Шадринск

Шадринск
Байраҡ[d]
Нигеҙләү датаһы 1662
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ үҙәге Шадринск районы[d][1] һәм Шадринск ҡалаһы ҡала округы[d][1]
Административ-территориаль берәмек Шадринск ҡалаһы ҡала округы[d][1]
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Иҫәт
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Көнбайыш Себер тигеҙлеге
Халыҡ һаны 817 кеше (1793),
2027 кеше (1801),
2000 кеше (1807),
2209 кеше (1809),
2205 кеше (1811),
1684 кеше (1815),
2564 кеше (1825),
2410 кеше (1827),
2128 кеше (1828),
2079 кеше (1833),
3221 кеше (1835),
3446 кеше (1838),
3483 кеше (1846),
3625 кеше (1849),
4852 кеше (1852),
5574 кеше (1856),
5898 кеше (1861),
6667 кеше (1864),
11 678 кеше (1897)[2],
18 600 кеше (1923),
19 185 кеше (1926),
19 200 кеше (1931)[3],
24 100 кеше (1932),
31 149 кеше (1939),
45 804 кеше (1943),
47 636 кеше (1944),
49 651 кеше (1947),
52 940 кеше (1948),
35 675 кеше (1949),
38 480 кеше (1950),
39 602 кеше (1951),
56 129 кеше (1959)[4],
72 619 кеше (1970)[5],
77 000 кеше (1973)[2],
79 000 кеше (1976)[2],
81 511 кеше (1979)[6],
84 000 кеше (1982)[7],
86 000 кеше (1986)[2],
87 000 кеше (1987)[8],
86 713 кеше (1989)[9],
88 100 кеше (1996)[2],
88 500 кеше (1997),
88 100 кеше (1998)[2],
87 300 кеше (2000)[2],
86 900 кеше (2001)[2],
80 865 кеше (2002)[10],
80 900 кеше (2003)[2],
80 300 кеше (2005)[2],
78 100 кеше (2007),
76 600 кеше (2008)[2],
75 255 кеше (2009)[11],
77 756 кеше (2010)[12],
77 672 кеше (2011)[13],
77 034 кеше (2012)[14],
77 407 кеше (2013)[15],
77 215 кеше (2014)[16],
77 031 кеше (2015)[17],
76 393 кеше (2016)[18],
75 623 кеше (2017)[19],
75 348 кеше (2018)[20],
74 929 кеше (2019)[21],
74 652 кеше (2020)[22],
68 609 кеше (2021)[23]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 80 метр
Туғандаш ҡала Феодосия, Абомей-Калави[d], Кызыл-Кыя[d] һәм Учалы районы
Сиктәш Шадринск районы[d]
Майҙан 174 км²
Почта индексы 641870
Рәсми сайт shadrinsk-city.ru
Урындағы телефон коды 35253
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Шадринскта ерләнгәндәр[d]
Карта
 Шадринск Викимилектә

Шадринск — Рәсәйҙең Ҡурған өлкәһендәге ҡалаһы (1712 йылдан). Халыҡ һаны буйынса өлкәлә Ҡурғандан һуң икенсе: 77 031[24] кеше (2015). Көнбайыш Себер тигеҙлегендә, Иҫәт (Тубыл ҡушылдығы) йылғаһы буйында урынлашҡан.

Шадринск районының административ үҙәге (уның составына инмәй). Өлкә буйһоноуындағы ҡала статусына эйә[25][26], уның сиктәрендә муниципаль берәмек — ҡала округы статусындағы Шадринск ҡалаһы булдырыла. Шадринск ҡала округы составындағы берҙән-бер тораҡ пункт[27][28].

1622 йылдағы документта Шадрин биләмәһе булараҡ телгә алына, унда «биләмә» — хужалыҡ алып барған урын, ә Шадрин кеше исеме Шаҙра-нан йәки атаһының исеменән Шаҙрин алынған. Һуңыраҡ — Шадрин биҫтәһе; 1712 йылдан, Михаил Архангел хаҡына сиркәү төҙөлгәндән һуң — Архангельск Шадринск ҡалаһы йәки Малоархангельск, 1781 йылдан өйәҙ ҡалаһы Шадринск тип йөрөтөлә[29].

«Еңеү» скверы, Комсомол урамы
«Еңеү» скверы, Комсомол урамы
Свердлов урамы — ҡаланың үҙәк урамы
Свердлов урамы — ҡаланың үҙәк урамы
Шадринск еңел атлетика манежы
Шадринск еңел атлетика манежы

Шадринск XVII быуатта, урыҫ ергиҙәрҙәре Себер һәм Алыҫ Көнсығыш ерҙәрен үҙләштерергә тотонғас нигеҙләнә. Шадринск нығытмаһы ышығында Иҫәт яр буйҙарына Рәсәйҙең төньяҡ һәм үҙәк губерналарынан крәҫтиәндәрҙе күсереп ултыртыу бара[30][31][32][33].

Биҫтәгә нигеҙ һалыусы — Юшко Соловей ҡушаматлы Юрий Малечкин[30]. Ул Тубылға үтенес ҡағыҙы менән мөрәжәғәт итә, унда воеводанан Шадрин биләмәһендә нығытма һәм биҫтә төҙөргә рөхсәт һорай (1644). 7171 йылдың (1662 йыл) 15 сентябре көнө (25 сентябрь) Юшко Соловейға төҙөлөш башларға рөхсәт бирелә[34].

1686 йылда Шадринск биҫтәһе Көнбайыш Себерҙә иң ҙур биҫтә булып китә. Биҫтәлә 137 ер эшкәртеүсе крәҫтиән хужалығы булған, 10 казак, 41 драгун йәшәгән[31].

1712 йылда Тубыл воеводаһы указы менән Шадрин биҫтәһе Архангельск Шадринск, йәки, Тубыл өйәҙенең Малоархангельск ҡалаһы тип үҙгәртелә[30][33]. 1733 йылда янғында Шадринск ҡалаһы бөткәнсе яна, ул яңынан биҫтә тип һанала башлай. Биҫтә яңынан төҙөлә, ҙурая бара. 1737 йылда ҡабат ҡала статусы ала һәм Себер губернаһы составына инә[35].

1738 йылда Иҫәт провинцияһы ойошторола, провинциаль канцелярияның тәүге резиденцияһы Шадринскта урынлаша. 1744 йылда Шадринск Иҫәт провинцияһы составында Ырымбур губернаһы составына инә[35][33].

XVIII быуатта ҡала Веселая (хәҙерге Карл Либкнехт урамы) һәм Сиркәү (хәҙер Р. Люксембург урамы) арҡыры урамдары, һәм Яр буйы (хәҙер Кондюрин урамы) һәм Петропавловск (хәҙерге К. Маркс урамы) буй урамдары менән сикләнә. Ҡаланың оҙонлоғо яҡынса 1 километрға һуҙыла, ә киңлеге — 200—400 м.

1771 йылда Тубыл епископы Варлаам фатихаһы менән Донъя раббыһы хаҡына Спас-Преображенск соборы төҙөлә, ул ҡаланың тәүге таш ҡаралтыһы була. Төҙөлөш менән Далмат Успенский монастыры игумены Адам Аркудинский етәкселек итә. Был храмды сәнғәт белгестәре «украина» бароккоһы стиленә ҡарай, урыҫ архитектураһының йоғонтоһо ла булған тип иҫәпләй[36].

Емельян Пугачев ихтилалы ваҡытында Шадринск баш күтәреүселәргә ҡушылыуҙан баш тарта. 1774 йылда Себерҙән өҫтәмә көс алып, батша ғәскәрҙәре Шадринсктан һөжүмгә күсәләр һәм баш күтәреүселәрҙе ҡыйраталар.

1781 йылдан Шадринск[37] Пермь наместниклығы булдырыу тураһында указ менән өйәҙ ҡалаһы статусы ала[38][33]. Шадринск гербы — көмөш яланда йүгереп барған һыуһар — 1783 йылдың 17 июлендә раҫлана[39].

1789 йылда "Пермь наместниклығының топографик тасуирламаһы"нда Шадринск ҡалаһы тураһында былай тиелә: «ҡалала ағас сиркәү — бер, Николай Чудотворец сиркәүе — бер; суд урындары өсөн ҡаҙна йорттары — 4, ә власть кешеләре йәшәү өсөн — 2, ҡунаҡ һарайы — 1, магазиндар — 14, аҡса келәте, дары мөгәрәбе, дауахана өсөн йорт — бер, обывателдәр йорттары — 300, фабрикалар юҡ, кибеттәр — 110».

1789 йылдың 24 ноябрендә Шадринскта тантаналы шарттарҙа Кесе халыҡ училищеһы (ике класлы) — беренсе уҡыу йорто асыла.

1842—1843 йылдарҙа Шадринск ҡалаһы, тарихсыларға «картуф болаһы» исеме аҫтында билдәле булған, крәҫтиәндәр ихтилалын баҫтырыу үҙәге булып тора.

Шадринск ҡалаһында йыл һайын Петр, Михайлов һәм Афанасьев йәрминкәләре үтә[35]. Икмәк, ярма, ит, май, сало, киндер менән сауҙа итәләр. Был йәрминкәләргә Урал, Түбәнге Новгород, Ҡырғыҙстан, Бохара сауҙагәрҙәре туҡыма, келәм, металл изделиелары алып киләләр. Кресты ауылында (Шадринск янында) бөтә Рәсәйгә билдәле булған Кресты-Иваново йәрминкәһе үтә. Ул тауар әйләнеше буйынса Рәсәйҙә, Түбәнге Новгород һәм Эрбет йәрминкәләренән ҡала, өсөнсө урынды биләй. XVIII быуаттың икенсе яртыһында Шадринскта мең ярым самаһы һөнәрсе эшләй. Урындағы сеймалды эшкәртеү өсөн май иретеү, һабын етештереү, быйма баҫыу, синкеләү предприятиелары, кирбес заводтары төҙөлә.

1822 йылдан алып 1840 йылға тиклем сауҙагәр Фетисовтың фарфор заводы эшләй. Был Уралда һәм Себерҙә бындай төрҙәге беренсе предприятие була. 1890 йылда ҡалала 27 сәнәғәт предприятиеһы эшләй.

1865 йылда эре сауҙагәр Альфонс Поклевский-Козелл Шадринскта араҡы ҡыуыу заводы хужаһы була.

1870 йылда ҡалала урындағы үҙидара индерелә: вәкәләтле власть — Дума һәм башҡарма орган — ҡала башлығы етәкселеге аҫтында Идаралыҡ барлыҡҡа килә.

1870-се йылдарҙа Шадринск ҡалаһында ике дауахана, дарыухана була. 1876 йылда земство китапханаһы асылыу ҡаланың мәҙәни тормошонда иҫтәлекле ваҡиға булып тора.

1880-се йылдарҙа Шадринск ҡалаһының Спас-Преображенск соборында күренекле математик Первушин Иван Михеевич хеҙмәт итә. Ул донъяла (үҙ заманы өсөн) иң ҙур («первушин һаны» тип аталған) ябай һанды аса.

XX быуат башында ағалы-ҡустылы Бутаковтарҙың (Ефим Иванович һәм Дмитрий Иванович) иләү-туҡыу фабрикаһы һәм Молодцовтың ауыл хужалығы оҫтаханаһы барлыҡҡа килә. 1906 йылда ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы, 1907 йылда — реаль училище, 1914 йылда — уҡытыусылар семинарияһы асыла. 1910 йылда приказчиктар клубы асыла, унда театр һәм кинематограф була. [[Файл:Railroad_construction_on_the_Shadrinsk-Sinara_railroad_near_the_city_of_Shadrinsk_LOC_9628199667_(cropped).jpg|слева|мини|Шадринск ҡалаһы янында Шадринск-Һамар тимер юлын төҙөү. 1912 йыл. Фото: С. М. Прокудин-Горский 1913 йылда буласаҡ Ватан китап фәне классигы Николай Здобнов Шадринск ҡалаһында тәүгә «Иҫәт» гәзитен сығарыуҙы ойоштора. 1917 йылда Шадринск 17 мең халыҡ йәшәгән өйәҙ ҡалаһы була. 1917 йылда Н. В. Здобнов Шадринск ҡала Думаһы рәйесе һәм Бөтә Рәсәй Учредителдәр йыйылышы депутаты итеп һайлана.

1918 йылдың ғинуарында ҡалала совет власы иғлан ителә. 1918 йылдың июле башында ҡаланы чех ғәскәрҙәре баҫып ала, совет власы ҡолатыла. 1918 йылдың авгусында И. Д. Шадр приказчиктар клубы (драмтеатр) бинаһында большевиктар тарафынан атып үлтерелгән шадринлыларға һәйкәл макетын ҡуя

1918 йылдың июленән 1919 йылдың июленә тиклем ҡалала «Шадринск Халыҡ гәзите» сыға.

1919 йылдың август башында ҡалаға ҡыҙыл ғәскәр инә, һәм ҡалала совет власы урынлаштырыла.

1924 йылдан ҡала Урал өлкәһенең Шадринск округы үҙәге була. 1925 йылда Поклевский-Козелл араҡы ҡыуыу заводы базаһында Шадринск ликер-араҡы заводы ойошторола. Ул 2006 йылға тиклем эшләй.

1928 йылда Шадринск педагогия техникумы (унда 1930 йылда Некрасова, Ксения Александровна уҡый), 1932 йылда — Шадринск финанс-иҡтисад техникумы асыла. 1928 йылда «Совкино» кинотеатры төҙөлә, ул 1932 йылда «Октябрь» кинотеатры итеп үҙгәртелә.

1933 йылда Шадринскта Икенсе биш йыллыҡ исемендәге суйын ҡойоу һәм механик завод төҙөлә (һуғыш ваҡытында уның базаһында полиграфия машиналары заводы булдырыла, ул ярты быуаттан ашыу, 1990-сы йылдар башына тиклем эшләй).

1934 йылдан Шадринск Силәбе өлкәһенең район үҙәге була.

1935 йылда шәфҡәт туташтары мәктәбе, хәҙерге Шадринск медицина колледжы асыла. 1939 йылда Шадринск педагогия техникумы базаһында Шадринск уҡытыусылар институты асыла.

1941 йылдың майынан өлкә ҡарамағындағы ҡала статусына эйә.

1941 йылдың аҙағы — 1942 йылдың башында ҡалала эвакуацияланған заводтар базаһында предприятиелар ойошторола. Киләсәктә улар «Шадринск автоагрегат заводы», «Телефон заводы», «Полиграфмаш», «Володарский исемендәге тегеү фабрикаһы», «Шадринск тепловоз ремонтлау заводы», «Шадринск тәмәке фабрикаһы» исемдәре алалар.

1941 йылдың октябренән 1943 йылға тиклем хоҡуҡ яҡлаусы Софья Васильевна Каллистратова Шадринск ҡалаһында йәшәй һәм эшләй.

1943 йылдың 6 февраленән Шадринск Силәбе өлкәһе составынан бүленгән Ҡурған өлкәһе составына инә.

1943 йылда Шадринск дәүләт уҡытыусылар институты Шадринск педагогия институты тип үҙгәртелә.

1973 йылдың декабрендә Шадринск автобус-тимер юл вокзалы файҙаланыуға тапшырыла.

2016 йылдың февралендә Шадринск дәүләт педагогия институты Шадринск дәүләт педагогия университеты итеп үҙгәртелә.

2017 йылдың ғинуарында йәмиғ мәсете асыла.

Урамдарҙың тарихи исемдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Большевиктар власҡа килгәс, Шадринскта урамдарҙың революцияға тиклемге исемдәренең ҙур өлөшө үҙгәртелә[40].

Революцияға тиклемге

исеме

Хәҙерге заман (совет)

исеме

Преображенский урамы Пионер
Петропавловск урамы Карл Маркс
Николаев урамы Ленин
Соснинск урамы Октябрь урамы
Тюфяев урамы Совет урамы
Мәскәү урамы Февраль урамы
Покровский урамы Пролетар
Ҡазан урамы Крәҫтиән
Фрололавр урамы Ҡыҙылармеец
Веселая урамы Карл Либкнехт
Ночвинская урамы Луначарский
Сауҙа урамы Комсомол
Сиркәү урамы Роза Люксембург
Мещера урамы Володарский урамы
Балыҡ урамы Степан Разин
Воскресенская урамы Урицкий
Алыҫ урамы Спартак

Физик-географик ҡылыҡһырлама

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ваҡыттың UTC-ҡа ҡарата күсеүе +5:00 тәшкил итә.

Климаты уртаса континенталь.

- Уртаса йыллыҡ сағыштырма һауа дымлылығы — 72 %. Уртаса айлыҡ дымлылыҡ — майҙа 57%-тан ноябрь һәм декабрь айҙарында 79 %-ҡа тиклем.

-, Йыллыҡ уртаса ел тиҙлеге — 2,7 м/с тиҙлек Айлыҡ уртаса ел тиҙлеге — июлдә һәм августа 2,3 м/с-тан апрелдә 3,2 м/с-ҡа тиклем[41].

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 5,2 5,3 15,9 30,6 36,0 38,0 40,0 37,8 33,0 25,0 12,1 7,3 40,0
Уртаса температура, °C −14 −12,9 −5,4 4,7 12,4 18,1 19,5 16,8 10,6 4,1 −6 −11,9 3,0
Абсолют минимум, °C −46,9 −47,1 −41,5 −26,7 −8,3 −3,8 2,6 −0,6 −7,7 −25,8 −38,3 −46,1 −47,1
Яуым-төшөм нормаһы, мм 25 17 17 20 46 67 74 63 54 38 30 26 477
Сығанаҡ: [42][43].

Ҡала Үҙәк, Төньяҡ ҡасабаһы, Хлызово ҡасабаһы, Осеево ҡасабаһы, Яңы ҡасаба, Өсмөйөш депоһы микрорайондарын үҙ эсенә ала.

Шадринск ҡалаһының ғәмәлдәге генераль планын ҡабул иткәнгә тиклем, Шадринск ҡалаһы муниципаль берәмегенең (ҡала округының) сиге һәм Шадринск ҡалаһы тораҡ пунктының сиге тап килә. Муниципаль берәмек сиктәрендә бер генә ер категорияһы — тораҡ пункт ерҙәре була. 1998 йылдың 24 июнендәге Федераль закондың 12-се статьяһының 5 пункты № 89-ФЗ «Етештереү һәм ҡулланыу ҡалдыҡтары тураһында» законға ярашлы, «тораҡ пункттар сиктәрендә ҡалдыҡтарҙы ерләү тыйыла». Шуға күрә, ҡала биләмәһе составынан сәнәғәт һәм башҡа махсус тәғәйенләнештә, майҙаны 212,76 га булған ер бүлеү маҡсатында, Шадринск ҡалаһы тораҡ пунктының сиге үҙгәртелә. Ер ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонын киңәйтеү һәм эксплуатациялау, ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүсе завод төҙөү өсөн кәрәк була. Шулай итеп, муниципаль берәмектең дөйөм майҙаны 17 366 га, ә Шадринск тораҡ пункттарының үҙенең майҙаны — 17 153,24 га тәшкил итә.

Халыҡ иҫәбе
1856[44]1897[44]192319261931[45]19321939
470011 70018 60019 20019 20024 10031 100
1943194419471948194919501951
45 80447 63649 65152 94035 67538 48039 602
1959[46]1970[47]1973[44]1976[44]1979[48]1982[44]1986[44]
56 12972 61977 00079 00081 51184 00086 000
1989[49]1996[44]19971998[44]2000[44]2001[44]2002[50]
86 71388 10088 50088 10087 30086 90080 865
2003[44]2005[44]20072008[44]2009[51]2010[52]2011[53]
80 90080 30078 10076 60075 25577 75677 672
2012[54]2013[55]2014[56]2015[24]
77 03477 40777 21577 031

2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халҡы буйынса ҡала 215 Рәсәй Федерацияһының 1112[57] ҡалаһы араһында [58] 375-се урында була

2019 йылдың 1 ғинуарына ҡарата, халыҡ һаны буйынса Рәсәй Федерацияһының 1115 ҡалаһы араһында 220-се урында тора.

1948 йылда, илдең көнбайыш райондарынан эвакуацияланғандар өйҙәренә ҡайтыу арҡаһында, Шадринск халҡы ҡырҡа кәмей.

Ҡалала иҡтисади хәлде башлыса эшкәртеү производстволары билдәләй, эре һәм урта предприятиеларҙың әйләнешендә уларҙың өлөшө 95%-тан ашыу тәшкил итә.

Ҡаланың ҙур предприятиеләре иҫәбенә инә:

- ААЙ «Шадринск автоагрегат заводы» — автомобиль радиаторҙары, йылытыу радиаторҙары, гидравлик домкраттар, шулай уҡ өрҙөрөү һауаһын һыуытҡыстар етештереү буйынса предприятие.

- ААЙ «Шадринск электрод заводы» — углеродлы, башҡа металдар әҙ ҡатыштырылған, башҡа металдар күп ҡатыштырылған ҡоростарҙы иретеп йәбештереү өсөн электродтар етештереү предприятиеһы. 1992 йылда хосусилаштырыу һөҙөмтәһендә цех Шадринск электрод заводы статусын ала.

- ЯСЙ «Шадринск металл конструкциялар заводы».

- ЯАЙ « Шадринск тимер-бетон изделиелары һәм металл конструкциялары заводы».

- ААЙ «Шадринск ҡоймалау конструкциялары заводы».

- ААЙ «Шадринск телефон заводы» — ВЧ-элемтә аппаратураһы етештереү буйынса предприятие.

- ЯСЙ «Дельта Технология» — пресс-формалар етештереү буйынса предприятие.

- ЯСЙ «Технокерамика» — нефть сығарыу сәнәғәте өсөн пропанттар етештереү предприятиеһы.

- ЯСЙ «Литейщик» — төҫлө һәм суйын ҡойоп яһалған нәмәләр етештереү буйынса предприятие.

- ЯСЙ «Шадринск тепловоз -вагон ремонтлау берекмәһе» — тимер юл техникаһын капиталь-тергеҙеүсе ремонтлау менән шөғөлләнеүсе предприятие.

- ЯСЙ «Шадринск полимер тоҡ-тара заводы» — полипропилен туҡыма, полипропилен тоҡтар һәм йомшаҡ контейнерҙар етештереү буйынса предприятие.

- ЯАЙ «Шадринск мебель фабрикаһы» — йорт һәм офис өсөн корпуслы мебель етештереү буйынса предприятие.

- ЯСЙ «Урал аръяғы туҡыма сумкалар фабрикаһы» — юл, спорт сумкалары етештереү буйынса предприятие.

- Аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиелары араһында иң эреләре: «Шадринск һөт-консерва комбинаты» (һөт продукцияһы), яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт «Шадрин һыра заводы» (араҡы һәм шарап), АЙ «Слакон» (кондитер изделиелары)[59], АЙ «Шадрин иген продукттары комбинаты» (он һәм ярма) һәм башҡалар.

Эре һәм урта предприятиеларҙа 2012 йылдың ғинуарында бер хеҙмәткәрҙең уртаса айлыҡ эш хаҡы 14 843 һум тәшкил итәӨҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы өсөн </ref> ябыу тамғаһы юҡ.

Ҡалала GSM, 3G и 4G: Билайн, МегаФон, МТС, Tele2, Мотив һәм Yota стандарттарында кәрәҙле элемтә операторҙары эшләй. Интернет менән файҙаланыуҙы «Курьер Плюс», Ростелеком, «ШАДР.РУ» провайдерҙары тәьмин итә.

Шадринск — өлкәнең төньяҡ-көнбайышының эре транспорт үҙәге һәм өлкәлә Ҡурғандан ҡала икенсе. Ҡала аша ике федераль әһәмиәтендәге автомобиль юлдары үтә Р354 һәм Р330, шулай уҡ ике төбәк әһәмиәтендәге автомобиль юлдары Р329 һәм «Шадринск — Шумиха» үтә.

Шадринск биләмәһендә Шадринск пассажирҙар станцияһы урынлашҡан, уның ҡарамағында вокзал эшләй. Шадринск станцияһы Көньяҡ Урал тимер юлының — «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалының — Ҡурған бүлексәһе составына инә. Станция ҠурғанКаменск-Урал тимер юл тармағында урынлашҡан. Поезда Шадринсктан Мәскәүгә, Петропавловскигә, Алматыға, Бишкәккә, Ташкентҡа һәм башҡа ҡалаларға тиклем барырға мөмкин[60]. Электропоезда Шадринсктан Ҡурғанға, Екатеринбургҡа һәм Каменск-Уралға тиклем барырға мөмкин. Шадринск аша «Зауралье» Ҡурған — Мәскәү фирма пассажирҙар поезы йөрөй[61].

Тимер юл вокзалының хәҙерге бинаһы 1973 йылдың декабрендә төҙөлгән була: уның бер ҡанаты асылда тимер юлдыҡы булһа, икенсе ҡанаты — автобус вокзалы. Берҙәм автобус-тимер юл вокзалы 2010 йылға, рәсми хужаһы талабы буйынса (РЖД) автобус вокзалы бинанан Орджоникидзе урамы, 13а адресы буйынса (Шадринск автоагрегат заводына сиктәш булған биләмәгә) күсеп киткәнгә тиклем эшләй. 2020 йылда автовокзал тимер юл вокзалы бинаһына кире ҡайта, вокзал яны майҙанынан автобустар Шадринсктан Ҡурғанға, Екатеринбургҡа, Төмәнгә, Силәбегә, Тубылға, Ханты-Мансийскка һәм башҡа ҡалаларға ҡуҙғала[62].

Иң яҡын халыҡ-ара аэропорт Кольцово биҫтәһендә (Екатеринбург янында, 233 км) урынлашҡан. Иң яҡын төбәк аэропорты Ҡурғанда (140 км) урынлашҡан. Шадринсктың көньяҡ ситендә аэродром урынлашҡан була, ул Шадринск хәрби авиация штурмандар училищеһы тарафынан штурмандарҙы әҙерләү үҙәге булып хеҙмәт итә. 1960 йылдан һуң аэродром Силәбе хәрби авиация институты штурмандарының әҙерлек үҙәге булып китә. Унда Ту-124Ш, Ту-134Ш самолеттарының өс эскадрильяһы урынлашҡан.

Ҡалала йәмәғәт транспорты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шадринск ҡалаһында автобус төп йәмәғәт транспорты булып тора. Көн һайын пассажирҙарҙы ташыу өсөн 34 маршрутта[63] «ГАЗель», «ПАЗ» һәм Transit Ford маркаһындағы автобустар сығалар, улар «Шадравто» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең һәм «Автотранс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең , шулай уҡ шәхси ташыусыларҙың автобустары. Төп маршруттар Шадринсктың төп урамдары буйлап үтә.

Шулай уҡ ҡалала пассажирҙарҙы үҙебеҙҙең илдә һәм сит илдә етештерелгән еңел автомобилдәрҙә ташыуҙы тормошҡа ашырыусы таксомоторҙар селтәре үҫешкән.

Ҡала-ара һәм ҡала-тирә бәйләнеш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡала-ара бәйләнеш өсөн Шадринск автовокзалынан ҡуҙғалып китеүсе автобустар ҡулланыла. Пассажирҙарҙы ташыу «Шадравто» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт һәм «Автотранс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт, шулай уҡ шәхси ташыусылар тарафынан тормошҡа ашырыла. Ҡала-тирә бәйләнеш өсөн тәғәйенләнгән маршруттар Шадринск районына юлланалар.

2014 йылдың авгусына ҡарата ҡалала эшләй:

- 2 юғары уҡыу йорто;

- 5 урта-техник һәм урта-махсус уҡыу йорттары;

- 15 дөйөм белем биреү мәктәбе;

- 30 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы;

- 4 өҫтәмә белем биреү учреждениеһы.

Хәҙерге мәлдә Шадринск ҡалаһында ике юғары уҡыу йорто иҫәпләнә, шул иҫәптән башҡа ҡалаларҙың юғары уҡыу йорттары филиалдары һәм вәкиллектәре:

Урта профессиональ белем биреү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әлеге мәлдә Шадринск ҡалаһында биш урта-һөнәри уҡыу йорто иҫәпләнә.

- Урал аръяғы физик культура һәм һаулыҡ колледжы;

- Шадринск политехник колледжы;

- Шадринск медицина колледжы;

- Шадринск финанс-иҡтисад колледжы;

- Шадринск профессиональ технологиялар техникумы.

Тулы урта белем.

Әлеге мәлдә 15 мәктәптә тулы урта белем биреү тормошҡа ашырыла:

- Лицей № 1

- Дөйөм белем биреү мәктәбе № 2

- Дөйөм белем биреү мәктәбе № 4

- Асыҡ (алмаш) дөйөм белем биреү мәктәбе № 7

- Дөйөм белем биреү мәктәбе № 8

- Гимназия № 9

- Дөйөм белем биреү мәктәбе № 10

- Дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты № 11

- Дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты № 12

- Дөйөм белем биреү мәктәбе № 13

- Дөйөм белем биреү мәктәбе № 15

- Дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты № 16

- Дөйөм белем биреү мәктәбе № 20

Бөгөнгө көндә Шадринск ҡалаһында 20-нән ашыу медицина учреждениеһы эшләй. Улар араһында: Шадринск ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы, Шадринск поликлиникаһы, Шадринск балалар дауаханаһы, Шадринск район үҙәк дауаханаһы, Шадринск өлкә туберкулезға ҡаршы диспансер, Шадринск өлкә психоневрология диспансеры, Шадринск өлкә наркодиспансеры, Шадринск өлкә ҡан ебәреү станцияһы, Тире-венерологик диспансер, «Ғаилә докторы» doctor45.ru медицина үҙәге, Шадринск ҡала бала табыу йорто, Шадринск станцияһында (ААЙ «РЖД») поликлиника, Шадринск стоматология поликлиникаһы, шәхси стоматология «Spectra» һәм башҡалар[65].

Мәҙәниәт һәм сәнғәт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Рәсәй почта конверты

Шадринскҡа тарихи ҡала статусы, РСФСР-ҙың мәҙәниәт министрлығы Коллегияһының, РСФСР-ҙың дәүләт төҙөлөшө Коллегияһының һәм Бөтә Рәсәй тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын һаҡлау йәмғиәте Үҙәк Советы Президиумының «РСФСР-ҙың тарихи урындар исемлеген раҫлау тураһында» ҡарары нигеҙендә, 1990 йылда бирелә. 2015 йылдың башына ҡарата Шадринск ҡалаһында 160 төбәк әһәмиәтендәге, шул иҫәптән федераль әһәмиәтендәге 1 тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһы иҫәпләнә. Шулар и5ёбендё туғандар ҡәберлеге һәм яңғыҙ ҡәберлектәр, зыяраттар, скульптор Иван Шадрға һәйкәл — 17, кесе формалар (ҡапҡалар) — 9, йәмәғәт биналары (православие приходы, мәктәптәр, китапхана, музей, медицина учреждениелары, архив, театр, балалар баҡсаһы, магазиндар) тарафынан биләнгән — 87, торлаҡ йорттар — 45, урынында юҡ — 3.

Файл:Шадринск драм театр.jpeg
Шадрин дәүләт драма театры

Шадринск дәүләт драма театры ҡала ғорурлығы булып тора. Театр бинаһы 1910 йылда, Шадринск приказчиктар йәмғиәте клубы булараҡ төҙөлә. Театр әлегә тиклем ошо бинала урынлашҡан.

1970-се йылдарҙа Шадринск ҡала башҡарма комитеты бәхәсле ҡарар ҡабул итә, уға ярашлы драма театрының нигеҙләнеү датаһын 1896 йыл тип иҫәпләргә кәрәк. Шул ваҡыттан башлап миҙгелдәр иҫәбе ысынбарлыҡтағы 1910 йылдан түгел, ә тәғәйенләнгән 1896 йылдан башлана. Шулай, мәҫәлән, 2018/19 йылдар миҙгеле 122-се, (ә 108-се түгел) театр миҙгеле тип һанала.

Ҡалала Уралдың иң боронғо музейҙарының береһе, 1918 йылда нигеҙ һалынған В. П. Бирюков исемендәге Шадринск тыуған яҡты өйрәнеү музейы эшләп килә. Музей экспонаттарының нигеҙен Урал тыуған яҡты өйрәнеүсеһе Владимир Бирюковтың коллекцияһы тәшкил итә.

Шадринск ҡалаһында ике кинотеатр эшләй — ЦДиК «Октябрь» (1928 йылда нигеҙ һалына) һәм «Киномир». Уларҙа Рәсәй һәм сит ил кинофильмдары күрһәтелә.

Шадринск ҡалаһында А. Н. Зырянов исемендәге Үҙәк китапхана эшләй (1876 йылда Александр Зыряновтың китап-журналдар коллекцияһы базаһында, тәүҙә земство китапханаһы булараҡ, асыла). Уҡыу йорттарының китапханаларынан иң әһәмиәтлеләренең береһе Шадринск дәүләт педагогия университеты китапханаһы (1939 йылдан эшләй; фонды — 400 меңдән ашыу том).

Шадринск ҡалаһында «Колизей» күңел асыу үҙәге бар, «Шадринский Андеграунд» төнгө клубы эшләй (хәҙерге исеме «Music Hall»). Унда «Руки вверх», «Мумий Тролль», Мара, «Ария» һәм башҡа төркөмдәр сығыш яһаған.

Шадринск ҡалаһында Спас-Преображенск соборы, Воскресенск сиркәүе, Николаев сиркәүе эшләй.

2012 йылда XX быуат башындағы Шадринск күренеше һәм геральдик символдар һүрәтләнгән почта конверты сығарыла[66].

2017 йылдың 3 октябрендә Шадринск Батша ҡыҙы-тәлмәрйендең һәм Елена Прекраснаяның тыуған урыны тип таныла[67]. Был хәл XIX быуаттың мәғрифәтсеһе һәм тыуған яҡты өйрәнеүсеһе А. Н. Зырянов арҡаһында була[68].

Киң мәғлүмәт саралары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалала һәм районда телевидение 1963 йылдан трансляциялана. Трансляция 2 телевышка аша бара. Советтар Союзы тарҡалғанға тиклем 4 союз һәм бер өлкә каналы трансляциялана. 1990 йылдан ҡала каналы барлыҡҡа килә. Әлеге ваҡытта төп федераль каналдар ҡабул ителә (20 канал).

Радио Шадринскта 1920—1930 йылдарҙа барлыҡҡа килә. 2004 йылдың 31 декабренән 2011 йылға тиклем Шадринск мәғлүмәт-музыкаль радиостанцияһы эшләй.

Гәзит

- «Шадринский рабочий» гәзите 1988 йылда «Шадринская новь», ә 1990 йылда — «Исеть» тип үҙгәртелә.

- «Ваша выгода» 1999 йылдан бирле сығып килә, әлеге ваҡытта шишәмбе һәм йома көндәре сыға.

- «Автоагрегат» — Шадринск автоагрегат заводы гәзите (ААЙ «ШААЗ»). 1943 йылдан аҙна һайын сыға.

- «Дела и люди» — Шадринск «Технокерамика» предприятиеһы сығарған гәзит, 2008 йылдан ай һайын сыға.

- «Деловой Шадринск» — аҙналыҡ мәғлүмәти бюллетенень. 1999 йылдан бирле сығып килә.

- «Стиль жизни» — «Урал» Шадринск ҡала ҡулланыусылар йәмғиәте сығарған гәзит, 2002 йылдан алып сыға.

Дауам итеүсе баҫмалар

1994 йылдан ҡалала тыуған яҡты өйрәнеү альманахы «Шадринская старина» баҫыла. 2020 йылдың башына 27-се сығарылышы донъя күрә (http://gash.archives.kurganobl.ru/o_prezentacii_27_vypuska__kraevedcheskogo_almanaxa.html)

Ҡалала боҙҙағы спидвей буйынса Рәсәй чемпионаты (1995, 2001, 2010, 2016 йылдарҙа), үҫмер спортсылар араһында боҙҙағы спидвей буйынса Рәсәй чемпионаты (2000, 2003, 2007, 2009, 2011 йылдарҙа) һәм үҫмерҙәр араһында ауыр атлетика буйынса Рәсәй беренселеге үтә[69] (2011 йылда).

2008 йылда Шадринскта тыуған ауыр атлет Алла Важенина, 75 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында, Пекинда үткән олимпия уйындарында алтын миҙал яулай.

Ҡалала «Торпедо», «Торпедо-ГОНГ» һәм «Политех» футбол клубтары; «Торпедо», «Шадр» һәм «Полиграфмаш» хоккей клубтары; «Технокерамика» пляж футбол клубы; спидвей клубы «Торпедо-ШААЗ» бар.

Ҡаланың спорт объекттары: «Торпедо» һәм «Политех» стадиондары; «Олимп» бассейны; «Юниор», «Олимп», «Юность» спорт комплекстары, «Поддубный исемендәге», «Ермак», балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, «балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе-Гонг» балалар спорт клубтары һәм еңел атлетика манежы; Өлкә балалар-үҫмерҙәр спорт һәм адаптив физик культура үҙәге. Шадринск дәүләт педагогия университетында егерме йылдан ашыу физик культура һәм спорт факультеты эшләй.

Шадринск ҡалаһында 1980 йылдан алып йыл һайын көҙ марафон уҙғарыла. 2019 йылдың сентябрь аҙағында Шадринскта 40-сы марафон үтә.

Туғанлашҡан ҡалалар — ул туғандарса мөнәсәбәттәр тураһында килешеү төҙөлгән ҡалалар.

- Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Башҡортостан, Учалы районы — 2013 йылдың 7 июненән[70]

- Ҡалып:Флаг Крыма Феодосия, Рәсәй/Украина[71] — 2014 йылдың 20 июненән[72].

- Бенин Бенин, Атлантик департаменты, Абомей-Калави (франц. Abomey-Calavi) — 2017 йылдың 10 майынан[73].

  • Аэродром «Шадринск»
  • 18-я гвардейская ракетная дивизия
  • 17-я ракетная бригада
  • Шадринское военное авиационное училище штурманов
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 ОКТМО. 179/2016. Уральский ФО
  2. 2,00 2,01 2,02 2,03 2,04 2,05 2,06 2,07 2,08 2,09 2,10 Народная энциклопедия «Мой город». Шадринск (урыҫ)
  3. Малая Советская Энциклопедия. – М.: Сов. Энциклопедия, 1931. – Ст. 860
  4. Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу (урыҫ)Демоскоп Weekly.
  5. Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, ее территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. (урыҫ)Демоскоп Weekly.
  6. Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, ее территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. (урыҫ)Демоскоп Weekly.
  7. Народное хозяйство СССР 1922-1982 (Юбилейный статистический ежегодник)
  8. Народное хозяйство СССР за 70 лет (урыҫ)М.: ЦСУ РСФСР. — 766 с.
  9. Всесоюзная перепись населения 1989 г. Численность городского населения РСФСР, ее территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу (урыҫ)
  10. Всероссийская перепись населения 2002 года. Численность населения субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более (урыҫ)
  11. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года (урыҫ)
  12. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения Курганской области (урыҫ)
  13. Курганская область. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2009-2015 годов
  14. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
  15. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ)Росстат, 2013. — 528 с.
  16. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
  17. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
  18. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
  19. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (урыҫ)М.: Росстат, 2017.
  20. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года (урыҫ)М.: Росстат, 2018.
  21. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2019 года (урыҫ)
  22. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2020 года (урыҫ)
  23. Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
  24. 24,0 24,1 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
  25. Закон Курганской области «Об административно-территориальном устройстве Курганской области»
  26. Устав Курганской области
  27. Устав муниципального образования — город Шадринск
  28. ЗАКОН КУРГАНСКОЙ ОБЛАСТИ от 06 июля 2004 года N 419 «О наделении муниципальных образований статусом городского округа, муниципального района, сельского поселения, городского поселения, о месте нахождения представительных органов муниципальных районов, сельских поселений, об установлении наименований представительных органов муниципальных образований, глав муниципальных образований, местных администраций (исполнительно-распорядительных органов муниципальных образований)»
  29. Поспелов, 2008, с. 493
  30. 30,0 30,1 30,2 История города // Шадринск городок, 2010 г. © 2007—2019 "Творческая Студия «РИФЕЙ»
  31. 31,0 31,1 История Шадринска // Сутормины, Пономаревы_ Шадринские истоки… Чубейко Олег Светославович
  32. Основание Шадринска // Шадринск, Зауралье, История края. ООО Дельта Технология
  33. 33,0 33,1 33,2 33,3 Рихтер Д. И. Шадринск // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  34. Семёнов-Тян-Шанский, 1885, с. 753
  35. 35,0 35,1 35,2 Семёнов-Тян-Шанский, 1885
  36. Каменные храмы Сибири XVIII века: эволюция форм и региональные особенности. Дата обращения: 3 ноябрь 2008. Архивировано 2 апрель 2015 года.
  37. Полное собрание законов Российской империи: [Собрание 1-е. С 1649 по 12 дек. 1825 г.]. Т XXI. С 1781 по 1783. — Санкт-Петербург, тип. 2 Отд-ния Собств. Е. И. В. канцелярии, 1830. — C.21-22
  38. Семёнов-Тян-Шанский, 1885, с. 754
  39. Полное собрание законов Российской империи: [Собрание 1-е. С 1649 по 12 дек. 1825 г.]. Т XXI. С 1781 по 1783. — Санкт-Петербург, тип. 2 Отд-ния Собств. Е. И. В. канцелярии, 1830. — C.978-979
  40. 100 лет назад многие улицы Шадринска получили новые названия.
  41. Справочник «Климат России» 2017 йыл 6 апрель архивланған.
  42. ФГБУ "ВНИИГМИ-МЦД".
  43. Абсолютные максимумы и минимумы температуры за всё время наблюдения из справочника "Климат России"
  44. 44,00 44,01 44,02 44,03 44,04 44,05 44,06 44,07 44,08 44,09 44,10 44,11 44,12 Народная энциклопедия «Мой город». Шадринск. Дата обращения: 25 ғинуар 2014. Архивировано 25 ғинуар 2014 года.
  45. Малая Советская Энциклопедия. – М.: Сов. Энциклопедия, 1931. – Ст. 860
  46. Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  47. Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  48. Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  49. Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность городского населения. Архивировано 22 август 2011 года.
  50. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  51. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
  52. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения Курганской области. Дата обращения: 21 июнь 2014. Архивировано 21 июнь 2014 года.
  53. Курганская область. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2009-2015 годов
  54. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  55. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  56. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
  57. с учётом городов Крыма
  58. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года. Таблица «31. Численность населения городов и пгт по федеральным округам и субъектам Российской Федерации на 1 января 2016 года». RAR-архив (1,0 Mб)
  59. Производитель кондитерских изделий «Slakon»
  60. Расписание движения поездов по ст. Шадринск 2012 йыл 20 июнь архивланған.
  61. Названия фирменных поездов(недоступная ссылка)
  62. Расписание движения автобусов от Шадринского Автовокзала 2012 йыл 20 апрель архивланған.
  63. Расписание движения городских автобусов 2012 йыл 20 июнь архивланған.
  64. Шадринский филиал ЧелГУ
  65. Медицина Шадринска 2021 йыл 18 май архивланған.
  66. К юбилею Шадринска почтовые конверты украсят геральдическими символами города.
  67. Царевну-лягушку прописали в Шадринске
  68. Шадринская Царевна-лягушка. 2017 йыл 17 октябрь архивланған.
  69. Первенство России по тяжёлой атлетике среди юниоров 2011 2011 йыл 15 июнь архивланған.
  70. У Шадринска появился побратим в Республике Башкортостан(недоступная ссылка)
  71. Был объект Ҡырым ярымутрауы территорияһында урынлашҡан. Ярымутрауҙың ҙур өлөшө был территорияны контролдә тотоусы Рәсәй Федерацияһы һәм Украина араһында территориаль ризаһыҙлыҡ объекты булып тора. Рәсәй Федерацияһының административ-территориаль ҡоролошона ярашлы ярымутрауҙа Рәсәй Федерацияһы субъекттарыҠырым Республикаһы Һәм Севастополь федераль әһәмиәтендәге ҡала урынлашҡан. Украинаның административ-территориаль ҡоролошона ярашлы ярымутрауында Ҡырым Автономиялы Республикаһы һәм айырым статуслы Севастополь ҡалаһы урынлашҡан.
  72. У Феодосии — новый город-побратим
  73. Шадринск обрел город-побратим в африканской республике
  • Ҡалып:Книга:Географическо-статистический словарь Российской империи
  • Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Календарь-справочник Шадринского земства на 1915, 1916, 1917 гг.
  • Бирюков В. П. Шадринский округ Уральской области. Природа, население и хозяйство. — Шадринск, 1928.
  • Шадринск за 40 лет Советской власти. Сб. статей. — Шадринск, 1957.
  • Колосовский М. Ф. Шадринцы — Герои Советского Союза. — Челябинск, 1965.
  • Очерки истории Шадринска — Шадринск, 1993.
  • Осинцев Л. П. Исторические памятники Шадринска / под ред. Тимофеева В.П. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1968. — 90 с. — 1000 экз.
  • Храмы Шадринска./ Сост. С. Б. Борисов — Шадринск, 1993.
  • Шадринская старина. Краеведческий альманах / Отв. редактор и составитель С. Б. Борисов — Шадринск, 1993—2018 (26 выпусков).
  • Шадринск военной поры. В 3-х книгах / Отв. редактор С. Б. Борисов — Шадринск, 1995 (1, 2 книги), 2005 (3-я книга).
  • Шадринск послевоенный. / Сост. и отв. ред. С. Б. Борисов — Шадринск, 1996.
  • Шадринское краеведение: Краткий библиографический словарь — Шадринск, 1997.
  • Мокеев В. Шадринск. Путеводитель. — Челябинск, 1975 (2-е изд. 1986).
  • Шадринский краеведческий словарь. — Шадринск, 2003
  • Борисов С. Б. Шадринск XVIII—XXI вв: Очерки истории повседневности. — Шадринск, 2004.
  • Бирюков В. П. Краткая летопись города Шадринска (с 1662 по 1954 г.) // Бирюков В. П. Избранные труды./ Сост. С. Б. Борисов — Шадринск, 2008.
  • Борисов С. Б. Шадринская энциклопедия. Издание второе, перераб. и дополн. В трёх томах. — Шадринск, 2013. 1500 с.
  • Поспелов Е. М. Географические названия России: Топонимический словарь: Более 4 000 единиц. — М.: АСТ; Астрель, 2008. — 528 с. — 1500 экз. — ISBN 978-5-17-054966-5.
  • Администрация города Шадринска (неопр.) (недоступная ссылка). Дата обращения: 3 ноября 2008. Архивировано 19 октября 2008 года.
  • Шадринск.рф — информационный городской сайт Шадринска (неопр.).
  • Сайт Государственного архива в г. Шадринске. Источник по краеведению, биографиям персоналий.
  • Список памятников культурного наследия Шадринска в Викигиде