Хроматин | |
Хроматин Викимилектә |
Хроматин (грек. χρώματα — төҫ, буяу) — хромосома матдәһе; ДНК, РНК һәм аҡһымдарҙың комплексы булып тора.
Хроматин эукариот күҙәнәк ядроһы эсендә урынлашҡан. Прокариот күҙәнәктең нуклеоиды составына инә. Тап хроматин составында генетик мәғлүмәт тормошҡа ашырыла.
Шулай уҡ, ДНК-ың репликацияһы һәм репарацияһы башҡарыла[1].
Хроматиндың ҡоро массаһы 25-40 % тирәһе гистон аҡһымдарынан тора.[2].
Гистон аҡһымдары хромосоманы төрөүҙә ҡатнашҡан нуклеосомаларҙың компоненты булып тора.
Нуклеосома гистондары дүрт төрлө: H2A, H2B, H3 һәм H4.
Улар коров гистон тип атала. Һәр нуклеосома составында уларҙың икешәр молекулаһы инә. Бөтәһе һигеҙ аҡһым молекулаһы. Улар менән ДНК молекулаһының 140 тирәһе нуклеотид оҙонлоғо тирәһе өлөшө төрөлгән була.
Нуклеосомдар араһы линкер тип атала. Был ДНК-ың 60 нуклотид оҙонлоғо өлөшөнөң H1 гистоны менән бәйләнештә булған урыны. Линкерҙар нуклеосомаларҙы бер-береһенә яҡынайтыу эшен башҡара[3].
Хромосомаларҙың морфологияһын тап ошо кимәлдә — конденсацияның иң юғары дәрәжәһенә еткән сағында өйрәнәләр. Был метафазаның аҙағы һәм анафазаның башына тура килә.
Асыҡ хроматин — ДНК -ың мәхрүм нуклеосомаһыҙ һәм эшкәртеү ДНК-синтетеза тәьҫиренә I гиперһиҙгер өлөштәре. Асыҡ хроматин йыш ҡына ДНК -ың регулятор өлөштәре менән бәйле.