Ченстохова | |
пол. Częstochowa | |
Байраҡ[d] | |
![]() | ![]() |
![]() | |
![]() | |
Рәсми атамаһы | Częstochowa |
---|---|
ХФА-лағы транскрицияһы | [t͡ʂɛ̃stɔ'xɔva] |
Нигеҙләүсе | Ченстох[d] |
Рәсми тел | поляк теле |
Девиз тексы | Częstochowa to dobre miasto |
Дәүләт |
![]() |
Административ үҙәге | Ченстоховское воеводство[d] һәм Ченстоховский повет[d] |
Административ-территориаль берәмек | Силезское воеводство[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d] |
Халыҡ һаны | 213 107 кеше (31 март 2021)[2] |
Ир-егеттәр | 99 832[3] |
Ҡатын-ҡыҙҙар | 113 275[4] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 317 метр |
Туғандаш ҡала | Мариацелль[d], Альтэттинг[d], Фатима[d], Лорето[d], Лурд[d], Пфорцхайм[d], Назарет[d], Сапопан[d], Резекне[d], Саут-Бенд[d], Шяуляй[d], Вифлеем[d], Белосток, Оурен[d], Каменец-Подольск[5] һәм Харьков[6][7] |
Милке | Arena Częstochowa[d] һәм Hala Sportowa Częstochowa[d] |
Сиктәш | Клобуцк[d], Мыканув[d], Рендзины[d], Мстув[d], Ольштын[d], Почесна[d], Конописка[d], Бляховня[d] һәм Вренчица-Велька[d] |
Майҙан | 159,71 км²[8] |
Почта индексы | 42-200 до 42-229 |
Рәсми сайт | czestochowa.pl |
![]() | |
Геоморфологическая единица | Wyżyna Woźnicko-Wieluńska[d][9] һәм Częstochowa Upland[d] |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 1220 |
Лексема-субъект | Ошибка Lua в Модуль:Wikidata на строке 301: Неизвестный тип сущности.. |
Номер тамғаһы коды | SC |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Категория:Похороненные в Ченстохове[d] |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Częstochowa[d] |
![]() |
Ченстохова (пол. Częstochowa [t͡ʂɛ̃stɔˈxɔva] , сил. Czynstochowy), шулай уҡ Ченстохов (рәсәй империяһы составында урыҫ исеме) йәки Ченстохово, Ченстохау (немец варианты) — Польшаның көньяғында, Силезский воеводлығында[10], Варта йылғаһындағы ҡала, Ченстохова административ-территориаль берәмектең (повяттың) баш ҡалаһы һәм ҡала повяты[11]. Польшаның рухи үҙәге һәм мөһим хаж ҡылыу урыны. 2018 йылдың июнендә алынған мәғлүмәттәр буйынса халҡы 223 322 кеше тәшкил итә.
Польша батшалығының һәм башҡа славян илдәренең географик һүҙлегенә ярашлы, ҡала атамаһы ҡалаға нигеҙ һалыусы Ченстох исеменән, барлыҡҡа килгән, ул рим папаһы Иннокентий Икенсенең Гнезнен документында (буллаһында) телгә алына[12]
Халыҡ этимологияһы буйынса «chowa często się» атамаһы — «йыш йәшенә» тигәнде аңлата.
Ченстохова тураһында беренсе тапҡыр 1220 йылда телгә алына, әммә XIV быуатта ҡала була (1370 һәм 1377 йылдар араһында)[13], ә 1826 йылда Ченстохова һәм Ченстоховка ҡалалары берләшә (ҡала статусын 1717 йылда ала). 1793 йыл буйынса Речь Посполитаяла ҡала (Малополь провинцияһы — Краков воеводлығы).
1793 йылдан икенсе бүлеүҙән һуң Пруссияла, 1807—1815 йылдарҙа Варшава герцоглығында (департамент Калиш), 1815—1918 йылдарҙа Поляк Батшалығында (Петроковский губернаһы), 1866 йылдан повят баш ҡалаһы[14]. Беренсе донъя һуғышынан һуң Польша Республикаһында (Келецкий воеводлығы), 1933 йылдан ҡала повяты (административ-территориаль берәмек)[15].
1939 йылда ҡала Германия сигенә яҡын була һәм 1939 йылдың 2-3 сентябрендә баҫып алына, шунан һуң Генерал-губернаторлыҡ составына индерелә. Артабан,немец оккупацияһы администрацияһы тарафынан бында "шталаг № 367" концентрацион лагеры төҙөлә[16].
1942 йылдың апрелендә Ченстоховала йәһүд геттоһы ойошторола (гетто халҡы һаны 48 000 кешегә етә). Ченстохова геттоһын юҡ итеү барышында ихтилал күтәрелә, ул нацистар тарафынан ҡаты баҫтырыла[17]. 1942 йылдың көҙөндә гетто йәһүдтәрен Ченстохова Варта станцияһында поезға тейәйҙәр һәм Треблинка лагерына юҡ итергә ебәрәләр.
1945 йылдың 16-17 ғинуарында Ҡыҙыл армия частәренең ҡыҙыу танк һөжүменән һуң герман ғәскәрҙәре Ченстохованан ҡыуып сығарыла.
1945 йылдан һуң Ченстохова ҡабаттан Келецкий воеводлығына инә (1950 йылға тиклем), һуңыраҡ Катовицкий воеводлығында була (1950—1975)[18]. 1975 йылдан 1998 йылға тиклем Ченстохова Ченстоховский воеводлығының үҙәге була, 1998 йылғы административ реформанан һуң Силезский воеводлығы составына инә.
Боронғо Ченстохова ҡалаһы һәм Ченстоховка ҡалаһы бер ҡала булып 1826 йылда берләштерелә. Ҙурая барған ҡала һуңыраҡ биҫтәләренең (Страдом, Ракув, Блэшно, Дзбов, Гначин һ.б.) ҡушылыуы арҡаһында киңәйә. Бөгөн Ченстоховала 20 ҡала районы бар.
Ҡала үҙенең 1382 йылдан Ясногорский монастырында һаҡланған мөғжизәле Божья Матерь иконаһы менән данлыҡлы. XVII быуатта поляк-швед һуғышы барышында Ясногорский монастырын обороналау Генрик Сенкевичтың «Потоп» романында тасуирланған. Бөтә ҡала аша, Иҫке ҡаланан Асыҡ тауға көнсығыштан көнбайышҡа ҡарай төп урам: Пресвятая Дева Марияның Аллеяһы тип аталған тура бульвар үтә.
Ченстоховола рухи һәм донъяуи фестивалдәр даими үтә . :
Ченстоховала ике тимер юлы вокзалы бар: Ченстохова особова һәм Ченстохова-Страдом. Беренсеһе уның Варшава-Вена тимер юлы тармағында, икенсеһе Рәсәй Империяһы тимер юлы тармағында урынлашҡан һәм 1846 йылда төҙөлгән (вокзал Мәскәүҙә 1849 йылда асылған).
Ченстохова уртаса климат зонаһында урынлашҡан. Тәүлегенә уртаса 4 ҡояш сәғәте тура килә. Иң күп инсоляция һаны йылда көн оҙон булғанға күрә, июнгә тура килә
Ченстоховала елһеҙ көндәр һирәк. Йылына уртаса 9,2 % тура килә. Көнбайыш елдәре (18 %) һәм көньяҡ-көнбайыш (18,2 %) елдәре өҫтөнлөк итә. Улар шулай уҡ иң көслө булып тора — 2,2 м/с. Төньяҡ елдәр (7,7 %) һәм төньяҡ-көнсығыш (7,4 %) елдәр һирәк була.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Уртаса максимум, °C | −1 | 1 | 6 | 14 | 20 | 23 | 24 | 23 | 18 | 12 | 3 | 1 | 12 |
Уртаса температура, °C | −5 | −4 | 2 | 9 | 12 | 17 | 18 | 17 | 14 | 9 | 1 | −2 | 7 |
Уртаса минимум, °C | −9 | −6 | −1 | 3 | 7 | 11 | 12 | 10 | 8 | 5 | −1 | −3 | 3 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 35 | 32 | 33 | 39 | 69 | 80 | 86 | 75 | 48 | 40 | 41 | 37 | 51 |
Сығанаҡ: allmetsat[21] |
1991 йылдан бирелгән исемдәр[25].
![]() |
Портал «Польша» |
---|---|
![]() |
Ченстохова Викикитапханала |
![]() |
Ченстохова Викимилектә |
![]() |
Ченстохова Викияңылыҡтарҙа |
![]() |
Ченстохова Викигид |
![]() |
Проект «Польша» |