Хәлидиә | |
Нигеҙләүсе | Хәлит әл-Бағдади |
---|
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Нәҡшбәндиә Хәлидиә, Хәлидилек йәки Хәлидиә — Исламда шәйех Хәлит әл-Бағдади заманынан (1779—1827) башланған сөнниҙәрҙең Нәҡшбәндиә суфыйҙар тәриҡәтенең бер тармағы. Йәғни үҙ исемен тәриҡәттең был тармағы шәйех әл-Бағдади исеменән алған.
Шәйех Хәлит әл-Бағдади тырышлығы менән нәҡшбәндиә тәриҡәте Ираҡта, Сүриәлә һәм Курдистанда тарала, ислам донъяһында иң киң таралған тәриҡәткә әйләнә. Хәлит Бағдади Ғосман империяһында үҙенең тармағын (нәҡшбәндиә-хәлидиә) ойоштора. XIX быуаттың бер нисә тиҫтә йыл дауамында нәҡшбәндиә-хәлидиә тәриҡәте Ғосман солтандарының ярҙамы менән файҙалана, янычарҙар корпусы бөтөрөлгәндән һуң уларҙы Бекташи тәриҡәте шәйехтәре алмаштыра. Хәлидиә курдтарҙың милли бойондороҡһоҙлоғо өсөн ҡораллы ихтилалдар (1879 йыл) башында тора, шулай уҡ Төркиәлә буржуаз реформаларға ҡаршы көрәшә. Хижәз аша был тармаҡ Индонезияға (1840 й.), Малайзия, Цейлон, Калимантан һәм Сулу утрауҙарына, Мозамбикҡа һ. б. үтеп инә .
Башҡортостанда был тармаҡтың иң атаҡлы вәкиле — башҡорт шәйехе, ишан Рәсүлев Зәйнулла Хәбибулла улы (1833—1917)[1].
«Л. Ә. Ямаева буйынса Зәйнулла Рәсүлев консерватив ҡарашлы кеше булған, ә „Рәсүлиә“ мәҙрәсәһендәге йәдитселек элементтары уның улы — Ғабдрахман Рәсүлев ваҡытында индерелә..»— Ямаева Л. А. Суфийские братства на территории исторического Башкортостана // Ватандаш. — 2008. — № 7. — С. 162—181. — ISSN 1683-3554.