҡытай һәм монгол тикшеренеүселәре төркөмө, хотондарҙың һәм башҡа монгол халыҡтарының ДНК Х-хромосомдарын тикшергәндән һуң, хотондар халха, үрәнхайц һәм захчиндарҙан бик ныҡ айырыла, тигән фекергә килгәндәр. Авторҙар фекере буйынса, был хотондар төрки популяцияһы нәҫеле гипотезаһын раҫлай[14].
1956 | % | 1963 | % | 1969 | % | 1979 | % | 1989 | % | 2000 | % | 2007 баһ.[16] |
% | 2009 баһ.[17] |
% | 2010 [18] |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
2 603 | 0,31 | 2 874 | 0,28 | 4 056 | 0,34 | 4 380 | 0,28 | 6 076 | 0,31 | 9 014 | 0,38 | 6 904 | 0,27 | 10 249 | 0,38 | 0,43 |
Хотондарҙың ағымдағы паспорт иҫәбе буйынса аҙ һанлығы үҙбилдәнеш тирбәлеүенә бәйле булыуы бар. Халыҡ иҫәбен алған саҡта, шәхси документтарҙа теркәлгәндән айырмалы рәүештә, телдән башҡа этник сығыш күрһәтелә.
Элек хотондар төрки төркөмөнә ҡараған үҙ теле — хотон телен ҡулланғандар. Хәҙерге ваҡытта хотондар тулыһынса ойрат теле диалектына күскән, был диалектта Убсунур аймағының төп этносы дербеттар теле. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа билдәләнеүсенсә, хотондарҙың телмәрендә халхас йоғонтоһон кисергән дербеттар һәм бәйәттәрҙең телендә юғалған һыҙаттар һаҡланып ҡалған[2].
Тарихи хотондар бөтәһе лә мосолман булған[3], ләкин быуаттар дауамында шаманлыҡ элементтары менән буддизмға инанған халыҡтар араһында йәшәү сәбәпле хотондар күпселек ислам йолаларын онотҡан, урындағы халыҡтан ислам ҡануниәтенә тап килмәгән йолаларҙы ҡабул иткән[2]. Шуға ҡарамаҫтан, был төрки этник төркөмдә төрки һәм иосолман сығыш тураһында иҫтәлектәр һаҡлана. Йола практикаһында ислам доғаларының өҙөктәре ҡуллана (хотон телендә), малайҙарға ҡарата бестереү йолаһы дауам итеү һаҡлана. Әлеге ваҡытта ислам традицияларын тергеҙеү маҡсатында ҡайһы бер аҙымдар эшләнә[19].
Баштан уҡ хотондар игенселәр булар, уларҙың Хархир-Ғол йылғаһы тирәһендә йәшәгән урындарҙа 300 йыл элек һуғарыу системаһы булдырылған, был үҙенсәлек хотондарҙы эргә-тирәләге малсылыҡ менән шөғөлләнгән күсмә халыҡтарҙан айырып торған. Әлеге айырмалар хәҙерге көнгә тиклем һаҡланып килә, хотондарҙың күпләп йәшәгән районға «Игенселек» (монг. Тариалан).исемен биреү осраҡлы түгел.
Хотондарҙы этник составы ете этник берәмектән тора. Г. Н. Потанин киләһе ете ырыу исемен яҙып алған: адже-хурмән, яс, илбә, бурут, өтзөбөк, ҡасыл, жуппар[20]. 1911 йылда Б. Я. Владимирцов яҙып алған исемлек киләһе рәүештә: шаавай, шалбаҡ, үзбәк, нилва, жес, хәсән, хоҙайбирҙе[21]. 1958 йылдаС. Бадамхатан яҙып алған исемлектә шаавай, бурд, оғотор, холидог (хочгууд), зочгууд (хочигалд), хәсән, шалпаҡ күрһәтелгән[22]. 2011 йылдарҙағы ялан тикшереүҙәр барышында Убсунур аймағының Тариалан сомонында Б. З. Нанзатов элкендәрҙең түбәндәге ете ырыуҙы теркәй: шаавай, бурдууд, холидог, шалбағ, охтор, хочигалд һәм хаснууд.