Хәлит ибн әл-Вәлит

Хәлит ибн әл-Вәлит
ғәр. خالد بن الوليد
Портрет
Шәхси мәғлүмәт
Тыуған ваҡыттағы исеме:

Хәлит ибн әл-Вәлит ибн әл-Мүғирә әл-Мәхҙүми әл-Ҡүрәши

Ҡушаматы:

СайфуЛлах

Һөнәре, эшмәкәрлек төрө:

яугир, шағир

Тыуған көнө:

592

Тыуған ере:

Мәккә, Хижәз, Ғәрәбстан

Үлем көнө:

1 ғинуар 642({{padleft:642|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})

Үлгән ере:

Хомс или Медина

Ерләнгән ере:

Мечеть Халида ибн аль-Валида[d]

Йыл йәшәгән

50

Дине:
Ағымы:


Атаһы:

Аль-Валид ибн аль-Мугира

Әсәһе:

Лүбәбә бинт әл-Харис

Ҡатыны

Asma bint Anas ibn Mudrik[d]

Балалары:

Сөләймән, Ғәбдрәхмән һәм Мөһәжир

 Хәлит ибн әл-Вәлит Викимилектә

Әбү Сөләймән Хәлит ибн әл-Вәлит ибн әл-Мүғирә әл-Мәхҙүми әл-Ҡүрәши (ғәр. أبو سليمان خالد بن الوليد بن المغيرة المخزومي القرشي‎; 592, Мәккә, Хижәз — 1 ғинуар 642, Мәҙинә йәки Хомс) — Ислам полководецы һәм Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең көрәштәштәренең береһе (ҡушаматы — Сәйфуллаһ (ғәр. سيف الله‎ — Аллаһ ҡылысы).

592 йылда Мәккәлә тыуған. Ҡорайыштарҙан. Тәүҙә Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ﷺ дошманы була һәм 625 йылда Өхүд янындағы һуғышта мосолмандарҙы тар-мар итә. Хоҙайбирҙе солохона тиклем Мәккә ғәскәре командирҙарының береһе була. Һижрәнең 7-се йылында ислам ҡабул итә һәм Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең мөһим полководецы булып китә, Сәйфуллаһ — «Аллаһ Ҡылысы» тигән ҡушамат ала[1].

Хәлид 43 көрәш үткәрә. Был полководец — һуғышта еңелмәгән бик һирәктәрҙең береһе.

632—633 йылдарҙа хәлифә Әбү Бәкер боласы ҡәбиләләргә ҡарата ғазауат башлай, Сәйфуллаһ уны тамамлай, ялған пәйғәмбәр Мөсәйлимәне һәм уның бөтә союздаштарын тар-мар итә. Һуңынан Персия һәм Византияға ҡаршы һуғыша.

642 йылда вафат була. Полководец Сүриәнең Хомс ҡалаһында ерләнгән. Ҡәберстаны өҫтөндә төҙөлгән мөһабәт мәсет уның исемен йөрөтә. Яңы тарихта оппозиция көстәре һөжүме арҡаһында мәсет зыян күрә.

Оппозицияның ҡораллы көстәрен Иҫке ҡала кварталдарынан ҡыуып сығарғандан һуң бер ай үткәс, Сүриәнең мосолмандар берләшмәһе эштәре буйынса министры ил президенты Бәшәр Әсәттән мөмкин тиклем тиҙерәк Хәлит ибн әл-Вәлит мәсетен тергеҙеү тураһында күрһәтмә алыуы хаҡында хәбәр итә.

  1. Шишов А. В. 100 великих полководцев древности. — Вече, 2012. — (100 великих). — ISBN 978-5-9533-6526-0.