Чехияла ислам

Чехияла ислам
Дәүләт  Чехия
 Чехияла ислам Викимилектә
Мәсет. Брно ҡалаһы, Чехия Республикаһы

2010 йылдың халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Чех Республикаһында 3500 тирәһе мосолман иҫәпләнгән (ил халҡының 0,1%-ы), сағыштырыу өсөн: 1991 йылда мосолмандар 495 булған.

Ислам менән таныш кешенең Чехияға сәфәре 964—965 йылдарҙа булған — был мосолман Испанияһында тыуған йәһүд сәүҙәгәре һәм сәйәхәтсеһе Ибраһим ибн Яҡуб яҙмаларынан күренә. Сәйәхәт ваҡытында ул юлъяҙмалар теркәп барған, һуңғараҡ баҫылып сығып, улар Үҙәк Европала ислам донъяһы тураһында тәүге хикәйәләрҙең береһе була.

Венаны ҡамауға алған ваҡытта Ғосман империяһы ғәскәренең разведка подразделениеһы Моравияға барып етә. Һуңғараҡ, XIX барлыҡҡа Австро-Венгрия һәм Ғосман империяһы араһында көслө сауҙа бәйләнеше барлыҡҡа килә.

Чехия мәҙәниәтенә ислам йоғонтоһо әҙ булған.

1912 йылда Австро-Венгрияла исламды «дәүләт дине» тип таныған закон баҫылып сыға һәм рәсми рәүештә уның Чехия Республикаһында булыуын рөхсәт ителә. Мосолмандарҙың беренсе берләшмәһе (Muslimské náboženské obce pro Československo) 1934 йылда төҙөлә һәм 1949 йылға тиклем йәшәй. 1968 йылда мосолмандарҙың яңы йәмәғәт төҙөргә ынтылышы уңышһыҙлыҡҡа дусар була.

1991 йылда Чехияла «Мосолман йәмәғәттәре үҙәге» төҙөлә (Ústředí muslimských náboženských obcí). 1998 йылда Брно ҡалаһында беренсе мәсет асыла[1], ә бер йылдан һуң, баш ҡалала, Прагала төҙөлә[2]. Башҡа ҡалаларҙа мәсеттәр асырға ынтылыуҙар урындағы халыҡтың актив ҡаршылығына осрай. 2004 йылда ислам рәсми рәүештә Чехия Республикаһында дин сифатында теркәлгән. Шуға бәйле рәүештә мосолман йәмәғәте дәүләттән финанс ярҙамы алырға хоҡуҡлы.

Чехия мосолмандарының күпселеге 1990-сы йылдар башында Босния һәм Герцеговинанан йәки 1990-сы йылдар аҙағында элекке Советтар Союзы илдәренән, нигеҙҙә, Рәсәй Федерацияһының Кавказ төбәктәренән килгән. Чехия мосолмандарының байтаҡ өлөшө — Мысыр, Сүриә һәм Яҡын Көнсығыш илдәренән сыҡҡан кешеләр, улар йыш ҡына илдең юғары уҡыу йорттарында уҡыған осоронда Чехословакияла ҡалырға ҡарар ҡылған кешеләрҙең балалары булып тора. Шулай уҡ бер нисә йөҙ этник чех ирекле рәүештә ислам динен ҡабул иткән[1]

Ислам фундаментализмынан хәүефләнеү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Чехия Республикаһы Президенты Милош Земан ислам терроризмы Чехияға ҡурҡыныс янау ихтималлығынан хәүефләнеүен белдерә[2]. 2016 йылдың авгусында беренсе тапҡыр Чехия гражданы Хәлифәт Исламское государство тип йөрөтөлгән көстәргә ҡушылырға маташыуҙа шикләнелеп, хөкөм ителә[3].

  1. Panýrková, Petra: Konvertité k islámu v České republice, University of Pardubice, 2009.
  2. Czech Man Is Charged With Attempted Terrorism, New York Times (2 August 2016). 3 август 2016 тикшерелгән.
  3. Czech Man Is Charged With Attempted Terrorism, New York Times (2 August 2016). 3 август 2016 тикшерелгән.