Чогори | |
---|---|
урду کے ٹو, хинди के२ | |
Характеристикалары | |
Абсолют бейеклеге | 8614 м |
Сағыштырмаса бейеклегеа | 4020 метр[1] |
Беренсе күтәрелеү | 1954 йылдың 31 июле |
Урынлашыуы | |
35°52′52″ с. ш. 76°30′48″ в. д.HGЯO | |
Илдәр | |
Тау системаһы | Каракорум |
Тау һырты йәки массив | Балторо-Музтаг |
Чогори Викимилектә |
Чогори[2] (К2[3][4][5], Дапсанг, Годуин-Остен; урду کے ٹو; һинд के२; ҡыт. упр. 乔戈里峰, пиньинь: Qiáogēlǐ Fēng; М 8611[6], 8614) — бейеклеге буйынса Ерҙең икенсе тау түбәһе (Джомолунгманан һуң). Донъяла иң төньяҡ һигеҙ меңлек. Балторо һыртында Кашмир сигендә (Пакистан тарафынан Төньяҡ территориялары контролдә тотола) һәм Ҡытайҙың Шеңжан-Уйғыр автономиялы районында[7], Ҡараҡором тау системаһында Гималайҙарҙан төньяҡ-көнбайышҡа ҡарай урынлашҡан.
Чогори, менеүгә ғәҙәттән тыш ҡатмарлы булыуы арҡаһында «Ҡырағай тау» (Savage Mountain) булараҡ билдәле. 2018 йылдың 23 июне мәғлүмәттәре буйынса, 367 күтәрелергә маташыуҙарға үлем кимәле 23 % тәшкил иткән[8]. Чогори түбәһенә менеү Ҡытай яғынан ҡыйыныраҡ һәм хәүефлерәк, шуға күрә уға Пакистан яғынан күтәреләләр. Чогори ҡышҡы осорҙа яулап алынған һуңғы һигеҙ меңлек була[9]. Уға күтәрелеүҙәр һәр ваҡыт тиерлек июлдә һәм августа, йылдың иң йылы айҙарында башҡарыла; K2 төньяҡтараҡ урынлашыуы уны яуым-төшөмлө һәм һалҡын һауа торошона бирешеүсән яһай[10].
Чогориҙы 1856 йылда Европа экспедицияһы таба. Тау Ҡараҡоромдоң икенсе түбәһе кеүек «К2» тип билдәләнә. К1, К3, К4 һәм К5 итеп билдәләнгән түбәләре, һуңғараҡ үҙгәртелә һәм әлеге ваҡытта шуға ярашлы Машербрум, Гашербрум IV, Гашербрум II һәм Гашербрум I тип атала. Тарихи барлыҡҡа килгәнсә Европала иң билдәле булып К2 техник атамаһы ҡала[11]. СССР-ҙа 1950 йылдарға тиклем карталарҙа —Годуин-Остен, ә һуңынан Чогори тип яҙыла.
Тәүге тапҡыр күтәрелергә маташыу 1902 йылда Оскар Эккенштейн һәм Алистер Кроули тарафынан башҡарыла, әммә уңышһыҙ тамамлана. Уның түбәһен яулағанға тиклем өс Америка экспедицияһы һөҙөмтәһеҙ күтәрелергә маташа, һуңғы тапҡыр 1953 йылда доктор Чарльз Хьюстон етәкселеге аҫтында була.
К2 түбәһенә беренсе булып 1954 йылда Ардито Дезио етәкселегендә итальян экспедицияһы етә. 31 июлдә итальян альпинистары Лино Лачеделли һәм Акилле Компаньони беренсе булып К2 түбәһенә менә[12]. Күтәрелеү өсөн итальяндар көньяҡ-көнсығыш «Абруцци ҡабырғаһын» ҡулланалар, хәҙер ул К2 түбәһенә менеү өсөн иң популяр маршрут булып тора (уның менән К2 түбәһен яулаған альпинистарҙың дүрттән өс өлөшө файҙалана)[13].
Чогориға күтәрелгән беренсе ҡатын-ҡыҙ Польша альпинисткаһы Ванда Руткевич (1986) була[14].
1987 йылдың 6 мартында «К-2» Америка экспедицияһы, юлдаштан яһалған үлсәүҙәргә ярашлы, тауҙың бейеклеге 8858-ҙән 8908 метрға тиклем тәшкил итә, шуның менән ул донъяла иң бейеге булып тора, тип хәбәр итә. 1987 йылдың 13 авгусында был үлсәүҙәрҙе Ҡытай топографтары кире ҡаға, улар Эверест бейеклеген 8848 метр, ә К2 бейеклеген 8611 метр тип билдәләй[15][16].
Элекке СССР илдәре тарихында тәүге тапҡыр түбәгә 1992 йылдың 1 авгусында Владимир Балыбердин (Рәсәй) һәм Геннадий Копейка (Украина) күтәрелә, 1992 йылдың 3 авгусында — Балыбердин етәкселегендәге халыҡ -ара экспедиция составында Никифоров Алексей (Рәсәй). 1996 йылдың йәйендә Тольяттиҙан Рәсәй йыйылма командаһы альпинистары Иван Дарушин етәкселегендә Чогориға Төньяҡ ҡабырға буйлап күтәрелә[17][18].
2007 йылдың йәйендә альпинизм буйынса Виктор Козлов етәкселегендә аҫтында Рәсәй йыйылма командаһы бейеклеккә алдан үтмәгән Көнбайыш стена буйлап яңы маршрут һала, ул хәҙергеләре араһында иң ҡатмарлыһы була. 21-22 августа түбәгә 11 экспедиция ҡатнашыусы күтәрелә: Андрей Мариев һәм Вадим Попович (21.08), Николай Тотмянин, Алексей Болотов, Глеб Соколов, Евгений Виноградский, Виктор Володин, Виталий Горелик, Геннадий Кириевский, Ильяс Төхвәтуллин һәм Павел Шабалин (22.08). Күтәрелеү кислород ҡорамалдарын ҡулланмайынса башҡарыла[19][20].
2015 йылға ҡарата К2 түбәһенә 10 төрлө маршрут һалынған[20].
Тауға иң күп күтәрелеү 2018 йылдың 22-23 июлендә була, ул саҡта идеаль һауа торошо шарттарында тау түбәһенә 63 альпинист күтәрелә, шуларҙың береһе, 85-се тау ҡорбаны булып, һәләк була[21].
2018 йылдың 22 июлендә Польша альпинисы Анджей Баргель (пол. Andrzej Bargiel) донъяла беренсе донъя булып тау түбәһенән тау саңғыһында төшә[22].
Оҙаҡ ваҡыт Чогориға ҡышҡы осорҙа менергә маташыуҙар береһе лә уңыш менән тамамланмай, тик 2021 йылдың 16 ғинуарында Непал альпинистары төркөмө (10 кеше) Нирмал Пурдж етәкселегендә тарихта беренсе тапҡыр К2 түбәһенә ҡышҡы осорҙа күтәрелә[23][24][25]. Күтәреүҙә ҡатнашыусыларҙың береһе — Нирмал Пуржа (Purja Nirmal)— күтәрелеү ваҡытында кислород баллондарын ҡулланмауы тураһында иғлан итә[26]. Шулай итеп, Чогори ҡыш яуланған һәм кислород баллондары ҡулланылмаған һуңғы һигеҙ меңлек була.
Чогориға менеү Эверест планетаһының иң бейек түбәһенә менеү менән сағыштырғанда, техник яҡтан күпкә ҡатмарлыраҡ. 2008 йыл уртаһына тиклем Чогори түбәһендә 284 кеше булған, 66-һы бейеклеккә сығырға маташҡанда һәләк була[27]. Был ваҡытҡа Эверест тауына 3684 кеше күтәрелгән[28]. Хәүефлеге буйынса тау Аннапурнанан һуң һигеҙ меңлектәр араһында икенсе урынды биләй, үлем коэффициенты 2018 йылдың июне мәғлүмәттәре буйынса 367 маташыуға 23% тәшкил итә[29].