Хәл (ғәр. حال, күпл. әхүәл; «торош» мәғәнәһендә; рус. Хал) — суфыйлыҡта: маҡсатҡа йүнәлешле аң торошо, йыш ҡына суфыйҙың Аллаһыға барған юлындағы рухи практика продукты итеп аңлатыла. Мөғтәзилиҙәрҙә хәл — предметтың билдәле бер ваҡыт мәлендә торошо.
Хәл Аллаһтан килә һәм мистиктың тырышлығына йәки үҙ-үҙен камиллаштырыу практикаһына бәйле түгел. Хәл теләһә ҡайһы ваҡытта килә ала, ә суфый, үҙе был хәлгә инә алмаған кеүек, хәлде үҙенән сығара ла алмай[1].
Хәл илаһи яҡтылыҡтан барлыҡҡа килә. Аңлау рухи донъяның үлсәү берәмеге булған билдәле бер мәлдә була. Әбү Хәмит Әл-Ғәзали һәм ибн Ғәрәби хәлгә гносеологик (танып белеү) статусы биргәндәр. Әл-Ансари фекеренсә, үҙ рухи хәлен нығытҡан мистиктар «әүлиә» кимәленә етә[2].
Хәл классификацияһын Зүн-Нүн әл-Мисри һәм әл-Харис әл-Мөхәсиби эшләгән[2].
Әс-Сарраж 10 хәл торошон билдәләй[2]: