Чжуан-цзы | |
ҡыт. 莊子 ҡыт. 庄子 | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | царство Сун[d] |
Тыуған ваҡыттағы исеме | ҡыт. 莊周 |
Кана әлифбаһында исеме | そうし[1] |
ХФА-лағы транскрицияһы | /ˈʒwæŋˈziː/ |
Тыуған көнө | б. э. т. 369[2] |
Тыуған урыны | Шанцю[d], царство Сун[d], Западная Чжоу[d][3] |
Вафат булған көнө | б. э. т. 288[2] |
Туған тел | древнекитайский язык[d] |
Һөнәр төрө | фәлсәфәсе, яҙыусы, шағир |
Эшмәкәрлек төрө | фәлсәфә |
Йоғонто яһаусы | Лао-цзы |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d] |
Чжуан-цзы Викимилектә |
Чжуан-цзы, шулай уҡ Чжуан Чжоу (ҡыт. ғәҙәти 莊子, ябайл. 庄子, пиньин: Zhuāngzǐ莊子ҡыт. ғәҙәти 莊子, ябайл. 庄子, пиньин: Zhuāngzǐупр.ҡыт. ғәҙәти 莊子, ябайл. 庄子, пиньин: Zhuāngzǐ庄子ҡыт. ғәҙәти 莊子, ябайл. 庄子, пиньин: Zhuāngzǐпиньиньҡыт. ғәҙәти 莊子, ябайл. 庄子, пиньин: Zhuāngzǐ; Уҡытыусы Чжуан) — Беҙҙең эраға тиклем Көрәшкән батшылыҡтар эпохыһында йәшәгән Ҡытай философы, Йөҙ Мәктәп ғалимдары һанына инә.
Биографияһына ярышлы, Чжуан-цзы беҙҙең эрала 369 йылдар һәм беҙҙең эрағла 286 йылдар араһында йәшәгән. Сун батшалығының Мэн ҡалаһында тыуған (蒙城 Méng Chéng), хәҙерге ваҡытағы — Хэнань провинцияһы Шанцю ҡалаһы 商邱. Чжоу исемен ала (周 Zhōu), шулай уҡ халыҡта уны Мэн-ши тип йөрөткәндәр 蒙吏, (Мэн турәһе), Мэн Чжуан (蒙莊 Méng Zhuāng) йәки Оло Мэн (蒙叟 Méng sǒu) тиҙәр.
Сым Цяню һүҙҙәренән, йәш сағында Чжуан-цзы лаклы ағастарының плантацияһында ҡараусы була, аҙаҡ, үҙен башҡа дәүләт хеҙмәте менән бығауларға теләмәй, отставкаға китә һәм "ирекле философ" ғүмерен башлай. Чжуан-цзы һәм уның фекерҙәштәре дәүләткә хеҙмәт итеү карьераһының ауырлығын һәм хәүефлеген һыҙыҡ аҫтына ала, уларҙың алдында бөтә хөрмәт һәм наградалар юғалып ҡала. Улар, әлбиттә беләләр, дан һөйгән ғалимдарҙың ғумерҙәре йыш ҡына үлем язаһы менән йәки уларҙы ғәрипләү аша язалау менән бөтә. Әммә иң мөһиме, власҡа көслө ынтылыш, сәйәси эшмәкәрлек күңелде ағыулайҙар һәм бөлдөрәләр. Чжуан-цзының әҙәбиәткә һәләте һәм төкәнмәҫ фантазияһы сатирик күренештәрҙә сағыла, унда ул дәүләт эшселәрендә һәм ғалимдарҙа булған маһайыусанлыҡ, ваҡсыллыҡ, йәнһеҙлек, тупаҫлыҡ, эскерлелек кеүек кәмселектәрҙе фаш итә.
Чжуан - цзының төп философияһы скептик була һәм ғумерҙе сикле, ә белемде ул сикһеҙ итеп күрә. Чжуан - цзы ҡарашы буйынса, сиклегә генә эйә булып, сикһеҙҙе эҙәрләү, ахмаҡлыҡ. Беҙҙең телебеҙ һәм белемебеҙ дао күҙаллай, уның менән һәр беребеҙ үткән юлдарыбыҙ менән бәйле. Шулай итеп беҙ, хатта иң хәйбәт итеп, бөтә яҡлап уйланған һығымталарҙа хаталы булыуы мөмкинлеген аңларға тейешбеҙ, әгәр ҙә беҙҙә, икенсе үткән тәжрибә булһа. Чжуан-цзы беҙҙең тәбиғи әүәҫлектәр һәм алған әүәҫлектәр бер - береһе менән күшыла, тип һанаған. Һығымталар яһау һәм киләсәк аҙым һайлау ошо тәбиғи һәм алған үҙенсәлектәрҙең уникаль йыйылмаһы менән бәйле.
дня) — история, копия), The World Wide Web Virtual Library
дня) — история, копия), SuperWisdom
дня) — история, копия), translated by Lin Yutang