Цзинь | |
Нигеҙләү датаһы | 265 |
---|---|
Рәсми атамаһы | империя Цзинь |
Донъя ҡитғаһы | Азия |
Административ үҙәк | Лоян[d] |
Валюта | Древняя китайская монета[d] |
Алдағы | Өс батшалыҡ дәүере |
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе | Южные и Северные Династии[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 420 |
![]() | |
![]() |
![]() | |||
Тарихҡа тиклемге Ҡытай | |||
Өс хаким һәм биш император | |||
Ся династияһы | |||
Шан династияһы | |||
Чжоу | |||
Көнсығыш Чжоу | Яҙҙар һәм Көҙҙәр | ||
Һуғышыусы батшалыҡтар | |||
Цинь династияһы | |||
Чу династияһы — болалы ваҡыт | |||
Хань | Көнбайыш Хань | ||
Синь: Ван Ман | |||
Көнсығыш Хань | |||
Өс батшалыҡ дәүере: | Вэй, Шу, У | ||
Көнбайыш Цзинь | |||
Ун алты вәхши дәүләт | Көнсығыш Цзинь | ||
Көньяҡ һәм төньяҡ династиялар | |||
Суй династияһы | |||
Тан династияһы | |||
Сун
|
Төньяҡ Сун
| ||
Көнбайыш Ся
|
Көньяҡ Сун
| ||
Цзинь династияһы (ҡыт. ғәҙәти 晉朝, , пиньин: Jìn Cháo 265—420) — Алты династияларҙың береһе, Өс батшалыҡ дәүере һәм Көньяҡ һәм Төньяҡ династиялар дәүере араһында Ҡытайҙа хакимлыҡ итә. Цзинь дәүләте Сыма (司馬 Sīmǎ) нәҫеленән сыҡҡан юлбашсы Сыма Янь тарафынан нигеҙләнгән. Был осор — «Цзинь» атамаһын йөрөткән Ҡытай тарихының дүрт осорҙарының береһе.
Сыма нәҫеле башта Вэй династияһына (Өс батшалыҡ дәүере) буйһонған, әммә 249 йылда юлбашсы Сыма И бөтә Вэй дәүләтендә властты үҙ ҡулына ала. 263 йылда Сыма Чжао күрше Шу батшалығын баҫып ала һәм уның биләмәләрен Вэй дәүләтенә ҡуша. 265 йылда Сыма Чжаоның улы Сыма Янь көсһөҙ император Цао Хуанды (Юань-ди) тәхеттән төшөрә һәм үҙе тәхеткә ултырып яңы династияға нигеҙ һала.
Ике осорҙоң тәүгеһе — Көнбайыш Цзинь дәүләте (ҡыт. 西晉, 265—316, Сыма Янь тарафынан нигеҙләнгән). Яңы император 280 йылда уңышлы реформалар уҙғара, надел системаһын индерә. Цзинь һарайына сит ил илселектәре килә башлай: 270 йылда Ҡашғарҙан һәм Фирғәнәнән, 284 йылда — Римдан, 286 йылда — Ҡаңгөйҙән.
290 йылда тәхеткә Хуэй-ди ултыра, ул дәүләт эштәре менән булышмаған. Власть уның ҡатынын ҡулында була.
Көнбайыш Цзинь империяһы күп һанлы сюнну һәм башҡа дала халыҡтарының һөжүмдәрен һәм күсеүҙәрен тота алмаған. Аяуһыҙ Һигеҙ кенәз һуғышынан һуң 311 йылға ҡәҙәр дәүләттең баш ҡалаһы Лоян була, был ваҡытта Төньяҡ Хань ғәскәрҙәре император Хуай-диҙы әсирлектә тотҡандар. Киләһе император Минь-ди би йыл дауамында Чанъань ҡалаһынан хакимлыҡ иткән, әммә 316 йылда баш ҡала Төньяҡ Хань тарафынан яулап алына.
Цзинь аҡһөйәктәренең бер өлөшө көньяҡҡа ҡаса һәм Ланъе-ван (Ланъе кенәз) етәкселегендә Цзяньканда (хәҙерге Нанкин эргәһендә) яңы баш ҡалаға нигеҙ һалалар. Чанъань ҡолауы тураһында хәбәр килеп еткәс, Чжу, Гань, Лу, Гу һәм Чжоу төбәк аристократик ғаиләләре, Ланъе-ванды Юань-ди исеме аҫтында Көнсығыш Цзинь (ҡыт. 東晉, 317—420 йылдар) дәүләтенең императоры тип иғлан ителеүҙе хуплай. Көнсығыш Цзинь императорҙары сығышы менән Ланъе нәҫеленән булғас, улар менән көнәркәшлек итеүсе һәм уларҙың власының законлы булыуын танымаған Биш варвар батшалыҡтарының вәкилдәре ҡайһы берҙә Цзинь дәүләтен «Ланъе» тип атаған.
Көнсығыш Цзинь императорҙарының власы үҙенең барлыҡ 104 йыл хакимлыҡ итеү осоронда көслө булмай. Дәүләттә Ван Дунь һәм Су Цзюнь ихтилалдары була. 373 йылда Хуан Вэнь вафат була һәм илдә власты баҫып алыу ниәтен тормошҡа ашырып өлгөрмәй. Хуан Чун (Хуан Вэндың ҡустыһы) һәм беренсе министр Се Ань менән ҡыҫҡа ваҡытлы союзға ингән Цзинь императоры Фэйшуй йылғаһы буйындағы алышта еңә. Хуань Сюань (Хуан Вэндың улы) власты үҙ ҡулына ала һәм дәүләттең атамаһын Чу (Хуань Чу) тип үҙгәртә. Ул Лю Юй тарафынан ҡолатыла, шулай уҡ Лю Юй тәхеткә ултыртылған император Ань-дины һығып үлтерергә бойора. Һуңғы императора Ань-диның ҡустыһы Гун-ди 1419 йылда тәхеткә ултыртыла. 420 йылда Гун-ди тәхеттән Лю Юй файҙаһына баш тарта. Лю Юй 420 йылда У-ди исеме аҫтында император титулын ала, шулай итеп Көньяҡ династияларҙың тәүге дәүләте Лю Сун осоро башлана.
Шул уҡ ваҡытта төньяҡ Ҡытайҙа ун алты варвар дәүләте барлыҡҡа килгән, уларҙың күбеһе ҡытай милләтенән булмаған биш варвар ҡәбиләләре тарафынан нигеҙләнгән. 439 йылда Төньяҡ Вэй династияһы Төньяҡ Лянды яулап алыуы менән Төньяҡ династиялар осоро башланған.
Үлгәндән һуң исеме (諡號 shìhào) |
Шәхси исеме | Хакимлыҡ итеү йылдары | Хакимлыҡ итеү девизы (年號 niánhào) һәм девиз йылдары |
---|---|---|---|
Тарихи рәүештә иң йыш ҡулланылған форма: «Цзинь» + үлгәндән һуң исеме | |||
Си (Көнбайыш) Цзинь (西晉) 265—317 | |||
У-ди 武帝 Wǔdì |
Сыма Янь 司馬炎 Sīmǎ Yán |
265—290 | |
Хуэй-ди 惠帝 Hùidì |
Сыма Чжун 司馬衷 Sīmǎ Zhōng |
290—306 | |
Хуай-ди 懷帝 Huáidì |
Сыма Чи 司馬熾 Sīmǎ Chì |
307—311 | |
Минь-ди 愍帝 Mǐndì |
Сыма Е 司馬鄴 Sīmǎ Yè |
311—316 | |
Дун (Көнсығыш) Цзинь династияһы (東晉) 317—420 | |||
Юань-ди 元帝 Yuándì |
Сыма Жуй 司馬睿 Sīmǎ Rùi |
317—322 | |
Мин-ди 明帝 Míngdì |
Сыма Шао 司馬紹 Sīmǎ Shào |
322—325 | |
Чэн-ди 成帝 Chéngdì |
Сыма Янь 司馬衍 Sīmǎ Yǎn |
325—342 | |
Кан-ди 康帝 Kāngdì |
Сыма Юэ 司馬岳 Sīmǎ Yuè |
342—344 | |
Му-ди 穆帝 Mùdì |
Сыма Дань 司馬聃 Sīmǎ Dān |
345—361 | |
Ай-ди 哀帝 Āidì |
Сыма Пи 司馬丕 Sīmǎ Pī |
361—365 | |
Фэй-ди 海西公 Hǎixīgōng |
Сыма И 司馬奕 Sīmǎ Yì |
365—371 | |
Цзяньвэнь-ди 簡文帝 Jiǎnwéndì |
Сыма Юй 司馬昱 Sīmǎ Yù |
371—372 | |
Сяоу-ди 孝武帝 Xiàowǔdì |
Сыма Яо 司馬曜 Sīmǎ Yào |
372—396 | |
Ань-ди 安帝 Āndì |
Сыма Дэцзун 司馬德宗 Sīmǎ Dézōng |
396—418 | |
Гун-ди 恭帝 Gōngdì |
Сыма Дэвэнь 司馬德文 Sīmǎ Déwén |
419—420 |
Алдан килеүсе: Өс батшалыҡ дәүере |
Цзинь династияһы 265—420 |
Һуңынан килеүсе: Төньяҡ һәм Көньяҡ династиялар |