Владимир Николаевич Челомей | ||||||||||||||
рус. Влади́мир Никола́евич Челоме́й | ||||||||||||||
Тыуған көнө | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Вафат көнө | ||||||||||||||
Ғилми даирәһе |
механика, Идара итеү теорияһы процестары | |||||||||||||
Альма-матер | ||||||||||||||
Ғилми дәрәжәһе |
техник фәндәр докторы (1951) | |||||||||||||
Ғилми исеме |
профессор, | |||||||||||||
Награда һәм премиялары |
| |||||||||||||
Автограф | ||||||||||||||
Влади́мир Никола́евич Челоме́й (17 (30) июня 1914, Рәсәй империяһы Седльце[4] ауылында — 8 декабрь 1984 йыл, Мәскәү, СССР) — СССР ракета-космос техникаһы конструкторы, механика һәм процестар идаралығы өлкәһендәге ғалим, СССР Фәндәр Академияһы академигы (1962). Ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы (1959, 1963). Ленин премияһы һәм өс СССР дәүләт премияһы лауреаты. Ғәмәлдә 1961-1964 йылдарҙа баш конструкторҙар советын етәкләй.
1914 йылдың 30 июнендә Рәсәй империяһы (хәҙерге Польша) Привислинский крайы Седльце губерна ҡалаһында халыҡ мәктәбе уҡытыусылары ғаиләһендә тыуған.
1937 йылда Киев авиация институтын тамамлай, һәм уҡытыусы булып эшләй.
1941 йылда Мәскәүҙә Авиация моторҙары төҙөү үҙәк институтында (Центральный институт авиационного моторостроения — ЦИАМ) эшләй башлай.
1944 йылда унан алда Поликарпов Николай Николаевич етәкләгән Тәжрибә конструктор бюроһы — ОКБ-51 директоры итеп тәғәйенләнә. Бөгөнгө көндә Мәскәү өлкәһе Реутов ҡалаһындағы «Машиналар төҙөү фәнни-етештереү берекмәһе (НПО)».
1952 йылда Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты профессоры, 1962 йылда — АН СССР Фәндәр Академияһы академигы.
1974 йылдан — СССР Юғары Советы депутаты.
1984 йылдың 8 декабрендә йөрәк өйәнәгенән кинәт вафат була. Новодевичье зыяратында ерләнгән[5].
Ракета, йыһан һәм авиация техникаһының бер нисә двигателен һәм башҡа мөһим объекттарын төҙөүҙә ҡатнаша. Уның етәкселегендә ракета-ташыусылар, Ерҙең яһалма юлдаштары «Протон» һәм «Полёт» («Протон» әле лә әүҙем ҡулланыла), «Алмаз» космик программаһы сериялы орбиталь станциялар, идара ителеүсе Тәьмин итеү транспорт карабы (ТКС) һ.б. уйлап табыла.
Совет "ядро ҡалҡаны"н төҙөүселәрҙең береһе булған. Әммә ғалимдың иң ҙур проекттарының береһе — берләштерелгән оборона-һөжүм итеү океан-ҡоро ер-йыһан комплексы — тормошҡа ашырылмай ҡалған — Рәсәй оборона сәнәғәтендә талап ителмәгән.
Машиналарҙың конструкцияһы һәм динамикаһы, тирбәлеүҙәр теорияһы, һығылмалы системаларҙың динамик тотороҡлолоғо, сервомеханизмдар теорияһы буйынса төп фәнни хеҙмәттәре. Академик В. Н. Челомей 1986 йылда (үлгәндән һуң) О. Н. Кудрин һәм А. В. Квасников менән берлектә «Явление аномально высокого прироста тяги в газовом эжекционном процессе с пульсирующей активной струей» асышының авторҙашы тип таныла. Асыш СССР асыштары Дәүләт реестрында 314-се һан аҫтында теркәлгән.
«Роскосмос» дәүләт корпорацияһы башҡа ведомство миҙалдары менән бер рәттән
Был миҙал менән дәүләт корпорацияһы, шулай уҡ ракета-космос сәнәғәтенең башҡа учреждениелары хеҙмәткәрҙәре бүләкләнә.
В. Н. Челомей исеме менән аталған:
В. Н. Челомей иҫтәлегенә ҡуйылған:
Владимир Николаевич Челомей Викимилектә | |
Владимир Николаевич Челомей Викияңылыҡтарҙа |
Ҡалып:Русские конструкторы ракетно-космических систем Ҡалып:Refless