Был мәҡәләлә сит телдән алынған киҫәктәр бар һәм улар тәржемә итеп бөтөлмәгән. Уның тәржемәһен тамамлап проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
Шара Шалкахази | |
мадьярса Salkaházi Sára | |
![]() | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
![]() |
Тыуған ваҡыттағы исеме | мадьярса Schalkház Sarolta Klotild |
Тыуған көнө | 11 май 1899[2][3][4][…] |
Тыуған урыны | Кошице, Абауй-Торна[d], Королевство Венгрия[d], Транслейтания[d], Австро-Венгрия[5] |
Вафат булған көнө | 27 декабрь 1944[2][3][4][…] (45 йәш) |
Вафат булған урыны | Будапешт, Венгрия короллеге |
Үлем төрө | выстрел[d] |
Үлем сәбәбе | пуля (снаряд ярсығы) яраһы[d][1] |
Һөнәр төрө | журналист, монахиня, переплётчик, уҡытыусы |
Статус канонизации | Слуга Божий[d], досточтимый[d] һәм блаженный[d][6] |
Праздник святого | 11 май[6] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
![]() |
Шара Шалкахази (мад. Salkaházi Sára; 11 май 1899 йыл — 27 декабрь 1944 йыл, Будапешт, Венгрия) — Социаль хеҙмәт монах ҡатын-ҡыҙҙар конгрегацияһының шәфҡәт туташы, нилашист режимы дәүерендә йөҙләп венгр йәһүден ҡотҡарыуҙа ҡатнашыусы, ыҙа сигеүсе.
Шара Шалкахази 1899 йылдың 11 майында Австро-Венгрияның Кошице ҡалаһында тыуған һәм шунда уҡ педагогик белем ала, шунан һуң бер йыл уҡытыусы булып эшләй. Беренсе донъя һуғышынан һуң, Кошице ҡалаһы Чехословакияның бер өлөшө булып киткәс, яңы Чехословакия хөкүмәте уҡытыусыларҙан тоғролоҡҡа ант талап иткән. Шара бынан баш тартҡан һәм шуға күрә уҡытыусы карьераһын ҡалдырырға мәжбүр булған.
Эшенән яҙғас, китап төпләү эшенә өйрәнгән. Шул уҡ ваҡытта Үрге Венгрия венгр гәзиттәрендә үҙенең повестарын, фельетондарын, жанрлы картиналарын баҫтырған. Уның тәүге баҫмаһы Újság Esti (Киске гәзит) Кошицела Сыфакс (Syphax) псевдонимы аҫтында 1919 йылдың 2 февралендә донъя күрә. Журналист һөнәрендә тәжрибә туплағандан һуң, ул Провинциаль христиан-социалистик партия — Чехословакиялағы төп венгр сәйәси көсө баҫма органының баш мөхәррире булып китә.
1927 йылда Шара Шалкахази Кошицела Маргит Шлахта нигеҙ һалған «Социаль хеҙмәте шәфҡәт туташтары» ҡатын-ҡыҙҙар конгрегация ағзалары менән таныша. Шара Шалкахази конгрегацияның социаль курстарын тамамлай.
1929 йылда Сегварҙа монастырға уҡырға килә, әммә 1930 йылда Троицаға ҡарата тәүге антын биргәнсегә саҡлы, тағы бер нисә ай Кошицела үткәргән, унда урындағы Каритас ойошторған. Ошондай эш башҡарған ул. ике йылдан һуң Комаромда. Каритас менән идара итеп кенә ҡалмай, аҙнаһына егерме алты дәрес уҡыта, балалар өсөн аш-һыу, дини культ әйберҙәре магазины, богадельный йортон күҙәтеп тора һәм Katholikus nő (Католичка) журналын мөхәррирләй. 1934 йылда уны Кошицеға күсереләләр.
1937 йылда, унда йәшәгән венгр бенедиктинсылары менән бергә миссионер булып эшләү маҡсатында, Бразилияға сығырға ғариза бирә. Бразилияға барыр өсөн уға венгр гражданлығын алыу кәрәк булған, шуның өсөн Шалкахази бөтөнләйгә Будапешҡа күскән. Икенсе донъя һуғышы менән бәйле сәйәси ваҡиғалар был миссионер сәфәрен өҙгән. 1940 йылдың Троицаһына ҡарата мәңгелек нәҙер биргән, Alleluja! Ecce ego, mitte me! (Аллилуйя! Вот я здесь, пошли меня!)
1941 йыл башынан Католик хеҙмәтсәндәр, ҡатындар һәм ҡыҙҙар союзының дөйөм милли етәксеһе булып киткән. Хәрәкәттең гәзитен мөхәррирләгән, йыйылыштар, ил эсендә дини көндәр ойошторған, биш йөҙ өс йыл эсендә ярлылар өсөн, дөйөм алғанда өс йөҙ урынлыҡ биш яңы приют асҡан һәм эшсе Ҡатын-ҡыҙҙар институтын ойоштороу буйынса эш башлаған.
Икенсе донъя һуғышы осоронда Социаль хеҙмәте шәфҡәт туташтары меңгә яҡын эҙәрлекләнгән йәһүдте йәшереп тотҡандар. Шара Шалкахази был ваҡытта, Католик приют Ҡатын-ҡыҙҙы яҡлаусы католик приюты —эшсе ҡатын-ҡыҙҙар йорто мөдире, Бокрет урамында, йөҙгә яҡын кеше йәшереп тотҡан.
1944 йылдың 27 декабрендә йәһүдтәр эҙләгән нилашистар приютты ҡамап алған, дүрт кешене һәм закона Божийҙы уҡытҡан Вильма Бернович ҡулға алғандар. Шәфҡәт туташы Шара акция аҙағында күренгән, ләкин ҡасмаған һәм шулай уҡ ҡулға алынған.
Шара Шалкахазиҙың үлеме тураһында билдәле түгел ине. Егерме йыл үткәс, нилашистарҙы хөкөм итеү процесы барғанда, Зугло исемле берәү судта нимә булғанын һөйләгән. Уның һүҙҙәре буйынса, ҡулға алынғандарҙы Баш таможня бинаһы алдына ҡыуып килтергәндәр, сисенергә ҡушып, Дунай яры буйына теҙеп ҡуйғандар. Атыу залпы алдынан, тәпәш буйлы ҡара сәсле ҡатын — шәфҡәт туташы Шара — язалаусыларға мөрәжәғәт иткән, уларҙың күҙҙәренә ҡараған, тубыҡланған, күккә ҡараған һәм суҡынған.
«Социаль шәфҡәт туташтары хеҙмәте» конгрегацияһы 1996 йылда уны дәрүиштәр рәтенә индереү процедураһы башлай, һәм был башланғысты 1997 йылдың ғинуарында Святейший Престол хуплай, Рим папаһы Бенедикт XVI уны дәрүиштәр рәтенә индереү тураһында декретҡа 2006 йылдың 28 апрелендә ҡул ҡуя һәм был турала 2006 йылдың 17 сентябрендә Будапештағы Изге Иштван базиликаһы алдындағы майҙанда ун мең кеше ҡаршыһына сығып тантаналы хәбәр итәләр.
Уның көнө 11 майҙа[7]]][./Шалкахази,_Шара#cite_note-1] билдәләнә.