Хәтижә Шүкриә солтан | |
ғосман. شکریه سلطان | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Вафат булған көнө | |
Ил | |
Тормош иптәше | |
Наградалары һәм премиялары | |
Хәтижә Шүкриә солта́н (төр. Hatice Şükriye Sultan; 24 февраль 1906 йыл, Истанбул — 1 апрель 1972, шунда уҡ) — ғосман принцессаһы, ғосман тәхете дауамсыһы Абдулғәзиз солтандың улы Йософ Ғиззәтдин әфәнденең ҡыҙы.
Хәтижә Шүкриә солтан 1906 йылдың 24 февралендә[1] атаһының Чамлыждағы айырым бай йортонда тыуған[2]. Уның атаһы Йософ Ғиззәтдин әфәнде, әсәһе — Леман Ханым-әфәнде. Ул ата-әсәһенең өлкән балаһы була. Ғаиләлә тағы апаларынан ике йәшкә кесе Мәһмәд Низаметдин әфәнди (Şehzade Mehmed Nizameddin) һәм ун йәшкә кесе Миһришаһ солтан Mihrişah Sultan (daughter of Şehzade Izzeddin - Йософ Ғиззәтдин әфәнденең ҡыҙы) булған. Шүкриә Абдулғәзиз һәм уның баш ҡатыны Дүрринев Ҡадын-әфәнденең ейәнсәре[1].
Шүкриә солтандың тәүге ире — өс туған ағаһы Мәһмәд Шәрафетдин әфәнде (Şehzade Mehmed Şerafeddin)[3][1], Сәлим Сөләймән әфәнденең (Şehzade Selim Süleyman) улы һәм солтан Абдулмәжит I-нең ейәне [4]. Туй 1923 йылдың 14 ноябрендә[5] Нишанташи йортонда була. 1924 йылдың мартында, династия ағзалары Төркиәнән ҡыуылғандан һуң, Шүкриә ире менән Парижға күсеп китә, улар унда 1925 йылға тиклем йәшәй[6], ә һуңынан Бейрутҡа күсәләр, 1927 йылда улар айырылыша[6].
1935 йылдың 4 сентябрендә Шүкриә Ҡаһирәлә Әхмәт әл-Жабер әс-Саәбәхкә кейәүгә сыға, ике йылдан улар айырылыша.
1938 йылдың 10 февралендә Зиүәр пашаның улы Миҙхәт бей менән никахлаша[7][8]. 1944 йылда Ғосмандар йорто башлығын һайлағанда, Шүкриә кейәүе Ғосманоғлы Ғүмәр Фәруҡ яҡлы була, әммә һөҙөмтәлә Ғосманоғлы Әхмәт Ниһад[9], Мурат V-нең ейәне башлыҡ була.
1949 йылдың апрелендә Шүкриә Мәһмәт Шәфиҡ Зияға (1894—1980)[3], төрөк-кипр сығышлы америка гражданына кейәүгә сыға[7][8]. 1952 йылда, бпатша ҡыҙҙарына ҡарата ҡыуыу законы юҡҡа сыҡҡпандан һуң, ире һәм һеңлеһе менән Истанбулға ҡайта. Шүкриә Чамлыжа виллаһында урынлаша[10][11].
Шүкриә солтан 1972 йылдың 1 апрелендә 66 йәшендә вафат була һәм Истанбулда ҡарт олатаһы Мәхмүт II кәшәнәһендә ерләнә[2]. Мәһмәт Шәфиҡ Мәһмәт Абдулҡадир әфенденең ҡыҙы Нәслишаһ солтанға (Neslişah Sultan) өйләнә[12].
Хәтижә Шүкриә түбәндәге бүләктәргә лайыҡ булған[13]: