Хәсән ибн Сабит

Хәсән ибн Сабит
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Тыуған көнө 554
Тыуған урыны Мәҙинә
Вафат булған көнө 674[2]
Вафат булған урыны Мәҙинә, Өмәүиҙәр хәлифәлеге
Хәләл ефете Сирин бинт Шамун[d]
Балалары Абдуррахман ибн Хассан ибн Сабит[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле Ғәрәп теле
Һөнәр төрө шағир
Сәләмәтлек торошо Һуҡырлыҡ
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]

Хәсән ибн Сабит Әл-Хәҙрәжи (ғәр. حسان بن ثابت‎;рус. Хассан ибн Сабит; вафаты 674) — ғәрәп шағиры, Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең сәхәбәһе, ансар, «Рәсүл шағиры» ҡушаматын йөрөткән.

Мәҙинәлә тыуған, хәҙрәжи ҡәбиләһенән булған. 60 йәшендә ислам динен ҡабул иткән. Исламды ҡабул иткәндән Һуң Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙән ситкә китмәй[3].

Шиғри талантҡа эйә була һәм Мөхәммәт ғәләйһиссәләм менән мосолмандар хөрмәтенә шиғырҙар яҙа. Сәләмәтлеге насар булыу сәбәпле һуғыштарҙа ҡатнашмай, әммә үҙенең шиғырҙары менән мосолман яугирҙәренең хәрби рухын күтәрә. Төрлө бәхәстәрҙә ҡатнаша, үҙенең шиғырҙары менән мосолмандарға идеологик ярҙам күрһәтә[3].

Хәсән Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) кәнизәге Мәрйәмдең һеңлеһе Сирин исемле ҡатынға өйләнгән була[4]. Сирин менән Хәсән бәхетле ғүмер кисерә һәм уларҙың улдары Абдрахман ибн Хәсән атаһының шағирлыҡ юлын дауам итә[5].

Яҡынса 120 йәшендә вафат була[3].

  1. Record #8188139 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. Ibn ʿAdī ibn Mālik Ḥassān ibn Ṯābit // AlKindi (онлайн-каталог Доминиканского института востоковедения)
  3. 3,0 3,1 3,2 Али-заде, 2007
  4. ат-Табари, Тарих, С.131.
  5. Из серии «Матери правоверных». Мария - представительница коптов, Журнал Аль-Ваъй (Сознание). 30 март 2013 тикшерелгән.
  • Али-заде, А. А. Хасан ибн Сабит // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Муслим О достоинствах Хассана Ибн Сабита, да будет доволен им Аллах! / Сахих.
  • Ḥassān b. T̲h̲ābit / ʿArafat, W. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
  • Diwan of Hassan b. Thabit. Ed. by H. Hirschfeld. Leyden—London, 1910.