Хүдүд |
Хүдүд (ғәр. حد — «тотҡарлау», «туҡтатыу»; рус. Хадд) — әхлаҡһыҙлыҡ һәм йәмәғәт тәртибенә ҡаршы енәйәттәр өсөн шәриғәт судьяһы (ҡаҙый) биргән яза. Бындай енәйәттәргә көсләү, боҙоҡ эштәр ҡылыу, ялған шаһитлыҡ итеү, яла яғыу, эскелек, ҡомарлы уйындар, мутлашыу һәм башҡалар инә. Ҡөрьәндә һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәр) сөннәтендә күрһәтелмәгән енәйәттәр тәзир категорияһына ҡарай һәм ҡаҙый ҡарары буйынса яза бирелә.
Хүдүд айырым шәхескә ҡаршы түгел, ә законға ҡаршы енәйәттәр өсөн һалынғанлыҡтан, мотлаҡ үтәлергә тейеш[1]. Ул 40-тан 100-гә тиклем ҡамсылау йәки таяҡлау юлы менән башҡарыла[2] Яза алғандан һуң енәйәтсе тәүбә итергә һәм гонаһын юйҙыртырға тейеш (кәффара) [3].
Хүдүд тик шәриғәт судьяһы хөкөмө буйынса ғына һалына, ул һуғыуҙар һанын һәм уларҙың көсөн билдәләй[4]. Яза биргәндә ғәйепләнеүсе үлмәһен һәм уның эске органдарына зыян килмәһен өсөн һуғыуҙар артыҡ көслө булмаҫҡа тейеш. Әгәр берәү үлә ҡалһа, ҡайһы бер мәҙһәбтәрҙә уның вариҫтары зыянын ҡайтартырға тейеш (дийә), икенселәрендә ҡанундан башҡа бер кем дә ғәйепле түгел тип иҫәпләнә. Хүдүд бөтә йәмәғәт урындарында ла башҡарыла ала, тик был мәсеттәрҙә рөхсәт ителмәй. Ҡатын-ҡыҙға яза биргәндә уның кәүҙәһе (ғәүрәт) асылырға тейеш түгел, ә ир-ат язаны йомшартмаҫлыҡ итеп кейенгән булырға тейеш[3].
Иҫке ғосман хоҡуғы буйынса хүдүд ҙур аҡсалата штраф менән алмаштырыла алған. Был тәртипте хәҙерге ислам дәүләттәренең күп кенә ҡануниәттәре ҡабул итә[3].
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |