Хәтер — йыйылған һәм өйрәнгән алымдарҙы таплау, һаҡлау, ҡулланыу һәләтен күрһәтеүсе билдәләүсе психик функция. Юғары хайуандарҙың төрлө формала хәтере бар. Кешенең хәтере үҫешкән.[1][2]
Иң беренсе хетерҙе тикшереүсе булып Герман Эббингауз һанала, ул үҙендә эксперимент ҡуя (мәғәнәһеҙ исемлектәр һәм һүҙҙәр ятлай).
Хәтер — ысынбарлыҡтың мейелә психик формалағы сағылышы, кешенең кисерелгән тәжрибәне һәм башҡа төрлө информацияны ҙур ваҡыт дауамында һаҡлау, уны яңынан иҫкә төшөрөү һәләте. Хәтерҙе уҙған ваҡиғалар тураһындағы, шулай ук башҡа төрлө информацияны үҙендә һаҡлаусы арсенал тип тә атап була. Хәтерҙең физиологик нигеҙен мейелеге нерв ептәренең үҙ-ара бәйләнеше, хәрәкәте тәшкил итә.
Кешеләр, хәтер яғынан ҡарағанда, бер-береһенән айырылалар. Берәүҙәрҙә ул шаҡтай бай булһа, икенсе берәүҙә ифрат ярлы булуы мөмкин. Хәтер кешенең бала сағында уҡ формалаша башлай, шул дәүерҙә ул көс ала, тәбиғи потенцияларын аса башлай. Шунлыҡтан кеше бала сағы дәүерен бик нәтижәле файҙаланыу кәрәклеген иҫтә тоторға тейеш. Бала үҙе уны аңламаҫҡа ла мөмкин, был нәмәне уға ололарҙан төшөндөрөү һорала. Кешенең хәтере төрлө үҙенсәлектәргә эйә. Берәүҙәр күп төрлө информацияны яттан белеүгә һәләтле. Был сәләт — имтиханға әҙерләнеүсе студентҡа ғына түгел, ул айырыуса артисттар өсөн зарури һәләт. Ҡайһы бер сәхнә оҫталары әллә нисаҡлы шиғырҙарҙы яттан белә торған булалар. Ә ҡайһы бер шағирҙар үҙ ижат иткәнде лә иҫтә ҡалдыра алмайҙар, быға улар әллә ни омтолмыйҙар ҙа. Берәүҙәр математикала ҙур һәләтлек күрһәтә алһалар (улар әллә ни тиклем формулаларҙы хәтерҙә һаҡлайҙар, ҙур һандарҙы ҙур һандарға ҡабатлау йәки бүлеү кеүек операцияларҙы күңелдән башҡара алалар), икенсе берәүҙәр төрлө машина механизмдарын, улар менән эш итеү ысулдарын хәтерҙә тотоп, ҡатлаулы механизмдарҙа уйынсыҡ менән уйнағандай ғына мөғәмәлә итә алалар.
Аҡыл ул предметларҙы, күренештәрне, улар араһындағы мөнәсәбәттәрне анализлай алыу һәләте булһа, хәтер иһә шул уҡ нәмәне иҫтә тотоу һәләте булыр. Берәр аҡыл эйәһындә хәтер, бигрәк тә күп нәмәне яттан белеү һәләте, әллә ни бай булмаҫҡа ла мөмкин. Шул уҡ ваҡытта хәтергә бай һәр заттың әллә ни ҙур аҡылға эйә булмауы ла мөмкин. Иң яҡшыһы — хәтергә лә бай, ҙур аҡылға ла эйә булыу. Был ике сифаттың бергә ҡушылыуы — даһи кешеләргә хас күренеш. Улар бай эстәлекле, шулай ук күләмле (фәнни һәм сәнғәти) әҫәрҙәр ижат итә.