Был мәҡәләлә сит телдән алынған киҫәктәр бар һәм улар тәржемә итеп бөтөлмәгән. Уның тәржемәһен тамамлап проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
Чешмә алышы | |||
![]() Айвазовский Иван Константинович. «Чешмә алышы». 1848 | |||
Дата | |||
---|---|---|---|
Урыны |
Чешмә бухтаһы, Ғосман империяһы | ||
Нәтижә |
төрөк флотын тар-мар итеү | ||
Ҡаршы тороусылар | |||
| |||
Командирҙар | |||
| |||
Ҡаршы тороусы көстәр | |||
| |||
Юғалтыуҙар | |||
| |||
| |||
![]() | |||
Чешмә диңгеҙ һуғышы (тур. Çeşme Deniz Savaşı) 1770 йылдың 24-26 июне (5—7 июль) Чешмә (тур. Çeşme [чешме]) бухтаһында һәм уның янында, Анатолияның көнбайыш осо һәм Хиос утрауы араһындағы районда, Ғосман империяһы һәм Венеция республикаһы, рәсәй һәм төрөк флоттары араһында элекке күп һанлы хәрби-диңгеҙ алыштары урыны булған Һуғыш 1769 йылғы Икенсе пелопоннес ихтилалының бер өлөшө, артабанғы Грецияның бойондороҡһоҙлоҡ өсөн һуғышы (1821—1829) һәм 1768—1774 йылдарҙағы Рус-төрөк һуғышының мөһим эпизоды була.
7 июль — Рәсәйҙең һуғышта еңеү көнө — Рәсәйҙең хәрби дан көндәренең береһе.
Рус-төрөк һуғышы башланғас, 1768 йылда Рәсәй, Азов флотилияһынан (ул ваҡытта тик 6 линейный караптан ғына торған) төрөктәрҙең иғтибарын ситкә йүнәлтеү маҡсатында Балтик диңгеҙенән Урта диңгеҙгә бер нисә эскадра — Беренсе архипелаг экспедицияһын ебәрә.
Граф Орлов Алексей Григорьевичтың дөйөм командованиеһы аҫтында берләшкән адмирал Спирдов Гриигорий Андреевич һәм контр-адмирал Эльфинстон Джон (өс караптан торған арттан барыусы дивизион менән командалыҡ иткән) ике урыҫ эскадраһы Чешмә бухтаһында (Төркиәнең көнбайыш яр буйы) рейдта торған төрөк флотын килеп таба.
Рус флоты составында 9 линейный (елкәнле) карап, 3 фрегат, «Гром» бомбардир карабы, 17—19 ярҙамсы судно һәм транспорт була.
Төп караптар | Пушкалар | Тибы |
---|---|---|
Европа, 1768 (a) | 66 | линейный (елкәнле) карап |
Евстафий Плакида (Изге Евстафий)(б) | 66 | линейный (елкәнле) карап; шартлай |
Өс изгеләндереүсе, 1766 | 66 | линейный (елкәнле) карап |
Изге Иануарий, 1763 | 66 | линейный (елкәнле) карап |
Өс Иерарх, 1766 (в) | 66 | линейный (елкәнле) карап |
Ростислав, 1768 | 68 | линейный (елкәнле) карап |
Не тронь меня, 1763 | 66 | линейный (елкәнле) карап |
Святослав, 1769 (г) | 84 | линейный (елкәнле) карап |
Саратов, 1765 | 66 | линейный (елкәнле) карап |
Башҡа караптар | Пушкалар | Тибы |
Гром | 12 | Бомбардир карабы |
Изге Николай, 1770 | 38 | Фрегат |
Африка, 1768 | 32 | Фрегат |
Өмөт | 32 | Фрегат |
Изге Павел | 8 | Пинк (судно) |
Почтальон | 14 | Йомошсо судно |
Граф Чернышёв (д) | 22 | Ҡоралланған сауҙа судноһы |
Граф Панин (д) | 18 | Ҡоралланған сауҙа судноһы |
Граф Орлов (д) | 18 | Ҡоралланған сауҙа судноһы |
? (кап. Дагдейл) | Брандер; батҡан | |
? (кап. Мекензи Фома Фомич | Брандер; файҙаланылған | |
? (кап. Ильин Дмитрий Сергеевич) | Брандер; файҙаланылған | |
? (кап. Гагарин) | Брандер; батҡан | |
Граф Орлов эскадраһы хәрби караптары ал төҫ менән, Спиридовтыҡы — күк, Эльфинстондыҡы — һары төҫ менән күрһәтелгән. (a) капитан Клокачёв; (б) Спиридовтыңы флагман карабы, капитан Круз; (в) флагманский корабль Орловтың флагман карабы, капитан С. Грейг; (г) Эльфинстондың флагман карабы; (д) флотҡа ярҙамға ялланған инглиз суднолары |
Төрөк флоты 16 линейный (елкәнле) караптан, шул иҫәптән, 84 пушкалы «Бурдж-у-Зафер» һәм 60 пушкалы «Родос», 6 фрегаттан, 6 елкәнле-ишкәкле шебеканан, 13 галеранан һәм 32 бәләкәй суднонан торған. Караптар 10 һәм 6 линейный караптарҙан дуғаға оҡшаған һыҙат булдырып ярҙан 0,5 миль алыҫлыҡта Хиос боғаҙында якорҙа торған була. Икенсе линия караптары беренсе рәттәге караптар араһынан ата алды микән тигән төрлө фекерҙәр бар[2] или нет[3]. Фрегаттар, шебекалар һ.б. бәләкәй суднолар артта торған. Флот менән капудан-паша Хәсән бей командалыҡ иткән.
Ғәмәлдәр планын яраҡлаштырыу буйынса кәңәшләшкәндән һуң, рус флот бөтә елкәндәрен күтәреп төрөк һыҙатының көньяҡ ҡырына килә, аҙаҡ, боролоп, төрөк судноларына ҡаршы позицияларға урынлаша. Төрөк флоты 3 кабельт (560 м) дистанциянан 11:30 сәғәттә ут аса[3]—11:45[2], рәсәй караптары, дошманға 80 сажин (170 м) дистанциянан алыш асыр өсөн 12:00 сәғәттә яҡынайғансы, яуап бирмәй. Өс рәсәй карабының манёвры: «Европа» зыян күрә, боролоп сафтан сығырға, икенсе төрөк карабын урап үтеп, «Ростислав», «Три Святителя» артынан баҫырға мәжбүр була, һәм «Өс Иерарх» карабы уға яңылыш һөжүм итә.
«Европа» сафтан сыҡҡанлыҡтан, «Изге Евстафий» рәсәй эскадраһының алдынғы карабына әйләнә. Ошо карапҡа өс төрөк линейный карабы (шул иҫәптән Ғасан паша командалығындағы ғосман флоты флагманы «Бурдж-у-Зафер») ут аса. «Изге Евстафий» ғосман флоты флагманын, ундағы янғынды шәйләмәй, абордажға барған. «Бурдж-у-Зафер»ҙың ялҡынланып янған грот-мачтаһы «Изге Евстафий»ҙың палубаһына барып төшкәндән һуң, рус карабы шартлай. 10—15 минуттан төрөк флагманы «Бурдж-у-Зафер» ҙа шартлай. Адмирал Спиридов һәм граф Фёдор Орлов (командующийҙың туғаны) «Изге Евстафий» шартларҙан алда карапты ҡалдырған. Шулай уҡ «Изге Евстафий» шартлағандан һуң, уның капитаны Круз Александр Иванович фон (ингл. Kruse) һыуҙа тере ҡала. Карап командаһының бик күп өлөшө һәләк була. Спиридов «Три Святителя» карабынан командалыҡ итә.
14:00 сәғәттә төрөктәр якорь канаттарын сабып өҙә һәм яр буйы батареялары ышығына Чешмә бухтаһына сигенә.
Чешмә бухтаһында төрөк флотының төп көстәре 8 һәм 7 линейный караптан ике һыҙатҡа теҙелгән, ҡалғандары ошо һыҙаттар һәм яр араһындағы позицияны биләгән. Шуның менән бер рәттән беренсе һыҙат рустарҙы икенсе һыҙат утынан ышыҡлаған, ә артыҡ тығыҙ теҙелеүҙәре рус артиллерияһының бурысын ябайлаштырған һәм шартлаған караптарҙың янған ярсыҡтарының таралыуына ярҙам иткән.
6 июлдә рәсәй караптары төрөк флотын һәм яр буйы позицияларына ут асҡан. Дүрт ярҙамсы судноларҙан брандерҙар эшләнгән.
Сәғәт 17:00-лә Громбомбардир карабы Чешмә бухтаһына инеү юлында якорға торған һәм төрөк судноларын атырға тотонған. Сәғәт 0:30-ла уға Европа линейный карабы, ә 1:00-ҙә — кильватерында брандерҙар килгән Ростислав ҡушылған.
Европа, Ростислав һәм Не тронь меня төньяҡтан көньяҡҡа һыҙат барлыҡҡа килтергән һәм төрөк караптары менән алыш башлаған, Саратов резервта торған, ә Гром һәм Африка фрегаты бухтаның көнбайыш ярында батареяларҙы атакалай. Сәғәт 1:30-ла йәки бер аҙ иртәрәк (Эльфинстон мәғлүмәтенә ярашлы, төн уртаһында[4]), Гром һәм/йәки Не тронь меня караптарының уты һөҙөмтәһендә елкәндәр ялҡынының корпусҡа күсеүе эҙемтәһендә төрөк линейный караптарының береһе шартлаған. Ут бухталағы башҡа караптарға бик тиҙ таралып өлгөргән.
2:00-лә икенсе төрөк карабын шартлатҡандан һуң, урыҫтар атышты туҡтатҡан, ә бухтаға брандерҙар ингән. Гагарин һәм Дагдейл (ингл. Dugdale) командалыҡ иткән ике карапты төрөктәр утҡа тотҡан, Маккензи (ингл. Mackenzie) командалығында тағы береһе ялҡын ялмаған карапҡа тоташҡан, ә лейтенант Ильин Дмитрий Сергеевич командалыҡ иткәне 84-пушкалы линейный карап менән эләгешкән. Ильин брандерҙы яндырған, ә үҙе командаһы менән шлюпкала ҡотолған. Карап шартлай һәм башҡа төрөк караптарының күпселеген яндырған. Сәғәт 2:30-ға тағы 3 линейный карап шартлай[5][6].
Сәғәт 4:00 тирәһендә рәсәй караптары әлегә янмаған ике судноны ҡотҡарыу маҡсатында шлюпкалар ебәргән, әммә береһен генә — 60-пушкалы Родосты ғына ҡотҡара алғандар. 4:00-тән 5:30-ға тиклем тағы 6 линейный карап шартлаған, ә 7-лә — бер үк ваҡытта 4 карап шартлаған. 8:00-гә Чешмә бухтаһындағы алыш тамамланған.
Чешмә алышынан һуң рус флотына төрөктәрҙең Эгей диңгеҙендәге коммуникацияларын етди емерергә һәм Дарданеллда ҡамау ойошторорға тура килә.
Ошоларҙың барыһы ла Күчүк-Кайнаржа тыныслыҡ килешеүен ҡабул итеүҙә мөһим роль уйнаған.
Екатерина II күрһәтмәһе буйынса еңеүҙе данлар өсөн Ҙур Петергоф һарайында мемориаль Чешмә залы (1778—1779) булдырылған. Был ваҡиғаға 2 һәйкәл — Гатчин музей-ҡурсаулығында Чешмә обелискы (1770-се йылдар уртаһы) һәм Царское Село музей-ҡурсаулығында Чешмә колоннаһы (1774—1778) ҡуйыла, һәм шулай уҡ хәҙер Санкт-Петербург ҡалаһы сигендә урынлашҡан юл Чешмә һарайы (1774—1777) һәм уның янында Чешмә сиркәүе (Иоанн Предтеча Раштыуаһы сиркәүе, 1777—1780) бағышланған. Ҙур Гатчин һарайында 1790-сы йылдарҙа парад Чешмә галереяһы биҙәлгән.
![]() |
![]() |
![]() |
Чешмә һарайы | Чешмә сиркәүе | Чешмә залы |
![]() |
![]() |
![]() |
Чешмә колоннаһы | Чешмә обелискы | Чешмә галереяһы (Гау Эдуард Петрович аквареле, 1877) |
Чешмә еңеүе иҫтәлегенә алтын һәм көмөш миҙалдар ҡойолған. Миҙалдар «Ғәли йәнәптәре Император Бөйөклөгө Императрица Екатерина Алексевна» ҡушыуы буйынса әҙерләнгән: «Медаль эту жалуем мы всем находившимся на оном флоте во время сего Чесменского счастливого происшествия как морским, так и сухопутным нижним чинам и позволяем, чтобы они в память носили их на голубой ленте в петлице». Екатерина.
Граф Орлов Алексей Григорьевич фамилияһына Чесменский атамаһын ҡушып әйтеү хоҡуғын ала.
«Чесма» атамаһын рәсәй хәрби флотының эскадра броненосецы йөрөтә. Николай II бойороғо буйынса, тораҡ пунктҡа Чесма (хәҙер Силәбе өлкәһе составында) атамаһы бирелгән.
Анадырь ҡултығында Чешмә мороно бар, 1876 йылда «Всадник» клиперында сәйәхәт иткән экспедиция ҡултыҡҡа ошо исемде бирә.
Рәсәй Хәрби-Диңгеҙ флоты матростарының форма кейеменә тағыла торған күк төҫтәге ҡайтармалы яғаһындағы аҡ һыҙаттарҙың береһе Чешмә алышында (тағы ике аҡ һыҙат — Гангут алышында һәм Синоп алышында) еңеү символы булып тора[7].
2012 йылдың июлендә Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин, хәрби дан исемлеген 7 июль — Чешмә алышында рус флотының төрөк флотын еңеү көнө тантанаһы менән тулыландырған «Рәсәйҙең хәрби дан һәм иҫтәлекле даталары Көндәре тураһында» 32-ФЗ-на өҫтәмәләр индереү ҡарарына ҡул ҡуйҙы[8].
![]() |
Чешмә алышы Викимилектә |
---|