Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты | |
Нигеҙләү датаһы | 1920 |
---|---|
Спорт төрө | Шайбалы хоккей |
Ваҡиға йышлығы | 1 йыл |
Ойоштороусы | Халыҡ-ара хоккей федерацияһы |
Лига на уровень ниже | IIHF World Championship Pool B[d] һәм Первый дивизион чемпионата мира по хоккею с шайбой[d] |
Ай | Май |
![]() |
Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (рус. Чемпиона́т ми́ра по хокке́ю с ша́йбой) — 1920 йылдан башлап халыҡ-ара хоккей федерацияһы тарафынан ойошторолған һәм йыл һайын үткәрелә торған хоккей ярыштары. Олимпия уйындары һәм Донъя кубогы менән бер рәттән иң абруйлы ярыш булып тора. Башта турнир, әгәр 1920 йылғы йәйге Олимпия уйындары ваҡытындағы беренсе турнирҙы иҫәпкә алмағанда, ҡышҡы Олимпия уйындары сиктәрендә генә үткәрелә. 1930 йылдан алып йыл һайын үткәрелә һәм 1991 йылға тиклем Донъя һәм Европа чемпионаты тип атала (1932 йылғы турнирҙан тыш). 1968 йылға тиклем, Олимпиада үткәрелгән йылдарҙа шайбалы хоккей буйынса Олимпия турниры ла донъя чемпионаты тип һанала. 1940 йылдан 1946 йылға тиклем Икенсе донъя һуғышы арҡаһында донъя чемпионаты ойошторолмай. Шулай уҡ 1980, 1984 һәм 1988 йылдарҙағы Ҡышҡы Олимпия уйындары ваҡытында һәм 2020 йылда COVID-19 пандемияһы арҡаһында донъя чемпионаты үткәрелмәй.
Турнир ике этапта үтә.
Беренсе этапта 16 команда ҡатнаша, улар 8 команданан торған 2 төркөмгә бүленә. Плей-офф уйындарына 4 команда сыға, ә һәр төркөмдән һуңғы команда киләһе йылға беренсе дивизионға күсә.
Төркөм этабында һәр төркөмдәге командалар бер-береһе менән уйнай. 2007 йылғы донъя чемпионатына тиклем командаға еңеү өсөн — 2, тигеҙ иҫәп өсөн — 1, еңелеү өсөн — 0 мәрәй бирелә. 2007 йылдан регламент үҙгәртелә. Матчтың даими ваҡытында иҫәп тигеҙ булһа, 4×4 форматта (2017 йылда 3×3) беренсе туп индерелгәнгә тиклем өҫтәмә 5 минут (овертайм) уйнала[1]). Әгәр өҫтәмә ваҡытта еңеүсе асыҡланмаһа, командалар 3 буллит серияһы үтә.
Икенсе этапта 8 команда ҡатнаша. Ул сирекфиналдан, ярымфиналдан, өсөнсө урын өсөн матчтан һәм финалдан тора. Был этапта еңелгән команда төшөп ҡала. Сирек финалда беренсе этап төркөмдәрендә беренсе урын алған командалар икенсе төркөмдә 4-се урын алған командалар менән уйнай. Икенсе урын алғандар өсөнсө урын биләгән командалар менән уйнай. Сирекфинал матчында еңеүсе ярымфиналға сыға, еңелеүсе турнирҙа ҡатнашыуын туҡтата. 1/2 финал матчында еңеүсе финалға сыға, еңелеүсе 3-сө урын өсөн матчта ҡатнаша. Әгәр даими ваҡытта 1/4, 1/2 финал матчтарында һәм 3-сө урын өсөн матчта тигеҙ иҫәп теркәлһә, командалар 4×4 форматында беренсе голға тиклем 10 минутлыҡ өҫтәмә ваҡытта уйнайҙар[1][1]. 3-сө урын алған команда бронза, 2-се — көмөш миҙал, 1-се — алтын һәм Чемпион Кубогын ала.
|
Иҫкәрмәләр:
Иҫәп | Йыйылма | Чемпионаттар |
---|---|---|
81 | ![]() ![]() |
1920, 1924, 1928, 1930, 1931, 1933—1939, 1947—1949, 1952, 1954—1961, 1963—1979, 1981—1983, 1985—1987, 1989—2019, 2021—2023 |
81 | ![]() |
1920, 1924, 1928, 1931, 1935—1938, 1947—1979, 1981—1983, 1985—1987, 1989—2019, 2021—2023 |
76 | ![]() |
1920, 1924, 1928, 1930—1939, 1948—1952, 1954—1956, 1958—1969, 1977—1979, 1981—1983, 1985—1987, 1989—2019, 2021—2023 |
73 | ![]() |
1920, 1924, 1931—1934, 1936, 1938, 1939, 1947, 1949—1952, 1955, 1956, 1958—1969, 1971, 1975—1979, 1981, 1982, 1985—1987, 1989—2019, 2021—2023 |
69 | ![]() |
1939, 1949, 1951, 1952, 1954, 1955, 1957—1979, 1981—1983, 1985—1987, 1989—2019, 2021—2023 |
67 | ![]() ![]() |
1928, 1930, 1932—1939, 1952—1956, 1959—1964, 1967, 1968, 1971—1973, 1976—1979, 1981—1983, 1985—1987, 1989—1998, 2001—2005, 2007—2019, 2021—2023 |
63 | ![]() ![]() ![]() |
1954—1961, 1963—1979, 1981—1983, 1985—1987, 1989—2019, 2021 |
55 | ![]() |
1920, 1924, 1928, 1930, 1933—1939, 1947—1956, 1959, 1962, 1964, 1972, 1987, 1991—1993, 1995, 1998—2019, 2021—2023 |
38 | ![]() |
1937, 1938, 1949—1952, 1954, 1958, 1959, 1962, 1965, 1990, 1992—1997, 1999—2001, 2006—2019, 2021—2023 |
34 | ![]() |
1920, 1924, 1928, 1930, 1931, 1934—1937, 1950, 1992—2000, 2004, 2008—2019, 2022, 2023 |
34 | ![]() |
1928, 1930, 1931, 1933—1936, 1938, 1947—1949, 1956, 1957, 1993—1996, 1998—2005, 2007, 2009, 2011, 2013, 2015, 2018—2019, 2022, 2023 |
32 | ![]() |
1930, 1933—1936, 1939, 1948, 1956, 1959, 1982—1983, 1992—2002, 2006—2008, 2010, 2012, 2014, 2017, 2019, 2021, 2022 |
31 | ![]() |
1933, 1935, 1936, 1938, 1939, 1997—2019, 2021—2023 |
29 | ![]() |
1928, 1930—1933, 1935—1939, 1947, 1948, 1952, 1955—1959, 1966, 1970, 1973—1976, 1979, 1986, 1989, 1992, 2002 |
27 | ![]() |
1996—2019, 2021—2023 |
21 | ![]() |
1949, 2003—2019, 2021—2023 |
20 | ![]() |
1998—2001, 2003, 2005—2018, 2021 |
18 | ![]() |
1924, 1928, 1930, 1931, 1934—1939, 1948, 1950, 1951, 1962, 1994, 2019, 2021, 2022 |
14 | ![]() |
1957, 1959, 1961, 1963, 1965—1968, 1970, 1974, 1976, 1978, 1983, 1985 |
13 | ![]() |
1928, 1930, 1931, 1933—1939, 2009, 2016, 2023 |
12 | ![]() |
1920, 1924, 1928, 1930, 1933—1936, 1939, 1947, 1949, 1950 |
11 | ![]() |
1930, 1936, 1957, 1960, 1998—2004 |
11 | ![]() |
1998, 2004—2006, 2010, 2012, 2014, 2016, 2021—2023 |
10 | ![]() |
2002, 2003, 2005, 2006, 2008, 2011, 2013, 2015, 2017, 2023 |
9 | ![]() |
1999—2007 |
8 | ![]() |
1931, 1933—1935, 1937, 1938, 1947, 1977 |
4 | ![]() |
1935, 1939, 1950, 1981 |
1 | ![]() |
1938 |
1 | ![]() |
1939 |
1 | ![]() |
1960 |
1 | ![]() |
2018 |
Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты тарихында бары тик 8 ил генә алтын миҙал яулай. Көмөш миҙалдарҙы Швейцария йыйылма командаһы (3 тапҡыр) һәм Көнбайыш Германия/Германия йыйылма командаһы (3 тапҡыр) яулай. Бронза миҙалдарҙы Швейцария йыйылма командаһы (8 тапҡыр), Көнбайыш Германия/Германия йыйылма командаһы (2 тапҡыр), Австрия йыйылма командаһы (2 тапҡыр) һәм Латвия йыйылма командаһы (1 тапҡыр) яулай.
Иң күп алтын миҙал — Канада йыйылма командаһында (28). Иң күп көмөш миҙалды Швеция йыйылма командаһы яулай (19). Чехословакия/Чехия иң күп бронза миҙалға лайыҡ була (22). Миҙалдарҙың иң күп һаны Канада командаһында (53).
Урын | Ил | ![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
---|---|---|---|---|---|
1 | ![]() |
28 | 16 | 9 | 53 |
2 | ![]() ![]() |
22 5 |
7 3 |
5 5 |
34 13 |
Бөтәһе | 27 | 10 | 10 | 47 | |
3 | ![]() ![]() |
6 6 |
12 1 |
16 6 |
34 13 |
Бөтәһе | 12 | 13 | 22 | 47 | |
4 | ![]() |
11 | 19 | 17 | 47 |
5 | ![]() |
4 | 9 | 3 | 16 |
6 | ![]() |
2 | 9 | 9 | 20 |
7 | ![]() |
1 | 2 | 2 | 5 |
8 | ![]() |
1 | 2 | 1 | 4 |
9 | ![]() |
0 | 3 | 8 | 11 |
10 | ![]() ![]() |
0 0 |
1 2 |
0 2 |
1 4 |
Бөтәһе | 0 | 3 | 2 | 5 | |
11 | ![]() |
0 | 0 | 2 | 2 |
12 | ![]() |
0 | 0 | 1 | 1 |
Иҫкәрмәләр